Халиҡ

башҡорт ир-ат исеме
(Халик битенән йүнәлтелде)

Халиҡ — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Халиҡ

Этимология

үҙгәртергә

Халиҡ исеме башҡорт теленә ислам дине йоғонтоһонда ғәрәп теленән килгән, ғәрәп телендә — ижадсы, тыуҙырыусы тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Заимов Халиҡ Шакир улы (13 ноябрь 1914 йыл — 9 февраль 1977 йыл) — башҡорт совет композиторы, педагог, музыкаль йәмәғәтселек эшмәкәре. 1941 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 1952—1956 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, 1963—1968 йылдарҙа — директоры. 1953—1954 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Композиторҙар союзы рәйесе. Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1949, 1955).

Халиҡ Әбдрафиҡ улы Ғафаров (19262004) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры, I төркөм һуғыш инвалиды, күп балалы атай.

Халиҡов Муллайән Дәүләтша улы (4 февраль 1894 йыл — 23 август 1937 йыл) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе, күренекле дәүләт эшмәкәре. Сәйәси золом ҡорбаны.

Халиҡов Ғабдулхак Әбйәлил улы (9 февраль 1931 йыл — 30 сентябрь 2007 йыл) — ғалим-инженер-механик. 1973 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1983 йылға тиклем теоретик механика һәм гидродинамика, 1991—1998 йылдарҙа физик гидродинамика кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1992—1993 йылдарҙа физика факультеты деканы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), техник фәндәр докторы (1971), профессор (1972). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979).

Халиҡов Мансур Хатип улы (20 декабрь 1886 йыл — 1934 йыл) — башҡорт дин әһеле, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1921—1923 йылдарҙа Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө.

Халиҡова Рәйсә Хәлил ҡыҙы (16 март 1934 йыл — 14 сентябрь 2005 йыл) — телсе-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1992), профессор (1995), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987). Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (2003).

Халиҡов Тимербулат Ғәләүетдин улы (17 ғинуар 1917 йыл — 17 июнь 1958 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).

Халиҡов Хәлил Мырҙайән улы (рус. Халиков Халил Мирзаянович) — (4 март 1939 йыл) — рәсәй сәнәғәт, партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт[2]..

Халиҡов Айҙар Шәрифйән улы (рус. Халиков Айдар Шарифьянович; 26 май 1961 йыл) — энергетик, хужалыҡ эшмәкәре, муниципаль хеҙмәткәр. 2005—2008 йылдарҙа Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт[3]. .

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  3. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104