Халиҡ — башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.

Этимологияһы үҙгәртергә

Халиҡ исеме башҡорттарға ғәрәп теленән ингән. Дини ҡараш буйынса бөтә донъяны яратҡан, уның менән идара иткән зат, хоҙай, алла (алланы ололау һүҙе тигәнде аңлата. Мосолман халҡында ир баланы исемләйҙәр[1].

Билдәле шәхестәр үҙгәртергә

Халиҡ Шакир улы Заимов (13 ноябрь 1914 йыл — 9 февраль 1977 йыл) — башҡорт совет композиторы, педагог, музыкаль йәмәғәтселек эшмәкәре. 1941 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 1952—1956 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, 1963—1968 йылдарҙа — директоры. 1953—1954 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Композиторҙар союзы рәйесе. Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1949, 1955).

Халиҡ Әбдрафаҡ улы Ғафаров (19262004) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры, I төркөм һуғыш инвалиды.

Фамилиялар үҙгәртергә

Халиҡов Муллайән Дәүләтша улы (4 февраль 1894 йыл — 23 август 1937 йыл) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе, күренекле дәүләт эшмәкәре. Сәйәси золом ҡорбаны.

Халиҡов Ғабдулхаҡ Әбйәлил улы (9 февраль 1931 йыл — 30 сентябрь 2007 йыл) — ғалим-инженер-механик. 1973 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1983 йылға тиклем теоретик механика һәм гидродинамика, 1991—1998 йылдарҙа физик гидродинамика кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1992—1993 йылдарҙа физика факультеты деканы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), техник фәндәр докторы (1971), профессор (1972). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979).

Халиҡова Рәйсә Хәлил ҡыҙы (16 март 1934 йыл — 14 сентябрь 2005 йыл) — телсе-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1992), профессор (1995), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987). Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (2003).

Халиҡов Тимербулат Ғәләүетдин улы(17 ғинуар 1917 йыл — 17 июнь 1958 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).

Халиҡов Айҙар Шәрифйән улы (рус. Халиков Айдар Шарифьянович; 26 май 1961 йыл) — энергетик, хужалыҡ эшмәкәре, муниципаль хеҙмәткәр. 2005—2008 йылдарҙа Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Халиҡов Данил Дамир улы (2 декабрь, 1964 йыл — 22 май, 1983 йыл, Афғанстан) — башҡорт. Рядовой, водитель. Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгәндә һәләк була (1983).

Халиҡов Хәлил Мырҙайән улы (рус. Халиков Халил Мирзаянович) — (4 март 1939 йыл) — рәсәй сәнәғәт, партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Халиҡов Валерий Абдулхаҡ улы (14 июль 1950 йыл) — СССР һәм Рәсәй нейрохирургы. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2002). Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1992).

Халиҡов Мансур Хатип улы (20 декабрь 1886 йыл — 1934 йыл) — башҡорт дин әһеле, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1921—1923 йылдарҙа Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Халиҡ — булдырыусы тигән һүҙ. Ғаләмдәге һәр бер нәмәне бар ҡылыусы һәм булдырыусы — Аллаһы Тәғәлә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Рәсәй Фәндәр Академияһы Тарих,Тел һәм Әҙәбиәт институты. «Башҡорт теленең һүҙлеге /2-се т.». — Мәскәү: «Русский язык», 1998 й. — С. 528-се б..

Һылтанмалар үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ