Викидатала элемент тултырылмаған

Фәриҙә — башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарында ҡатын-ҡыҙ исеме

Этимология

үҙгәртергә

Фәриҙә (Фәридә) башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән һәм ынйы бөртөгө; тиңдәшһеҙ, берҙән-бер; тиңдәше булмаған, иң яҡшы; бер бөртөк тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Ҡудашева Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙы (15 декабрь 1920 йыл — 9 октябрь 2010 йыл) — йырсы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1972), Башҡорт АССР-ының (1968) һәм Татарстандың (1990) халыҡ артисы; Татарстан Республикаһының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1996), Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1991), Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1995).

Камалетдинова Фәриҙә Мирсаяп ҡыҙы (25 август 1916 йыл — 15 ғинуар 2008 йыл) — башҡорт театр актёры, 1967 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1972), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1964).

Ғәлиева Фәриҙә Ғабдулхай ҡыҙы (18 декабрь 1962 йыл) — ғалим-фольклорсы. Филология фәндәре докторы (2007), тарих фәндәре кандидаты (1997), доцент (2010).

Усманова Фәриҙә Ғәлимйән ҡыҙы(рус. Усманова Фарида Галимьяновна) — (26 декабрь 1918 йыл — 21 май 1983 йыл) — медицина хеҙмәте капитаны. Фронт хирургы — 1096-сы пушка артполкының өлкән табибы[2].

Садиҡова Фәриҙә Вәли ҡыҙы (11 июль, 1956 йыл, БАССР, Ейәнсура районы, Байыш ауылы) — селекционер. Биология фәндәре кандидаты (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урман белгесе (2003), Рәсәй Федерацияһының почётлы урман хеҙмәткәре (2007).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. 2018 йыл 16 май архивланған. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
  2. https://vestnikbgmu.nethouse.ru/static/000/000/056/701/doc/cc/cb/460b3923d17100ca165274e22fdcb0d89c78.pdf Вестник Башкирского государственного медицинского университета — 2015, № 2 (приложение) — сс.152-158

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ