Фәйзрахман (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Фәйзрахман — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Фәйзрахман исеме бар.
Этимологияһы
үҙгәртергәФәйзрахман ғәрәп теленән ингән, Фәйез + Рахман һүҙҙәре ҡушылып төҙөлгән исем. Шәфҡәтле, мәрхәмәтле тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәИсмәғилев Фәйзрахман Абдрахман улы (24 март 1955 йыл) — рәссам, 1986 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2004).
Хисмәтуллин Фәйзрахман Шәйхитдин улы (2 декабрь 1925 йыл — 1998 йыл) — партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, крайҙы өйрәнеүсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965—1977 йылдарҙа КПСС-тың Әбйәлил районы комитетының беренсе секретары, 1977—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы секретары. КПСС-тың XXIV (1971) һәм XXV (1976) съездары делегаты. Башҡорт АССР-ының 7-11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. БАССР-ҙың 1977 йылғы Конституцияһын әҙерләүҙә һәм ҡабул итеүҙә ҡатнашыусы.
Ярышев Фәйзрахман Абдрахман улы (28 июль 1941 йыл — 7 февраль 2005 йыл) — режиссёр. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1998).
Ибраһимов Фәйзрахман Хөсәйен улы (1900 йыл — 10 ноябрь 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы.
Фәйезов Фәйзрахман Вәлетдин улы (16 декабрь 1921 йыл — 19 октябрь 1998 йыл) — БАССР-ҙың Шишмә районы Салауат исемендәге колхоз рәйесе, Социалистик Хеҙмәт Геройы. Бөйөк Ватан һуғышы яугире.
Фәссәхетдинов Фәйзрахман Фәссәхетдин улы (1925 йыл — 2009 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, сержант, «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булған. Һөнәре — агроном.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |