Хисмәтуллин Фәйзрахман Шәйхитдин улы

Хисмәтуллин Фәйзрахман Шәйхитдин улы (2 декабрь 1925 йыл — 1998 йыл) — партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, крайҙы өйрәнеүсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965—1977 йылдарҙа КПСС-тың Әбйәлил район комитетының беренсе секретары, 1977—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы секретары. КПСС-тың XXIV (1971) һәм XXV (1976) съездары делегаты. Башҡорт АССР-ының 7-11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. БАССР-ҙың 1977 йылғы Конституцияһын әҙерләүҙә һәм ҡабул итеүҙә ҡатнашыусы.

Хисмәтуллин Фәйзрахман Шәйхитдин улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 2 декабрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны Белорет, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 1998
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXV съезы[d] һәм XXIV съезд КПСС[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Фәйзрахман Шәйхитдин улы Хисмәтуллин 1925 йылдың 2 декабрендә Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһында тыуған. Әбйәлил районы Тупаҡ башланғыс мәктәбендә уҡый[1].

1943 йылда фронтҡа китә, 2-се Белорус фронтында һуғыша. 1944 йылда Польшаны азат иткәндә ҡаты яралана, дауаланғандан һуң сафҡа ҡайта[2].

1950 йылда демобилизациялана һәм Темәс педагогия училищеһына уҡырға инә, уны 1954 йылда экстерн рәүештә отличие менән тамамлай, ә 1958 йылда өлкә партия мәктәбен тамамлай. 1951—1977 йылдарҙа Әбйәлил районында эшләй, шул иҫәптән 1965—1977 йылдарҙа КПСС-тың Әбйәлил район комитетының беренсе секретары була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Әҙәби эшмәкәрлеге үҙгәртергә

  • Крайҙы өйрәнеүсе, тикшереү темаһы — 19501980 йылдарҙа Әбйәлил районы тарихы. Район гәзитендә мәҡәләләр яҙа.

Ғаиләһе үҙгәртергә

  • Ҡатыны — Шәрифә, балалары — Батыр, Булат, Зәйтүнә һәм Зөлфиә.

Хәтер үҙгәртергә

  • Тупаҡ ауылында, Асҡарҙа Фәйзрахман Хисмәтуллин урамы бар (икеһе лә — Әбйәлил районы).

Библиография үҙгәртергә

  • Хисматуллин, Файзрахман Шайхитдинович. Воспоминания о родном Абзелиле. — Уфа: Гилем, 2000. — 135с.: ил. -

908(470. 57)(башк)+908(470. 57)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә