Фәссәхетдинов Фәйзрахман Фәссәхетдин улы
Фәйзрахман Фәссәхетдин улы Фәссәхетдинов (24.07.1925—06.04.2009) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, өлкән сержант, «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булған. Һөнәре — агроном[1][2].
Фәссәхетдинов Фәйзрахман Фәссәхетдин улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат булған көнө | |
Ил | |
Биографияһы
үҙгәртергәФәссәхетдинов Фәйзрахман Фәссәхетдин улы 1925 йылдың 24 июлендә Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантоны Ҡалмаҡҡол улусы биләмәһенә ҡараған (хәҙер — Салауат районы) Илсекәй ауылында Фәтхетдинов Фәссәхетдин Фәтхетдин улы менән Ғафарова Мәстүрә Әмерғәзе ҡыҙының күп балалы ғаиләһендә тыуа. Илсекәйҙә башланғыс мәктәпте тамамлай, артабан күрше Тирмән ете йыллыҡ мәктәбендә уҡый[3].
«Башташ» колхозында төрлө эштәр башҡара: ат һабаны менән ер һөрә, келәттә ашлыҡ елгәрә, иҫәпсе эшендә лә үҙен һынай.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң да Совет Армияһы сафтарында бик оҙаҡ хеҙмәт итә.
1950 йылдың яҙында ғына тыуған ауылына әйләнеп ҡайта.
1953—1956 йылдарҙа Стәрлетамаҡ колхоз рәйестәрен әҙерләү ауыл хужалығы мәктәбен отличие менән тамамлай.
Фәйзрахман Фәссәхетдин улы 30 йылдан артыҡ Башҡортостандың Салауат районындағы XXI партсъезд исемендәге колхозының баш агрономы булып намыҫлы хеҙмәт итә.
Хәрби хеҙмәте
үҙгәртергә1943 йылдың март айында Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡырыла. III Украин фронты армияһы составында Украина ерҙәрен дошмандан азат итеүҙә ҡатнаша. Йәш сержант башта автоматсы, артабан — пулемётсы булып хеҙмәт итә.
Алты ай дауамында Алкин хәрби часында хәрби күнекмәләр ала. Был осорҙо ветеран бик аяныс итеп хәтергә ала: унда буласаҡ яугирҙар аслыҡтан яфалана. Бигерәк тә Скрипай фамилиялы бер кешене ғәйепләп иҫкә ала ине.
Һалдатҡа Чкалов өлкәһе (хәҙер — Ырымбур өлкәһе, Новосергиевский районы) Платовка станцияһында урынлашҡан Краснохолм пехота училищеһында уҡыу тәҡдим ителә, әммә унда урта белемлеләрҙе генә ҡабул иткән булалар[4].
Ниһайәт, 1943 йылдың сентябрендә 2000 һалдатты Өфө станцияһынан теплушкаларға тейәп оҙаталар.
Сержант Фәйзрахман Фәссәхов III Украин фронтына ҡараған 57-се гвардия уҡсылар дивизияһының 170-се уҡсылар полкы[5] составында отделение командиры вазифаһында һуғыша[6].
Днепр йылғаһы аша тимер юл күпере емерек хәлдә була. Ары-бире терәтелгән свайҙарҙа ғына торғанлыҡтан, бер юлы тик икешәр вагонды ғына сығарып булған. Юғалтыуҙар кисереп, ғәскәрҙе ҡаршы ярға сығарып бөтәләр.
Вагондарҙан төшөүгә, киҫәкләп, сей ит тараттылар. Кем нисек әтмәләштерә ала, шулай итеп ризыҡланы был өлөштәрҙе. Шул саҡ, ялтырауыҡ күк төҫкә буялған тәреле немец самолёттары килеп сыҡты һәм, утлы ямғыр менән ҡойондороп, осоп үтте. Күп кенә иптәштәр, алышта ҡатнаша ла алмай, һәләк булды. |
Был ваҡиғалар Урта Дон һөжүм операцияһы менән тап килә. Кәрәк булған һайын, окоптар ҡаҙып, оборонаға әҙерләнеп, өшөп-туңып, ҙур ауырлыҡтар менән үтәләр һалдаттар көҙгө юлды. Ҡыш тыны һиҙемләнһә лә, яугирҙарҙың күбеһенең өҫтөндә йоҡа гимнастёрка, шинель һәм аяҡтарында обмотка була.
1943 йылдың 5 декабрендә (Сталин Конституцияһы көнө) Фәйзрахмандың һул ҡалаҡ һөйәге аҫтына снаряд ярсығы инеп ултыра. Күп ҡан юғалтып өлгөргән 19 йәше менән барған йәш егетте Дружковка ҡаласығы госпиталенә алып киләләр[7]. 1943 йылдың 5 декабрендә күрһәткән батырлығы өсөн 1947 йылдың 6 ноябрендә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы тапшырыла[8].
Госпиталдән һуң, 1944 йылдың 8 апрелендә, 15-се айырым мотомехбригада составында һалдат тағы алғы һыҙыҡҡа оҙатыла.
1944 йылдың 19 ғинуарынан механикалаштырылған корпус составына ингән бригада 3-сө Украин фронтына, артабан 8-се гвардия армияһына буйһонған, 12 февралдән 4 мартҡа тиклем 8-се армия резервында торған 15-се айырым мотомехбригада 1944 йылдың 5-17 мартында 4-се гвардия кавалерия корпусына буйһонған мехкорпус составында Широкое районынан Николаев өлкәһе биләмәһендәге Новый Буг, Снигирёвка йүнәлешендә һөжүм итә.
3-сө Украин фронтының резервында бер аҙ торғандан һуң, 15-се айырым мотомехбригада 1944 йылдың 30 мартынан 13 апреленә тиклем механикалаштырылған корпус составында Сталино (хәҙер — Донецк), Одесса ҡалалары, Одесса өлкәһе Грибовка йүнәлешендә һөжүмдә ҡатнаша. [9].
Көньяҡ Украина, Молдова ерҙәрен дошмандан азат иткән Карпат-Днепр стратегик һөжүм итеү операцияһы сиктәрендә башҡарылған Одесса хәрби операцияһында ҡатнаша. Көньяҡ Буг йылғаһы ярында, Тирасполь ҡалаһы ҡаршыһында оборонала ятҡанда, дауахананан һуң нығынып та өлгөрмәгән организм тағы бирешә. Яугир ҡурҡыныс диагноз — үпкә плевриты менән тағы госпиталгә эләгә. Был юлы Одесса ҡала госпиталендә һәм Пенза өлкәһе Чаадаевка ауылындағы госпиталдә ярты йыл дауалана, һәм табиптарҙың иҫ киткес ныҡышмалылығы арҡаһында ғына тере ҡала. Бигерәк тә йәһүд милләтле өлкән йәштәге табип әбейҙе йылы итеп хәтерләй ул.[10]
Тарихи белешмә 1942 йылдың декабрендә Воронеж, ә 1942 йылдың 19 декабренән — Көньяҡ-Көнбайыш (2-се формирование, 1943 йылдың 20 октябренән — 3-сө Украин) фронттары составына ингән 6-сы армия Урта Дон һөжүм итеү операцияһында (16-30 декабрь), ә 1943 йылдың ғинуар аҙағы — февралендә — Донбассты азат итеү операцияһында һәм Харьковтан көньяҡтараҡ немец ғәскәрҙәренең контрһөжүмен кире ҡағыуҙа ҡатнаша. Донбасс операцияһы барышында армия, һуғыша-һуғыша, 250 километрға тиклем ара үтә, 16 сентябрҙә Лозовая ҡалаһын азат итә һәм операция һуңында үҙенең һул флангыһы менән Днепрға сыға, йылғаны аша сығып, Звонецкое һәм Войсковое райондарында плацдарм яулай.
1944 йылдың ҡышы һәм яҙы 6-сы армия составындағы ғәскәрҙәр эҙмә-эҙлекле Никополь-Кривой Рог (30 ғинуар — 29 февраль), Николаев өлкәһендә Березнеговатое-Снигирёвка (6-18 март) һәм Одесса һөжүм итеү операцияларында (26 март — 14 апрель) ҡатнаша.
1943 йылдың 22 сентябренән 30 сентябренә тиклем Лоевтан Запорожьеға тиклем 750 километрға һуҙылған фронт һыҙығында ғәскәрҙәр Днепрға сыға һәм, күп кенә плацдармдарҙы яулап, Үҙәк, Воронеж, Дала, Көньяҡ-Көнбайыш фронты ғәскәрҙәре Днепр йылғаһын кисә. Сентябрь аҙағына Украинаның Һул яры тулыһынса тиерлек азат ителә. Немец-фашист командованиеһының Днепрҙа фронтты стабилләштереү планы өҙөлә.
1943 йылдың октябрь-декабре, 2-се этапта, плацдармдар өсөн көсөргәнешле көрәш йәйелдерелә. Юғары Баш командование Ставкаһы Днепрҙың һул ярында дошмандың күпер алды нығытмаларын юҡ итеү һәм яуланған плацдармдарҙы киңәйтеү бурысын ҡуя. 12 октябрҙә Воронеж (20 октябрҙән — 1-се Украин) фронты Киев йүнәлешендә һөжүм башлай һәм 6 ноябрҙә Киевте (1943 йылғы Киев һөжүм итеү операцияһы) азат итә.
Коростень, Житомир һәм Фастовҡа һөжүмде үҫтереп, фронт ғәскәрҙәре 150 километрға тиклем алға сыға һәм Днепрҙың уң ярында Киев стратегик плацдармы булдыра. 1943 йылдың ноябре-декабрендә дошмандың контрһөжүмгә күсергә һәм Киевте яуларға маташыуы (1943 йылғы Киевте обороналау операцияһы) килеп сыҡмай.
Шул осорҙа 2-се, 3-сө һәм 4-се Украин фронттары Украинаның Көньяғында — Днепрҙың түбәнге ағымында Кировоград һәм Кривой Рог йүнәлешендә ныҡышмалы һуғыша ине. 2-се һәм 3-сө Украин фронттары армиялары 3 ай дауам иткән алыш барышында дошмандың Запорожье плацдармын юҡ итә, Запорожье һәм Днепропетровск ҡалаларын азат итә һәм Днепрҙа стратегик әһәмиәткә эйә 2-се ҙур плацдарм булдыра.
1944 йылдың март-апрелендә Фәссәхов Фәйзрахман Фәссәх улы армия генералы Р. Я. Малиновский командованиеһы аҫтында 3-сө Украин фронтының Днепр-Карпат стратегик һөжүм итеү операцияһы сиктәрендә барған яуҙарында ҡатнаша. Дошмандың Көньяҡ Буг һәм Днестр йылғалары араһында урынлашҡан диңгеҙ яр буйы группировкаһын юҡ итеү, ҡала-порт Одессаны һәм СССР менән Румыния араһындағы дәүләт сигенә сығыуҙы ла индереп, Ҡара диңгеҙҙең төньяҡ-көнбайыш яр буйын азат итеү операцияның төп маҡсаты булып тора[11].
Һуңғараҡ 37-се запас уҡсылар бригадаһында, Пенза өлкәһе, Чаадаев районы хәрби комиссариатына ҡараған хәрби-күсереү пунктында теркәлә. Сөнки Чаадаевка эшселәр ҡасабаһында урынлашҡан 4582-се эвакогоспиталдә дауалана.
4582-се госпиталдән һауығып сыҡҡандан һуң, 1944 йылдың 31 авгусында 2-се Куйбышев пехота училищеһына уҡырға тәҡдим ителә.[12].
Наградалары
үҙгәртергәҒаиләһе
үҙгәртергәАтаһы Фәссәхетдин Фәтхетдиновтың ике ҡатыны була. Фәхернисанан Ғәйнинур, Миңдәхмәт, Миңдевафа, Хәлилрахман, Мәстүрәнән Шәрифә, Фәйзрахман, Шаһиәхмәт, Сәүиә исемле ул-ҡыҙҙары тыуа. Миңдәхмәт ағаһы менән Хәлилрахман тиҫтер туғаны Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була.
Фәйзрахман Фәссәхетдин улы 1951 йылда Сафия Нәғим ҡыҙы Хәкимоваға өйләнә. Биш бала тәрбиәләп, бөтәһенә лә педагогик белем алырға ярҙам итә улар.
Балалары: Миңһылыу, Әғзәм, Флорида, Альфрида, Гүзәл талапсан мөхәббәткә ҡоролған мөнәсәбәттәр солғанышында дөрөҫ тәрбиә һәм тормош йүнәлеше алып үҫә.
Бик күңелсәк, тәьҫирләнеүсән, шатлыҡты ла, ҡайғыны ла йөрәге аша үткәреп, фәһем алып һәм ғибрәт итеп йәшәне атайыбыҙ. Өлгөлө шәхес булды. Ғәҙел, намыҫлы, башын ғорур йөрөтөүсе, тура һүҙле, хәстәрлекле, шәфҡәтле етәксе лә, яғымлы, шаяртып, күңел күтәреүсе атай ҙа булды ул. Ҡыҙыҡһыныусан, киң эрудициялы ине, бик күп нәфис әҙәбиәт уҡыны. |
тип хәтерләй уны балалары.
Хәтер
үҙгәртергәФәссәхетдинов Фәйзрахман Фәссәхетдин улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[15] һәм БР-ҙың Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
- Минсулу Абдуллина. Слово об отце./ На земле Салавата. 25 мая 2005 года. № 43
- Миңһылыу Абдуллина. Атайғынам, атайым!/ Йәшлек. 19 май 2009 йыл. № 58
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Память народа. Фассахетдинов Ф. Ф.
- Фассахов Фаизер Фассахович
- Фасахов Файзер Фасахович. Медаль "За отвагу"
- Фассахов Файзрахман Фассахович
- Фасахов Файзер Фасахович. Направление во 2-е Куйбышевское пехотное училище
- «Еңеүселәр» китабынан
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены тапшырылыуы тураһында
- Фәйзрахман һәм бер туғандары Миңдәхмәт менән Хәлилрахмандың, Шаһиәхмәттең фотолары
- III Украин фронты
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Фассахов Фаизер Фассахович
- ↑ «Еңеүселәр» китабынан
- ↑ Миңһылыу Абдуллина. Атайғынам, атайым!/ Йәшлек. 19 май 2009 йыл. № 58
- ↑ Память народа. Фассахов Файзрахман Фассахович
- ↑ Фасахов Файзер Фасахович
- ↑ Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
- ↑ Память народа. Фассахетдинов Ф. Ф.
- ↑ Фасахов Файзер Фасахович. Медаль "За отвагу"
- ↑ [1]
- ↑ Минсулу Абдуллина. Слово об отце./ На земле Салавата. 25 мая 2005 года. № 43
- ↑ III Украин фронты
- ↑ Фасахов Файзер Фасахович. Направление во 2-е Куйбышевское пехотное училище
- ↑ II дәрәжә Ватан һуғышы ордены тапшырылыуы тураһында
- ↑ Фасахов Файзер Фасахович. Медаль "За отвагу"
- ↑ РГБ: Они вернулись с победой. Салаватский район, т. 9, 2004 ISBN 5-295-03394-5
Ҡалып:Двуязычность/ru=Фассахетдинов Файзрахман Фассахетдинович