Футбол буйынса Европа чемпионаты

К:Проект:Футбол:Последняя правка в 2024 году

Футбол буйынса Европа чемпионаты
UEFA European Football Championship
Нигеҙ һалына

1960

Регион

Европа (УЕФА)

Ҡатнашыусылар һаны

24 (финал)
55 (квалификация 2020)

Ғәмәлдәге еңеүсе

Италия флагы Италия (2 титул)

Иң титуллы

Германия флагы Германия
Испания Испания (3 титул)

Сайт

uefa.com

Футбол буйынса Европа чемпионаты 2024

Чемпиона́т Евро́пы по футбо́лу, ҡыҫҡаса Евро (ингл. UEFA European Championship, UEFA Euro) — милли йыйылмаларҙың УЕФА етәкселегендә үткән төп ярышы. Ярыштар 1960 йылдан алып 4 йылға бер үткәрелә һәм донъя чемпионаты араһында үтә. Башта турнир Европа милләттәре Кубогы тип атала, ә 1968 йылда исеме футбол буйынса Европа чемпионаты тип үҙгәртелә, һәм турнир рәсми статус ала[1].

Турнирға башланыр алдынан ҡабул итеүсе илдәрҙән башҡа (улар автоматик рәүештә квалификация үтә) бөтә командалар ҙа квалификациялауҙа ҡатнаша.

Европа чемпионатының финал турнирҙары, 2020 йылды иҫәпкә алмағанда (COVID-19 пандемияһы арҡаһында ул кисектерелә), 4 йылға бер тапҡыр үткәрелә. Һайлап алыу турниры менән бергә ул 2 йыл дауам итә.

2008 йылғы Европа чемпионатына һайлап алыу ярыштарында 50 команда ҡатнаша. Финал турнирында 24 команда ҡатнаша: һайлап алыу турниры йомғаҡтары буйынса шундай хоҡуҡ алған 23 команда һәм ҡабул итеүсе илдең йыйылма командаһы. 2000, 2008 һәм 2012 йылдарҙа чемпионатты ике ил ҡабул итә, турнир форматы уға тиклем 16 команда менән генә сикләнгән була. Европа кубогын беренсе булып СССР йыйылма командаһы яулай.

1980 йылға тиклем турнирҙың йомғаҡлау өлөшөндә дүрт команда ғына ҡатнаша, 1980 йылдан алып 1992 йылға тиклем — һигеҙ, 1996 йылдан — 16, ә 2016 йылда чемпионаттың йомғаҡлау өлөшөндә беренсе тапҡыр 24 команда ҡатнаша. Турнирҙың йомғаҡлау өлөшөндә ҡатнашыусы командалар һайлап алыу уйындары серияһы аша билдәләнә: 1968 йылға тиклем командалар үҙ-ара өйҙәге һәм ситтәге уйындарҙа билдәләнә; 1968 йылдан башлап йыйылма командалар башта һайлап алыу төркөмдәрендә, һуңынан плей-оффта (төркөм еңеүселәре бер-береһенә ҡаршы уйнай; 1⁄4 этабы финалы аша) квалификациялана. 1980 йылға тиклем турнир үткәреү урыны һайлап алыу турнирын үткән һәм чемпионаттың финал өлөшөнә эләккән илдәр араһында һайланған. Ҡатнашыусылар киңәйгәндән һуң (1980), чемпионаттың йомғаҡлау өлөшөндә үткәреүсе ил командаһы автоматик рәүештә финалға сыға. Европа чемпионатын 14 ил ҡабул итә, шул иҫәптән ике тапҡыр Италия һәм Бельгия һәм өс тапҡыр Франция.

2007 йылда Чехословакия, Югославия һәм Советтар Союзының тарҡалыуы, Европала футбол берләшмәләре һаны артыуы һәм Израиль менән Ҡаҙағстанды индереү арҡаһында турнирҙы 24 командаға тиклем киңәйтеү тураһында күп бәхәстәр бара.

Европа чемпионына тапшырылған кубок УЕФА-ның беренсе генераль секретары Анри Делоне хөрмәтенә атала. Ул беренселәрҙән булып Европа чемпионаты үткәреүҙе тәҡдим итә, әммә 1955 йылда, 1960 йылда үткәрелгән беренсе Европа чемпионатына тиклем 5 йыл ҡалғас, вафат була. Трофейҙы булдырыу өсөн уның улы Пьер Делоне яуаплы була. Кубокты Париж ювелиры Мишель Шобийон эшләй. Тарихтағы беренсе турнирҙан башлап чемпион Анри Делоне Кубогына лайыҡ була һәм уны 4 йыл дауамында, сираттағы Европа чемпионатына тиклем һаҡлай.

УЕФА ойошторолоу

үҙгәртергә

Беренсе чемпионат

үҙгәртергә

Чемпионаттар исемлеге

үҙгәртергә

Призёрҙар

үҙгәртергә

Түбәндә һәр чемпионаттың финал уйындары һәм өсөнсө урын өсөн матч һөҙөмтәләре күрһәтелгән:

Йыл Үткәрелеү урыны Финал 3-сө урын өсөн матч Голдар
Чемпион Иҫәп Финалсы 3-сө урын Иҫәп 4-се урын Бөтәһе Уртаса
1960   Франция  
СССР
2:1
өҫтәлмә ваҡыт
 
Югославия
 
Чехословакия
2:0  
Франция
17 4,25
1964   Испания  
Испания
2:1  
СССР
 
Венгрия
3:1
өҫтәлмә ваҡыт
 
Дания
13 3,25
1968   Италия  
Италия
1:1
ҡабаттан уйнау
2:0
 
Югославия
 
Англия
2:0  
СССР
7 1,4
1972   Бельгия  
ФРГ
3:0  
СССР
 
Бельгия
2:1  
Венгрия
10 2,5
1976   Югославия  
Чехословакия
2:2
пенальти буйынса
(5:3)
 
ФРГ
 
Нидерланд
3:2
өҫтәлмә ваҡыт
 
Югославия
19 4,75
1980
  Италия  
ФРГ
2:1  
Бельгия
 
Чехословакия
1:1
пенальти буйынса
(9:8)
 
Италия
27 1,93
Йыл Үткәрелеү урыны Финал уйыны Еңелгән ярымфиналсылар(1) Голы
Чемпион Иҫәп Финалсы Чемпионға ҡаршы Еңелгән финалсыға ҡаршы Бөтәһе Уртаса
1984   Франция  
Франция
2:0  
Испания
 
Португалия
 
Дания
41 2,73
1988   ФРГ  
Нидерланд
2:0  
СССР
 
ФРГ
 
Италия
34 2,27
1992   Швеция  
Дания
2:0  
Германия
 
Нидерланд
 
Швеция
32 2,13
1996   Англия  
Германия
2:1
алтын гол
 
Чехия
 
Англия
 
Франция
64 2,06
2000   Бельгия/
  Нидерланд
 
Франция
2:1
алтын гол
 
Италия
 
Португалия
 
Нидерланд
85 2,74
2004   Португалия  
Греция
1:0  
Португалия
 
Чехия
 
Нидерланд
77 2,48
2008   Австрия/
  Швейцария
 
Испания
1:0  
Германия
 
Рәсәй
 
Төркиә
77 2,48
2012
  Польша/
  Украина
 
Испания
4:0  
Италия
 
Португалия
 
Германия
76 2,45
2016
  Франция  
Португалия
1:0
өҫтәлмә ваҡыт
 
Франция
 
Уэльс
 
Германия
108 2,12
2020
УЕФА 11 ағза-иленең
11 ҡалаһы(2)
 
Италия
1:1
пенальти буйынса
(3:2)
 
Англия
 
Испания
 
Дания
142 2,78
2024
  Германия
2028
  Великобритания/
  Ирландия
2032
  Италия/
  Турция

1 1984 йылдан башлап өсөнсө урын өсөн матч үткәрелмәй.

2 Азербайджан, Англия, Венгрия, Германия, Дания, Италия, Испания, Нидерланд, Рәсәй, Румыния, Шотландия.

Ярымфиналда 19 команда уйнай, финал матчына 14-е сыға. Иң титуллы йыйылма команда — Германия, ул чемпионатта 3 тапҡыр еңеү яулай һәм тағы ла 3 тапҡыр финалда уйнай, Испания икенсе урында, 3 тапҡыр чемпионатта еңә һәм 1 тапҡыр финалсы була. Европа чемпионатында миҙалдарҙың дөйөм һаны буйынса 9 миҙал менән Германия йыйылма командаһы алда. Икенсе урынды Испания, Италия, Нидерланд, Рәсәй (СССР) һәм Португалия йыйылма командалары биләй, улар төрлө кимәлдәге 5 миҙал яулай.

Европа чемпионатында еңгән ун команданың 3-ө турнир хужалары булараҡ чемпион була. Европа чемпионатында еңгән, әммә тыуған илендә уңышҡа өлгәшмәгән командалар — Германия, Нидерланд һәм Португалия.

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә
Команда Чемпион Вице-чемпион 3-сө урын (1984 й. тиклем)[2] Ярымфиналсы (1984 йылдан)[2] 4-се урын (1984 й. тиклем)[2]
  Германия 3 (1972, 1980, 1996) 3 (1976, 1992, 2008) 3 (1988*, 2012, 2016)
  Испания 3 (1964*, 2008, 2012) 1 (1984) 1 (2020)
  Италия 2 (1968*, 2020) 2 (2000, 2012) 1 (1988) 1 (1980*)
  Франция 2 (1984*, 2000) 1 (2016*) 1 (1996) 1 (1960*)
  СССР 1 (1960) 3 (1964, 1972, 1988) 1 (1968)
  Португалия 1 (2016) 1 (2004*) 3 (1984, 2000, 2012)
  Чехословакия 1 (1976) 2 (1960, 1980)
  Нидерланд 1 (1988) 1 (1976) 3 (1992, 2000*, 2004)
  Дания 1 (1992) 2 (1984, 2020) 1 (1964)
  Греция 1 (2004)
  Югославия 2 (1960, 1968) 1 (1976*)
  Англия 1 (2020) 1 (1968) 1 (1996*)
  Бельгия 1 (1980) 1 (1972*)
  Чехия 1 (1996) 1 (2004)
  Венгрия 1 (1964) 1 (1972)
  Швеция 1 (1992*)
  Рәсәй 1 (2008)
  Төркиә 1 (2008)
  Уэльс 1 (2016)

Йондоҙ менән (*) командаларҙың үҙ илендәге чемпионаттарҙағы һөҙөмтәләре күрһәтелгән.

Ҡатнашыусылар

үҙгәртергә
Европа чемпионаттарының иң яҡшы бомбардирҙары
14 туп
9 туп
7 туп
6 туп
5 туп

Европа чемпионатының йомғаҡлау өлөшөндә бөтәһе 39 команда ҡатнаша (мәғлүмәттәр 2021 йылдың 24 июненә ҡарата).

Чемпионатта
ҡатнашыу
Команда
13   Германия
11   Испания
10   Франция
  Нидерланд
  Италия
  Англия
9   Дания
8   Португалия
7   Швеция
  Чехия
6   Бельгия
  Хорватия
  Рәсәй
5   Румыния
  СССР
  Швейцария
  Төркиә
4   Греция
  Югославия
  Венгрия
  Польша
3   Ирландия
  Чехословакия
  Шотландия
  Австрия
  Украина
2   Болгария
  Уэльс
  Словакия
1   Норвегия
  Словения
  Латвия
  Исландия
  Төньяҡ Ирландия
  Албания
  СР Югославия
  БДБ
  Финляндия
  Төньяҡ Македония

  Сербия

Дебютанттар

үҙгәртергә

Европаның һәр чемпионатында кәм тигәндә бер дебютант сығыш яһай. Шуларҙың етеһе беренселекте ҡабул итеүсе ил командаһы була.

Йыл Дебютант
1960   Франция (хужа),   СССР,   Югославия,   Чехословакия
1964   Испания (хужа),   Дания,   Венгрия
1968   Италия (хужа),   Англия
1972   Бельгия (хужа),   ФРГ
1976   Нидерланд
1980   Греция
1984   Португалия,   Румыния
1988   Ирландия
1992   Швеция (хозяин),   Шотландия,   БДБ
1996   Чехия,   Төркиә,   Рәсәй,   Хорватия,   Швейцария,   Болгария
2000   Норвегия,   Словения
2004   Латвия
2008   Австрия (хужа),   Польша
2012   Украина (хужа)
2016   Исландия,   Төньяҡ Ирландия,   Уэльс,   Албания,   Словакия
2020   Финляндия,   Төньяҡ Македония
2024   Сербия

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. M. Macho. Zlatá kniha fotbalu. Druhé rozšířené vydání.
  2. 2,0 2,1 2,2 С 1984 года матч за третье место не проводится.

Һылтанмалар

үҙгәртергә