Футбол буйынса СССР йыйылма командаһы
Футбол буйынса СССР йыйылма командаһы — футбол буйынса халыҡ-ара турнирҙарҙа һәм осрашыуҙарҙа СССР исеменән сығыш яһаған йыйылма команда. 1923 йылдан алып 1991 йылға тиклем була. Йыйылма команданы контролдә тотоусы һәм уға идара итеүсе ойошма булып СССР футбол федерацияһы тора.
Ҡаҙаныштары
үҙгәртергәДонъя чемпионаттары
үҙгәртергә- 1966 йылғы донъя чемпионатында 4-се урын (тренеры — Николай Морозов)
Европа чемпионаттары
үҙгәртергә- 1960 йылда Европа чемпионы (тренеры — Гавриил Качалин)
- 1964 йылда Европа чемпионатының көмөш призеры (тренеры — Константин Бесков
- 1972 йылда Европа чемпионатының көмөш призеры (тренеры — Александр Пономарев)
- 1988 йылда Европа чемпионатының көмөш призеры (тренеры — Валерий Лобановский)
- 1956 йылғы Олимпия уйындарының чемпионы (тренеры — Гавриил Качалин)
- 1988 йылғы Олимпия уйындарының чемпионы (тренеры — Анатолий Бышовец)
- 1972 йылғы Олимпия уйындарының бронза призеры (тренеры — Александр Пономарев)
- 1976 йылғы Олимпия уйындарының бронза призеры (тренеры — Валерий Лобановский)
- 1980 йылғы Олимпия уйындарының бронза призеры (тренеры — Константин Бесков)
Халыҡ-ара турнирҙарҙа сығыш яһау статистикаһы
үҙгәртергәФутбол буйынса донъя чемпионаты
үҙгәртергәФинал турнирҙары | Һайлап алыу турнирҙары | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Йыл | Һөҙөмтә | Урын | И | В | Н | П | ЗГ | ПГ | Составтар | Урын | И | В | Н | П | ЗГ | ПГ | |
1930 йылғы футбол буйынса донъя чемпионаты | Ҡатнашмай | Ҡатнашмай | |||||||||||||||
1934 йылғы футбол буйынса донъя чемпионаты | |||||||||||||||||
1938 йылғы футбол буйынса донъя чемпионаты | |||||||||||||||||
1950 йылғы футбол буйынса донъя чемпионаты | |||||||||||||||||
1954 йылғы футбол буйынса донъя чемпионаты | |||||||||||||||||
1958 йылғы футбол буйынса донъя чемпионаты | Сирек финал | 7 | 5 | 2 | 1 | 2 | 5 | 6 | Состав | 1/3* | 5 | 4 | 0 | 1 | 18 | 3 | |
Футбол буйынса донъя чемпионаты 1958 (һайлап алыу турниры) | Сирек финал | 6 | 4 | 2 | 1 | 1 | 9 | 7 | Состав | 1/3 | 4 | 4 | 0 | 0 | 11 | 3 | |
1966 йылғы футбол буйынса донъя чемпионаты (һайлап алыу турниры) | 4-се урын | 4 | 6 | 4 | 0 | 2 | 10 | 6 | 1/4 | 6 | 5 | 0 | 1 | 19 | 6 | ||
Футбол буйынса донъя чемпионаты 1970 | 1/4 финал | 5 | 4 | 2 | 1 | 1 | 6 | 2 | Состав | 1/3 | 4 | 3 | 1 | 0 | 8 | 1 | |
1974 | Квалификацияны үтмәй | 1/3** | 5 | 3 | 1 | 1 | 5 | 2 | |||||||||
1978 | 2/3 | 4 | 2 | 0 | 2 | 5 | 3 | ||||||||||
1982 | Икенсе группа этабы | 7 | 5 | 2 | 2 | 1 | 7 | 4 | Состав | 1/5 | 8 | 6 | 2 | 0 | 20 | 2 | |
1986 | 1/8 финал | 10 | 4 | 2 | 1 | 1 | 12 | 5 | Состав | 2/5 | 8 | 4 | 2 | 2 | 13 | 8 | |
Италия 1990 | Группf этабы | 17 | 3 | 1 | 0 | 2 | 4 | 4 | ru:Чемпионат мира по футболу 1990 (составы)Состав | 1/5 | 8 | 4 | 3 | 1 | 11 | 4 | |
Бөтәһе | Иң яҡшыһы: 4-се урын | Ҡатнашыу: 7/14 | 31 | 15 | 6 | 10 | 53 | 34 | 52 | 35 | 9 | 8 | 110 | 32 |
- * — өҫтәмә матчта еңә;
- ** — Чили йыйылмаһы менән уйынға килмәгән өсөн техник яҡтан еңелеү иҫәпләнә.
Футбол буйынса Европа чемпионаты
үҙгәртергәФинал турнирҙары | Һайлап алыу турнирҙары | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Йыл | Һөҙөмтә | Урын | И | В | Н | П | ГЗ | ГП | Составы | Урыны | И | В | Н | П | ГЗ | ГП | |
1960 | Чемпион | 1 | 2 | 2 | 0 | 0 | 5 | 1 | Состав | Ярымфинал | 2 | 2 | 0 | 0 | 4 | 1 | |
1964 | 2-се урын | 2 | 2 | 1 | 0 | 1 | 4 | 2 | Состав | Ярымфинал | 4 | 2 | 2 | 0 | 7 | 3 | |
1968 | 4-е место | 4 | 2 | 0 | 1 | 1 | 0 | 2 | Состав | Полуфинал | 8 | 6 | 0 | 2 | 19 | 8 | |
1972 | 2-се урын | 2 | 2 | 1 | 0 | 1 | 1 | 3 | Состав | Ярымфинал | 8 | 5 | 3 | 0 | 16 | 4 | |
1976 | Квалификациянан үтмәй | сирек финал | 8 | 4 | 1 | 3 | 12 | 10 | |||||||||
1980 | 4/4 | 6 | 1 | 3 | 2 | 7 | 8 | ||||||||||
1984 | 2/4 | 6 | 4 | 1 | 1 | 11 | 2 | ||||||||||
1988 | 2-се урын | 2 | 5 | 3 | 1 | 1 | 7 | 4 | Состав | 1/5 | 8 | 5 | 3 | 0 | 14 | 3 | |
1992 | БДБ командаһы булараҡ сығыш яһай, 8-се урын, 3 уйын, 0-2-1, 1-4, 2 очко | 1/5 | 8 | 5 | 3 | 0 | 13 | 2 | |||||||||
Бөтәһе | 1 Титул | Ҡатнашыу: 5/8 | 13 | 7 | 2 | 4 | 17 | 12 | 58 | 34 | 16 | 8 | 103 | 41 |
Тәүге аҙымдар
үҙгәртергәБеренсе донъя һуғышы, Октябрь революцияһы һәм артабанғы Граждандар һуғышы ваҡиғалары менән бәйле оҙайлы тәнәфестән һуң Рәсәй дәүләте йыйылмаһы 1923 йылда РСФСР йыйылмаһы исеме менән саҡырыла. Ул саҡта команда Европалағы Эстония, Норвегия һәм Швеция йыйылма командаларына ҡаршы өс матчта уйнай, һәр ҡайһыһында еңә (дөйөм иҫәп 9:5). Бөтә Союз күләмендәге йыйылма командаһы тәүге тапҡыр 1924 йылдың аҙағында Төркиә йыйылма командаһына ҡаршы тәүге матч өсөн саҡырыла. Ул 1924 йылдың 16 ноябрендә Мәскәүҙә уйнала һәм совет футболсыларының еңеүе менән тамамлана — 3:0.
Артабанғы 11 йыл эсендә (1925—1935) СССР йыйылма командаһы 40-тан ашыу халыҡ-ара матч үткәрә, шуларҙың 4-е генә өйҙә була.
Үҙ тарихында тәүге тапҡыр СССР йыйылмаһы 1927 йылда Вена эшсе командаһынан Дрезденда 1:3 иҫәбе менән еңелә. Яуап матчында реванш ала.
1928—1929 йылдарҙа СССР йыйылма командаһы саҡырылмай.
Рәсми сығыштарының башланыуы
үҙгәртергәСССР ФИФА-ға икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң бер йыл үткәс, 1946 йылдың 25 июнендә инә.
Шул уҡ ваҡытта йыйылма командала тәнәфес 17 йыл (1935—1952) тәшкил итә.
Бындай өҙөклөк СССР-ҙың икенсе донъя һуғышында әүҙем ҡатнашыуы ғына түгел, ә 1936 йылда футбол буйынса СССР чемпионаты башланыуы сәбәпсе була: совет футболының көсө илдең иң көслө клубтары матчтарында һынала. «Динамо» (Мәскәү), «Динамо» (Тбилиси), «ЦСКА» һәм «Спартак» (Мәскәү) 1937 йылда басктар командаһы менән осрашыуҙар үткәрә, улар бөтә матчтарҙа ла еңеү яулай, тик "Спартак"тан ғына еңелә. Шулай уҡ һуғыштан һуң Мәскәү "Динамоһы"ның, башҡа совет клубтары уйынсылары менән көсәйтелеп, Бөйөк Британияға сәйәхәте лә киң билдәле, уның барышында футболға нигеҙ һалыусылар менән 4 матч (2 еңеү, 2 тигеҙ иҫәп) уйнала.
Йыйылма команда рекордсмендары
үҙгәртергәУйындар һаны буйынса
үҙгәртергәФутболсы | Карьера | Уйындар | Туп | |
---|---|---|---|---|
1 | Олег Блохин | 1972—1988 | 112 | 42 |
2 | Ринат Дасаев | 1979—1990 | 91 | 0 |
3 | Альберт Шестернёв | 1961—1971 | 90 | 0 |
4 | Анатолий Демьяненко | 1981—1990 | 80 | 6 |
5 | Владимир Бессонов | 1977—1990 | 79 | 4 |
6 | Лев Яшин | 1954—1967 | 78 | 0 |
7 | Сергей Алейников | 1984—1991 | 77 | 6 |
8 | Муртаз Хурцилава | 1965—1973 | 69 | 6 |
9 | Олег Протасов | 1984—1991 | 68 | 28 |
10 | Валерий Воронин | 1960—1968 | 66 | 5 |
Иң яҡшы бомбардирҙар
үҙгәртергәФутболсы | Карьера | Уйындар | Туптар | |
---|---|---|---|---|
1 | Олег Блохин | 1972—1988 | 112 | 42 |
2 | Олег Протасов | 1984—1991 | 68 | 28 |
3 | Валентин Иванов | 1956—1965 | 59 | 26 |
4 | Эдуард Стрельцов | 1955—1968 | 38 | 25 |
5 | Виктор Колотов | 1970—1978 | 55 | 22 |
6—8 | Виктор Понедельник | 1960—1966 | 29 | 20 |
Игорь Численко | 1959—1968 | 53 | 20 | |
Анатолий Банишевский | 1965—1972 | 50 | 20 | |
9 | Анатолий Ильин | 1952—1959 | 31 | 16 |
10 | Анатолий Бышовец | 1966—1972 | 39 | 15 |
Экипировка
үҙгәртергәЕтештереүселәр
үҙгәртергәЙылдар | Форма етештереүселәр |
1976—1991 | Adidas |
Өй уйындарында
үҙгәртергәҠунаҡ булараҡ уйындарҙа
үҙгәртергәСәнғәттә
үҙгәртергә- Нәфис фильм Одиннадцать надежд (СССР, 1975 йыл)
- Нәфис фильм Гол в Спасские ворота (СССР, 1990 йыл)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Великие сборные: СССР. // Приложение к еженедельнику «Футбол». 2009, № 1 (37).
- Аксель Вартанян. Футбол в маскарадных нарядах // Спорт-Экспресс, № 8 (2800), 14 января 2002.
- Кенкишвили Симон Наскидович. «Однажды в Париже, или сборная СССР — первый чемпион Европы», Издательство АПСН СКНЦ ВШ, Ростов-на-Дону, 2011. ISBN 978-5-87872-612-2
Һылтанмалар
үҙгәртергәФутбол буйынса СССР йыйылма командаһы Викимилектә | |
Футбол буйынса СССР йыйылма командаһы Викияңылыҡтарҙа |