Филиппин инҡилабы

Филиппин инҡилабы (1896—1898) (исп. Revolución Filipina) Филиппинда испан колониаль властары һәм баш күтәреүселәр араһында ҡораллы бәрелеш (атап әйткәндә, Катипунан ойошмаһы тарафынан), уның һөҙөмтәһендә Филиппин бойондороҡһоҙ республикаға әүерелә (ҡара. Беренсе Филиппин республикаһы).

Филиппин инҡилабы
Рәсем
Дәүләт  Филиппин
Урын Филиппин
Ваҡиға ваҡыты 1896
Башланыу датаһы 1896
Тамамланыу датаһы 1898
 Филиппин инҡилабы Викимилектә

Тәүшарттары

үҙгәртергә

XIX быуаттың икенсе яртыһында Филиппинда патриотик революцион ойошмалар барлыҡҡа килә башлай, улар Филиппинды Испаниянан азат итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. 1892 йылда Хосе Рисаль Филиппин лигаһына нигеҙ һала, тик 6 июлдә Рисаль испан властары тарафынан ҡулға алынғандан һуң, лига ғәмәлдә эшләүҙән туҡтай һәм ике йүнәлешкә бүленә — уртаса һәм радикаль (Андрес Бонифасио, Ладислао Дива, Теодоро Плата). 1892 йылдың 7 июлендә Бонифасио яҡлылар Катипунанға нигеҙ һала (Халыҡ улдарының Юғары һәм абруйлы союзы).

Революция

үҙгәртергә

Ихтилалдың башланыуы

үҙгәртергә
 
Лунетта испан колонизаторҙары тарафынан Филиппин баш күтәреүселәре лидерҙарын язалау, 1896 йыл.

1896 йылдың август айында Катипунан колонияға ҡаршы ихтилал күтәрә. Баш күтәреүселәр һәм колониаль армия араһында тәүге мөһим алыш Сан-хосе-Дель-Монте ҡалаһы эргәһендә була; Башта Катипунан яҡлылар еңеү яулай, әммә тиҙҙән килеп еткән өҫтәмә көстәр тарафынан тар-мар ителә.

Иң билдәле азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре Хосе Рисаль үҙ теләге менән Кубаға табип сифатында эшкә юлланып, ихтилалды ваҡытынан алда тип ситтә ҡалһа ла, Испания властары уны кире Манилаға ебәрә, унда хәрби трибунал уны атыуға хөкөм итә, ул 1896 йылдың 30 декабрендә үтәлә. Был судты хатта испандарҙың күбеһе фарс тип иҫәпләй; һөҙөмтәлә, генерал-губернатор Рамон Бланко Рисалгә бер ни тиклем теләктәшлек белдерһә лә, 13 декабрҙә консерватив көстәр баҫымы аҫтында властан ситләтелә. Уның урынына Камильо де Полавьеха тәғәйенләнә.

Революция үҙәктәренең береһе Кавите провинцияһы була, унда баш күтәреүселәрҙең көстәрен йәш генерал Эмилио Агинальдо етәкләй, ул Бонифасионан айырмалы рәүештә һуғыш яланында уңышҡа өлгәшә. Тиҙҙән баш күтәреүселәр етәкселеге ике төркөмгә бүленә, уларҙың береһе — Бонифасионы, икенсеһе Агинальдоны лидер тип таныуҙы талап итә; уларҙың бүленеше хатта шуға барып етә: Бонифасио менән Агинальдо яҡлылар бер-береһенә ярҙам итеүҙән туҡтай. 1896 йылдың 31 декабрендә йыйылыш була, уның маҡсаты лидерлыҡ тураһында бәхәскә нөктә ҡуйыу була, әммә ул һөҙөмтәһеҙ тамамлана. 1897 йылдың 22 мартында Техерос ҡалаһындағы йыйылышта Бойондороҡһоҙ Филиппин республикаһы иғлан ителә һәм революцион хөкүмәткә һайлауҙар була, улар ике фракция араһындағы конфликтты көсәйтә. Президент итеп Агинальдо һайлана; Бонифасио, күрәһең, үҙ еңеүенә ышанғас, башта һайлауҙы хуплай, әммә һөҙөмтәләр иғлан ителгәндән һуң, уларҙы яраҡһыҙ тип билдәләй. Ул үҙенең революцион хөкүмәтен булдырырға тырыша, әммә еңелә һәм Агинальдо яҡлылар тарафынан ҡулға алына. 10 майҙа Бонифасио һәм уның ҡустыһы Прокопио Бонифасио Хәрби совет тарафынан фетнә һәм хыянат өсөн үлем язаһына хөкөм ителә.

Биак-на-Бато

үҙгәртергә
 
Биак -на-Бато республикаһы флагы

Шул уҡ ваҡытта өҫтәмә көстәр алған испан ғәскәрҙәре Кавитеның бер өлөшөн үҙ контроле аҫтына кире ҡайтара ала; Агинальдо армияһы төньяҡҡа, Биак-на-Бато ҡалаһына, Биак-на-Бато республикаһы барлыҡҡа килгән ергә сигенә; 1 ноябрҙә Кубаның беренсе конституцияһына нигеҙләнгән республика конституцияһы ҡабул ителә.

Яңы испан генерал-губернаторы, Фернандо Примо-Де-Ривера Агинальдо менән һөйләшеүҙәр алып барырға ҡарар итә, һөҙөмтәлә 1897 йылдың 14-15 декабрендә Биак-на-Бато килешеүенә ҡул ҡуйыла. Агинальдо һәм революция хөкүмәтенең башҡа 25 лидеры 400 000 песо ала һәм реформалар вәғәҙә итә, шуның менән алмашҡа улар көрәште туҡтата һәм Гонконгҡа ебәрелә. Революцион армияның төп өлөшө ҡорал һала (Бының өсөн Испаниянан тағы 200 000 песо ала), әммә баш күтәреүселәрҙең айырым төркөмдәре ҡаршылыҡ күрһәтә. Уларҙың лидерҙарының береһе, генерал Франсиско Макабулос, ваҡытлы хөкүмәт — Үҙәк башҡарма комитет ойоштора.

АҠШ-тың ҡыҫылыуы

үҙгәртергә

Испан-Америка һуғышы башланғандан һуң АҠШ Филиппинда революцион хәрәкәтте үҙ файҙаһына файҙаланырға тырыша. 1898 йылдың 1 майында адмирал Джордж Дьюиетәкселегендәге Америка флоты Манилаға килә, унда адмирал Патрисио Монтойоның испан флоты менән осраша; Бер нисә сәғәттән Монтойо флоты юҡ ителә. Дьюи илселәрҙе Агинальдо менән һөйләшеүҙәргә ебәрә, ул Филиппинға ҡайтырға һәм революцияны етәкләргә ризалаша. 17 майҙа Агинальдо Кавитеға килә; тиҙҙән бөтә Лусон утрауы, Маниланан тыш, баш күтәреүселәр контроле аҫтында була.

1898 йылдың 24 майында Агинальдо диктатор итеп иғлан ителә, ә 12 июндә уның Кавит (Кавите) ҡалаһындағы йортонда филиппин революционерҙары Испан телендә Бойондороҡһоҙ Филиппин дәүләте төҙөүен иғлан иткән Филиппиндың бойондороҡһоҙлоҡ Декларацияһы тексын баҫтырып сығара[1]. Шуға ҡарамаҫтан, Агинальдоның революцион лидерҙарының һәм кәңәшселәренең береһе, Аполинарио Мабини Агинальдоның авторитар власына ҡаршы сыға.

15 сентябрҙә Малолос ҡалаһында конгресс (ойоштороу йыйылышы) саҡырыла, ул 1899 йылдың 21 ғинуарында аҙаҡҡы тапҡыр ҡабул ителгән һәм «Малос конституцияһы» тип аталған яңы республика Конституцияһы проектын әҙерләй[2][3]. Агинальдо менән Мабини араһында килешмәүсәнлек бөтөрөлә һәм Мабини премьер-министр вазифаһын ала.

1899 йылдың 2 июнендә бөтә испан армияһы еңелеүенән һуң Балер ҡаласығы сиркәүендә оборона тотҡан испан һалдаттарының бәләкәй төркөмө бирелә.

1898 йылдың 20 майындағы һәм 18 июнендәге указдарға ярашлы Филиппинда ҡыҫҡа ваҡыт эсендә провинциаль һәм муниципаль власть системаһын үҙгәртергә ҡушыла[4]. Малолос ойоштороу йыйылышы Филиппин республикаһының ҙур сығымдарын баланслау өсөн хөкүмәткә кредиттар биреү тураһында мөһим закон ҡабул итә.

Шуға ҡарамаҫтан, Филиппин республикаһы АҠШ тарафынан танылмай, улар Филиппин менән һуғыш башлай. 1902 йылда Филиппин партизандарының төп көстәре ҡыйратыла һәм АҠШ утрауҙарҙы контролгә ала. 14 йылдан һуң ғына АҠШ филиппиндарға аҡрынлап Бойондороҡһоҙлоҡ алыуға курс иғлан итә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Kalaw 1927, pp. 413–417 Appendix A
  2. Guevara 1972, pp. 104–119.
  3. Guevara 1972.
  4. Agoncillo, Teodoro. Malolos: The Crisis of the Republic. — 1960.

Һылтанмалар

үҙгәртергә