Кәримов Фәтих Әхмәтвәли улы

татар шағиры
(Фатих Каримов битенән йүнәлтелде)

Кәримов Фәтих Әхмәтвәли улы (ижади псевдонимы Фәтих Кәрим; 27 декабрь 1908 йыл (9 ғинуар 1909 йыл) — 19 февраль 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған татар[4][5][6] шағиры. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.

Кәримов Фәтих Әхмәтвәли улы
татар. Фатих Кәрим
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 27 декабрь 1908 (9 ғинуар 1909)[1]
Тыуған урыны Айыт, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 19 февраль 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[2] (36 йәш)
Вафат булған урыны Победа[d], Пройсиш-Айлау[d], Кёнигсберг[d], Көнсығыш Пруссия, Свободное государство Пруссия[d]
Ерләнгән урыны Багратионовск[d]
Бер туғандары Ярлы Кәрим
Һөнәр төрө шағир
Эш урыны Q20584615?
Q13202885?
Кызыл Армия[d]
Q52838957?
Сююмбике[d]
Татарское книжное издательство[d][3]
Колхоз газетасы[d]
Уҡыу йорто Бәләбәй педагогия колледжы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы һәм Икенсе бөтә донъя һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d][1]

Биографияһы

үҙгәртергә

Фәтих Әхмәтвәли улы Кәримов Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[7] Айыт ауылында 1908 йылдың 27 декабрендә тыуған[8]. Үҙ ауылында башланғыс белем ала. Йәтим ҡалғанлыҡтан Ҡазанда бер йыл Надежда Крупская исемендәге балалар йортонда тәрбиәләнә. 1925—1929 йылдарҙа Ҡазан ер төҙөлөшө техникумында уҡый. Студент мәлендә үк әҙәби ижад менән шөғөлләнә, гәзит редакцияһында эшләй.

Утыҙынсы йылдар Фәтих Кәрим өсөн иң уңышлы һанала. Ул танылған әҙиптәр менән бергә СССР һәм ТАССР яҙыусылар берлеген ойоштороуҙа ҡатнаша. Ете әҙәби китап авторы, 25 йәшлек Фәтих Кәрим буласаҡ Советтар Союзы Геройы, әҙәбиәт өлкәһендә Ленин премияһы лауреаты Муса Йәлил, шағир Һаҙи Таҡташ, яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәре Ғәлимйән Ибраһимов, Ҡәүи Нәжми, Мирсәй Әмир, Хәсән Туфан һәм башҡалар менән ТАССР-ҙың ижтимағи, сәйәси һәм мәҙәни тормошонда ҙур роль уйнай. Танылған яҙыусы булып өлгөрә. Ләкин ғәҙел һәм тура һүҙлелеге байтаҡ кешеләргә оҡшамай. Ул ижады сәскә атҡан осорҙа Сталин режимының репрессияһына эләгеп, 1938 йылдың 3 ғинуарында ҡулға алына. Дүрт йылдан ашыу төрмәлә ултыра.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың декабрендә, уның эше буйынса яңынан суд була һәм Фәтих Кәримде ғәйепһеҙ тип табалар. Бөтә ғәйепләнеүҙәрҙән аҡланып төрмәнән сыҡҡас, Фәтих Кәрим үҙ теләге менән фронтҡа китә.

Үлемесле һуғыш яланында, окопта, ул 150-гә яҡын шиғыр, биш поэма, бер драма әҫәре («Шакир Шигаев»), ике повесть («Разведчик яҙмалары», «Яҙғы төндә») ижад итә. «Мөхәббәт һәм нәфрәт» (1943), «Моң һәм көс» (1944) тип аталған шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға.

1945 йылда яуҙағы ҡаһарманлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән баһалана[9]. Ялҡынлы шағир, взвод командиры 1945 йылдың 19 февралендә Кёнигсберг ҡалаһы эргәһендәге Каврен ауылы янында барған ҡаты алышта батырҙарса һәләк була — хәҙер Калинград өлкәһенең Еңеү (Победа) ҡасабаһы[10]. Калининград өлкәһенең Багратионовск ҡалаһындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнгән[11].

Күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[12].

Китаптары

үҙгәртергә
  • Карим Ф. Начальная песня. — Казань: Татгосиздат, 1931. — 80 с.
  • Карим Ф. Пятьдесят юношей. — Казань: Татгосиздат, 1934. — 24 с.
  • Карим Ф. Шумный рассвет. — Казань: Татгосиздат, 1936. — 20 с.
  • Карим Ф. Маленькие герои. — Казань: Татгосиздат, 1947. — 48 с.
  • Карим Ф. Глубокое озеро. — Казань: Татгосиздат, 1947. — 16 с.
  • Карим Ф. Записки разведчика. — Казань: Татгосиздат, 1949. — 52 с.
  • Карим Ф. Произведения. В 3 томах / Ф. Карим; составитель Зает Мазитов; редактор Ф. Г. Гайнанова. — Казань: Татар. кн. издат., 1954. — 1 т. — 291 с.; — 2 т. — 166 с.; — 3 т. — 258 с.
  • Карим Ф. Медведь-гармонист и обезьяна-певунья. — Казань: Татар. кн. изд-во, 1960. — 16 с.
  • Карим Ф. Записки разведчика. — Казань: Татарстанское книжное издательство, 1968. — 58 с.
  • Карим Ф. Медведь-гармонист и обезьяна-певунья. — Казань: Татарстанское книжное издательство, 1972. — 16 с.
  • Карим Ф. Письмо пионерке Гульчечек. — Казань: Татарстанское книжное издательство, 1975. — 32 с.
  • Карим Ф. Клятва / Карим Ф. — Казань: Татар. кн. издат., 1978. — 128 с.
  • Карим Ф. Произведения. В 3 томах, том 1. Стихотворения. — Казань: Татарское книжное издательство, 1979. — 318 с.
  • Карим Ф. Произведения. В 3 томах, том 2. Поэмы, баллады и драма. — Казань: Татарское книжное издательство, 1980. — 328 с.
  • Карим Ф. Произведения. В 3 томах, том 3. Повести, рассказы, очерки, статьи и письма. — Казань: Татарское книжное издательство, 1981. — 328 с.
  • Карим Ф. Дикий гусь. — Казань: Татар. кн. издат., 2004. — 143 с.
  • Карим Ф. Медведь-гармонист и обезьяна-певунья: Стихотворная сказка / Карим Ф. — Казань: Татар. кн. издат., 2006. — 16 с.
  • Карим Ф. Последняя тетрадь (Факсимильное издание) / Карим Ф. — Казань: «Идель-пресс», 2009. — 88 с.
  • Карим Ф. Избранные произведения. — Казань: Татар. кн. изд-во, 2015.
  • Карим Ф. Избранные стихи и поэмы / Пер. с татар. под ред. С. Липкина. — Казань: Таткнигоиздат, 1957. — 220 с. (рус.)
  • Карим Ф. Письмо пионерке Гульчечек / Пер. с татар. С. Липкина, Р. Морана, Т. Стрешневой. — Казань: Таткнигоиздат, 1957. — 24 с. (рус.)
  • Карим Ф. Медведь-гармонист и обезьяна-певунья / Пер. с татар. С. Малышева. — Казань: Татарское книжное издательство, 1988. — 16 с. (рус.)
  • Карим Ф. Избранные произведения. — Казань: Татар. кн. изд-во, 2015. (рус.)
  • Әҙиптең тыуған ауылында 1971 йылдан уның музейы эшләй. 2019 йылда ул төҙөкләндерелде, киңәйтелде һәм заманса интерактив ҡорамалдар менән йыһазландырылды[13].
  • Шағир иҫтәлегенә 1998 йылда Бәләбәй районы, 1999 йылда Бишбүләк районы хакимиәте Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премия булдырған.
  • Ҡурҡыу белмәҫ һуғышсы һәм талантлы шағир иҫтәлегенә булдырылған әҙәби премияның сираттағы лауреаттарына был бүләк 2015 йылдың 14 апрелендә Бишбүләк районында Еңеүҙең 70 йыллығына һәм Әҙәбиәт йылына арнап үткәрелгән шағир—фронтовик Фәтих Кәрим көндәре барышында тапшырылды. Быйылғы премияға шағирҙың ҡыҙы, журналист Ләйлә Кәримова, журналист Наил Ғимазетдинов һәм профессор Илдар Ғимаев лайыҡ булды. Уларға тәүге тапҡыр күкрәккә тағыла торған махсус билдә лә бирелде.

Өҫтәмә мәғлүмәт

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. Карим Фатых // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. Институт татарской энциклопедии и регионоведения Академии наук Республики Татарстан Кәрим Фатих, Карим Фатых // Татарика
  4. Большая Советская энциклопедия, Фатих Карим.
  5. Мазитов З. М. Фатих Карим : монография (на татар.яз.). — Казань : Татар. кн. изд-во, 1963. — 172 с.
  6. Сарчин Р. Ш. Жизнь и судьба Фатиха Карима : биографический очерк, статьи / Рамиль Сарчин. — Казань : Татар. кн. изд-во, 2014. — 239 с., ил. ISBN 978-5-298-02716-8.
  7. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы
  8. «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы — Кәримов Фәтих Әхмәтвәли улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2020)
  9. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  10. ОБД Мемориал|57311513
  11. ОБД Мемориал|260416694
  12. Подвиг Народа|25721759|title=Наградные документы
  13. В Бижбулякском районе Башкирии открылся обновленный музей имени Фатиха Карима. ИА «Башинформ», 29 августа 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 август 2019)
  • Мазитов З. М. Фатих Карим : монография (на татар. яз.). Казань : Татар. кн. изд-во, 1963. 172 с.
  • Сарчин Р. Ш. Жизнь и судьба Фатиха Карима : биографический очерк, статьи. Казань : Татар. кн. изд-во, 2014. 239 с., ил. ISBN 978-5-298-02716-8.
  • Сарчин Р. Ш. Поэзия Фатиха Карима в историко-литературном контексте 1930-х — 1945 годов : монография. Казань: Изд-во «Бриг», 2015. 269 с. ISBN 978-5-98946-153-0.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә