Ярлы Кәрим
Ярлы Кәрим (төп исеме Кәримов Ғабдулла Әхмәтвәли улы; 16 июнь 1901 йыл — 1937 йыл) — шағир, журналист. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1917—1919 йылдарҙағы башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһының сәйәси хеҙмәткәре. 1920—1926 йылдарҙа «Башҡортостан хәбәрҙәре», «Башҡортостан» гәзиттәре, РКП (б)-ның Стәрлетамаҡ өйәҙ комитеты хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған шағир Фәтих Кәримдең бер туған ағаһы. Милләте башҡорт.
Ярлы Кәрим | |
татар. Габдулла Әхмәтвали улы Кәримов | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 16 июнь 1901 |
Тыуған урыны | Айыт, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1937 |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Бер туғандары | Фәтихов Кәрим Әхмәтвәли улы |
Туған тел | татар теле |
Һөнәр төрө | шағир |
Уҡыу йорто | Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең И. В. Сталин исемендәге коммунистик университеты |
Биографияһы
үҙгәртергәҒабдулла Әхмәтвәли улы Кәримов 1901 йылдың 16 июнендә Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостандың Бишбүләк районы) Айыт ауылында донъяға килгән. Атаһы ауылдың муллаһы булған.
Башланғыс белемде ауылдың мәхәллә мәктәбендә ала, артабан Ырымбурҙағы «Хөсәйениә» мәҙрәсәһендә белем ала.
Бөйөк Октябрь революцияһы осоронда мәҙрәсәлә уҡыуын ташлай һәм Совет власы урынлаштырыу өсөн көрәш башлаған милли хәрәкәттә ҡатнаша. Беренсе шиғырҙарын яҙып баҫтыра. 1919 йылда ул партия сафтарына алына, һуңғараҡ Ҡыҙыл Армия составында Петроградты Юденич ғәскәренән һаҡлау өсөн һуғыша, шунда ҡаты яралана.
1921—1922 йылдарҙа Мәскәүҙә шағир Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең коммунистик университетында уҡый, әҙәби ижад менән шөғөлләнә. 1926 йылға тиклем Ҡазанда, Өфөлә һәм Башҡортостан йөмһүриәтнең Белорет кантонында гәзит һәм партия эшендә була. Элекке яралары уның сәләмәтлеген ныҡ ҡаҡшата, һәм ул 1937 йылда Өфөлә вафат була.
Әҙәби мираҫы
үҙгәртергәЯрлы Кәрим шағир Фәтих Кәримдең бер туған ағаһы, энеһенә ул әҙәби ижады һәм тормош үрнәге менән шәхес һәм яҙыусы булараҡ үҫешеүенә ҙур йоғонто яһай. Уның әҙәби мираҫы күләм яғынан ҙур түгел. Был мираҫҡа 1919—1925 йылдар араһында Төркөстан фронтының органы «Ҡыҙыл маяҡ» гәзитендә, Өфө, Ҡазан, Мәскәүҙәге матбуғатта баҫылып сыҡҡан бер нисә тиҫтә шиғыр ғына инә.
Улар араһында «Мин ҡайттым» шиғыры:
Мин үҙем башҡорт ауылында
Тыуып үҫкән бер бала.
Шуға ла бик-бик беләм
Башҡорт эсендә ни яна
Эйе, мин йырлайым иҙелгән
Ярлы башҡорт йырҙарын,
Эйе, мин бер һандуғас,
Башҡорт — йәшел-йәш бер ҡайын [1].
Иҫтәлеге
үҙгәртергә2020 йылдың 25 декабрендә Айыт ауылының күп функциялы үҙәгендә башҡорт шағиры Ярлы Кәримгә бағышланған мемориаль таҡтаташ асылған[2]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Ярлы Кәрим // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 15 июнь 2021)