Токио милли музейы

Токио милли музейы (япон. 東京国立博物館То:кё: кокурицу хакубуцукан?) — Японияның иң боронғо һәм иң ҙур музейы. Токио ҡалаһының Уэно паркы биләмәһендә урынлашҡан. Яҡынса 100 мең квадрат метр майҙанда биш корпус урынлашҡан: Төп, Көнсығыш, Церемониаль, Хэйсэй һәм Хорю-дзи ғибәҙәтханалар хазиналары. Милли музей мөһабәт мәҙәни үҙәк булып тора.

Токио милли музейы
Нигеҙләү датаһы 1872[1]
Логотип
Рәсем
Изображение интерьера
Ҡыҫҡаса атамаһы 東博 һәм TNM
Кана әлифбаһында исеме とうきょうこくりつはくぶつかん
Етәксе Дзэния, Масами[d]
Дәүләт  Япония
Административ-территориаль берәмек Ueno-kōen[d]
Урын Уэно кварталы[d]
Ойошма ағзаһы Japan Consortium for Open Access Repository[d][2]
Барлыҡҡа килеү урыны Yushima Seidō[d][3]
Баш компания (ойошма, предприятие) National Institutes for Cultural Heritage[d]
Милке Hōryū-ji Treasures at Tokyo National Museum[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Токио, Япония
Хеҙмәтләндереүсе National Institutes for Cultural Heritage[d]
Архитектор Джозайя Кондер[d] һәм Дзин Ватанабэ[d]
Архитектура стиле Japanese-Western Eclectic Architecture[d] һәм Тэйкан-дзукури[d]
Рәсми асылыу датаһы 17 апрель 1872[3]
Йылына инеүселәр һаны 2 684 754[4] һәм 605 214[5]
Мираҫ статусы важный культурный памятник Японии[d][6]
Почта индексы 110-8712
Рәсми сайт tnm.jp
Ссылка на условия использования tnm.jp/modules/r_free_pa…[7]
Һештег 東京国立博物館
Вид в ночное время
Изображение входа
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 164 475 һәм 37 800 ± 99[8]
URL-адрес онлайн-каталога colbase.nich.go.jp/organ…
Сайт официального магазина tnm-shop.jp
Страница учреждения на Викискладе Tokyo National Museum
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Category:People associated with Tokyo National Museum[d]
Карта
 Токио милли музейы Викимилектә

Музей корпустары

үҙгәртергә
 
Төп корпус. 2010 йыл
 
Токио милли музейының Көнсығыш корпусы
 
Токио милли музейының Хэйсэй корпусы

Төп корпус (япон. 本館Хонкан?) — Милли музейҙың төп күргәҙмә галереяһы, 1938 йылда асылған. Архитекторы — Дзюн Ватанабэ. Бында һынлы һәм ҡулланма сәнғәт әҫәрҙәре, тарихи һәм этнографик материалдар, япон мәҙәниәтенең үҫеш юлдарын күҙәтергә мөмкинлек биргән һәм уның хас үҙенсәлектәре тураһында мәғлүмәт биргән япон мәҙәни ҡиммәттәре тупланған.

Церемониаль корпус (япон. 表慶館Хё:кэйкан?). 1909 йылда асылған. Архитекторы — Такума Катаяма. Церемониаль корпус бөгөнгө көндә музей сиктәрендә мәғрифәтселек үҙәге булараҡ файҙаланыла, уның бинаһы Мэйдзи дәүеренең (1867—1912) көнбайыш стилендә күренекле архитектура ҡомартҡыһы булып тора. Унда төрлө ғилми йәмғиәттәр эшләй, семинарҙар уҙғарыла.

Көнсығыш корпусы (япон. 東洋館То:ё:кан?). 1968 йылда асылған. Архитекторы — Ёсиро Танигути. Көнсығыш корпусында һынлы һәм ҡулланма сәнғәт әҫәрҙәре, шулай уҡ, Япониянан тыш, көнсығыш төбәгенең бөтә илдәренән археологик табылдыҡтар ҡуйылған, унда һәр ил мәҙәниәтенең үҙенсәлектәре менән танышырға һәм Япония менән мәҙәни бәйләнештәрҙе күҙәтергә мөмкин.

Хэйсэй корпусы (япон. 平成館Хэйсэйкан?) һәм Хорю-дзи ғибәҙәтханаларының хазиналары корпусы (япон. 法隆寺宝物館Хо:рю:-дзи хо:моцукан?). 1999 йылда асылғандар.

Музейҙың барлыҡҡа килеү тарихы

үҙгәртергә

Барыһы ла 1872 йылда Токионың Юсима-сэйдо ғибәҙәтханаһының Тайсэйдэн бинаһында уҙған күргәҙмәнән башлана, улар араһында — император ғаиләһенең шәхси әйберҙәренән башлап һарайҙың хазинаһынан һәм боронғо йыһаздарынан алып, илдең тәбиғи байлыҡтарын, уның флораһын һәм фаунаһын күрһәткән экспозициялар һәм тәбиғи аҙыҡ-түлек өлгөләренә тиклем төрлө мәҙәни мираҫ ҡомартҡылары була. Күргәҙмә ҙур уңыш ҡаҙанған, унда дөйөм алғанда йөҙ илле меңләп кеше ҡатнаша. Күргәҙмә ил тормошонда милли абруйҙы күтәреү күҙлегенән генә түгел, башҡалар өсөн дә әһәмиәтле ваҡиғаға әүерелгән. Ул илдең тәбиғәтен, уның тарихын яңыса, дөйөмләштереп күрергә мөмкинлек биргән, уникаль тәбиғәт байлыҡтарын яҡлау, бөтә кешелектең байлығы булып торған мәҙәни йолаларҙы һәм мираҫты һаҡлау кәрәклеге тураһында мәсьәлә ҡуйған. Күргәҙмәне әҙерләү һәм үткәреү өсөн махсус учреждение ойошторола, уны Мәҙәниәт һәм мәғариф министрлығы ҡарамағындағы музей тип атайҙар. Ул Токио Милли музейының өлгөһөнә әүерелгән дә инде.

Коллекция

үҙгәртергә

Әлеге ваҡытта Токио Милли музейы коллекцияһында йөҙ егерме мең самаһы һаҡлау берәмеге иҫәпләнә. Улар араһында һынлы сәнғәт, каллиграфия, скульптура кеүек төрлө сәнғәт әҫәрҙәренән тыш, металдан изделиелар, ҡорал, хәрби кейемдәр, керамика, лак изделиелары, туҡымалар, архитектура ҡомартҡылары макеттары ғына түгел, археологик табылдыҡтар, тарихи һәм этнографик материал, бик күп тематик баҫмалар һәм фотоматериалдар ҙа бар.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. ROR Data — v1.19 — 2023. — doi:10.5281/ZENODO.7644942
  2. https://jpcoar.repo.nii.ac.jp/page/40
  3. 3,0 3,1 https://www.tnm.jp/modules/r_free_page/index.php?id=144
  4. Art's most popular (ингл.): Exhibition and museum visitor figures 2019 // The Art Newspaper — 2020. — Vol. XXIX, Iss. 322. — ISSN 0960-6556
  5. Art's most popular (ингл.): Exhibition and museum visitor figures 2021 // The Art Newspaper — 2022. — ISSN 0960-6556
  6. https://kunishitei.bunka.go.jp/heritage/detail/102/3699
  7. McCarthy D., Wallace A. Open GLAM Survey // Google Sheets — 2018.
  8. Интерфейс программирования приложения YouTube