Тибет буддизмы (ламаизм[1]) — буддизмдың махаяна һәм ваджраянаға ҡараған тармағы. Тибетта (Гималай тауҙары менән йәнәш), Бутан, Монголия, Бүрәт Республикаһы, Ҡалмыҡ Республикаһы, Тыва Республикаһы һәм башҡа өлкәләрҙә тарала.

Сикким монастырында тибет монахтары

Тибет буддизмы — махаянаның, шул иҫәптән Һиндостанда барлыҡҡа килгән ваджраянаның фәлсәфәүи тәғлимәттәре һәм медитатив традициялары йыйылмаһы, әммә урта быуаттарҙа һәм хәҙерге заманда Тибетта һәм күрше территорияларҙа үҫешкән. Шул уҡ ваҡытта Тибетта һәм сиктәш территорияларҙа һуңынан Һиндостанда (яңы эраның унынсы быуатынан һуң) юғалған күп кенә будда традициялары һәм тәғлимәттәре (сутра һәм тантра аутентик текстары ла) һаҡлана һәм үҫтерелә.

Тибетта (һәм өлөшләтә башҡа төбәктәрҙә) традицион тибет буддизмының хас һыҙаттарының береһе — будда тәғлимәтен (Дхарма), дини һәм донъяуи власты күренекле будда эшмәкәрҙәренең «яңынан тыуыу» (тулку) традициялары сиктәрендә тапшырыу. Үҫеше барышында был идея Далай-лама институтында рухи һәм донъяуи властың берләшеүенә килтерә.

Тибет буддизмында ламаның (санскритта — гуру) үҙенсәлекле «культы» ҙур әһәмиәткә эйә, уның ярҙамынан тыш практика (садхана) йыш ҡына һөҙөмтәһеҙ була, тип һанала. Тибет буддизмы мәктәптәренең һәр береһендә лама иерархияһы бар.

Тибеттағы буддизм тарихы үҙгәртергә

 
VIII быуатта Тибет империяһы

Буддизмдың Тибетҡа үтеп инеүе үҙгәртергә

Буддизм Һиндостанда беҙҙең эраға тиклем үк барлыҡҡа килә. Әммә тиҙҙән ул үҙенең тәүге төбәгенән ситкә сыға һәм ныҡлап тарала. Беренсе буддистар Тибетҡа IV быуатта уҡ үтеп инә башлай, тик VII быуатта ғына батша Сонгцен Гампо ваҡытында (627—649) ил властары уның менән ихлас ҡыҙыҡһына. Үҫешеүсе дәүләт сит ил ҡаҙаныштарын әүҙем үҙләштерә. Сонгцен Гампо ҡытай һәм непал ҡыҙҙарына өйләнә. Улар үҙҙәре менән Будданың һүрәттәрен, шулай уҡ улар үҙҙәре инанған йолаларҙың астрологик һәм медицина текстарын алып килә. Батша Тибет яҙмаһының камилыраҡ системаһын эшләү маҡсатында Кашмирға миссия ебәрә.

Әммә Тибеттың төп будда миссионеры Падмасамбхава булған, уны, риүәйәт буйынса, үлтереү өсөн Һиндостандан ҡыуып сығаралар. Ситтә Гуру Ринпоче булараҡ билдәлек ала һәм Самьеға нигеҙ һала, ул Тибетта беренсе будда монастыры була. Ул ваҡытҡа илдә бон дине була, уның менән буддизм бәхәсле ҡапма-ҡаршылыҡҡа килә. Боронғо дин иблистәренә дхармапала, «тәғлимәтте яҡлаусылар» статусы бирелә[2]. Урындағы шаман традициялары йоғонтоһонда Тибет буддизмында тылсымлы ритуалдар (цамдар) һәм остаздың (лама) абруйы ҙур роль уйнай.

Был осор һәм билдәле диспут араһында VIII быуат аҙағында Самье монастырында башҡа будда йолалары менән бәйләнештәр булдырыла. Ул саҡта, батша Трисонг Децен идара иткән осорҙа, Тибетта буддизмдың ҡытайҙар формаһын түгел, ә һинд формаһы ҡабул итергә ҡарар ителә. Был ваҡытта Тибет хакимлығы Көнсығыш Төркөстан сүллегенең оазис-дәүләттәренә йәйелә, буддизм менән бәйләнештәр Көнбайыш Төркөстанда Сәмәрҡәндкә тиклем тарала.

IX быуат быуат уртаһында Ландарма батша идара иткән ваҡытта буддизм көслө эҙәрләүҙәргә дусар була, һәм Ньингма традициялары башлыса йәшерен рәүештә йәшәүен дауам итә; текстарҙың күбеһе мәмерйәләрҙә йәшерелә һәм бер нисә быуат үткәс кенә табыла[3][4]. Әммә аяуһыҙ Ландарма 842 йылда будда монахы тарафынан үлтерелә, был Тибет империяһының емерелеүенә килтерә, әммә төбәктә буддизмдың көсәйеүенә булышлыҡ итә.

Тибеттың бейек тауҙарҙарҙа урынлашыуы, урындағы хакимдарҙың киң күңеллелеге һәм Урта һәм Көньяҡ Азияның күрше төбәктәрендә мосолмандарҙың таралыуы илде донъя буддизмы үҙәгенә әүерелдереүгә мөмкинлек бирә. Шулай итеп, XII быуатта Наланда индо-буддистик университеты эшмәкәрлеген туҡтата һәм һуңыраҡ Тибетта тергеҙелә[5].

Тибет буддизмы мәктәптәренең барлыҡҡа килеүе үҙгәртергә

Уңайлыраҡ ваҡыт еткәс, X быуаттан башлап, Тибетта дүрт мәктәп системаһы барлыҡҡа килә[6]:

  • Сакья, 1073 йылда нигеҙ һалына, йогачара һәм Мадхъямака һинд фәлсәфәһенең яңы тәржемәләре менән бәйле. XIII быуатта Сакьянан Йонанг йолаһы айырылып сыға
  • Кагью, уға ун беренсе быуатта лама Марпа нигеҙ һала, ул Һиндостандан Ваджраяна традицияһын үҙләштергән. Миларепа уның шәкерте була
  • Ньингма (дзогчен) — тибет буддизмының иң күп бон элементтарын үҙ эсенә алған боронғо мәктәбе
  • Гелуг (XIV быуатҡа тиклем Кадам) — был йоланан беренсе далай-лама килә, ул будда реформаторы Цонгхапаның (1357—1419) шәкерте була. Йоланың үҙәге — Ганден монастыры. Был нәҫел Ландарма эҙәрлекләүҙәренән һуң буддизмды тергеҙгән Гуру Атишҡа барып тоташа.
 
Миларепа, Танка (һынлы сәнғәт), Темпера, мамыҡ, 21 х 30 см, Отгонбаяр, Эршу (2008)

Кагью традицияһында ике йүнәлеш юл бар. Дагпо Кагью Тилопа, Наропа, Марпа, Миларепа һәм Гампопа йүнәлешенән барлыҡҡа килә. Ул 12 йүнәлешкә бүленә, шуларҙың береһе — Карма Кагью, уның башы — Кармапа. Был ун ике йүнәлештең иң мөһиме — Друкпа Кагью, Дрикунг Кагью һәм Таглунг Кагью. Кагьюның икенсе төп йүнәлеше — Шангпа Кагью, ул һинд уҡытыусыһы Кхьюнгпо Налжорға барып тоташа.

XIII быуатта Сакья традицияһынан лама Пагба монгол ханы Хубилайҙың рухи остазы була, тибет буддизмы Юань империяһының рәсми диненә әүерелә, уның составында Тибет та була.

1354 йылда Джанчуб Гьялцен ихтилалы һөҙөмтәһендә Тибеттағы рухи һәм сәйәси гегемония Сакья мәктәбенән Кагьюға күсә.

Далай-лама V (XVII быуат) Ойрат ханы Гуши ярҙамында гелуг мәктәбе өҫтөнлөгөн раҫлай, бөтә Тибетты Хошут ханлығы протектораты аҫтында берләштерә һәм 1642 йылдан рухи кеше генә түгел, ә сәйәси лидер була. Гелугтарҙың еңеүе, шул иҫәптән Кагю мәктәбен хәрби еңеүе аша ла тәьмин ителә. Далай-лама V уҡытыусыларының береһе Лама Панчен I була. Һуңынан уларҙың олоһо — уҡытыусы, йәшерәге шәкерт булып китә.

Тибет буддизмы и бон үҙгәртергә

Тибетта буддизм барлыҡҡа килгәнгә тиклем бон дине булған. Ике традицияның да үҙ-ара оҙайлы үҙ-ара тәьҫир итешеүе барышында тибет буддизмының һыҙаттары барлыҡҡа килә, ул уны Көнсығыш Азия (ҡытай-япон) һәм Көньяҡ Азия (классик һинд) версияларынан айырып тора. Атап әйткәндә, тибет буддизмы бон тәьҫирендә бард — кәүҙәләндереүҙәр араһындағы хәлгә айырым иғтибар бүлә. Шулай уҡ тибет буддизмында бон йоғонтоһо аҫтында рухи заттарға тәрән хөрмәт күрһәтелә[7].

Тибеты буддизмы мәктәптәрен сағыштырыу үҙгәртергә

Тибет буддизмының биш традицияһын анализлап, улар бөтәһе лә боронғо һәм иртә урта быуат Һиндостаны будда тәғлимәтенә эйәрә тигән һығымтаға килергә мөмкин. Улар бөтәһе лә Һиндостандың дүрт будда традицияһының фәлсәфәүи тәғлимәттәрен өйрәнә, быны ысынбарлыҡты нескәрәк аңлауға өлгәшеү ысулы итеп ҡарай.

Был йәһәттән улар барыһы ла Мадхьямиканың («Урта юл» философияһы) иң камил булыуын таныны. Уларҙың барыһы ла Һиндостан монастырҙарында киң таралған диспуттар үткәреү, шулай уҡ махасидх йолаһын үтәй. Улар бөтәһе лә «уртаҡ Махаяна доктриналь нигеҙенә» эйә булған сутра һәм тантраның берләштерелгән юлынан баралар.

Монахлыҡ анттары ла улар өсөн уртаҡ традиция булып тора. Монах анттарының яҡынса 85 проценты буддизмдың башҡа традицияларындағы (махаяна ла, трахеравада ла) анттарҙан айырылмай. Әммә ҙур булмаған айырмалыҡтар бар. Монахтарҙың кейеме ҡуйы һорғолт төҫтә, ә күлдәктәренең еңдәре юҡ. Будда текстары тибет теленә башлыса [[санскрит]тан тәржемә ителгән, тик бер нисәһе генә ҡытай теленән тәржемә ителгән (санскриттағы төп нөсхә юғалған ваҡытта). Тибет телендә үҙенсәлекле әҫәрҙәр ҙә бар.

Текстар ике төп йыйынтыҡта: Будданың төп һүҙҙәрен берләштергән Кангьюрҙа (Ганджур), һәм комментарийҙар йыйылған Тенгьюрҙа (Танджур) һаҡлана. Был Будда ҡануни әҙәбиәтенең иң ҙур корпустарының береһе[3]. Унда Һиндостандың будда йолалары тулыраҡ сағылыш тапҡан, был айырыуса әһәмиәтле, сөнки XII—XIII быуаттарҙа Һиндостанда буддизм Афғанстандан төркиҙәрҙең баҫып инеүҙәре һөҙөмтәһендә йоғонтоһон юғалта.

Тарҡалған санскрит текстары тексының күбеһе тибет тәржемәләрендә генә һаҡланған. Тибеттарҙың буддизмға индергән бөйөк өлөшө уны ойоштороуҙы һәм уҡытыу ысулдарын артабан үҫтереүгә ҡайтып ҡала. Тибет-лоцзавтар (тәржемәселәр) һәм ғалим-буддистар бөтә төп ҡанун будда текстарының тәрән мәғәнәһен асыу ысулдарын, аңлатмалар һәм уҡытыу системаларын эшләй.

Остаздың (санскритта — гуру, тибет телендә — лама) ролен айырып билдәләргә кәрәк. Остаз уҡыусыларҙы тәғлимәт һәм медитация практикаһы нескәлектәренә өйрәтә. Тик гуру (лама) етәкселеге аҫтында ғына рухи практикала уңышҡа өлгәшергә мөмкин, тип иҫәпләнә.

Тибет буддизмының таралыуы үҙгәртергә

Тибетҡа йәнәш территориялар үҙгәртергә

Тибет йоғонтоһо аҫтында урта быуаттарҙа буддизм Гималай тауҙарының башҡа өлкәләренә лә тарала, мәҫәлән, Ладакх, Лахул-Спити, Киннуар, Непалда шерптар төбәге, Сикким, Бутан һәм Аруначал.

Монголия үҙгәртергә

Монголдар тибет будда традициялары менән XIII быуатта таныша. Хубилай хан хакимлыҡ иткән осорҙа Монголияға Сакья мәктәбенең сираттағы етәксеһе Пагба-лама килә. Будда текстарын тәржемә итеүгә булышлыҡ итер өсөн яңы монгол яҙмаһын эшләй. Шул уҡ ваҡытта илгә Карма Кагью йолаһы ла килә. Хубилайҙан тыш, Тибет буддизмын Сыңғыҙхандың башҡа вариҫтары ла ҡабул итә. XIV быуат уртаһында, Ҡытайҙың монгол империяһы Юандан айырылғанға тиклем, унда буддизм йоғонтоһо көсһөҙләнә.

Монголияға буддизмдың яңы тулҡыны XVI быуатта көнбайыш монгол хандары һәм монгол ханынан рәсми рәүештә Далай-лама титулын ҡабул иткән Далай-лама III, Далай-лама IV һәм Далай-лама V тырышлығы арҡаһында килә. Шул уҡ ваҡытта, Сакья һәм Кагю мәктәптәре рәсми рәүештә танылмаған булһа ла, традициялары күпмелер һаҡланып ҡала.

XVI быуат аҙағында Монголияла, атап әйткәндә, монголдарҙың боронғо баш ҡалаһы Ҡараҡором урынында Эрдени-Зу монастырын төҙөгәндә будда ғибәҙәтханаһы архитектураһының айырым стиле барлыҡҡа килә башлай. Ошо уҡ осорҙа Ганджур һәм Танджур текстарының тулы йыйынтыҡтары тибет теленән монгол теленә тәржемә ителә. Күренекле монгол ғалимдары будда яҙмаларына ҡайһы берҙә монгол, әммә күбеһенсә тибет телдәрендә комментарийҙар яҙа башлай. Монах традицияһы Тибеттан Монголияға ла күсә.

Тибет буддизмының Монголияла яраҡлашыуында илдәге буддизмдың традицион башлыҡтарына әйләнгән Богдо-гэгэндар линияһының барлыҡҡа килеүе төп ваҡиға була. Богдо-гэгэндар резиденцияһы Ургала (хәҙерге Улан-Батор) урынлаша.

Ваҡыт үтеү менән, тибет буддизмы Монголия шарттарына тәбиғи яраҡлаша.

Мәҫәлән, беренсе Богдо-гэгэн Дзанабадзар (XVII быуат аҙағы — XVIII быуат башы) монгол ламалары өсөн махсус кейемдәр уйлап сығара. Уйғыр һәм монгол яҙмалары нигеҙендә Соёмбо алфавитын төҙөй, ул тибет һәм санскрит һүҙҙәрен тапшырыу өсөн ҡулланыла.

Маньчжурия һәм Ҡытай үҙгәртергә

 
Путоцзунчэн — Лхаса Поталаның ҡытай күсермәһе

XVII быуатта Тибет буддизмы, һәм тәү сиратта Гелуг йолаһы, маньчжурҙарға үтеп инә, ә инде ҡытайҙарҙы яулап алғандан һуң — Ҡытайҙың төньяҡ өлкәләренә. Пекинда Тибет монастырына нигеҙ һалына, ә Пекиндан төньяҡ-көнсығыштараҡ урынлашҡан Гехолда Лалхас Поталының аныҡ күсермәләре — Путоцзунчэн, Самье һәм Ташилунпо монастырҙары төҙөлә. Ганджур ҡануны тулыһынса тибет теленән маньчжур теленә тәржемә ителгән, уның яҙмаһы нигеҙендә монголдар яраҡлаштырып яҙған уйғыр алфавиты ята.

Ҡалмыҡ Республикаһы үҙгәртергә

Ойраттарҙың бер өлөшө XVII быуат башында Жуңғар ханлығынан айырылып, Каспий диңгеҙенән төньяҡтараҡ Волга һәм Дон араһындағы районға күсеп килгәс, яңы Ҡалмыҡ ханлығын ойоштороп, үҙҙәре менән тибет буддизмы традицияларын алып киләләр. Уларға Тибетта белем алған Зая-Пандит, Намкхай Гьяцо ҙур ярҙам күрһәтә, ул монгол яҙмаһы нигеҙендә ҡалмыҡ-ойрат яҙмаһын эшләй. Ҡалмыҡ буддизмы башлығы батша тарафынан тәғәйенләнә һәм ҡалмыҡ халҡы ламаһы тип атала. Уның резиденцияһы Әстерханда урынлашҡан була, бүрәт ламаһы Пандито Хамбо кеүек тышҡы Монголияның будда иерархияһына инмәй. XIX быуатҡа тиклем ҡалмыҡтар менән туранан-тура Тибеттан етәкселек итәләр. Ҡалмыҡтарҙа Гелуг йолаһы киң таралыуға ҡарамаҫтан, улар Сакья һәм Кагья йолаларының ҡайһы берҙәрен дә ҡабул иткән[8][9].

==== Жуңғар ханлығы тарҡалғас ====Цин империяһы XVIII быуатта Маньчжурия империяһы Жуңгар ханлығын яулап ала һәм шул уҡ быуаттың икенсе яртыһында ҡалмыҡтарҙың күбеһе Рәсәйҙән Жуңгарға әйләнеп ҡайта һәм, үҙе менән көслө будда йолаһын алып килеп, был өлкәлә ҡалған ойраттарға ҡушыла. Был йола Көнсығыш Төркөстандың төньяҡ райондарындағы ойраттар араһында йәшәүен дауам итә. Шулай уҡ маньчжурҙар эҙәрлекләүенә дусар булған тываларҙың бер тармағы Көнсығыш Төркөстандың үҙәк өлөшөнә барып етә һәм Урумчи, Турфан райондарында Тибет буддизмы йолаһына нигеҙ һалған булыуы мөмкин[3][10][11].

Тибет буддизмы эмиграцияла үҙгәртергә

Далай-лама үҙгәртергә

Тибетта ҡытайҙарға ҡаршы ихтилал баҫтырылғандан һуң, Һиндостанда һыйыныу урыны табыу өсөн, Далай-лама XIV Тибеттың баш ҡалаһы Лхасаны 1959 йылдың 17 мартына ҡараған төндә ҡалдырырға мәжбүр була.

Ошо ваҡыттан алып Һиндостандың Дхарамсала ҡалаһында (Химачал-Прадеш штаты) йәшәй, унда ҡыуылған Тибет хөкүмәте урынлашҡан була.

Шамбала-буддизм үҙгәртергә

Шамбала буддизмы — Көнбайыш илдәрендә уҡыта башлаусы тибет буддизмының тәүге ойошмаларының береһе.

Тыуған илендә буддизм уҡытыусыһы булараҡ киң билдәле булған лама Кагью Чогьям Трунгпа Ринпоче 1959 йылда Ҡытай баҫып инеүенән Тибеттан Һиндостанға Гималай тауҙары аша йәйәү ҡасып китә һәм 1968 йылда Көнбайышта тибет буддизмын тарата башлай.

1987 йылда вафат булғандан һуң, уның улы Сакйонг Мипам Ринпоче, Карма Кагю һәм Ньингма мәктәптәре элементтарын бәйләп, шамбала буддизмы традицияларын дауам итә.

Символдар үҙгәртергә

Тибет буддизмы символдарының береһе — сикһеҙ төйөн.

Хоҡуҡ тәгәрмәсе (Дхарма-чакра) шулай уҡ тибет буддизмы символдарының береһе булып тора.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Буддизм
  • История буддизма
  • Буддизм в Бутане
  • Буддизм в Непале
  • Буддизм в Монголии
  • Буддизм в России
  • Буддизм в Бурятии
  • Буддизм в Калмыкии
  • Буддизм в Туве
  • Тибетология
  • Список тибетских монастырей

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Большинством современных исследователей термин «ламаизм» признаётся ошибочным (см., напр.: Торчинов Е. А. Буддийская традиция Тибета 2010 йыл 21 июнь архивланған. // Введение в буддологию. СПб.: Санкт-Петербургское философское общество, 2000; Lopez D. Prisoners of Shangri-La: Tibetan Buddhism and the West. Chicago: University of Chicago Press, 1999). Это понятие было введено в оборот немецкими учёными XIX века, желавшими подчеркнуть высокое положение лам (духовенства) в тибетском обществе. Очевидно, с похожей целью оно долгое время использовалось в советской науке. Однако почитание духовного наставника не является чем-то особенным для буддизма как такового (а, возможно, и для большинства восточных религий). Тибетский буддизм практически полностью, лишь с некоторыми изменениями, не затрагивающими фундаментальных основ, перенял классическую индийскую буддийскую традицию. Таким образом, выделять его в отдельную конфессию не оправдано.
  2. Тибетский буддизм. Дата обращения: 8 июль 2022. Архивировано 4 август 2021 года.
  3. 3,0 3,1 3,2 Берзин А. Тибетский буддизм: История и перспективы развития — М., 1992. Часть 3
  4. Гой-лоцава Шоннупэл. Синяя летопись. История буддизма в Тибете VI—XV вв. М., 2001. С. 55
  5. Наланда Махавихара (Nalanda). Дата обращения: 8 июль 2022. Архивировано 8 июль 2022 года.
  6. Кратко о тибетском буддизме — удивительном мире тайн и загадок. Дата обращения: 8 июль 2022. Архивировано 8 июль 2022 года.
  7. Александр БерзинБон и тибетский буддизм 2022 йыл 10 июль архивланған. // Study Buddhism.
  8. Справка о традиционности школы Кагью (Правительство Калмыкии). Дата обращения: 4 май 2008. Архивировано из оригинала 2 июнь 2004 года. 2004 йыл 2 июнь архивланған.
  9. Китинов Б. У. Священный Тибет и воинственная степь: буддизм у ойратов (XIII—XVII вв.). М.: КМК, 2004
  10. Источник. Дата обращения: 9 апрель 2011. Архивировано 30 ғинуар 2011 года. 2011 йыл 30 ғинуар архивланған.
  11. Монгуш М. В. Тувинцы России, Монголии и Китая: этнические и этнокультурные процессы, современная идентичность: Дис. … д-ра ист. наук. М,, 2005. Гл. III

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Тәржемәләр үҙгәртергә

  • Будон Ринчендуб. История буддизма (Индия и Тибет). Пер. с тиб. Е. Е. Обермиллера, пер. с англ. А. М. Донца. — СПб.: Евразия, 1999. ISBN 5-8071-0025-5
  • Гой-лоцава Шоннупэл. Синяя Летопись / Перевод с тибетского Ю. Н. Рериха, перевод с английского О. В. Альбедиля и Е. Ю. Харьковой. — СПб.: Евразия, 2001. — 768 с. Серия: «Пилигрим». ISBN 5-8071-0092-1
  • Гунтан Данби Донме. Обучение методу исследования текстов сутр и тантр. Пер. с тиб. и монг., комм.: Е. Островская-мл. М: Ладомир, 1997. ISBN 5-86218-281-0
  • Дже Гампопа. Драгоценное Украшение Освобождения. Перевод с тиб. Бориса Ерохина. СПб., 2001. ISBN 5-94121-005-1.
  • Далай-лама XIV. Буддизм Тибета. Пер. с тибет. А. Терентьева. М.: Нартанг, 1991 Архивировано
  • Далай-Лама XIV. Мир тибетского буддизма. — СПб: Нартанг, 1996. — 226 с.
  • Сумба-кханбо Ешей-Балджор. Пагсам-джонсан: История и хронология Тибета. Пер. с тиб., предисл., комментарии: Р. Е. Пубаев. Новосибирск: Наука, 1991. ISBN 5-02-029730-5
  • Соднам-Цземо. Дверь, ведущая в Учение. Перевод с тибетского, послесловие и комментарий Р. Н. Крапивиной. СПб, 1994
  • Саджа Соднамджалцан. Тибетская летопись «Светлое зерцало царских родословных». Пер с тиб., вступ. ст.: Кузнецов Б.И. Л., 1961
  • Чже Цонкапа. Большое руководство к этапам Пути Пробуждения. Т. 1. Пер. с тибет. А. Кугявичуса. СПб.: Нартанг, 1994. ISBN 5-87761-005-8
  • Ba Salnang. dBa' bzhed: The Royal Narrative concerning the bringing of the Buddha’s Doctrine to Tibet. Transl. Wangdu, Pasang, and Diemberger, Hildegard. Vienna: Verlag der Österreichischen Akademie der Wissenschaften, 2000. ISBN 978-3-7001-2956-1.

Тикшеренеүҙәр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә