Тарасова Татьяна Анатольевна
Тарасова Татьяна Анатольевна (13 февраль 1947 йыл) — фигуралы шыуыу буйынса СССР һәм Рәсәй тренеры. СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1975), СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Билдәле совет хоккейы тренеры Анатолий Тарасовтың ҡыҙы.
2004 йылға уның уҡыусылары Донъя һәм Европа чемпионтаттарында дөйөм алғанда 41 алтын миҙал, шулай уҡ дүрт мөмкинлектән өс дисциплинала ете алтын миҙал яулай:
- Ирина Роднина һәм Александр Зайцев (1976 һәм 1980 йылғы парҙар),
- Наталья Бестемьянова һәм Андрей Букин (бейеүҙәр — 1988 йыл),
- Марина Климова һәм Сергей Пономаренко (бейеүҙәр — 1992 йыл),
- Илья Кулик (ир-аттар — 1998 йыл),
- Оксана Грищук һәм Евгений Платов (бейеүҙәр — 1998 йыл),
- Алексей Ягудин (ир-аттар — 2002 йыл).
Биографияһы
үҙгәртергәТатьяна Анатольевна Тарасова Мәскәүҙә СССР-ҙың билдәле хоккейсыһы һәм тренеры Тарасов Анатолий һәм Тарасова Нина Григорьевна ғаиләһендә тыуған. Өлкән апаһы — Галина, педагог.
Татьянаға биш йәш булғанда уны атаһы конькиҙа шыуырға өйрәтә.
Татьяна Тарасова һәм Георгий Проскурин пары менән бер аҙ ваҡыт Е. А. Чайковская күнекмәләр үткәрә. 1966 йылда Татьяна Тарасова менән Проскурин Георгий Бөтә донъя Универсиадаһында ҡатнаша. Тиҙҙән спорт карьераһын йәрәхәтләнеүе арҡаһында тамамларға мәжбүр була.
1967 йылда Тарасова тренерлыҡ эштәре һәм программалар ҡуйыу менән шөғөлләнә башлай. Ул йылдарҙағы уҡыусылары араһында:
Ирина Роднина, Александр Зайцев, Моисеева Ирина, Андрей Миненков, Алексей Йәһүҙиндың, Илья Кулик, Денис Те, Наталья Бестемьянова, Марина Климова, Ирина Романова, Игорь Ярошенко, Саша Коэн, Алиса Дрей, Джонни Вейр, Сидзука Аракава, Оксана Грищук, Барбара Фузар-Поль, Андрей Букин, Евгений Платова, Сергей Пономаренко, Мао Асада, Эван Лайсачек, Ирина Николаева һ. б була.[3].
1974 йылда Физик культура институтына уҡырға инә, уны 1979 йылда уңышлы тамамлай.
1990 йылдар уртаһында «Бөтә йондоҙҙар» боҙ театры ойоштора, төркөмгә күп кенә билдәле совет фигуристары инә. Театр 14 йыл эшләй. Тарасова унда тренер, балетмейстер, һәм режиссёр булып сығыш яһай. Театрҙа ысын классик балет тамашалар ойошторола: «Ночь на Лысой горе», «Спящая красавица», «Золушка», «Аленький цветочек». Репертуарҙа шулай уҡ Тарасова ҡуйған «Русские на Бродвее» серияһы, билдәле «Вестсайдская история» бродвей спектакле, «Фантом в опере», «Кабаре», «Кордебалет», «Кошки» һәм башҡалар була
2001 йылда автобиографик «Красавица и чудовище» китабын сығара[4].
2005 йылда Тарасова Татьяна Рәсәйҙең фигуралы шыуыу буйынса федерацияның тренер-консультанты итеп тәғәйенләнә.
Беренсе каналдың бер нисә телевизион шоу жюри рәйесе («Йондоҙҙар боҙҙа» — 2006, «Боҙлоҡ осоро» — 2007 йылдан — 2009 йылға тиклем һәм 2012 йылдан, 2010 йылдан 2011 йылға тиклем «Боҙ һәм ялҡын»). 2018 йылдың 1 апреленән — «Боҙлоҡ осоро. Балалар» телевизион проектының жюри рәйесе
2008 йылдың 21 мартында Гётебергта донъя чемпионаты үткәреү көндәрендә Т. А. Тарасова Донъя фигуралы шыуыу даны залына и ндерелә[5].
Шул уҡ йылдың йәйендә Тарасова етәкслеге аҫтында 2008 йылда донъя чемпионкаһы япон ҡыҙы Мао Асада күнекмәләр ала башлай. Шул уҡ ваҡытта Асада Нагоялағы университет базаһында ла күнекмәләр ала һәм Татьяна Анатольевнаға Мәсекәүгә ваҡыт ваҡыты менән генә килә. Үҙ сиратында, Тарасова шулай уҡ ҡайһы саҡ Японияға спортсы янына бара һәм уның мөһим старттарында оҙатып йөрөй[6]. 2010 йылдағы Олимпия уйындарынан һуң Мао донъя чемпионатында көмөш миҙал яулай һәм был хеҙмәттәшлек туҡтай[7].
2011 йылдың ҡышында Тарасова етәкселеге аҫтында боҙ сәхнәлә Шарль Перроның «Спящая красавица» әкиәте мотивтары буйынса спектакль ҡуйыла[8].
Тарасова Татьяна Анатольевна тренер булараҡ фигуралы шыуыу буйынса Ҡышҡы Олимпия уйындарында, донъя һәм Европа чемпионаттарында ҡатнаша. Йыш ҡына «Беренсе канал» һәм «Матч ТВ» телеканалында фигуралы шыуыу буйынса ярыштарға комментарийҙар бирә.
Спорт ҡаҙаныштары
үҙгәртергәГеоргий Проскурин менән парҙа:
Ярыштар/Миҙгел | 1964 | 1965 | 1966 |
---|---|---|---|
Донъя чемпионаты | 7 | ||
Европа чемпионаты | 6 | 4 | |
СССР чемпионаты | 3 | 2 | |
Ҡышҡы Универсиада | 1 |
Сәйәси ҡараштары
үҙгәртергә2001 йылдың апрель айында яңы етәкселеккә ҡаршы сыҡҡан НТВ телекомпанияһының журналистар коллективын яҡлап сығыш яһай[9].
2012 йылдың ғинуарында Рәсәй Президентына кандидат Владимир Путиндың «Халыҡ штабы» ағзаһы була (Мәскәү буйынса)[10]. 2012 йылдың 4 февралендә Мәскәүҙең Поклонный тауында Владимир Путинды хуплап митинта сығыш яһай. 2012 йылдың 6 февралендә Рәсәй Президентына кандидаттың һәм ғәмәлдәге президент Владимир Путиндың ышаныслы кешеһе булып теркәлә[11]. 2018 йылда президент һайлауҙарында Владимир Путиндың ышаныслы вәкиле булып тора.
Ниндәйҙер сәйәси партияның ағзаһы түгел.
Шәхси тормошо
үҙгәртергәӨс тапҡыр никахта була, Тарасова Татьяна ирҙәре:[12]
- Алексей Самойлов — актёр, СССР-ҙың халыҡ артисы Евгений Самойловтың улы. Никах ике йыл дауам нитә;
- Василий Хоменков (1947—1976) — спортсы-атлет, совет спортсыһы, тренеры Леонид Хоменковтың улы;
- Крайнев Владимир (1944—2011) — пианист, СССР-ҙың халыҡ артисы.
Никахтарынан балалары булмай.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергәIII
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (27 февраль 1998 йыл)[13].
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (13 февраль 2017 йыл)[14].
- Почёт ордены (13 февраль 2007 йыл)[15].
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (15 июнь 1988 йыл)[16].
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (9 апрель 1980 йыл).
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (22 май 1984 йыл)[17].
- «Почёт Билдәһе» ордены (10 май 1976 йыл)[18].
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы[19][20].
- Рәсәй Федерацияһы Президентының рәхмәт хаты (5 май 2003 йыл)[21].
- СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1975).
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1972).
- СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
- «Йыл рәсәйлеһе» милли премияһы лауреаты (2007)[22].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ выгрузка данных Freebase — Google.
- ↑ Спортсмены Татьяны Тарасовой: Ирина Николаева (Россия) . Официальный сайт Тайтьяны Анатольевны Тарасовой. Дата обращения: 14 апрель 2015. Архивировано 24 сентябрь 2015 года. 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ Всё вышло так, как нагадала Прасковья // Огонек. — 2001. — Т. 4708. — № 33. — С. 53—57. Архивировано из первоисточника {a.
- ↑ Татьяна Тарасова введена в Зал славы мирового фигурного катания . Дата обращения: 19 апрель 2008. Архивировано 23 март 2008 года.
- ↑ Татьяна Тарасова: «Ещё немного, и я смогу отойти в сторону» Интервью Е. Вайцеховской от 31.01.2009
- ↑ No tears, but Nagasu still must get past fears (инг.)
- ↑ Ледовое озеро // Огонек. — 2011. — В. 5208. — № 49.
- ↑ 10 лет разгрома НТВ.Яблоко (15 апреля 2011).
- ↑ Список членов «Народного штаба» на сайте putin2012.ru
- ↑ Постановление ЦИК РФ № 96/767-6, 6 февраля 2012 2012 йыл 26 декабрь архивланған.
- ↑ Мужья Татьяны Тарасовой
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 27 февраля 1998 года № 206 «О награждении государственными наградами Российской Федерации спортсменов, тренеров, работников физической культуры и спорта по итогам ХVIII зимних Олимпийских игр 1998 года»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 13 февраля 2017 года № 59 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 13 февраля 2007 года № 159 «О награждении орденом Почёта Тарасовой Т. А.»
- ↑ Ведомости Верховного Совета СССР. — М.: Издание Верховного Совета СССР, 1988. — № 25 (22 июня). — 473—484 с. — Статьи 410—426
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 22 мая 1984 года № 223—XI «О награждении орденами и медалями СССР спортсменов и тренеров по итогам XIV зимних Олимпийских игр»
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 10 мая 1976 года № 3969—IX «О награждении орденами и медалями СССР спортсменов, тренеров, работников физической культуры и спорта в связи с итогами XII зимних Олимпийских игр»
- ↑ Татьяна Тарасова: Мечтаю, чтобы наше дело продолжалось
- ↑ Фотография с наградами
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 5 мая 2003 года № 223-рп «О поощрении»
- ↑ «Россиянин года» на сайте Российской Академии бизнеса и предпринимательства(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Международный Объединенный Биографический Центр «Тарасова, Татьяна Анатольевна».
- Спортивная Россия. «Тарасова, Татьяна Анатольевна»
- «Школа злословия» с участием Татьяны Тарасовой