Сәфәр (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Сәфәр — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.
Этимологияһы
үҙгәртергәСәфәр исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән. Бер нисә мәғәнәгә эйә: беренсеһе — юл, сәйәхәт; икенсеһе — Һижрә-Ай календарында 2-се айҙың исеме (шул айҙа тыуған балаға ҡушылған исем)[1]
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәАгишев Сәфәр Аҡбулат улы 1913 — 10 июль 1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 275-се гвардия кавалерия полкында хеҙмәт итә. Кесе лейтенант.
Мусин Сәфәр Ғайсар улы (5 ноябрь 1948 йыл) — хеҙмәт ветераны, 1965—2007 йылдарҙа Салауат ҡалаһының «Салаватстрой» төҙөлөш тресының балта оҫтаһы, ташсыһы, мастеры (1995 йылдан). Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры (1975, 1977, 1986). Фёдоровка районының почётлы гражданы.
Сәфәр хан (Сәйет Йәғәфәров) — 1681—1684 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе. Башҡорт старшинаһы, мулла.
Фамилияла
үҙгәртергәСәфәров Марс Ғиләж улы (18 апрель 1937 йыл) — ғалим-химик-органик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1979), профессор (1982). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1986), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
Сәфәров Валерий Фидан улы (21 июнь 1950 йыл) — ғалим-архитектор, педагог. 1979 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2007—2012 йылдарҙа «БашНИИстрой» институтының баш архитекторы. Тарих фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы, Рәсәй Федерацияһының почётлы архитекторы.
Сәфәров Альберт Тәлғәт улы (5 май 1958 йыл, Өфө) — СССР биатлонсыһы, биатлон буйынса совет һәм Рәсәй тренеры, биатлонда Рәсәй тренеры һәм эшмәкәре, функционеры. Ишембай биатлон мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Башҡортостан Республикаһы Биатлон федерацияһының экс-рәйесе.Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2000), СССР-ҙың спорт мастеры (1979) һәм биатлон буйынса халыҡ-ара категориялы судья (2003) Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1999).
Ауылдар
үҙгәртергә•Сәфәр (Учалы районы) (рус. Сафарово) — Башҡортостан Республикаһының Учалы районындағы ауыл.
•Сафар (Миәкә районы) — Башҡортостан Республикаһының Миәкә районындағы ауыл.
•Сафар (Шишмә районы) — Башҡортостан Республикаһының Шишмә районындағы ауыл.
• Иҫке Сәфәр — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районындағы ауыл.
• Яңы Сәфәр — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Мөслим районындағы ауыл.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәСәфәр — һижри иҫәп менән икенсе ай.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |