Сәйет Йәғәфәров

(Сәфәр хан битенән йүнәлтелде)

Сәйет Йәғәфәров (Сәйет батыр, Сәфәр хан) — 1681—1684 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе. Башҡорт старшинаһы, мулла.

Сәйет батыр
Сәйет Йәғәфәров
Тыуған көнө

XVII быуат 2-яртыһында

Вафат булған көнө

XVII быуат аҙағында, артабанғы яҙмышы билдәһеҙ

Эшмәкәрлеге

батыр, мулла, старшина

Биографияһы

үҙгәртергә

Сәйет Йәғәфәров сығышы менән руханиҙар ғаиләһенән булған[1].

Сәйет Йәғәфәров 1681 йылдың июненән Башҡортостандың Ҡазан, Нуғай, Уҫы һәм Себер даруғалары территорияһында ихтилалға әҙерлек буйынса агитацион эшмәкәрлек алып бара. 1682 йылда апрелендә алып баш күтәреүселәрҙең Кама аръяғы ҡәлғәләренә һөжүменә, Көңгөр һәм Өфөнө ҡамауға етәкселек итә. Ихтилал барышында Сәфәр хан исеме аҫтында башҡорт ханы тип иғлан ителә[2].

1682 йылдың июнь башында Кама аръяғы ҡәлғәләре янында батша хөкүмәте ғәскәрҙәре менән ҙур алышта Сәйет яралана[3].

Баш күтәреүселәр араһындағы низағтан һуң 1682 йылда июлендә ҡалмыҡ ханы Әйүкә менән ихтилалға ҡораллы ярҙам тураһында килешеү төҙөй. Башҡорт һәм ҡалмыҡтарҙың Сәйет батыр етәкселек берләшкән отрядтары башлыса Ҡазан, Нуғай һәм Уҫы даруғалары территорияһында һуғыша. 1683 йылда башында ҡалмыҡтар ихтилалдан ситләшә, башҡорт отрядтары көрәште 1684 йылда көҙөнә тиклем дауам итә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Әхмәтзәки Вәлиди Туған яҙыуынса, 1704—1711 йылғы баш күтәреүҙәр осоронда башҡорттар Бәрҫеүән буйында Ҡазый мәсетендә ҡоролтайға йыйылалар, унда Алдар тархан (750 башҡорт менән бергә), 1707 йылда ҡаҙаҡтар араһына ҡасҡан Сәйет батырҙың улы (500 ҡаҙаҡ менән бергә) килә. Ҡоролтайҙа улар Өфөгә һөжүм итергә ҡарар итәләр[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. История Башкортостана. Ч. 1. С древнейших времён до 1917 г. / Учебник для 8—9 кл. — Под ред. И. Г. Акманова. — Уфа: Китап, 1996. — С. 79. — 240 с. — ISBN 5-295-01918-7.
  2. Сеит Садиир. // Советская историческая энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия. Под ред. Е. М. Жукова. 1973—1982.
  3. Ермаков В. В. Глава 2. Национальные восстания в нижнем прикамье//Челнинская история. kam.ru. 2012 йыл 13 май архивланған.
  4. Ахметзаки Валиди Тоган. История башкир. — Уфа: Китап, 2010. — С. 21—23. — 352 с. — ISBN 978-5-295-05000-8.

Һылтанмалар

үҙгәртергә