Сәфәров Валерий Фидан улы
Викидатала элемент тултырылмаған |
Сәфәров Валерий Фидан улы (21 июнь 1950 йыл) — ғалим-архитектор, педагог. 1979 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2007—2012 йылдарҙа «БашНИИстрой» институтының баш архитекторы. Тарих фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы, Рәсәй Федерацияһының почётлы архитекторы.
Биографияһы
үҙгәртергәВалерий Фидан улы Сәфәров 1950 йылдың 21 июнендә хәҙерге Хабаровский крайы Таскан ауылында тыуған.
1973 йылда Мәскәү архитектура институтын тамамлай.
Хеҙмәт юлы
үҙгәртергәМәскәү архитектура институтын тамамлағандан һуң, «Башкиргражданпроект» институтының архитекторы булып хеҙмәт юлын башлай.
1978 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы.
1979 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы.
Шуның менән бер рәттән «БашНИИстрой» институтында ла эшләй.
Тарих фәндәре кандидаты (2000)
2007—2012 йылдарҙа институттың баш архитекторы булып эшләне.
1974 й. — Белорет, Мәләүез ҡалалары ҡала төҙөлөшө һәм биҫтәләрендә төҙөлөш проекттары авторы.
1975 й. — Өфө ҡалаһы Инорс-4 биҫтәһен яңынан тергеҙеү реконструкция буйынса проекттар әҙерләй.
1976 й. — Зәй ҡалаһының (Татарстан) ентекле планировкаһын төҙөй.
1977 й. — Өфө ҡалаһы Инорс-1 биҫтәһенең,
2001 й. — Нефтекамск ҡалаһының 1-се биҫтәһенең
2002 й. — «Ҡариҙел» кварталының,
2004 й. — Култубан Баймаҡ районы Күлтабан ауылының комплекслы төҙөлөшөнөң
2006 й. — Өфө ҡалаһы Аҡназаров урамының бөтә кварталдары проекттары авторы.
Фәнни тикшеренеү темалары Башҡортостанда ҡала төҙөлөшө тарихына бағышланған.
Юғары уҡыу йорттары өсөн 6 уҡыу ҡулланмаһы авторы.
Шулай уҡ графика һәм һынлы һүрәт сәнғәте өлкәһендә лә живопись ижад итә. 1996 йылда Өфөлә персональ күргәҙмәһе ойошторолдо.
Уҡыусылары араһында хәҙерге көндә коллегаһы — К. А. Донгузов.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡабүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы (1992)
- Рәсәй Федерацияһының почётлы архитекторы (2010)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- «БашНИИстрой» — Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм ҡала төҙөлөшө буйынса Баш институты 2020 йыл 22 июнь архивланған.
- Диссертация «Города Башкортостана во второй половине XVI—XX вв.: Историко-архитектурный аспект», 2000
- Башҡортостан. Сәфәров Валерий Фидан улы
- Сайт УГНТУ. Архитектура 2020 йыл 23 июнь архивланған.
- Рейтинг профессора Сафарова Валерия Фидановича 2020 йыл 22 июнь архивланған.