Сәләфтәр

Wikimedia-Listn

Сәләфтәр ((ғәр. سلف‎‎) — әүәлгеләр; тәҡүә әүәлгеләр (ғәр. السلف الصالح‎‎ — әс-сәләф әс-салих; рус. Саляфы) — мосолмандарҙың тәүге өс быуыны, шул иҫәптән Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға)сәхәбәләре, Уға эйәреүселәр (тәбиғиндәр) һәм эйәреүселәренең эйәреүселәре (тәбиғ әт-тәбиғин)[1]..

Сәләфтәр
Ҡапма-ҡаршыһы халяфы[d]
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ислам тарихының төрлө осорҙарында сәләфтәрҙең (әүәлгеләрҙең) йәшәү рәүешенә һәм инанысына эйәрергә саҡырып сығыш яһаусыларҙы билдәләү өсөн хеҙмәт иткән «сәләфилек» термины «сәләф» һүҙенән барлыҡҡа килгән[2]..

Ҡөрьәндә

үҙгәртергә
  Аллаһ башҡаларҙан алда килгән тәүге мөһәжирҙәргә һәм ансарҙарға - рәхмәттә. Аллаһ уларҙан ҡәнәғәт һәм улар ҙа Аллаһынан ҡәнәғәт. Ул уларға мәңге йәшәү өсөн йылғалар ағып торған йәннәт баҡсалары әҙерләне. Был — оло уңыш!
 

Әсхәбтәр

үҙгәртергә

Әсхәбтәр (ғәр. الصحابة‎‎ — дуҫтар, көрәштәштәр), сәхәбә (ғәр. صحابي‎‎ — иптәш, көрәштәш) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең көрәштәштәре, Уға инанып, имандарын һаҡлап үлгәндәр. Сәхәбәләргә шулай уҡ 622 йылда Мәккәнән Мәҙинәгә күсенгән мөһәжирҙәр (ғәр. المهاجرون‎‎) һәм ансарҙар (ғәр. أنصاري‎‎ (ярҙамсылар) — үҙҙәрендә Мәккә күскенселәрен ҡабул иткән Мәҙинә халҡы.

Тәбиғиндәр

үҙгәртергә

Тәбиғиндәр(ғәр. تابعون‎‎ — эйәреүселәр). Тәбиғиндәр араһында, Әбү Хәнифә башҡа билдәле ислам дине белгестәре булған.

Тәбиғиндәрҙең тәбиғиндәре

үҙгәртергә

Тәбиғ әт-тәбиғин (ғәр. تبع التابعين‎‎ — тәбиғиндәргә эйәреүселәр) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сәхәбәләрен күрмәгән тәбиғиндәрҙең шәкерттәре. Тәбиғиндәрҙең тәбиғиндәре араһында Ғабдрахман ибн Ғабдуллаһ, Әхмәт ибн Хәнбәл, Жәғәфәр әс-Садиҡ, Мәлик ибн Әнәс, Мөхәммәт әш-Шәфиғи, Тәриҡ ибн Зыят һәм башҡалар булған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ислам: ЭС, 1991
  2. Абу Са’д ас-Сам’ани. Китаб ал-ансаб. III, 274
  • Али-заде, А. А. [107 Асхаб] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Ибрагим Т. К. и Сагадеев А. В. ас-Салафийа // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 204. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • al-Salaf wa ’l-K̲h̲alaf / Chaumont, E. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)