Сулпан (Ырымбур өлкәһе)

Сулпан Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.

Сулпан
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы[1]
Халыҡ һаны 401 кеше (2010)[2]
Почта индексы 462200
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Һаҡмар йылғаһының һул яҡ ярында, Ҡыуандыҡ ҡала округының үҙәгенән яҡынса 32 километр көнбайышта урынлашҡан.

Климаты уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ билдәләнгән. Район буйынса уртаса йыллыҡ температура +4,0оС-тан +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температура яҡынса −20,5оС — 35 оС. Яуым-төшөм йыл эсендә 300 мм-ҙан 450—550 мм-ға тиклем, шуларҙың күп өлөшө яҙғы-йәйге осорға тура килә (яҡынса 70%-ы). Ҡар ҡатламы ярайһы уҡ тотороҡло, уның дауамлығы, уртаса алғанда, 150 көн[3].

1920-се йәки 1930-сы йылдарҙа Һарыҡташ районының Кондуровка ауылынан бында күсеп килгән нуғайҙар нигеҙ һала. Башҡорттар ауылды Сулпан— «иртәнге йондоҙ, Венера планетаһы» тип атайҙар[4]. 2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районының Ейәнсура ауыл Советына инә, был муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡорғандан һуң, Ҡыуандыҡ ҡала округы составында.

Урамдары

үҙгәртергә

- Заводская 2-се урамы

- Заводская урамы

- Колхоз урамы

- Лесозащитный урамы

- Яңы урам

- Подгорный урамы

- Придорожный тыҡрығы

- Родниковый тыҡрығы

- Мәктәп урамы

- Мәктәп тыҡрығы

2002 йылдағы халыҡ һанынын алыу мәғлүмәттәре буйынса даими йәшәүсе халҡы 476 кеше (урыҫтар 56 %, татарҙар-31 %), 2010 йылда 401 кеше тәшкил итә[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә