Ситдиҡ (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Ситдиҡ/ Ситдыҡ — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Ситдиҡ исеме бар.
Этимология
үҙгәртергәСитдиҡ/ Ситдыҡ — башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән. Ғәрәпсә ситдиҡ, садиҡ (ғәр. صادق) — тоғро һүҙле, ғәҙел тигәнде аңлата. Ислам донъяһында киң таралған исем. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәӘбу Бәкер әс-Ситдыҡ (572 — 22 август 634) — Мәккәлә Усман (Әбү Күһәф булараҡ билдәле) һәм Сәлимә (Үмм әл-Хәйер булараҡ билдәле) ғаиләһендә тыуған. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең иң яҡын дуҫы.
Әүәлбаев Мэльс Ситдиҡ улы (10 ноябрь 1939 йыл — 23 октябрь 2019 йыл) — ғалим-инженер-механик, 1966—1999 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының үҫемлекселекте механизациялау бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1998). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1990).
Сәләхетдинов Камал Ситдиҡ улы (12 ғинуар 1900 йыл — 27 июль 1968 йыл) — театр актёры. 1928—1968 йылдарҙа Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры артисы. РСФСР-ҙың (1957) һәм Татар АССР-ының (1943) халыҡ артисы.
Алсынбаев Маҙһар Ситдыҡ улы (1 ноябрь 1937 йыл — 17 сентябрь 2010 йыл)- тренер. Биатлон буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1996), саңғы ярышы һәм биатлон (1963), велосипед спорты (1964) буйынса СССРҙың спорт мастеры. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1990). Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2001).
Фамилия
үҙгәртергәСитдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы (10 июнь 1952 йыл) — башҡорт) шағиры, прозаик, публицист, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007). Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2017).
Ситдиҡов Баян Ғариф улы (14 ғинуар 27 ғинуар 1916 йыл — 11 сентябрь 1979 йыл) — ғалим-фармаколог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[2], медицина хеҙмәте полковнигы. 1946 йылдан Силәбе дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, 1973—1979 йылдарҙа фармакология кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1969), профессор (1971).
Ситдыҡов Гена Әхмәт улы (22 ғинуар 1934 йыл — 20 июль 1998 йыл) — ғалим-тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1985), профессор (1993). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1980) һәм атҡаҙанған нефтсеһе (1982)[3].
Ситдиҡова Флүрә Булат ҡыҙы (1 декабрь 1958 йыл) — музыкант-скрипкасы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Сәнғәт фәндәре кандидаты (2012), профессор (2012). Рәсәй Федерацияһының мәғариф өлкәһенең почётлы хеҙмәткәре (2017), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2009).
Ситдиҡова Әҙиә Хәбибулла ҡыҙы (12 декабрь 1913 йыл — 29 май 2000 йыл) — рәссам. 1964 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының халыҡ (1983) һәм атҡаҙанған (1973) рәссамы. (1964). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1993).
Ауылдар
үҙгәртергәСитдиҡ-Мулла (рус. Ситдик-Муллино) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- ↑ http://chel-portal.ru/enc/Sitdikov_Bayan_Garifovich
- ↑ Ситдыҡов Гена Әхмәт улы