Свердловск өлкәһе башҡорттары
Свердловск өлкәһе башҡорттары — Свердловск өлкәһе территорияһында йәшәүсе башҡорттар. Төбәктең көньяҡ өлөшөнөң автохтон халҡы.
Свердловск өлкәһе башҡорттарының теле башҡорт теленең көнсығыш һәм төньяҡ-көнбайыш (урта урал һөйләше) диалекттарына ҡарай.
Тарихы
үҙгәртергәХәҙерге Свердловск өлкәһе территорияһына әүәле өпәй, ҡошсо, терһәк һәм һыҙғы ырыуҙары башҡорттарының аҫаба ерҙәре булған. Өпәйҙәр Түбәнге Серге районының Аҡбаш һәм Шәкүр ауылдарында; һыҙғылар — Красноуфимск округының Һыҙғы (Сыҫҡы), Табанлыкүл (Озерки), Юва, Боғалыштамаҡ, Үрге Боғалыш, Яңы Боғалыш һәм Урта Боғалыш ауылдарында; ҡошсо ырыуы вәкилдәре — Әртә районының Әртә-Шигер, Әжеғол, Яманйылға һәм Бикән ауылдарында, Түбәнге Серге районының Өфө-Шигер һәм Үрмәкәй, Красноуфимск округының Бәйәктамаҡ, Бишкәү, Рахманғол ауылдарында көн иткәндәр; ә терһәктәр Түбәнге Серге районының Араҡай ауылына нигеҙ һалған. XVII быуат башынан алып был ерҙәргә ғәйнә башҡорттары килеп урынлаша һәм Әшит районының Ғәйнә ауылында йәшәй башлайҙар, шулай уҡ Өфө-Шигер, Бәйәктамаҡ һ.б. ауылдарының шаҡтай ҙур өлөшөн тәшкил итәләр.
Урта Уралды колонизациялау һәм батша хөкүмәте тарафынан башҡорт ихтилалдарының аяуһыҙ рәүештә баҫтырылыуы башҡорттарҙың үҙ аҫаба ерҙәрендә аҙсылыҡта ҡалыуына килтерә. Башҡорттарҙың аҫаба ерҙәре заводтар, ҡәлғәләр һәм күсеп килгән халыҡтар өсөн ауылдар төҙөү өсөн талап алына. Һыҙғы ырыуы башҡорттары ерендә Красноуфимск ҡалаһына, ә терһәк һәм өпәй ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә — Түбәнге Һырғы, Әшит, Әртә, Михайловск һ.б. тораҡ пункттарына нигеҙ һалына.
Үрҙә һаналған ырыу башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Өпәй, Һыҙғы, Терһәк, Оло Ҡошсо улустары ойошторола. Идара итеүҙең кантон системаһы осоронда (XIX быуат башы) был ерҙәр 2-се башҡорт кантонының 5-се, 6-сы, 7-се йорттары составына инә.
Хужалыҡ
үҙгәртергә1773 йылда был яҡтарҙа булып киткән академик П. С. Паллас башҡорттарҙың игенселек, шулай уҡ ҡортсолоҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнеүҙәре, һыуһар, боланға һунар итеүҙәре тураһында мәғлүмәт яҙып ҡалдыра.
Демография
үҙгәртергә1795 йылда Екатеринбург өйәҙендә 5038, ә 1897 йылда — 8583 башҡорт иҫәпләнә[1].
Төбәктәге башҡорттар һаны (йылдар буйынса) | |||||
1959[2] | 1970[3] | 1979[4] | 1989[5] | 2002[6] | 2010[7][8] |
---|---|---|---|---|---|
14 621 | 21 428 | 30 051 | 41 500 | 37 296 | 31 183 |
1926 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Һыҙғы, Озерки, Әжеғол, Әртә-Шигер, Аҡбаш, Өфө-Шигер, Араҡай, Үрмәкәй, Шәкүр ауылы халҡы үҙҙәрен башҡорт милләтенән тип һанайҙар. Хәҙерге көндә башҡорттар Красноуфимск, Михайловск, Түбәнге Серге, Әртә һәм Камен райондарында йәшәйҙәр[9].
Мәҙәни һәм йәмәғәт ойошмалары
үҙгәртергә- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бүлексәһе — «Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы (2001 йылдан алып) һәм уның район бүлексәләре.
- «Свердловск өлкәһе башҡорттары үҙәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы.
- «Фатима» башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ижтимағи ойшмаһы (Екатеринбург ҡалаһы, 2001 йылдан алып).
- «„Мираҫ“ Свердловск башҡорт-татар мәҙәниәте үҙәге» төбәк милли-ижтимағи ойошмаһы.
- Мәжит Ғафури исемендәге Екатеринбург башҡорт-татар йәмғиәте (1997 йылдан алып).
- Свердловск өлкәһенең «Уралым» башҡорт йәштәре берлеге.
Бынан тыш 2002 йылдан алып Екатеринбург ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының Даими вәкиллеге эшләй.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Асфандияров А. З. История башкирских сёл Пермской и Свердловской областей. Уфа, 1999. Т8.
- Асфандияров А. 3. Кантонное управление в Башкирии (1798—1865 гг.). — Уфа: Китап, 2005.
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий.- Уфа: Китап, 2009.
- Асылгужин Р. Р. Башкиры Свердловской области. Уфа: Хан, 2007. (рус.)(урыҫ.) (баш.)(баш.)
- Башкиры. История, культура, этнография. Атлас. 2007.
- Гатауллин Р. Ш. Сёла и деревни Кущинского рода: Сборник материалов. — Уфа, 2007. — 132 с.
- Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. М., 1974.
- Костюм татар и башкир Урала 2013 йыл 16 декабрь архивланған.//Народное искусство Урала. Традиционный костюм, ред.-сост. А. А. Бобрихин. Екатеринбург, 2006.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Статья в Башкирской энциклопедии(недоступная ссылка) (баш.)
- ↑ Демоскоп. Всесоюзная перепись населения 1959 года.
- ↑ Демоскоп. Всесоюзная перепись населения 1970 года.
- ↑ Демоскоп. Всесоюзная перепись населения 1979 года.
- ↑ Демоскоп. Всесоюзная перепись населения 1989 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года 2011 йыл 20 апрель архивланған.: Население по национальности и владению русским языком по субъектам РФ 2006 йыл 4 ноябрь архивланған.
- ↑ Официальный сайт Всероссийской переписи населения 2010 года. Информационные материалы об окончательных итогах Всероссийской переписи населения 2010 года 2016 йыл 5 июнь архивланған.
- ↑ Национальный состав населения по субъектам РФ по данным Всероссийской переписи населения 2010 года 2012 йыл 1 июнь архивланған.
- ↑ Башкиры и башкиро-мусульманское влияние за пределами Башкортостана — опыт изучения в словарях «Ислам в РФ» 2013 йыл 5 октябрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Асылгужин Р. Р. Башкиры Свердловской области // Ватандаш. — 2009. — № 1. — С. 34—38. — ISSN 1683-3554.
- Асфандияров А. З. Башкирские деревни Свердловской области // Ватандаш. — 2001. — № 9. — ISSN 1683-3554.
- YouTube сайтында Башкиры рода Упей (Свердловская область)