Саблуков Гордий Семёнович
Саблуков Гордий Семёнович (1803, Асҡын заводы, Ырымбур губернаһы — 29 января [10 февраля] 1880, Ҡаҙан) — урыҫ шәрҡиәтсеһе, Ҡаҙан дин академияһы профессоры, ислам динен өйрәнеүсе, Ҡөрьәндең ғәрәп теленән урыҫ теленә беренсе тәржемәһе авторы һәм баҫтырып сығарыусыһы.
Саблуков Гордий Семёнович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 1804 |
Тыуған урыны | Архангел, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 29 ғинуар (10 февраль) 1880 |
Вафат булған урыны | Ҡазан, Рәсәй империяһы |
Һөнәр төрө | лингвист, тәржемәсе, тарихсы |
Эш урыны | Казанская духовная академия[d] |
Уҡыу йорто | Московская духовная академия[d] |
Уҡыусылар | Николай Гаврилович Чернышевский[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәСаблуков Гордий Семёнович Асҡын заводында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Архангел ауылы) Михайло-Архангел сиркәүе руханиһы ғаиләһендә тыуған. Атаһы — Гуриевич Симеон Саблуков (1759—1835), әсәһе — Евдокия Семеновна Саблукова (1774—1859).
1826 йылда Ырымбур дини семинарияһын, 1830 йылда — Мәскәү дини академияһын тамамлай.
1830—1849 йылдарҙа Һарытау дини семинарияһында тарих һәм көнсығыш телдәрен уҡыта, атап әйткәндә, 1843—1845 йылдарҙа Н. Г. Чернышевскийҙың уҡытыусыһы була, уның менән һуңғы осрашыуы 1851 йылда Ҡаҙанда була.
1849—1862 йылдарҙа Ҡаҙан дини академияһының мосолмандарға ҡаршы бүлегендә көнсығыш һәм классик телдәрҙе уҡыта.
Ул "Ҡөрьән"де ғәрәп теленән урыҫ теленә тәржемә итә, уның тәржемәһендә Ҡөрьән тәүге тапҡыр типографик ысул менән нәшер ителгән (Ҡаҙан, 1878); Ҡөрьәнгә аннотацияланған күрһәткестәре булған «Ҡөрьән тәржемәһенә ҡушымталар» (1879), һәм ике рисәлә: «Ҡөрьән тураһында мәғлүмәттәр» (Ҡаҙан, 1884) һәм «Сличение магометанского учения о именах Божиих с учением о них христианским» (1873)[1]баҫтырып сығарған.
Һуңыраҡ Саблук унда ислам динен өйрәнеүгә теләк тыуҙырған осраҡ тураһында ошолай хәтерләй:[2]
Миңә, ул ваҡытта әле бәләкәй малайға (1817 йыл), алла бер, иман ғына төрлө тип әйтеп минең күңелемдә фекер уятҡан Хәлит башҡорт, ерән ҡарт, Асҡын заводынан 8 саҡрым алыҫлыҡта көньяҡта ятҡан Тимербай ауылынан ине. Шул саҡта мин үҙ-үҙемә: «мин һинең иманыңды (Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең) өйрәнермен әле!» тип әйттем.
Нумизматик, Волга буйы, ҡыпсаҡтар, Алтын Урҙа тураһында тарихи-археологик һәм этнографик хеҙмәттәр авторы.
Шулай уҡ Баһатур-хандың «Төрөктәр тарихы» китабының 1-се өлөшөн төрөк теленән урыҫ теленә тәржемә иткән ("Көнсығыш тарихсылары китапханаһы"ның III бүлеге).
Телдәр белгесе
үҙгәртергәТелдәр өйрәнеүгә һәләтлеге бәләкәй саҡтан була. Асҡын баҡыр иретеү заводы янындағы башҡорт ауылдарында йәшәүселәр менән аралашып, уларҙан айырым һүҙҙәр, хикәйәләр яҙып ала. Мәскәү руханиҙар академияһында уҡығанда үҙаллы Инжилде [[йәһүд]] телендә уҡып сыга. Һарытауҙа эшләгәндә Троянскийҙың татар грамматикаһынан[3] татар телен, Болдыревның ғәрәп грамматикаһы китаптарынан[4] ғәрәп телен өйрәнә.
1841 йылда Г. Саблуков ҡалмыҡ теле әлифбаһын төҙәтеү эшендә ҡатнаша.
Белгән телдәре
үҙгәртергә
|
|
Ҡаҙанда ерләнгән.
Ғаиләһе
үҙгәртергәГордий Семенович Саблуковтың яҡын туғандары һәм туранан-тура вариҫтары араһында:
- Иван Яковлевич Порфирьев (1823—1890), академик, рус тарихсыһы, Ҡаҙан дини академияһы профессоры, Гордий Семеновичтың ҡыҙы Августа Гордиевна Саблукованың ире.
- Иван Петрович Гвоздев (1819—1873), Ҡаҙан дини академияһы профессоры, Гордий Семеновичтың ҡыҙы Ольга Гордиевна Саблукованың ире.
- Николай Иванович Порфирьев (1863—1930), Ҡаҙан университетына математика профессоры, Гордий Семенович Саблуковтың ейәне.
- Сергей Иванович Порфирьев (1869—1942), тарихсы-архивист, Гордий Семенович Саблуковтың ейәне.
- Васьян Сергеевич Порфирьев (1907—1990), Ҡаҙан университетының тәбиғәтте һаҡлау һәм биогеоценология кафедраһы профессоры, биология фәндәре докторы, Гордий Семенович Саблуковтың бүләһе.
- Порфирьев Глеб Сергеевич (1911—1959), геолог, палеонтолог, фән кандидаты, Гордий Семенович Саблуковтың бүләһе.
Нонна Гришаева Саблуков нәҫеленең «Казанских» фамилияһын ҡабул иткән тармаҡтарының береһенән сыҡҡан[5].
Библиография
үҙгәртергә- Валеев Р. М.: «Из истории казанского востоковедения середины-второй половины XIX в: Гордий Семенович Саблуков — тюрколог и исламовед». Казань: Изд-во Казань-Kazan, 1993. — 104 с.
- Крачковский И. Ю., Избр. соч., т. 1, 6, М.—Л., 1955—1960.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Густерин П. В. Коран как объект изучения. — Саарбрюккен: LAP LAMBERT Academic Publishing. — 2014. — С. 12, 39, 54, 59. — ISBN 978-3-659-51259-9.
- ↑ Материалы к биографии Гордия Семеновича Саблукова (1803—1880)
- ↑ Троянский А. Краткая татарская грамматика в пользу учащегося юношества, сочиненная Казанской Академии Учителем татарского языка священником А. Троянским. СПб., 1814.
- ↑ Болдырев А.В. Арабская христоматия, литографически изданная. М., 1824; Краткая арабская грамматика , М., 1827, изд. 2-е, 1836.
- ↑ Моя родословная (телепрограмма), выпуск 6 («Нонна Гришаева»)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Густерин П. Русскоязычная коранистика досоветского периода // Вопросы истории. — 2015. — № 5. — С. 162—163.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Густерин П. В. Гордий Семенович Саблуков как востоковед // Портал «Россия в красках»
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Колмаков, Алексей Васильевич
- Постников, Петр Васильевич
- Верёвкин, Михаил Иванович
- Богуславский, Дмитрий Николаевич