Иҫке тәртип православиеһы

Урыҫ Православ дине тарихында, иҫке тәртип православтары (рус.  старове́ры, старообря́дцы) — рәсми Урыҫ Православ сиркәүенән 1666-сы йылдан һуң айырылып ҡалған дини ағым; 1652-66 йылдарҙа Православ динендә Патриарх Никон тарафынан үткәрелгән реформаларға ҡаршы сығып, боронғо дини тәртиптәрен һаҡлау өсөн тарҡалыу юлын күргән православ динлеләр төркөмө.

Тарҡалыу сәбәптәре

үҙгәртергә

1652 йылда, Никон (1605—1681; 1652 йылдан башлап 1658 йылғаса Урыҫ Православ Сиркәүе Патриархы булған) урыҫ һәм грек православ ғибәҙәте практикаһы араһында ярашһыҙлыҡтарҙы күреп, ике сиркәүҙең ғибәҙәт практикаһын яҡынайыу өсөн реформа үткәрә башлай. Реформаның тағы бер сәбәбе — урыҫ православ священниктары аҙ белемле булған һәм ғибәҙәт ҡылғанда күп хата ебәргән. Шулай уҡ китап күсереүселәре, яҡшы уҡый-яҙа белмәгәс, күп хаталанған. Ғөмүмән, Рәсәй халҡының аҙ белемлелеге сәбәбе — Рәсәйҙә 17-се быуатта үҙ мәктәптәре һәм университеттары булмау. Руханиларҙың тик бәләкәй генә өлөшө Византияла уҡыған, ә башҡалар ғаиләләрҙә һәм «рухи атайҙарҙан» ғына уҡып-яҙырға өйрәнгән.

Никон реформаһы сәбәпле урыҫ православ ғибәҙәтендә үҙгәртеүҙәр

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә



  Был дин тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.