Розанова Лариса Николаевна

совет лётчигы, Тамань Ҡыҙыл Байраҡлы Суворов орденлы 46-сы гвардия төнгө бомбардировка полкы штурманы, гвардия капитаны. Советтар Союзы Гер

Розанова Лариса Николаевна (6 декабрь 1918 йыл — 5 октябрь 1997 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, лётчик-штурман. Гвардия капитаны. Советтар Союзы Геройы.

Розанова Лариса Николаевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Украина
 СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 6 декабрь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Киев, Украинская держава[d]
Вафат булған көнө 5 октябрь 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Николо-Архангельское кладбище[d]
Һөнәр төрө лётчик
Хәрби звание Капитан
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө Авиация
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы Жуков миҙалы "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «70 лет Вооружённых Сил СССР»

Йәшлек йылдары

үҙгәртергә

Лариса Николаевна Розанова (Литвинова) 1918 йылдың 6 декабрендә Киев ҡалаһында Николай һәм Мария Розановтар ғаиләһендә тыуған. Украин ҡыҙы. Уның атаһы авиация оҫтаханаһында слесарь булып эшләй. Бәләкәй Лариса уның эш урыныда йыш була.

Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, аяҡ кейемдәре фабрикаһына эшкә килә һәм киев аэроклубына пилоттар курсына уҡырға инә. 1940 йылда Херсон лётчик-инструкторҙар әҙерләүсе осоусылар авиация мәктәбен тамамлай. Феодосия инструкторы, ә һуңынан Мәскәүҙә Киров аэроклубында лётчик-инструктор булып эшләй. Осоусылар әҙерләү мәктәбенә уҡырға инерлек өс төркөм курсант әҙерләйҙәр. Һәм һуғыш башлана.

Бөйөк Ватан һуғышы

үҙгәртергә

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Лариса Розанова фронтҡа ебәреү үтенесе менән хәрби комиссариатҡа юллана, әммә кире яуап ала. 1941 йылдың 1 авгусында Мәскәү аэроклубы Рязань өлкәһенә эвакуациялана. Лариса бында ла фронтҡа тәғәйенләнеү алырға тырыша. Әммә үтенесе кире ҡағыла. Октябрь башында ғына Розанова һәм уның менән бергә ғариза биргән дуҫ ҡыҙҙарын Осоавиахимдың Мәскәү советына саҡырлар. Мәскәүҙә уларға билдәле лётчик, Советтар Союзы Геройы Марина Раскова ҡатын-ҡыҙҙар авиация полкы формалаштырыуы тураһында мәғлүм була. 1941 йылдың 15 октябрендә Раскова ҡыҙҙар төркөмө менән ҡатын-ҡыҙҙар авиация полкы формалашҡан Энгельс ҡалаһына ашығыс эвакуацияланыу тураһында бойороҡ ала.

1941 йылдың 26 октябрь иртәһендә буласаҡ лётчицалар эшелоны тәғәйенләнгән урынға килгән. Личный состав хәрби уҡыуҙар өсөн төркөмдәргә бүленә. Дүрт төркөм: осоусылар, штурмандар, механиктар һәм ҡоралландырыусылар була. Лариса Розанова штурмандар төркөмөнә эләгә. Унда тамамланған урта һәм тамамланмаған юғары белемле ҡыҙҙарҙы алалар. Ларисаның тағы ла штурман булырлыҡ осоу мәктәбен тамамлауы үҙе бер өҫтөнлөк биргән. Ул саҡта был һирәк күренеш була — әҙерлекле штурман -ҡатын-ҡыҙҙар илдә юҡ тиерлек. Әммә Розанова осоусы булырға теләй, һәм икенсе төркөмгә күсереүҙәрен үтенеп өс тапҡыр рапорт бирә. Өсөнсө мөрәжәғәтенән һуң Марина Раскова уны әңгәмәгә саҡыра, һәм был һөйләшеүҙән һуң Лариса үҙ фекерен үҙгәртә һәм штурманға уҡыуын дауам итә. Хәрби авиация училищеларында теоретик курс, ғәҙәттә, өс йыл өйрәнелгән, хәҙер ҡыҙҙарға программа өйрәнергә өс ай ваҡыт бирелгән. Мәктәп янында курстар тамамлағандан һуң, Лариса эскадрилья штурманы итеп тәғәйенләнә.

1942 йылдың 27 майында Розанова Лариса полк составында фронтҡа килә. Тәүге хәрби осошта ике экипаж ҡатнаша: полк командиры Бершанская менән штурман Бурзаева беренсе оса. Уның артынан — штурман Розанова менән эскадрилья командиры Серафима Амосова.

Первый боевой вылет прошёл удачно. Бершанская пересекла линию фронта, попала в сетку прожекторов, маневрируя, вышла на цель, сбросила бомбы, видела взрыв. Задание выполнено.

Полет Амосовой и Розановой проходил сложнее. Они точно рассчитали, когда должны быть над целью. Представляли себе, что тут обязательно раздастся грохот орудий, что их самолёт встретят огнём. Но странно… По расчёту времени самолёт должен быть над целью, а все спокойно.

— Давай вернемся на контрольный пункт, — предложила Розанова. — Сделаем ещё один заход! Времени до рассвета много.

Вернулись обратно и снова полетели к цели. Целью была шахта, где размещался штаб противника. Вот эта шахта, вот изгиб дороги, железнодорожное полотно. И снова тишина внизу спутала все карты. Решили сделать третий заход и только тогда сбросили бомбы — прямо над целью. Раздался взрыв, взметнулось пламя: начался пожар.

— Магид А. С. Гвардия Тамань авиация полкы.

Шулай беренсе эскадрильяның хәрби иҫәбе асыла. Розанова Төньяҡ Кавказда, Ставропольщинала, Кубань, Новороссийск өҫтөнән оса. 1942 йылдың июленән лётчик ВКП(б) ағзаһы. Партия билетын ҡыҙға һуғышҡа тиклем әсәһе йәшәгән Дондағы Ростов ҡалаһына яҡын урынлашҡан Ольгинская станицаһында тапшыралар.

1942 йылдың декабрендә Розанова звено командиры итеп тәғәйенләнә.

1943 йылдың апрелендә Лариса Розанова фронт һыҙығына яҡын урынлашҡан тылдағы Армавирға килә. Самолётты ашығыс рәүештә ялан авиаремонт оҫтаханаһына илтергә кәрәк була: машина ныҡ туҙған була. Бында Лариса үҙенең буласаҡ ирен — капитан Илья Литвиновты осрата.

Марттан сентябргә тиклем полк дошмандың Тамань ярымутрауындағы «Зәңгәр һыҙат» оборона линияһын өҙөү һөжүм операцияһында һәм Новороссийскиҙы азат итеүҙә ҡатнаша. Иң ауыр алыш 1943 йылдың 1 авгусында була. Шул саҡта бер юлы дүрт экипаж базаға әйләнеп ҡайтмай. Лариса Розанова үҙенең штурманы Надя Студилина менән ҡайта. Ә һуңыраҡ фәҡәт уларҙың экипажы ғына маҡсатына ирешеүе һәм дошманды бомбаға тотоуы билдәле була.

1943 йылдың ноябрендә Керчь ярымутрауы өсөн һуғыштар башлана. Эльтиген ҡасабаһына төшкәндә, диңгеҙ десантына ярҙам күрһәтеү буйынса махсус задание бирелә. Полк Ҡырым һәм Севастополде азат итеү буйынса заданиены үтәй.

1943 йылдың 24 декабре төнөндә Розанова — Мария Ольховская самолёты экипажына снаряд ярсығы эләгә. Машина бейеклеген юғалта башлай. Әммә ҡыҙҙар имгәнгән самолётты совет инженер-төҙөлөш батальоны урынлашҡан районда ултырта ала.

Евгения Руднева 1944 йылдың апрелендә һәләк булғандан һуң Розанова полк штурманы итеп тәғәйенләнә.

Белоруссия, Польша, Германияны азат итеү операцияларында ҡатнаша. Һуғыш йылдары осоронда Лариса Розанова 816 хәрби осош яһай.

1945 йылдың апреленән Лариса Николаевна — запаста.

Һуғыштан һуң тормошо

үҙгәртергә

Һуғыш тамамланғандан һуң Лариса Розанова фронтта танышҡан капитан Илья Литвиновҡа кейәүгә сыға,

Уның фамилияһын ала. Улар Мәскәүҙә йәшәй. 1979 йылға тиклем Лариса Литвинова ВНИИ-ның ток сығанаҡтары буйынса өлкән инженер булып эшләй.

1997 йылдың 5 октябрендә етмеш туғыҙынсы йәшендә вафат була. Николо-Архангельск зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы мсемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Китааптары

үҙгәртергә
  • «Улица Татьяны Макаровой». М., 1976.
  • «Летят сквозь годы». — М. : Воениздат, 1983. — 160 с.
  • Литвинова Лариса Николаевна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Шкадов Иван Николаевич. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — С. 875. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в Российской книжной палате 87-95382.
  • Киреев А. Раздумья над письмом // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 1. — М.: Политиздат, 1969. — 447 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә