Бейеклеккә һикереү

(Прыжок в высоту битенән йүнәлтелде)

Йүгереп килеп бейеклеккә һикереү — еңел атлетика дисциплинаһы, уның техник төрҙәренең береһе булған вертикаль һикереүгә ҡарай. Бейеклеккә һикереү — йүгереп килеү, этәрелеүгә әҙерлек, этәрелеү, планка аша үтеү һәм ергә төшөү кеүек өлөштәрҙән тора.

Бейеклеккә һикереү
Рәсем
Спорт төрө Еңел атлетика
Етәксе орган WA[d]
Ил  Шотландия
Пиктограмма
Рекорд или история рекордов Men's high jump indoor world record progression[d] һәм Хронология мировых рекордов по прыжкам в высоту[d]
Схематичная иллюстрация
 Бейеклеккә һикереү Викимилектә
Елена Слесаренко һикереүҙә.

Спортсыларҙан һикереү һәләтен һәм хәрәкәттәге үҙ-ара ярашыуҙы талап итә. Йәйге һәм ҡышҡы миҙгелдә үткәрелә. Ир-аттар өсөн 1896 йылдан, ә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 1928 йылдан еңел атлетиканың олимпия дисциплинаһы.

Ҡағиҙәләр

үҙгәртергә

Бейеклеккә һикереү буйынса ярыш тотҡостарға планка һәм ергә төшөү өсөн урын менән йыһазландырырлған секторҙа үтә.

Спортсыға баштағы этапта һәм финалда һәр бейеклектә өс тапҡыр сығыш яһау мөмкинлеге бирелә.

Әгәр ҡатнашыусылар һаны һигеҙҙән аҙыраҡ булһа, һәр береһенә алтышар мөмкинлек бирелә.

Спортсы бейеклекте үткәреп ебәреү хоҡуғына эйә. Был осраҡта тотонолмаған мөмкинлектәр тупланмай. Әгәр спортсы бейеклектә бер йәк ике тапҡыр уңышһыҙ сығыш яһаһа һәм был бейеклектә һикерергә теләмәһә, ул ҡулланылмаған мөмкинлектәрен икенсе бейеклектәргә күсерә ала.

Бейеклектәрҙең үҫеше ярыштар барышында судьялар тарафынан билдәләнә, әммә ул 2 см кәм булырға тейеш түгел. Спортсы, судьяларға алдан белдереп, теләгән бейеклектән һикереүҙе башлай ала.

Планканың тотҡостары араһындағы аралыҡ 4 м. Ергә төшөү урынының үлсәме 3×5 м.

Спортсы мөмкинлектә бер аяҡ менән этәрелергә тейеш. Мөмкинлек уңышһыҙ тип һанала, әгәр:

  • Һикереү һөҙөмтәһендә планка терәк таяуҙа тороп ҡалмаһа;
  • Спортсы секторҙың өҫтөнә ҡағылһа, шул иҫәптән яҡындағы планка ситенең вертикаль проекция артындағы ергә төшөү урынына, йәки планканы үткәндән һуң да тәндең теләһә ҡайһы өлөшө менән терәү таяҡтың ситенә ҡағылһа.
  • Спортсы ике аяғы менән этәрелһә.

Судья, аҡ флаг күтәреп, сығышты уңышлы тип билдәләй. Аҡ флаг күтәргәндән һуң, терәү таяҡтан планка төшһә лә, мөмкинлек иҫәпкә индерелә[1].

Судья, ғәҙәттә, спортсы ергә төшмәҫтән алда бейеклекте яулауын теркәй, әммә һөҙөмтәнең теркәү мәле тураһындағы аҙаҡҡы ҡарары рәсми рәүештә судьяға ҡайтып ҡала.

Боронғо тарихы

үҙгәртергә

Боронғо немец халҡында бер нисә йәнәш торған аттар аша король һикереүе тип аталған һикереү киң таралған.

Ә ҡайһы бер ҡәбиләләр йәшәгән Үҙәк Африкала, борондан алып халыҡ байрамдарының төп ваҡиғаһы булып йүгереп килеп бейеклеккә һикереү ярыштары ҡала.

Боронғо Грецияла олимпия уйындарында олимпийсылар йүгергәндәр, диск ырғытҡандар, оҙонлоҡҡа һикергәндәр, көрәшкәндәр, арбала ярышҡандар, йоҙроҡ һуғышы үткәргәндәр, әммә бөтә булған 293 олимпия уйындарында бер тапҡыр ҙа бейеклеккә һикермәгәндәр.

Бейеклеккә һикереү буйынса спорт ярышы тураһында тәүге тапҡыр XIX быуатта телгә алына.

Бейеклеккә һикереү сығышы менән еңел атлетикаға ғына түгел гимнстикаға ла тейешле. Немец гимнастика йәмғиәттәрендә спортсылар үҙҙәренең сығыштары программаһына ҡулсыр, брус, ат, турник менән бер рәттән бейеклеккә һикереүҙе лә индергәндәр.

Ә ул саҡта йүгереп килеп ике аяҡты ла алға ҡуйып һикергәндәр.

 
Ҡайсы ысулы менән «алтын» һикереү. Катервуд Этель. Амстердам, 1928 йыл.

XIX быуат йылъяҙмаларында Берлиндан һикереүсе Карл Мюллер исеме телгә алына. Шаһиттар раҫлауы буйынса, ул көслө һәм етеҙ кеше булған, эйәгенә тиклем бейеклекте еңел һикереп үткән Әммә бер кем дә Карл Мюллерҙың эйәге ниндәй бейеклектә торғанын үлсәмәгән.

Бейеклеккә һикереү Европала тиҙ тарала. Бигерәктә Англияла уны һөйөүселәр күп була. Һәм шунда, 1864 йылда беренсе рәсми ярыштарҙа, еңеүсе Роберт Мейч 1 м. 67,4 см бейеклеккә һикерә.

Әйткәндәй, тәүге донъя рекорды булып икенсе һөҙөмтәләр һанала. Лондондан студент-медик Роберт Гуч 1859 йылда 1 м.70 см.бейеклектәге планканы үтеп сыға.

Әммә эш бында бейеклектә лә түгел, ә Роберттың ниндәй ысулдар менән һикереүендә. Башҡа спортсыларҙан айырмалы рәүештә, ул йүгереүҙе планкаға ҡарай тура мөйөштән түгел, ә ҡыҫынҡы мөйөштән, бер яҡ ситтән яһай, ә һауала уның аяҡтары ҡайсыға оҡшаш хәрәкәт итә.

1896 йылда беренсе Олимпия уйындарында бейеклеккә һикереү буйынса миҙалдар уйнатыла. Был дисциплинаның артабанғы тарихы һикереүҙәрҙең өс стиле менән бәйле өс осорға бүлеүгә мөмкинлек бирә.

 

Атлап сығыу (ҡайсылар)

үҙгәртергә
 
«Тәгәрләү» ысулы

Бейеклеккә һикереүҙең иң анһат һәм ябай ысулы булып тора. Уның өсөн ҡиммәтле йыһаз, махсус поролон мат талап ителмәй, сөнки һикереүсе аяғына баҫып төшә, (иң алда көсһөҙөрәк аяҡҡа) һәм ҡомло соҡорға һикерә.

Һикергән мәлдә, йүгереү планканың һыҙығына ҡарай көсһөҙөрәк аяҡ яғынан ҡыя үтәлә. Этәрелеү планканан алыҫ торған аяҡ менән яһала. Һелтәнеү планкаға яҡын аяҡ менән үтәлә.

Башта һелтәнеү мәлен арттырыу өсөн тура аяҡ менән тиерлек башҡарыла. Аҙаҡ көсһөҙөрәк аяҡ тубыҡ тапҡырында бер аҙ бөгөлә, тән ауырлығын кәметеү өсөн кәүҙә алға эйелә.

Көсһөҙөрәк аяҡ ҡапыл планка артына төшә, ә көслөрәк аяҡ был ваҡытта өҫкә хәрәкәт итә һәм тыш яҡҡа боролған табан менән планка аша сыға. Кәүҙә бер ни тиклем планкаға эйелә. Һикереүсе көсһөҙөрәк аяҡ менән ергә төшә.

XIX быуаттың уртаһынан алып билдәле булған был алымды атлеттар 1937 йылға тиклем ҡулланалар һәм донъя рекордын 2,09 м тиклем еткерәләр. «Тулҡын» тип аталған ҡайсы ысулы менән[2]

1960 йылдар аҙағына тиклем донъя рекордсмены Иоланда Балаш файҙалана, ул һөҙөмтәһен 191 см тиклем еткерә[3].

Тәгәрләү

үҙгәртергә

Был алым «ырғытыуҙан» алда килә. Был осраҡта спортсы көслөрәк аяҡ яғынан планка һыҙығына ҡыя йүгереп килеп, планкаға яҡын аяғы менән этәрелә һәм көслөрәк аяғы менән ергә төшә.

Ысул тән массаһы үҙәген планкаға яҡынайтырға мөмкинлек бирә, әммә тәндең торошон, «ырғытыу» йәки «фосбери-флоп» һымаҡ планканан аҫта тәьмин итмәй.

Атҡа һикереп менгән кеүек был алым, беренсе тапҡыр һикереүсегә масса үҙәге торошон планканан аҫтараҡ тотоуға юл ҡуя.

Был һикереүҙә спортсы «тәгәрләү» алымындағы кеүек, планкаға яҡын торған аяғы менән этәрелә һәм көсһөҙөрәк аяғы менән ергә төшә.

Эҙмә-эҙлекле көсһөҙөрәк аяҡ, аҙаҡ көслөрәк аяҡ менән планка аша сыҡҡанда, тәндең бөгөлгән торошонда һәм планка артына баштың төшөүендә тән массаһы үҙәге планканан аҫтараҡ үтә.

Был атлап сығыуға ҡарағанда 200 см тирәһе 45 см кәм булмаған һөҙөмтәләр кимәлендә өҫтөнлөк бирә. Был алымдың авторы Владимир ҡалаһынан еңел атлет — Взоров Борис Николаевич.

1941 йылда был стиль менән американлы Лео Стирс 2,11 м. һикереп, яңы донъя рекорды ҡуя.

Ошо уҡ стиль менән бейеклеккә һикереү буйынса беренсе совет рекордсыһы Юрий Степанов һикерә. Ул 1957 йылда 2,16 м бейеклекте яулай.

Һикереүҙәрҙең һәм донъя спортының йондоҙо булып Валерий Брумель тора. Ул алты тапҡыр 2,28 м тиклем рекорд ҡуя.

Брумель һикереүҙең бик яҡшы техникаһына эйә була. Ул һикереүселәр араһында беренсе булып көсһөҙ аяҡ янбашын планканан алыу өсөн ҡабырға һәм арҡа менән ергә төшә. Ә был ергә төшөү өсөн соҡорҙағы ҡом йәки бысҡы онтағының ҡатламын арттырырға, аҙаҡ резина һәм поролон губканы ҡулланыуҙы талап итә.

Артабанғы стиль дәүеренең һуңғы донъя рекордсыһы, 2,35 м. һикереп, (1978) Ященко Владимир (СССР) була.

Фосбери-флоп

үҙгәртергә
 
«Фосбери-флоп» ысулы менән һикереү(Иван Ухов)

Был ысул менән һикергәндә спортсы көсһөҙ аяҡ яғынан киң дуға буйлап ҡыя йүгерә («атлап сыҡҡандағы» кеүек).

Был кәүҙәнең планкаға арҡа менән боролоуы өсөн этәрелеү барышында өйөрөлөү моментын яһау маҡсатында башҡарыла.

Планканан алыҫ торған көслө аяҡ менән этәрелгәндә, янбаш әйләнә, һәм, спортсы, өҫкә күтәрелеп, арҡаһы менән планкаға ҡарай әйләнә. Бер-бер артлы тән өлөштәрен планка аша сығара.

Планканан дөрөҫ аша сығыуҙы үтәгәндә, яурындар планка артына бер яҡтан төшә, ә аяҡтар икенсе яҡта тороп ҡалалар. Ошолай итеп тән массаһының үҙәге торошоноң планканан түбән булыуы өлгәшелә.

Шулай уҡ янбаш планканан үтһә, янбаш- бот быуындары тиҙ бөгөлә, ә аяҡтар турая. Һикереүсе арҡаға йығыла, аяҡтар тура була. Атлеттың кәүҙәһе планка аша үткәндә масса үҙәге уның аҫтынан үтә.[4]

Был ысул Америка атлеты Дик (Ричард) Фосбери исеме менән бәйле: ул 16 йәшендә 1968 йылда Мексикала Йәйге Олимпия уйындарында яңы ысул ярҙамында олимпия рекорды (2,24 метр) ҡуйып, алтын миҙал яулай.

Ергә төшөү өсөн поролон маттар етмәү сәбәпле, СССР-ҙа был алым оҙаҡ ваҡыт хупланмай. Фосбери ысулы менән ҡомға һикереп төшөү хәүефле була.

СССР-ҙан иң беренсе фосбери-флоп алымын спортсы Кестиус Шапка ҡуллана башлай. Ул планканы яулауҙы бер ни тиклем үҙгәртә, планкаға яҡын ҡулын өҫкә ташлай.

Хәҙерге заман һикереүселәре бөтәһе лә тиерлек, шул иҫәптән донъя рекордсыһы Хавьер Сотомайор (2,45), фосбери-флоп алымын ҡулланалар[5]

Хәҙерге заман тарихы

үҙгәртергә

Әгәр XX быуаттың тәүге яртыһында бейеклеккә һикереү буйынса АҠШ спортсылары алдынғы булһа, әлеге ваҡытта бер илдең йәки бер мәктәптең өҫтөнлөгө юҡ.

Көслө атлеттар Рәсәй, Швеция, Болгария, Куба, Хорватия, Украинала барлыҡҡа килә.

2007 йылда донъя чемпионатында быға тиклем аҙ билдәле булған атлет Томас еңеп сыға (Багам Утрауҙары).

Бейеклеккә һикереү ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла киң танылған. 1928 йылдан Олимпия уйындары программаһына, үткәрелә башлағас та донъя һәм Европа чемпионаты программаһына ингән. 2 метр үрен яулаусы беренсе ҡатын-ҡыҙ Аккерман Роземари була (1977).

2013 йылда Мәскәүҙәге донъя чемпионатында украин атлеты Богдан Бондаренко 2 м. 41 см бейеклеккә һикереп еңеүгә өлгәшә, һәм 2 м 46 см бейеклеккә һикереп, яңы донъя рекорды ҡуйырға маташа, әммә был бейеклекте яулай алмай.

Билдәле атлеттар

үҙгәртергә
 
фосбери-флоп ысулы менән йүгереү

Ир-егеттәр:

  • Рэй Юри (АҠШ)
  • Чарльз Дюмас (АҠШ)
  • |Джон Томас (АҠШ)
  • Валерий Брумель (СССР)
  • Дик Фосбери (АҠШ)
  • Юри Тармак (СССР)
  • Владимир Ященко (СССР)
  • Чжу Цзяньхуа (КНР)
  • Рудольф Поварницын (СССР)
  • Игорь Паклин (СССР)
  • Геннадий Авдеенко (СССР)
  • Патрик Шёберг (Швеция)
  • Хавьер Сотомайор (Куба)
  • Стефан Хольм (Швеция)
  • Вячеслав Воронин (Рәсәй)
  • Сергей Клюгин(Рәсәй)
  • Андрей Сильнов (Рәсәй)
  • Ярослав Рыбаков (Рәсәй)
  • Иван Ухов (Рәсәй)
  • Богдан Бондаренко (Украина)
  • Алексей Дмитрик (Рәсәй)

Ҡатын-ҡыҙҙар:

Рекорд Бейеклек Спортсы Ил Дата Урын
Ир-егеттәр Донъя 245 см Хавьер Сотомайор   Куба 27 июль 1993 Саламанка, Испания
Донъя (бинала) 243 см Хавьер Сотомайор   Куба 4 март 1989 Будапешт, Венгрия
Олимпия 239 см Чарльз Остин   АҠША 28 июль 1996 Атланта, АҠШ
Ҡатын-ҡыҙҙар Донъя 209 см Стефка Костадинова   Болгария 30 август 1987 Рим, Италия
Донъя (бинала) 208 см Кайса Бергквист   Швеция 4 февраль 2006 Арнштадт, Германия
Олимпия 206 см Елена Слесаренко   Рәсәй Федерацияһы 28 август 2004 Афина, Греция
  • Бейеклеккә һикереүҙә оҙон буйлы атлеттар өҫтөнлөк итә, сөнки уларҙың масса үҙәге, ярашлы рәүештә, өҫтәрәк була һәм был уларға үҙ ауырлығын бәләкәйерәк бейеклеккә күтәрергә мөмкинлек бирә. Әммә шул уҡ ваҡытта ярыштарҙа төрлө спортсылар уңышлы сығыш яһай.
  • Стефан Хольмдың буйы оҙонлғо 181 см, (2,40 метр шәхси рекорды). Ул үҙенең буйынан 59 сантиметрға бейегерәк һикерә.
  • Влашич Бланктың буйы оҙонлоғо 193 см, (2,08 рекорд)
  • Спорт йыһаздары етештереүселәр атлеттарға көслөрәк һәм көсһөҙөрәк аяҡтар өсөн тырнаҡлы аяҡ кейеме тәҡдим итәләр. Тырнаҡлы аяҡ кейеме көслөрәк аяҡ өсөн ҡалыныраҡ табанлы була, шунлыҡтан һөҙөмтәле этәрелеүгә булышлыҡ итә. шулай уҡ үксә тапҡырындағы өҫтәмә сәнскеләр этәрелгәндә аяҡтың ышаныслы барыуын тәьмин итә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Правила IAAF (eng) IAAF.org PDF format
  2. Техника прыжка в высоту с разбега способ «волна» 2012 йыл 3 октябрь архивланған.
  3. Iolanda Balas Enciclopedia dello Sport  (Тикшерелеү көнө: 3 июль 2012)(Проверено 3 июля 2012)
  4. Richard Fosbury: «High jump revolution!» Official website of Olympic movement ссылка от 1 октября 2008
  5. «Высота, высота…» Владимир Маевский 46 (319). Еженедельник «Зеркало недели». ссылка проверена 8/1/2008
  1. Быкова Т. В. Как прыгнуть выше головы М., «ФиС»,1990. 64 с.
  2. Дьячков В. М., Стрижак А. П. Прыжок фосбери-флоп. М., «ФиС», 1975. 63 с.
  3. Гойхман П. Н., Трофимов О. Н. Лёгкая атлетика в школе. М., «ФиС», 1972. 200 с.
  4. Лёгкая атлетика: Учебник для ин-тов физ. культ. — Изд.3-е, доп. и перераб / Под ред. Н. Г. Озолина, В. И. Воронкина. М., «ФиС», 1979. 597 с.
  5. Стрижак А. П. Прыжок в высоту. М., «ФиС», 1987. 80 с. с ил.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Лёгкая атлетика