Төп менюны асырға

Сте́фка Георги́ева Костади́нова (болг. Стефка Георгиева Костадинова; 25 март 1965 йыл) — болгар спортсыһы, еңел атлет, бейеклеккә һикереүсе, 1996 йылдағы Йәйге Олимпия уйындары чемпионы, ике тапҡыр донъя чемпионы, бейеклеккә һикереү буйынса донъяның ғәмәлдәге рекордсмены, Болгария олимпия комитеты президенты.

Stefka Kostadinova.JPG
Шәхси мәғлүмәт
Енесе

ҡатын-ҡыҙ

Тыуған ере

Болгария, Пловдив

БиографияһыҮҙгәртергә

Костадинова Стефка Георгиева 1965 йылдың 25 мартында Болгария Халыҡ Республикаһының ҙурлығы буйынса икенсе булған һәм илдең көньяғында урынлашҡан Пловдив ҡалаһында тыуған[1].

Бала сағынан гимнастика һәм йөҙөү менән әүҙем шөғөлләнә. Тыуған ҡалаһында спорт мәктәбен тамамлай һәм Паисий Хилендарский исемендәге Пловдив университетында уҡый. Инглиз һәм рус телдәрен белә[2].

1989 йылда үҙенең шәхси тренеры Николай Петровҡа кейәүгә сыға. 1995 йылда, еңел атлетика буйынса донъя чемпионатында алтын миҙал яулауҙан бер нисә ай алда ғына улы Николай тыуа. 1999 йылда тәүге ире һәм тренеры Николай Петров менән айырылыша. Ошо йылда ул шулай уҡ спорт карьераһын тамамлай[3]. 2007 йылдың 9 июнендә төҙөлөш өлкәһендә бизнес менән шөғөлләнеүсе Николай Popvasilevҡа кейәүгә сыға[1].

Спортсы карьераһын тамамлағандан һуң Стефка Костадинова үҙен спорт ойошмаларындағы эшмәкәрлеккә арнай. 1997—2001 йылдарҙа Иван Костов етәкләгән хөкүмәттә Йәштәр эштәре һәм спорт буйынса дәүләт агентлығының рәйес урынбаҫары, артабан Болгария еңел атлетика федерацияһының вице-президенты һәм һуңыраҡ Болгария олимпия комитеты вице-президенты була, 2005 йылдың 11 ноябренән олимпия комитеты президенты[1].

Стефка Костадинова дүрт тапҡыр Болгарияның «Йыл спортсыһы», биш тапҡыр — «Балҡан ярымутрауының йыл спортсыһы» исемдәренә лайыҡ була[2].

Спорт ҡаҙаныштарыҮҙгәртергә

Стефка Костадинова асыҡ һауалағы ике донъя чемпионатында (1987 һәм 1995 йылдар) еңеү яулаһа, бина эсендә үткәрелгән донъя беренселектәрендә ул биш тапҡыр — 1985, 1987, 1989, 1993 һәм 1997 йылдарҙа иң юғары һөҙөмтәгә өлгәшә, бындай күрһәткес әлегәсә бер кемдә лә булғаны юҡ.

Үҙенең тәүге донъя рекордын Костадинова 1986 йылдың 1 июнендә София ҡалаһында ҡуя, ул 2,08 метр бейеклеккә һикерә. Тағы бер йылдан Римдә үткән еңел атлетика буйынса донъя чемпионатында, бер сантиметрға күберәк бейеклекте яулап, үҙ ҡаҙанышын тағы ла яҡшырта.

Йыл Ярыш төрө Ярыш үткән ҡала Яулаған урыны Һөҙөмтә
1985 Бина эсендә еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты Париж, Франция 1 1,97 м
Бина эсендә еңел атлетика буйынса Европа чемпионаты Афина, Греция 1 1,97 м
1986 Еңел атлетика буйынса Европа чемпионаты Штутгарт, ФРГ 1 2,00 м
1987 Бина эсендә еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты Индианаполис, АҠШ 1 2,05 м
Еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты Рим, Италия 1 2,09 м
Бина эсендә еңел атлетика буйынса Европа чемпионаты Льевен, Франция 1 1,97 м
1988 Йәйге Олимпия уйындары Сеул, Көньяҡ Корея 2 2,01 м
Бина эсендә еңел атлетика буйынса Европа чемпионаты Будапешт, Венгрия 1 2,04 м
1989 Бина эсендә еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты Будапешт, Венгрия 1 2,02 м
1991 Еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты Токио, Япония 6 1,93 м
1992 Йәйге Олимпия уйындары Барселона, Испания 4 1,94 м
Бина эсендә еңел атлетика буйынса Европа чемпионаты Генуя, Италия 2 2,02 м
1993 Бина эсендә еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты Торонто, Канада 1 2,02 м
Еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты Штутгарт, Германия 6 кв. 1,90 м
Еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты, Финал Гран-При Лондон, Бөйөк Британия 1 1,98 м
1994 Бина эсендә еңел атлетика буйынса Европа чемпионаты Париж, Франция 1 1,98 м
1995 Еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты Гётеборг, Швеция 1 2,01 м
Еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты, Финал Гран-При Монако 4 1,93 м
1996 Йәйге Олимпия уйындары Атланта, АҠШ 1 2,05 м
1997 Бина эсендә еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты Париж, Франция 1 2,02 м

Яҡшы һөҙөмтәләреҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

Рекорды
Алдан килеүсе:
  Людмила Андонова
Бейеклеккә һикереү

(рекордтар хронологияһы, ҡатын-ҡыҙҙар)
Бейеклеккә һикереүҙә донъя рекордсмены
1 июнь 1986

Һуңынан килеүсе:
юҡ
Спорт ойошмаларындағы вазифалары
Алдан килеүсе:
Иван Славков
Болгария олимпия комитеты президенты.
11 ноябрь 2005
Һуңынан килеүсе:
юҡ