Ғүмәров Фәйзи Муллағәли улы

(Фәйзи Ғүмәров битенән йүнәлтелде)

Ғүмәров Фәйзи Муллағәли улы (3 март 1926 йыл27 июль 2002 йыл) — комсомол һәм партия органдары хеҙмәткәре, журналист һәм шағир. Бөйөк Ватан һәм 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1965—1987 йылдарҙа Стәрлебаш район гәзите мөхәррире. 1957 йылдан — СССР Журналистар союзы, 1971 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986). Стәрлебаш районының Аҡмулла исемендәге премияһының беренсе лауреаты (1995).

Фәйзи Ғүмәр
Псевдонимдары:

Ғүмәров Фәйзи Муллағәли улы

Тыуған көнө:

3 март 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ кантоны [1]Хәлекәй ауылы

Вафат булған көнө:

27 июль 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (76 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан Республикаһы, Стәрлебаш районы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

комсомол һәм партия хеҙмәткәре, журналист һәм шағир

Премиялары:

Аҡмулла исемендәге премия (1995)

Наградалары:

2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)

Биографияһы үҙгәртергә

Фәйзи Муллағәли улы Ғүмәров 1926 йылдың 3 мартында Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ кантоны Иҫке Хәлекәй [2] ауылында тыуған.

Урындағы мәктәптә уҡый. Армия сафында һигеҙ йыл хеҙмәт итә. Япон самурайҙарына ҡаршы һуғышта ҡатнаша. 1947—1951 йылдарҙа «Силәбе-40» ҡалаһында заводта эшләй. Артабан Стәрлебаш районының комсомол һәм партия органдары хеҙмәткәре гәзите редакцияһында эш башлай. 1956—1958 йылдарҙа «Һәнәк» журналында, «Ҡыҙыл таң» гәзитендә хәбәрсе була.

1958—1962 йылдарҙа Ленинград ҡалаһында партияның юғары мәктәбендә журналист һөнәре буйынса уҡый һәм алдағы өс йылда Туймазы ҡалаһы һәм районы гәзитендә мөхәррир урынбаҫары була. 1965 йылда Стәрлебаш районы «Ленин юлы» гәзитенә мөхәррир булып ҡайта һәм был вазифала 1987 йылға тиклем эшләй.

Фәйзи Ғүмәров районда 1994 йылда булдырылған М. Аҡмулла исемендәге премияның беренсе лауреаты.

Ижади эшмәкәрлеге 50-се йылдарҙа башлана. Әҙип ижадының төп йүнәлеше — сатира һәм юмор. Уға «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә. 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Башҡорт шиғриәте антологияһы Башҡортостан китап нәшриәте 2001 йыл. — ISBN 5-295-02743-0

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 февраль 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 февраль 2019)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.  (Тикшерелеү көнө: 28 февраль 2019)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 28 февраль 2019)

Һылтанмалар үҙгәртергә