Ҡараҡором (тау системаһы)

Ҡараҡором (ҡыт. 喀喇昆仑山脉, урду سلسلہ کوہ قراقرمسلسلہ کوہ قراقرم‎) — Үҙәк Азияла урынлашҡан тау системаһы, Ер шарында иң бейек тауҙырҙың береһе. 34,5° — 36,5° төньяҡ киңлектә һәм 73,5° — 81° көнсығыш оҙонлоҡта, Гималай тауҙарының төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан[1].

Ҡараҡором
Рәсем
Дәүләт Flag of the People's Republic of China.svg Ҡытай
Flag of Kazakhstan.svg Ҡаҙағстан
Тау һырты Һималайҙар
Иң юғары нөктә Чогори[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 8611 метр
Имеет границей Памир[d], Һиндукуш, Куньлунь, Һималайҙар һәм Ладакхский хребет[d]
Эра Аҡбур осоро
Оҙонлоҡ 500 километр
Урынлашыу картаһы
Commons-logo.svg Ҡараҡором Викимилектә

ЭтимологияһыҮҙгәртергә

Ҡараҡором тау системаһаның атамаһы төрөк эимологияһына эйә. Ул ике һүҙҙән тора: ҡара («ҡара») һәм ҡорум, ҡурум («таш һибелмәләре»)[2]. Шулай итеп, ҡара-корум һүҙен «ҡара ҡая» йәки «ҡара тау» тип тәржемә итергә мөмкин[3]. Үҙәк Азиянан сауҙагәрҙәр башта атаманы Ҡараҡором артылышына ҡарата ҡулланғандар[4]. Элекке Европа сәйәхәтселәр, шул иҫәптән Уильям Муркрофт һәм Джордж Хейворд «Музтаг» («Боҙло тау» тигәнде аңлата) терминын ҡулланғандар[4][5].

Боронғо санскрит текстарында (Пурандарҙа) был районды һүрәтләү өсөн Кришнагири («ҡара тауҙар») атамаһы ҡулланылған[6][7].

УрынлашыуыҮҙгәртергә

Тау системаһы Афғанстандың көнсығыш өлөшөнән көньяҡ-көнсығыш йүнәлешкә ҡарай Үҙәк Азия һәм Көньяҡ Азия араһындағы һыу айырғыс ҡалҡыу урын буйлап яҡынса 500 километрға һуҙыла. Бында донъялағы бейек тауҙарҙың иң күп тупланышы һәм бейек киңлектәр сигендәге иң күп һанлы боҙлоҡтар асыҡланған. Ҡараҡором Азия үҙәгендә тау һырттары комплексының өлөшө, шул иҫәптән көнбайышта Гиндукуш, төньяҡ-көнбайышта Памир, төньяҡ-көнсығышта Куньлунь тауҙары һәм көньяҡ-көнсығышта Гималай тауҙары өлөшө булып тора. Таджикстан, Ҡытай, Пакстан, Афғанстан һәм Һиндостан Ҡараҡором системаһында ҡушыла, был ошо алыҫ төбәккә ҙур геосәйәси әһәмиәт бирә[3].

Дөйөм тасуирламаҮҙгәртергә

Тауҙың Балторо Муздаг (боҙло ҡая) тип аталған көнбайыш өлөшө көнсығыш яғына ҡарағанда һөҙәгерәк. Тауҙың был битенән Азияның башҡа тау һырттары күтәрелә. Ҡараҡором таулығынан төнъяғында Көнсығыш Төркөстан ята. Ҡараҡором түбәһе (5654 м) һәм Лех ҡалалары араһындағы артылыш аша Һиндостандан Көнсығыш Төкөстанға ҡарауан юлы үтә. Ҡалҡыу урындарҙың уртаса бейеклеге 6000 метрҙан артығыраҡ, ә Ҡараҡоромдоң төп түбәһе  Дапсанг (К-2, Чогори) — 8611 метр бейеклектә. Был Үҙәк Гималайҙа, бейеклеге буйынса, Эверестан  икенсе урында  (8848 м).

Ҡараҡором таулығы  һәм Гималай тауы араһындағы тау сылбыры һәм Һималай тауы менән сағыштырғанда Ҡараҡором тау системаһы юғарыраҡ, шуға күрә Һиндостан тигеҙлегенән һәм яҡындағы диңгеҙҙәрҙән килгән дымлы һауа иркен үтеп инә һәм тауҙың көньяҡ битләүенә ҡар яуым-төшөмө булып ята .  Бейек тау түбәләрендә июнь — сентябрь айҙарында ҡар күпләп яуа, ғинуар — апрель айҙарында әҙерәк. Ҡар күпләп яуыу сәбәпле, Ҡараҡоромда Азиялағы һәм урта киңлектәрҙәге  иң ҙур боҙлоҡтар  барлыҡҡа килә.  Боҙлоҡтар диңгеҙ кимәленән 8000 метр бейеклектә ята, Биафо боҙлоғо хатта түбәндәрәк урынлашҡан. Урмандарҙың өҫкө сиге, башҡа урындар менән сағыштырғанда, диңгеҙ кимәленән  500 метрға бейегерәк.


1986 йылдан алып тау массивын Ҡараҡором шоссеһы киҫе үтә. Ҡытайҙа быны "донъяның туғыҙынсы мөғжизәһе" тип атайһар (һигеҙенсе — Бөйөк ҡытай стенаһы).

Һыу балансыҮҙгәртергә

Үҙенең ныҡ бейеклеге арҡаһында Ҡараҡором, бигерәк тә уның көньяҡ, дымлыраҡ битләүҙәре көслө боҙлана. Иң бейек тауҙың боҙлоҡтары Хиспар, Чого-Лунгма, Бралду, Биафо, билдәле Конкордия һәм Сиачен саты (оҙонлоғо 70 км самаһы) менән Балтороны үҙ эсенә ала[3]. Ҡараҡором поляр төбәктәрҙән ситтә донъяның иң көслө боҙланған өлөшө булып тора. Сиачен һәм Биафо донъяла поляр төбәктәрҙән ситтәге иң оҙон боҙлоҡтар араһында икенсе һәм өсөнсө урында тора[8].

Ҡараҡоромдоң көньяҡ битләүҙәрендә ҡар һыҙаты 4,7 км бейеклектә ята; боҙлоҡтар 2,9 км тиклем һуҙыла. Төньяҡ битләүҙәрҙә бейеклектәр ярашлы рәүештә 5,9 км һәм 3,5 км тәшкил итә. Йыш ҡына боҙлоҡтар үҙәндәрҙе генә түгел, шулай уҡ бөтә һыу айырғыс ҡалҡыулыҡтарҙы биләгән ҡатмарлы боҙ системалары барлыҡҡа килтерә. Боҙҙарҙың миҙгелле иреүе көньяҡ битләүҙәрҙә етди ташҡындарға килтерә. Боронғо боҙланыуҙар эҙе Инд йылғаһы үҙәненең 2,6 км һәм 0,85 км бейеклектәрендә күренә[3].

Ҡараҡором Инд һәм Ярканд йылғалары бассейнының һыу айырғысы кеүек хеҙмәт итә. Йылға үҙәндәренең барлыҡҡа килеүе, күп өлөштә, юғары таулы зонала бара, унда миҙгелле һәм мәңгелек ҡар һәм боҙлоҡ һыуҙары йылғаларҙы туйындыра. Аҫылмалы онтаҡ таш йәки таш оно боҙлоҡ һыуҙарын тоноҡ яһай. Таш оно һәм тау каналдарынан емерелгән материал иң эре йылғалар араһында Инд йылғаһына был ҡатламдарҙан ҙур көсөргәнеш бирә. Ер аҫты һыуҙары ҡая ишелмәләрендә йыйыла һәм бөтә йыл дауамында аҡмаға булышлыҡ итә[3].

Ҡараҡором Гималайҙарҙың көнбайыш сылбырынан байтаҡ бейек, шуға күрә Һиндостан тигеҙлегенән һәм күрше диңгеҙҙәрҙән дымлы һауа уға еңел үтеп инә, ошонан көньяҡ битләүҙә ҡар мул, ул июндән алып сентябргә тиклем ныҡ бейектә ята, ә ғинуарҙан алып апрелгә тиклем түбәнерәктә ята. Был ҡар арҡаһында Ҡараҡором Азияның һәм хатта урта киңлектәрҙең бөтә һырттарының иң ҙур боҙлоҡтарына эйә. Улар диңгеҙ кимәленән 8000 м тиклем етә, Биафо боҙлоғо тағы аҫҡараҡ төшә, ә урмандарҙың үрге сиге тағы 500 м күтәрелә.

 
Боҙлоҡтар

Геология һәм боҙлоҡтарҮҙгәртергә

 
Рельеф картаһы

Ҡараҡором таулығы, һинд-австралия һәм евразия плитәләре араһында, донъяның иң юғары сесмик актив районында урынлашҡан[9]. Таулыҡтың 28-50% өлөшө боҙ менә ҡапланған, сағыштырыу өсөг Гималай тауҙыра 8-12%, Альп тауҙарының 2,2% өлөшөндә боҙлоҡ ята[10].Тау боҙлоҡтары климат үҙгәреүен күрһәтеүсе, оҙайла ваҡытта температура һәм яуым-төшөм кимәле үҙгәреүен күрһәтеүсе индикатор булып тора. Ҡараҡором тауының өҫлөгө ваҡ ҡырсынташтарҙан тора[11][12], был боҙлоҡто һаҡлаусы йылылыҡ изоляторы булып тора. Ҡояш йылыһы тиҙ генә боҙлоҡ ятҡан таулыҡты йылыта алмай, шуға күрә боҙлоҡ оҙаҡ ята һәм киңәйә. Башҡа таулыҡтар Ҡояшта тиҙерәк йылына.

КлиматыҮҙгәртергә

Ҡараҡором һырты климаты күп өлөшөндә ярымсүүле һәм ныҡ континенталь. Көньяҡ битләүҙәре Һинд океанынан килгән дымлы муссон (ямғырлы) елдәргә дусар була, ләкин төньяҡ битләүҙәре саманан тыш ҡоро. Түбәнге һәм урта битләүҙәрҙә ямғыр һәм ҡар күп яумай; яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ күләме 100 мм артмай. 4,9 км юғарыраҡ бейеклектәрҙә яуым-төшөм һәр ваҡыт ҡаты форма ала, әммә ҡар июндә хатта түбәе бейеклектәрҙә лә һирәк. Яҡынса 5,7 км бейеклектәрҙә уртаса температура иң йылы ай дауамында 0 °C түбән, ә 3,9 км һәм 5,7 км араһындағы бейеклектәрҙә температура 10 °C тәшкил итә. Төбәктең климат үҙенсәлектәре булып шыйығайтылған һауа, көслө ҡояш нуры, көслө елдәр һәм температураларҙың ҙур диапазоны. Юғары таулы ҡар баҫыуҙарында экстремаль шарттар «ҡар каюталарына» (нем. Büsserschnee) — бер метр һәм унан да бейек ҡар өйөмдәре барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Анабатик елдәр киң эол эрозияһына килтерә[3].

Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһыҮҙгәртергә

Түбәнге үҙәндәрҙә бөтә мул үҫемлектәр антропоген (йәғни кеше эшмәкәрлеге йоғонтоһона дусар булған). Яланғас ҡаяларҙа урынлашҡан ау оазистары, боҙлоҡ һыуҙары ярҙамында һуғарыла. Ҡоролоҡло һәм ташлы түбәнге битләүҙәрҙе тик өҙлөкһөҙ көтөүлектәр күтәрә, ә ҙур көтөүлектәр юғары тау сусаҡтарын гиҙә. Ҡараҡором ағастарҙың үрге һәм түбәнге һыҙаттарына эйә, үрге өлөшө һыуыҡ менән сикләнгән, ә түбәнгеһе — ҡоролоҡ менән; был һыҙаттар сигендә тик серегән, һирәк ағас ҡатламы осрай. Тал, тирәк һәм олеандр ҡыуаҡтары 3 км тиклем һыу ағышы буйлап осрай. Артыш бейек битләүҙәрҙә миҙгелле ҡарлы баҫыуҙарҙ араһында осрай. Artemisia ҡыуаҡ төрҙәре түбәнге битләүҙәрҙә һирәкләнгән ҡатлам тәьмин итә[3].

Урындағы халыҡтың, бигерәк сиктә урынлашҡан тә хәрбиҙәрҙең, һунары ҡырағай тау тәбиғәтенә етди зыян килтерә. Марко Поло һарыҡтары, йәки архары, хәҙерге ваҡытта көнсығыш Памирҙа ғына үрсей һәм көнбайыш Ҡараҡоромға күсенә. Ладак уриалдары (ҡырағай һарыҡтар) көнсығышта бейек, һөҙәк тауҙарҙа йәшәй, шул уҡ ваҡытта себер тау кәзәһе һәм маркхерҙар (икеһе лә ҡырағай кәзә) ҡаялы битләүҙәрҙе атҡара. Һоро айыуҙар, һеләүһен һәм ҡар барыстары юғалып барыусы төрҙәр тип иҫәпләнә. Пакстандағы Хунджераб милли паркы һәм Ҡытайҙағы Такскорган (Таш Ҡурған) ҡурсаулығы бейек тауҙарҙа йәшәүсе хайуандар өсөн һыйыныу урыны була. Буш яйланың көнсығыш өлөшөндә киангалар һәм бер нисә башҡа ҡырағай тояҡлылар, шул иҫәптән күп булмаған ҡырағай яктар йөрөй. Ҙур йыртҡыс ҡоштар, башлыса гималай гиффондары, ламмергейерҙары һәм бөркөттәр тау елдәренең ағымдарында оса[3].

Ҡараҡором һәм Памир тауҙарындағы Милли тәбиғәт ҡурсаулығы Ташҡурған һәм Памир һаҙлыҡтары Милли тәбиғәт ҡурсаулығы 2010 йылда ЮНЕСКО эштәре буйынса Ҡытай Республикаһының Милли комиссияһы тарафынан ЮНЕСКО-ға индереү өсөн тәҡдим ителә һәм алдан Ҡытайҙа бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелә[13].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Peakbagger.com
  2. Е. М. Поспелов Географические названия мира. Топонимический словарь. АСТ, 2002 ISBN 5-17-001389-2
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 Britannica
  4. 4,0 4,1 Mason, Kenneth[en] Exploration of the Shaksgam Valley and Aghil ranges, 1926 — 1928. — Б. 72. — ISBN 9788120617940.
  5. Close C., Burrard S., Younghusband F., etal Nomenclature in the Karakoram: Discussion (инг.) // The Geographical Journal[en]. — Blackwell Publishing, 1930. — Т. 76. — № 2. — С. 148—158. — DOI:10.2307/1783980
  6. Raza, Moonis; Ahmad, Aijazuddin & Mohammad, Ali (1978), «The Valley of Kashmir: The land», Vikas Pub. House, ISBN 978-0-7069-0525-0, <https://books.google.com/books?id=nQ08AAAAMAAJ> 
  7. Chatterjee, Shiba Prasad (2004), «Selected Works of Professor S.P. Chatterjee, Volume 1», National Atlas and Thematic Mapping Organisation, Department of Science and Technology, Government of India, <https://books.google.com/books?id=ZOOHZ2Hu_QEC> 
  8. Jerzy Wala, Orographical Sketch Map: Karakoram: Sheets 1 & 2, Swiss Foundation for Alpine Research, Zurich, 1990.
  9. Searle, Michael P., Geological evolution of the Karakoram Ranges, Ital.J.Geosci, (Boll.Soc.Geo.It.), Vol. 130, No. 2 (2011), pp. 147-159, 5 figs. (DOI: 10.3301/IJG.2011.08)
  10. Gansser Geology of the Himalayas — London: Interscience Publishers, 1975.
  11. Gallessich, Gail Debris on certain Himalayan glaciers may prevent melting. sciencedaily.com (2011). 30 ғинуар 2011 тикшерелгән.
  12. Collins, Nick. Himalayan glaciers growing despite global warming, Daily Telegraph. 11 октябрь 2012 тикшерелгән.
  13. Karakorum-Pamir. unesco. 16 февраль 2013 тикшерелгән.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә