Һиндукуш
Һиндуку́ш[1] (пушту هندوکش һәм урду ہندوکش — Һиндүкүш[2][3]; от фарс. — «һинд тауҙары»[4][5], йәки «һиндтәрҙе үлтереүсе»[6]) — Урта Азиялағы тауҙар системаһы.
Һиндукуш | |
Дәүләт |
Афғанстан Пакистан |
---|---|
Иң юғары нөктә | Тиричмир[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 7708 метр |
Һиндукуш Викимилектә |
«Һиндукуш» атамаһы тәүге тапҡыр атаҡлы юлгиҙәр һәм илдән-илгә йөрөп сауҙа итеүсе Ибн-Баттута (1304-1377 йылдар) яҙмаларында телгә алына. Иң ҡыҙығы - урындағы халыҡ был атаманы белеп тә бирмәй, сөнки улар өсөн үҙҙәре йәшәгән урындағы тауҙар атамаһы ғына бар. Был тауҙар системаһының масштабтары шул тиклем ҙур булыу арҡаһында килеп сыҡҡан күренеш, бер тау араһында ҡыҫылып ҡына йәшәгән халыҡ өсөн уны шулай ҙур күләмдә күҙ алдына килтереп тә булмай [7].
Һиндукуш йыйырсыҡлы тауҙарға инә һәм Һиндостандың яҫы таулыҡтары Урта Азия континенталь массаһын ҡыҫыуы арҡаһында килеп сыҡҡан. Геологик йәһәттән ул сағыштырмаса йәш һәм һаман әле күтәрелә барыуын дауам итә. Көнбайыштан көнсығышҡа Һиндукуш 1200 км һуҙыла, ә уның киңлеге төньяҡтан көньяҡҡа 240 км самаһы. Һиндукуштың ҙур өлөшө бөгөнгө Афғанстан биләмәһендә, көнсығыш өлөш иң бейек яғы - Пакистанда. Төньяҡ-көнсығышта Һиндукуш Амударъя йылғаһы һәм үҙенә тиклемге Пяндж менән сикләнә, ары Памир башлана. Көнсығышта Һиндукуш сиген Читрал йылғаһы билдәләй. Төп һырттар — Баба, Пагман, Һиндукуш үҙе, орографик яҡтан көнбайыш, Үҙәк һәм көнсығыш Һиндукуш тип һанала, уларҙың сиктәре - Сурхаб һәм Кокча йылғалары. Көнбайыш Һиндукуш бик үк бейек түгел (күбеһенсә 3500-4000 м). Үҙәк Һиндукуш һырттары (бейеклеге 6059 метргә етә) көнсығышҡа һәм төньяҡ-көнсығышҡа Ҡабулдан китә; уларҙың көньяҡ һырттары һәм армыттары Һиндү-Рәж (Инду-Радж) ҡатмарлы тауҙар өлкәһе Нуристанды барлыҡҡа килтерә. Көнсығыш Һиндукуш үҙенең көнбайыш өлөшөндә 6 мең метрҙан бейегерәк һәм бик ҙур [боҙлоҡтары бар; көнсығышҡа бейек тауҙар, сүл яҫы тауҙары башлана, улар көнсығыш Памир ландшафтына оҡшаған: бейеклеге 4 мең м самаһы яҫылыҡтар, улар өҫтөнән бейек булмаған тауҙар күтәрелә. Иң түбән үткәүел - Барогил (3777 м). Ҡарлы һыҙат бейеклеге 5 мең метр самаһы.
Бадахшан тауҙары яғынан, Пяндж йылғаһынан төньяҡта, Һиндукуш йылғаның икенсе ярынан бейек тоташ диуар кеүек күренә, ул үтеп булмаҫлыҡ тиерлек, үҙән кимәленән һырт бейеклеге урыны менән 5000 метрға етә.
Афғанстандағы яғында Һиндукуш ҡоролоҡло тауҙарҙан тора, беклектәре 4000-дән 5000 метрға тиклем. Һиндукуштың төп һырты Афғанстан менән Пакистан аралығында Гималайҙар менән сағыштырып була, уларҙа оҙонлоғо 20 км-ға еткән боҙлоҡтар осрай.
Һиндукуштың үтеп булмаҫлыҡ бейек тауҙары араһында әлегә тиклем әҙ һанлы халыҡтар йәшәй, улар шул рәүешле ассимиляциянан йәки ҡырыуҙарынан һаҡланып ҡалған. Һиндукушта нуриста, дард, памир халыҡтарынан көнсығыш иран ҡәүемдәре йәшәй. Читрал үҙәнендә дард телле калаштар араһында әлегә тиклем Исламғаса политеизм - Һиндукуш дине һаҡланып ҡалған.
Һиндукуш бейеклектәре
үҙгәртергәҺиндукуштың иң бейек тауҙары 7000 мең метрҙан уҙа, мәҫәлән:
- Тиричмир (7699 м)
- Ношак (7492 м)
- Истор-о-Нал (7403 м)
- Сараграр I (7338 м)
Фаунаһы
үҙгәртергәҺиндукуштың йәнлектәре сыҙамлы, бик ауыр шарттарҙа йәшәп, сыныҡҡан һәм яраҡлашҡан: ҡар ҡапланы (барс), тау бүреһе, леопард, гималай айыуы, һеләүһен, һуҫар, төрлө ҡуш тояҡлылар: безоар һәм тау кәзәһе, маркхор, куку-яман, архар, ҡырағай ҡабан. Ҡоштарҙан иң йыш осрағаны: ҡар грифы, тибет улары, тау ҡаҙы [8].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 90.
- ↑ Инструкция по русской передаче географических названий Афганистана. — М., 1984. — С. 47.
- ↑ Инструкция по передаче на картах географических названий көнбайышного Пакистана. — М., 1959. — С. 21.
- ↑ Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Массальский В. И. Гинду-куш // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Вавилов Н. И. Пять континентов. — М.: Мысль, 1987 — С.38
- ↑ http://geosfera.org/aziya/1704-gindukush.html
- ↑ Павлов В. Н., Губанов И. А. Ботанико-географические особенности горного Афганистана // Экология и биогеография в Афганистане. М., 1983;