Ниҡаб
Ниҡаб (ғәр. نقاب; рус. Ника́б) — ҡарар өсөн уйымдар ғына ҡалдырып тегелгән традицион баш кейеме. Ҡағиҙә булараҡ, ҡара төҫтәге туҡыманан эшләнә.


Тарихы Үҙгәртергә
Нәждтә исламға тиклемге осорҙа ҡулланылған, әммә хәҙерге заманда уны мосолман ҡатын-ҡыҙҙары иң яҡшы хижәп тип иҫәпләп кейә. Шул уҡ ваҡытта ислам теологтары ижмәһе ҡатын-ҡыҙҙарға йөҙөн йәшерергә кәрәкмәй тип иҫәпләй, һәм күпселек мосолман ҡатын-ҡыҙҙары башҡа типтағы баш кейемдәренә өҫтөнлөк бирә.
Ниҡабты башҡа мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейемдәренән, мәҫәлән, Урта Азияла һәм Афғанстанда киң таралған пәрәнжәләрҙән айырырға кәрәк.
Йөҙҙө йәшергән кейем кейеү төрлө сәбәптәр буйынса ҡулланыла, улар араһында урындағы йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр, битте ҡомдан, саңдан, яндырғыс ҡояш нурҙарынан яҡлау ҙа бар.
Ниҡабҡа ҡараштар Үҙгәртергә
Шәриғәт күҙлегенән ҡарағанда, хижаб кейеү ҡатын-ҡыҙ өсөн мотлаҡ һанала. КардавиКардави фекеренсә, ниҡаб кейеү ҡатын-ҡыҙ өсөн мотлаҡ йәки кәрәкле түгел, ә сөннәт категорияһына ҡарай[1]. Йөҙҙө тулыһынса ҡаплау йолаһы исламдың мотлаҡ күрһәтмәләренә инмәй.
Донъяуи властар мөнәсәбәте Үҙгәртергә
- 1928 йылда Афғанстан короле Аманулла чадра йөрөтөүҙе бөтөрөү тураһында указ сығара .
Тыйыуҙар Үҙгәртергә
- 2010 йылдың 14 сентябрендә Франция Сенаты оҙайлы дебаттарҙан һуң пәрәнжәләр, хижәп һәм ниҡаб кейеүҙе тыйыу тураһындағы законды хуплай . 2014 йылда кеше хоҡуҡтары буйынса Европа суды, был закон Европа конвенцияһын боҙмай, тип ҡарар сығара.
- Франциянан һуң бындай закон Италияла ҡабул итергә маташалар[2].
- «Йөҙҙөң күп өлөшөн ҡаплаған теләһә ниндәй кейем кейеүҙе» тыйған Закон 2011 йылдың 28 апрелендә Бельгияла ҡабул ителә. Закон боҙоусыларға −137 евроға тиклем штраф, ә рецидивистарға төрмә аҙналығы янай.
- 2013 йылдың сентябрендә Тичино кантоны халҡы Швейцарияла беренсе булып пәрәнжә һәм ниҡаб кейеүҙе тыйыу өсөн тауыш биреү үткәрелә. Кантон референдумында ҡатнашыусыларҙың 65 проценты ошо тыйыу файҙаһына тауыш бирә.
- 2015 йылда Конго Республикаһында йәмәғәт урындарында пәрәнжә һәм ниҡаб кейеү тыйыла.
Йәһүдилектә ниҡаб Үҙгәртергә
Хәҙерге заманда Израилдә бәләкәй генә маргиналь ультра -ортодоксаль ҡатын-ҡыҙҙары төркөмө ниҡаб кейеп йөрөй. Был традицияның бер ниндәй тарихи тамырҙары юҡ һәм йәһүд дине тәғлимәттәре ҡарарҙарына нигеҙләнмәгән, ә «цниут» (баҫалҡылыҡ — צניעות) принцибына таяныу сағылышы булып тора . Был төркөмдөң вәкилдәре Иерусалимда һәм уның ультра-ородокстар йәшәгән ҡала яны биҫтәләре (Бейт-Шемеш, Тель-Монд һ. б.) осрай. Ниҡаб йөрөтөү ғәҙәте донъяуи халыҡта ла, ультраортодоксаль раввиндар яғынан да етди тәнҡиткә дусар була . Йәмән йәһүдтәренең ҡатын-ҡыҙҙары Израилгә репатриацияланғанға тиклем ғәрәп ҡатын-ҡыҙҙары кеүек үк ниҡаб кейеп йөрөгән.
Иҫкәрмәләр Үҙгәртергә
- ↑ (недоступная ссылка) http://www.islamnews.ru/index.html?name=Articles&file=print&sid=652 (недоступная+ссылка)(недоступная ссылка)
- ↑ Вслед за Францией в Италии хотят принять закон о наказании за ношение никаба(недоступная ссылка) // Ислам.ру, 21.09.2009
Әҙәбиәт Үҙгәртергә
- урыҫ телендә
- Женщина Востока в литературе и обществе. — М.: Институт востоковедения РАН, 2007. — 176 с. — 300 экз.
- башҡа телдәрҙә
- El Guindi F. (инг.)баш. Veil: Modesty, Privacy and Resistance. — New York: Berg Publishers, 1999. — 262 p. — ISBN 1-8597-3929-6.
Һылтанмалар Үҙгәртергә
- Глава II. Одежда. Полное покрытие женщины. (Понятие о никабе) . Архивировано 25 август 2010 года. 2010 йылдың 25 август көнөндә архивланған. // Праведная мусульманка. Краткая энциклопедия мусульманки / Сост. Т. А. Магомед