Түбәнге Үтәш
Түбәнге Үтәш (рус. Нижнеутяшево) — Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районындағы ауыл. Үтәш ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 420 кеше булған[2]. Почта индексы — 452587, ОКАТО коды — 80210837001.
Ауыл | |
Нижнеутяшево башҡ. Түбәнге Үтәш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452587 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Яңы Балаҡатай): 7 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Үңкерҙе): 43 км
Түбәнге Үтәш ауылы Әй йылғаһы бассейнындағы Атарша йылғаһы буйында, район үҙәге Яңы Балаҡатай ауылынан көньяҡҡа табан 7 километр һәм Үңкерҙе (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 43 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
үҙгәртергәТүбәнге Үтәш ауылына Себер даруғаһы Балаҡатай улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Үтәш ауылының атамаһы антропонимдан, йәғни тәүге төпләнеүсе Иҫәт провинцияһы Балаҡатай улусының отставкалағы сотнигы Үтәш Ҡотлоғужин исеменән. Үтәш ауылы 1717 йылдан билдәле, 1722 йылда үткән I рәүиз материалдарында телгә алына. Үтәгән тип тә теркәлгән.
1795 йылда Үтәштә 54 йортта 232 кеше йәшәгән. 1795 йылда Троицк өйәҙенең өс балаҡатай ауылы (Апут, Ураҡ) араһында Үтәштә иң күп халыҡ (54 йортта 232 кеше) Үтәштә булған, башҡаларында уртаса 15 йорт, тимәк, кеше һаны 3,6 тапҡырға уҙып китә. 1816 йылда 53 йортта 355 кеше, 1834 йылда 73 йортта - 412 кеше йәшәгән.
Тәүге төпләнеүсенең улдарының береһе сотник (йөҙбашы) булып хеҙмәт итә. 1834 йылда 70 йәшлек Яхъя Үтәшев улдары Зәйнетдин менән Нәжметдин теркәлгән. Шуларҙың өсөнсөһө, 1768 йылғы Әпсәләм Үтәшев 48 йәшлектәр иҫәбенә алынған.
Әгәр XVIII быуат аҙағында ошо ерҙең башҡорттары, шул иҫәптән үтәштәр ҙә, йәйләүгә сыҡһа, XIX быуаттың 30-сы йылдарына күсенеп йөрөү юҡҡа сыҡҡан.
1842 йылда 425 кешегә 92 сирек ужым һәм 368 сирек яҙғы иген сәселгән. Ул саҡта 423 кеше йәшәгән 80 хужалыҡҡа 335 йылҡы малы, 344 һыйыр, 86 һарыҡ, 78 кәзә тура килгән. Ауыл «Бүҙәтүлгәнтауҙың һөҙәк битләүе буйында» урынлашҡан. Ауыл ултырған ерҙең майҙаны — 40 дисәтинә[4].
Биләмә берәмектәренә инеүе
үҙгәртергәТеркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | Балаҡатай улусы улусы | Себер даруғаһы | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | -сы йорт | -се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -сы йорт | -се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -сы йорт | -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -сы йорт | -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Балаҡатай улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Балаҡатай улус Советы (1918 й.), Үтәш ауыл Советы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | Үтәш ауыл Советы (1923 йылдан) | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Үтәш ауыл Советы | Балаҡатай районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Үтәш ауыл Советы | Балаҡатай районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Үтәш ауыл советы | Балаҡатай районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Түбәнге Үтәш ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше
үҙгәртергә1859 йылда Үтәштәге 89 йортта — 579, 1870 йылда 115 йортта — 687, 1896 йылда 180 йортта — 999 кеше донъя көткән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, сабата үреү менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған[5].
Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше
үҙгәртергә1905 йылда Үтәш ауылындағы 220 йортта — 1254 кеше йәшәгән.
1906 йылда Үтәш ауылында улус идаралығы булған. 2 мәсет, запас иген һаҡлау мөгәзәйе, 4 бакалея кибете иҫәпкә алынған.
1906—1919 йылдарҙа Атарша йылғаһы буйлап өҫтәрәк бүлендек Үрге Үтәш ауылы барлыҡҡа килгән. Бүлендек ауыл Үрге Үтәш тип, төп ауыл Түбәнге Үтәш тип атала башлай.
1920 йылда Үрге Үтәштең 93 йортонда 465, төп халыҡ йәшәгән Түбәнге Үтәштең 168 йортонда — 864 башҡорт йәшәгән[6].
Әлеге ваҡытта Түбәнге Үтәштә Яңы Балаҡатай ауылының 2-се урта мәктәбе филиалы — Үтәш мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[7].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәТүбәнге Үтәш ауылында башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 864 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 596 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 444 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 453 | 209 | 244 | 46,1 % | 53,9 % |
2002 йыл 9 октябрь | 426 | 219 | 207 | 51,4 % | 48,6 % |
2010 йыл 14 октябрь | 420 | 212 | 208 | 50,5 % | 49,5 % |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Иғтибарға лайыҡ мәғлүмәт
үҙгәртергәҮтәш Ҡотлоғужиндың үтенесе буйынса губернатор уның улы Сәғир Үтәшевты сотник итеп тәғәйенләй. 1775 йылдың майында «тотҡон» Салауат Юлаев Балаҡатай улусы башҡорт егетен, ағаһы Сағыр Үтәшевты күреп, Өфөлә үҙен һаҡлаған һалдат Яким Чудиновҡа, Сағырҙың Соҡалаҡ йылғаһы тамағында урынлашҡан түбәнге баҙар буйлап йөрөүе тураһында һөйләгәне билдәле. Салауат унан туғандарына хат тапшырыуҙы үтенгән. Баҙарға сыҡҡас, Сағырҙы табып, һалдат унан, Салауаттың туған-тыумасаһымы, тип һораған. Сағыр, туғаным, тип яуаплаған. Шунан һалдатҡа хат тотторған. Әммә хат Шайтан-Көҙәй улусына түгел, властар ҡулына эләгә.
Биш-алты айҙан һуң, 1775 йылдың ноябрендә, Сағыр Үтәшев губернатор И. А. Рейнсдорпҡа Балаҡатай улусы башҡорттарының хеҙмәтен еңеләйтеүҙе һорап мөрәжәғәт итә: «Минең командалағы башҡорттарым булып үткән тотҡарлыҡ (Пугачёв ихтилалы) сәбәбенән, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү һ. б. яҡтан шундай бөлгөнлөккә төштө, булған мөлкәтен закладҡа һалып, хатта балаларын һатып, ризыҡ табыу хәстәренә сумды. Ғали йәнәптәренә хеҙмәт итеүҙең ахыр сигенә етте»[8].
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Дәүләтшин Рафаэль Әхмәтгәрәй улы (24.12.1939), ғалим-тарихсы. Тарих фәндәре докторы (2000), профессор.
- Мурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙы (16 май 1960 йыл) — телетапшырыуҙар алып барыусы, 1993 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының телевидение студияһы дикторы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2017)[9]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2002). Балаҡатай районының почётлы гражданы (2009)[10].
Урамдары
үҙгәртергәТирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
- Һаҡтау Борон заманда сит ырыуҙар һөжүмен алдан иҫкәртеү маҡсатында иң бейек тау баштарына һаҡ ҡуйылған. Дошман ябырылыуын улар усаҡ яғып белдергән.
- Оҙонғор Был тауҙың оҙонлоғо 5-6 километр. Оҙонғор битләүендә Балаҡатай ырыуы башҡорттарының йыйындары үҙған. 1773-1775 йылғы Крәҫтиән һуғышы алдынан бында Салауат Юлаев килгән ти риүәйәт. Салауат әсәһе яғынан Сағыр Үтәшевтең яҡын туғаны булған. Йыйын барышында ат бәйгеһе һәм көрәш ойошторолған.
Салауат барыһын да көрәшеп еңгән һәм майҙан батыры тигән исем алған [12].
- Сейәлетау Был тауҙа ҡырағай сейә бик уңа. Улар баҡса сейәһенән иҫ киткес тәме менән айырылып тора.
Йылғалар:
- Атарша V рәүиз материалдарында Атарша йылғаһын Адарша тип яҙғандар. Был кескәй йылғаның киңлеге 1 сажин, тәрәнлеге сирек аршин. Атарша йылғаһы Красный Муравей ауылы янында баш ала һәм Оло Ыҡ йылғаһына ҡоя [13].
- Оло Ыҡ
- Бүҙәтүлгән Борон заманда батыр егет йәшәгән. Уның елдән етеҙ аты булған. Аяуһыҙ бер алыш ваҡытында буҙ атҡа уҡ тейә. Яралы ат бәләкәй йылға буйына ҡолай һәм шунда йән бирә. Шул замандан был йылғаны Бүҙәтүлгән («буҙ ат үлгән») тип атайҙар.
Шишмәләр: Әжбикә, Ҡарамалы, Оҙонғор һ.б. исемһеҙ шишмәләр. Был шишмәләрҙең һыуы саф, юшҡын миҡдары бик аҙ. Бүҙәтүлгән — йола шишмәһе, һәм эсәр һыуы менән әһәмиәтле. Йәш килендәр был шишмәнән «Һыу юлы»н башлай[14].
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Түбәнге Үтәш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 564. — ISBN 978-5-295-04683-4. 564 б.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 120—121 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
- Топонимы деревни Нижнеутяшево
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Түбәнге Үтәш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 564. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 564. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 564. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Түбәнге Үтәш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ ЦГИА Д. 346, 485. Западные башкиры по переписям 1795—1917 гг. С. 64. РГАДА. Ф. 350. Оп. 2. Д. 3790. Л. 4. Гвоздикова И. М. Башкортостан накануне и в годы Крестьянской войны под предводительством Е. И. Пугачева. С. 189.
- ↑ Легендарный диктор башкирского телевидения Флюра Мурзина, получила звание заслуженного работника РФ
- ↑ Муниципаль район Балаҡатай районы Советының 153-се ҡарары (2009 йыл 17 сентябрь).
- ↑ Карта д. Нижнеутяшево. Улицы
- ↑ Равиль Исламшин. «Узник далекого острога» от 1994 г.
- ↑ ЦГАДА Ф 1355, ОП1, Д 1940
- ↑ Топонимы деревни Нижнеутяшево
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |