Сабата
Сабата — башҡорт кейемендә йүкәнән үреп эшләнгән ғәҙәти аяҡ кейеме. Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар сабаталары булған.
Эшләнеше
үҙгәртергәСабатаны 7 йүкә таҫма алып башынан башлап тимер шөшлө һәм ҡалып ярҙамында үргәндәр. Ҡыя (табан өлөшөн) һәм тура (өҫ яғын) үреү ҡулланылған. Ике ҡатлап үрелгән (ҡайһы ваҡыт туҙ менән нығытылған) табаны күтәрмә хасил итеп, өҫкә ҡайтарылып ҡуйылған; башы трапеция формаһында булған. Шайтанашыҡтан йүкәнән эшләнгән ҡыҫҡа бау менән бәйләп ҡуйылған.
Ҡулланылышы
үҙгәртергәБашҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарында сабатаны ағастан аҫлыҡ (күтәрмәле сабата) һалып эшләгәндәр. Төньяҡ райондарҙа, Пермь башҡорттарында, аяҡ тирәләй бау менән бәйләп ҡуйыла торған өҫкө яғы туҡыма сабата (бышымлы сабата) киң таралған. Сабата тула йә йөн ойоҡ, силғау, киндер ыштыр менән кейгәндәр. Сабата көндәлек аяҡ кейеме һаналған. Башҡортостандың төньяҡ райондарында XX быуат уртаһына тиклем булған. Көнсығыш Европаның күп халыҡтарында: Сыуаш милли кейеме, Рус милли кейеме һ. б. таралған була.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Элмәлек (йыр)
Һылтанмалар
үҙгәртергәВидео
үҙгәртергә- «Ете егет» выпуск от 12 декабря 2021 года 2021 йыл 17 декабрь архивланған.