Нидерланд

Көнбайыш Европала урынлашҡан дәүләт
(Нидерланддар битенән йүнәлтелде)
Нидерланд Короллеге
Koninkrijk der Nederlanden
Ҡалып:Нидерланд байрағы гербы Нидерланд
Нидерланд байрағы Нидерланд гербы
Милли девиз: «Je Maintiendrai (нидерл. Ik zal handhaven)»
«»
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы 11 ноябрь 1918
Рәсми телдәр Нидерланд теле
Баш ҡала Амстердам
Иң ҙур ҡалалары Амстердам, Гаага, Роттердам, Утрехт
Идара итеү формаһы Конституция монархияһы
Король
Королева
Премьер-министр
Виллем-Александр
Максима
Марк Рутте
Территория
  • Барыһы
  • % һыу.
69 урын
41 526 км²
18,41
Халыҡ
  • Барыһы
  • Тығыҙлыҡ
33 урын
38 138 000 кеше
395 кеше/км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2008)
  • Кеше башына
18 урын
450,578 млрд $
14 893 $
Валюта Евро
Телефон коды +48
Сәғәт бүлкәте UTC +1


Нидерла́нд Короллеге (Нидерла́нд, шулай уҡ Голландия; нидерл. Koninkrijk der Nederlanden) — Көнбайыш Европала урынлашҡан дәүләт. Башлығы — король (королева). Дәүләт, Көнбайыш Европала төп территориянан һәм Кариб диңгеҙендә Бонайре, Синт-Эстатиус һәм Саба утрауҙарынан тора. Көнбайыш Европала территория Төньяҡ диңгеҙ менән йыуыла (яр буйы һыҙығы оҙонлоғо — 451 км) һәм Германия (577 км) һәм Бельгия (450 км) менән сиктәш. Айырым статусҡа эйә булған Аруба, Кюрасао һәм Синт-Мартен утрауҙары менән бергә Нидерланд Нидерла́нд Короллеген барлыҡҡа килтерә (нидерл. Koninkrijk der Nederlanden).

Дәүләт флагы — өс төҫлө (горизонталь буйынса ҡыҙыл, аҡ, күк). Гербы — алтын таж менән осланған зәңгәр төҫлө ҡалҡан, уны ике яғынан ике геральдик арыҫлан тотоп тора. Ҡалҡанда — аяғында ҡылыс булған ҡабарынған арыҫлан; ҡалҡан аҫтында — король девизы: Je maintiendrai («Мин ҡаршы торам»)[1]. Гимн — «Вилхелмус» («Песнь о Вильгельме»). Милли байрамы — 27 апрель (Король көнө).

Нидерланд Конституцияһына ярашлы, дәүләттең рәсми баш ҡалаһы Амстердам. Был ҡалала монарх Конституцияға тоғролоҡҡа ант итә. Шуның өҫтәүенә, фактик баш ҡала булып Гаага тора, унда король резиденцияһы, парламент һәм хөкүмәт, шулай уҡ сит илдәрҙең күп һанлы илселектәре урынлашҡан. Башҡа мөһим ҡалалары: Роттердам — илдең иң ҙур порты һәм донъялағы иң эре порттарының береһе, Утрехт — илдең тимер юлы системаһы үҙәге һәм Эйндховен — электроника һәм юғары технологиялар үҙәге. Гаага, Амстердам, Утрехт һәм Роттердам Рандстад ҡалаһының агломерацияһын булдыра, унды яҡынса 7,5 миллион кеше йәшәй. Территорияһы майҙаны Европа өлөшөндә — 41 543 км² (ҡоро ер — 33 888 км², һыу — 7650 км²), халҡы — 17582208 кеше (2021 йылдың 15 ноябренә ҡарата).[2] Кариб диңгеҙендә майҙан территорияһы — 978,91 км² (Бонайре, Синт-Эстатиус һәм Саба — 322 км², Аруба — 178,91 км², Кюрасао — 444 км², Синт-Мартен — 34 км²), халҡы — 313968 кеше (Бонайре, Синт-Эстатиус һәм Саба — 18 012 кеше, Аруба — 103 889 кеше, Кюрасао — 154 843 кеше, Синт-Мартен — 37 224 кеше).

Нидерланд — БМО, НАТО, Европа Советы, Европа берлеге, Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы (ОЭСР) ағзаһы. Шенген зонаһы һәм Бенилюкс өлөшө.

Рәсми тел — нидерланд теле[3].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Нидерландты йыш ҡына «Һолландия» тип йөрөтәләр, сөнки Көньяҡ һәм Төньяҡ Һолландия — был хәҙерге Нидерландтың ун ике провинцияһынан тик ике провинция бөтә тарих дауамында иң үҫешкәне булып һанала һәм шуға күрә Нидерланд сигендә иң билдәлеһе була. Ошо сәбәп менән башҡа илдәрҙә бөтә илде Һолландия («Holland») тип атағандар. Рус телендә был исем Пётр I Бөйөк илселегенән һуң киң тарала[4]. Рус батшаһының ҡыҙыҡһыныу даирәһенә техник күҙлектән үҫешкән урындар ингәнлектән, ә улар Нидерландтың күберәк Һолландия провинцияһында урынлаша, тап шунда Бөйөк илселек килә лә инде; Нидерландҡа визиты тураһында ҡайтҡас һөйләгәндә, илселек ағзалары дәүләт исемен телгә алмай, илде тик Һолландия тип атай.

2020 йылдың 1 ғинуарында рәсми учреждениелар, компаниялар, баҫмалар һәм Нидерланд юғары уҡыу йорттары «Һолландия» исеменән баш тартып, үҙҙәренең илен «Нидерланд» исеме аҫтында билдәләй башлайҙар (Нидерланд Сит ил эштәр министрлығы был уникаль милли брендты формалаштырыу маҡсатынан эшләнә тип аңлата)[5].

«Нидерланд» атамаһы тәржемәлә «түбәнге ерҙәр» тигәнде аңлата, әммә уны һүҙмә-һүҙ тәржемә итеү дөрөҫ түгел, сөнки тарихи сәбәптәр буйынса был термин менән хәҙерге Нидерланд, Бельгия һәм Люксембургҡа (Бенилюкс) тап килгән территорияларҙы атау ҡабул ителә. Урта быуат дәүере аҙағында Рейн, Маас, Шельда йылғаларының түбәнге ағымында урынлашҡан өлкә, Төньяҡ диңгеҙ яры буйлап «Диңгеҙ буйы уйһыу урындары» йәки «Түбәнге ерҙәр» (de Lage Landen bij de zee, de Nederlanden) тип атала башлай. «Нидерланд» исемен ҡулланыу тураһында беренсе рәсми телгә алыу XIV—XV йылдарға ҡарай[6].

Хәҙерге Нидерланд территорияһында боронғо кешеләр йәшәүенең беренсе археологик дәлилдәре түбәнге палеолитҡа ҡарай (яҡынса 800 мең йыл элек). Улар һунарсылыҡ һәм емеш-еләк йыйыу менән шөғөлләнгән. Боҙлоҡ дәүере аҙағында территорияла төрлө палеолитик төркөмдәр йәшәгән. Б. э. т. яҡынса 8000 йылдарҙа был территорияла мезолит ҡәбиләләре йәшәй, ә киләһе бер нисә мең йыллыҡта сағыштырмаса юғары тормош кимәле менән тимер быуат башлана.

 
«Вильгельм I Оранский портреты». Адриан Томас Кей эше

Римлеләр килгәндә, хәҙерге Нидерланд территорияһында б. э. т. унда күсеп ултырған тубанттар, канинефаттар һәм фриздар тип аталған боронғо герман ҡәбиләләре йәшәгән. Эбурон һәм менапиялар кеүек кельт ҡәбиләләре илдең көньяғында йәшәгән. Фриз герман ҡәбиләләре тевтон тармаҡтарының береһе була, улар Нидерланд территорияһына яҡынса б. э. т. I мең йыллыҡ уртаһында килә. Рим колонизацияһы башында илгә шулай уҡ батава һәм токсандраның гермен ҡәбиләләре килә. Рим империяһы дәүерендә хәҙерге Нидерландтың көньяҡ өлөшө римлеләр тарафынан оккупациялана һәм Белгика (лат. Gallia Belgica) провинцияһының өлөшө була, ә һуңғараҡ Түбәнге Германия (лат. Germania Inferior) провинцияһы була.

Урта быуаттарҙа Түбәнге илдәр (яҡынса хәҙерге Бельгия һәм Нидерланд) үҙҙәренә Рим империяһы составына ингән төрлө графлыҡтар, герцоглыҡтар һәм епархиялар составынд була. Улар XVI быуатта Габсбургтар хакимлығы аҫтында бер дәүләткә берләшә. Кальвинизм таралғандан һуң, контрреформация барлыҡҡа килә, ул илде тарҡата. Кальвинизм таралғандан һуң, илдә тарҡалышҡа нигеҙ һалған Контрреформация башлана. Испан короле Филипп II дәүләтте үҙәкләштерергә маташҡанлыҡтан, Вильгельм I Оранский етәкслегендә испан хакимлығына ҡаршы ихтилалға килтерә. 1581 йылдың 26 июлендә илдең бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә, башҡа дәүләттәр тарафынан тик һикһән йыллыҡ һуғыштан һуң ғына (1568—1648) рәсми таныла. Бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғыш йылдарында Нидерландтың «алтын быуаты», бөтә XVII быуатта дауам иткән иҡтисади һәм мәҙәни үҫеше осоро башлана.

 
Икенсе инглиз-һолланд һуғышы

XIX быуат башында француз оккупацияһы туҡтағандан һуң, Нидерланд Оранскийҙар йортоноң хакимлығы аҫтында монархияға әйләнә. 1830 йылда Бельгия тулыһынса Нидерландтан айырылып сыға һәм үҙ аллы короллек була; Люксембург 1890 йылда бойондороҡһоҙлоҡ ала. Либераль сәйәсмәндәр баҫымы аҫтында ил 1848 йылда парламент конституцион монархияһына әүерелә. Шундай сәйәси ҡоролош, нацистар оккупацияһы осоронда бер ни тиклем үҙгәреш кисерһә лә, хәҙерге көндәргә тиклем һаҡлана.

Беренсе донъя һуғышы барышында Нидерланд нейтралитет һаҡлай, әммә Икенсе донъя һуғышы ваҡытында биш йыл дауамында Германия оккупацияһы аҫтында була. Германия баҫып инеүе барышында Роттердам бомбаға тотола, ҡала үҙәге тулыһынса емерелә. Оккупация ваҡытында 104 000 һолланд йәһүде Холокост ҡорбаны була (бөтә һолланд йәһүдтәренең етмеш проценттан артығы).

 
Нидерланд Икенсе донъя һуғышы осоронда. 1944 йылдың сентябрендә Нидерландты азат итеү

Һуғыштан һуң ил тиҙ тергеҙелә, быға Америка Ҡушма Штаттарының Маршалл планы булышлыҡ итә. Шуның арҡаһында Нидерланд милли иҡтисадын тиҙ тергеҙә һәм иҡтисади үҫеш ала, элекке колониялар Индонезия һәм Суринам дәүләт бойондороҡһоҙлоғон ала. Индонезиянан, Төркиәнән, Марокконан, Суринамдан һәм Антиль утрауҙарынан күпләп иммиграциялау һөҙөмтәһендә, Нидерланд күп мәҙәниәтле һәм ҙур ҡатлам мосолман халыҡлы ил булып китә.

Алтмышынсы һәм етмешенсе йылдарҙа ҙур социаль һәм мәҙәни үҙгәрештәр булып үтә. Католиктар һәм протестанттар бер-береһе менән аралаша башлай, һәм халыҡ ҡатламдары араһында тормош кимәле һәм белем кимәле артыу менән, һиҙелерек кәмей. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың иҡтисади хоҡуҡтары күпкә киңәйә, һәм улар предприятиеларҙа һәм хөкүмәттә йышыраҡ юғары урындар биләй башлай. Шулай уҡ уларға пассив һайлау хоҡуғы йәки һайланыу хоҡуғы бирелә. Хөкүмәт иҡтисади үҫеш менән генәшөғөлләнмәй, шулай уҡ тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса ла хәстәрлек күрә. Халыҡ киң социаль хоҡуҡтарға эйә; пенсиялар, эшһеҙлек һәм инвалидлыҡ буйынса пособиелар донъяла иң юғарыларҙан.

1957 йылдың 25 мартында Нидерланд Европа Берлеген ойоштороусыларҙың береһе була һәм артабан Европа интеграцияһы өсөн күп эшләй. Әммә 2005 йылдың июнендә Европа Конституцияһы буйынса референдумда Нидерланд халҡының яртыһынан күберәге уға ҡаршы тауыш бирә. Илдең гульдендан евроға күсеүе буйынса референдум үткәреүҙе тыйыу ҙа негатив планда роль уйнай[7]. Шулай итеп, Нидерланд Франциянан һуң, Европа берлегенең берҙәм конституцияһын кире ҡағыусы икенсе ил була.

2002 йылдың 22 июленән 2010 йылдың 14 октябренә тиклем Христиан-демократик саҡырыу лидеры Ян-Петер Балкененде премьер-министр була. 2007 йылдың 22 февралендә ул үҙенең дүртенсе министрҙар кабинетын — Христиан-демократик саҡырыу коалицияһын, Хеҙмәт һәм Христиандар союзы кесе партияһын ойоштора (парламентта 6 урын). Хөкүмәттә — Балкененде урынбаҫарҙары Хеҙмәт партияһы лидеры Ваутер Бос һәм Христиандар союзы лидеры Андре Раувут.

2010 йылдың 20 февралендә Ян-Петер Балкененденың дүртенсе министрҙар кабинеты коалиция ағзаларының Афғанстанда террорсылыҡҡа ҡаршы операцияла Нидерланд ғәскәрҙәренең ҡатнашыуы уңайынан фекер айырымлыҡтары арҡаһында тарҡала[8]. Хеҙмәт партияһы лидеры Ваутер Бос бөтә Нидерланд ғәскәрҙәрен Афғанстандан тиҙ арала сығарыу өсөн сығыш яһаһа, коалиция партияһы лидеры Ян-Петер Балкененде Афғанстанда мандатты тағы бер йылға оҙайтыуға ныҡыша (мандаттың срогы 2010 йылдың авгусында сыҡҡан). 2010 йылдың февралендә Афғанстанда 1900 Нидерланд һалдаты була. Яңы һайлауҙар тәғәйенләнә[9].

2010 йылдың 9 июнендә парламент һайлауҙарында етәксе партия 41 депутатлыҡ мандатынан 20-һен юғалта, ә иң яҡшы һөҙөмтәләргә либераль Азатлыҡ һәм демократия өсөн халыҡ партияһы һәм левоцентристик Хеҙмәт партияһы, Азатлыҡ партияһы өлгәшә. 2010 йылдың 14 октябрендә Нидерландтың яңы премьер-министры Азатлыҡ һәм демократия өсөн халыҡ партияһы лидеры Марк Рютте һайлана. Азатлыҡ партияһы етәксе коалицияға инә. Етәксе коалиция партиялары Икенсе палатала 150 урындан 76 депутатлыҡ мандатына, беренсе палатала 75 урындан 37 депутатлыҡ мандатына эйә була.

2012 йылдың 23 апрелендә Рютте королева Беатриксҡа отставкаға сығыу тураһында ғариза бирә. Рютте яғынан бының сәбәбе оппозиция менән 2013 йылғы бюджет һәм финанс көрсөгөнән сығыуҙа мөмкин булған саралар темаһына уңышһыҙ һөйләшеүҙәр тора. Башлыса, шундай сараларҙың береһе дәүләт сығымдарын 16 миллиард евроға ҡыҫҡартыу булған. 2012 йылдың сентябрендә үткән ваҡытынан алда парламент һайлауҙарынан һуң Рютте Азатлыҡ һәм демократия халыҡ партияһының һәм Хеҙмәт партияһының коалиция хөкүмәтен ойоштора.

Физик-географик ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә
 
Нидерландтың космостан төшөрөлгән һүрәте (2000 йылдың майы)

Нидерланд — Европаның иң тығыҙ ултырған иле (әгәр бер нисә бәләкәй илдәрҙе иҫәпкә алмағанда). Ил территорияһында йылғалар селтәре йыш, унда урынлашҡан Рейн, Маас, Шельда йылғалары тамағы киң суднолар йөрөшлө дельта барлыҡҡа килтерә. Йылғалар мул һыулы һәм уларҙың үҙәндәре йыш ҡына һыу ташыу ҡурҡынысына сәбәп булып тора. Был йылғалар алып килгән тупраҡтарҙан дельталар һәм киң яҫы уйпатлыҡтар барлыҡҡа килгән. Нидерланд рельефын башлыса яр буйҙары уйһыулыҡтары тәшкил итә, көньяҡ-көнсығышта ҙур булмаған ҡалҡыулыҡтар бар, шулай уҡ ярайһы уҡ ҙур территориялар диңгеҙ территориялары иҫәбенә үҫә. территорияның яртыһы диңгеҙ кимәленән түбәндә ята, тик Нидерландтың көньяғында урын 30 м һәм унан юғарыраҡҡа күтәрелә. Уйһыулыҡтарҙың күп өлөшө Төньяҡ Һолландия, Көньяҡ Һолландия һәм Флеволанд провинцияларында. Ташҡындар барлыҡҡа килтергән дюндарҙан яр буйы һыҙаты хасил булған. Улар артынан диңгеҙҙән яулап алынған польдерҙар тип аталған ерҙәр килә, уларҙы диңгеҙ һыуҙарынан дюндар һәм дамбалар һаҡлай. Ғөмүмән, тупраҡ күбеһенся көлһыу, әммә Тҡньяҡ диңгеҙ менән йәнәшәлә уңдырышлы ләм тупраҡ бар, ә йылғаларҙың үҙәндәре — аллювиаль-болонло. Ауыл хужалығы ихтыяждары өсөн тулыһынса тиерлек ҡулланылған польдерҙар башлыса балсыҡ һәм торфтарҙан тора. Илдең көньяҡ һәм көнсығыш райондарында ҡомло тупраҡ таралған, уларҙы ҙур һөрөнтө ерҙәр биләй. Урыны менән арса ташландыҡтары (тәпәш үләндәр менән бәләкәй ҡыуаҡлыҡтар) һәм ҡарағай-имән-бук урмандары һаҡланған. Көньяҡ Лимбургтың яйлаһы эол сығышлы һары тупраҡ менән ҡапланған. Бында игенселектең нигеҙен тәшкил иткән уңдырышлы балсыҡһыл тупраҡ күп. Нидерландтың күпселек ҡырағай йәнлектәре кеше йәшәгән урындарҙан ҡыҫырыҡлап сығарылған. Шуға ҡарамаҫтан илдә ҡоштар, бигерәк тә һыу ҡоштары күп. Йәнлектәрҙең күп кенә һирәк төрҙәре милли парктарҙа һәм ҡурсаулыҡтарҙа һаҡлана. Ерҙең 21,96 % һөрөү өсөн ҡулланыла. Илдең юғары нөктәһе — Валсерберг (322 м), ул көньяҡ-көнсығышта урынлашҡан, ә иң түбәне — Заудпластполдер (диңгеҙ кимәленән −6,74 м).

Нидерланд Төньяҡ диңгеҙ менән йыуыла (451 км). Германия (577 км) һәм Бельгия (450 км) менән сиктәш. Майҙаны — 41,5 мең км². Баш ҡалаһы — Амстердам.

 
Беатрикс королеваһы рәсми рәуештә дәүләт башлығы булып тора
 
Хөкүмәт башлығы — премьер-министр Ян Петер Балкененде

Климаты уртаса, диңгеҙле, эҫе булмаған йәй һәм ярайһы уҡ йылы ҡыш хас. Июлдә уртаса температура +16…+17 °C, ғинуарҙа — яҡынса +2 °C яр буйында һәм континент эсендә саҡ ҡына һалҡыныраҡ. Һауа температураһының максимумы (+38,6 °C) 1944 йылдың 23 авгусында Варнсвелдта, абсолют минимумы (−27,4 °C) 1942 йылдың 27 ғинуарында Винтерсвейкта теркәлгән[10]. Ҡыш көнсығыш Европанан антициклондар ингәндә һауа температураһы 0 °C түбән төшә, ҡар яуа, ә күлдәр боҙ менән ҡаплана. Йыл эсендә уртаса 650 алып 750 тиклем яуым-төшөм яуһа ла, һирәк кенә көн ямғырһыҙ була. Томандар йыш, ҡышын ҡайһы берҙә ҡар яуа.

Дәүләт ҡоролошо

үҙгәртергә
 
Нидерланд һәм уның диңгеҙ аръяғы территориялары

Нидерланд ун ике провинцияға бүленә (һуңғы Флеволанд провинцияһы 1986 йылда киптерелгән территорияла төҙөлгән). Нидерланд составында шулай уҡ Кариб диңгеҙенең өс айырым общинаһы урынлашҡан: Бонайре, Саба һәм Синт-Эстатиус. Провинцияларҙың вәкәләтле органдары — провинциаль штаттар (Provinciale Staten), провинцияларҙың башҡарма органдары — штат депутаттары (Gedeputeerde Staten), улар король комиссарынан (Commissaris van de Koning) һәм депутаттарҙан тора, общинаның вәкәләтле органдары — община советтары (Gemeenteraad), башҡарма орган — бургомистр һәм советниктар коллегияһы (College van burgemeester en wethouders), ул бургомистрҙан һәм советниктан тора. Нидерланд Короллеге Конституцияһына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә. Нидерланд Короллеге — Конституцион монархия. Урындағы хакимиәттең-общинаның төп берәмлектәре — 2020 йылға улырҙың һаны 355.

Нидерландтың провинцияларға административ бүленеше
 АмстердамАлмелоАльмереАмерсфортАрнемАссенБредаГаагаДелфтДелфзейлХертогенбосХелдерДородхертЭнсхедеХарлемХилверсюмМаастрихтМидделбургЗволлеЛелистадЛейденУтрехтКатвейк-ан-ЗеНеймегенЭйндховенФлюсхинРоттердамЛеуварденХеренвенГронинген (ҡала)ЭмменАпелдорнАлкмарЗанстадТилбургВенлоХерленДрентеФлеволандФрисландияГелдерландГронингенЛимбургТөньяҡ БрабантТөньяҡ ГолландияОверэйселКөньяҡ ГолландияУтрехтЗеландияТөньяҡ диңгеҙБельгияГермания
Провинции Нидерландов

Изображения провинций являются ссылками на соответствующие статьи.


Башҡарма власть

үҙгәртергә

Нидерланд короле (королева) — илдең иң юғары вазифаһы. Король (королева) хөкүмәтте тәғәйенләү, парламентты эштән бушатыу хоҡуғына эйә.

Суд власы

үҙгәртергә

Нидерланд Короллеге юғары суды.

Закондар сығарыу власы

үҙгәртергә

Генераль штаттар — Нидерланд Короллегенең юғары закондар сығарыу органы.

Халҡы — 16,9 млн кеше (2012): голландтар (80,8 %), немецтар (2,4 %), индонезиялылар (2,4 %) һ.б. Рәсми тел — нидерланд. Диндарҙарҙың күпселеге — католиктар (30 %) һәм протестанттар (21 %).

 
Нидерландта 1960 йылдан 2017 йылдарға тиклем халыҡ артыуы (млн.кеше)
 
2020 йылға ҡарата Нидерландта общиналар буйынса халыҡ тығыҙлығы



 

2021 йылға ҡарата Нидерландтың этник составы[12]

  Голландтар һәм фриздар (75.36%)

  Төрөктәр һәм курдтар (2.42%)

  Мароккандар һәм бәрбәрҙәр (2.37%)

  Суринамдар (2.05%)

  Индонезиялылар һәм молуккандар (2.02%)

  Немецтар (1.98%)

  Поляктар (1.2%)

  Кюрасао (0.75%)

  Бельгиялылар (0.7%)

  Башҡалар (11.15%)

2021 йылдың 15 ноябренә ҡарата илдең халҡы һаны 17 582 208 кеше тәшкил итә[2] Халыҡ ҙаны буйынса илдәр исемлегендә Нидерланд 66-е местосы урында тора[13]. Европаның башҡа илдәре менән сағыштырғанда Нидерланд халҡы һуңғы быуат ярымда тиҙ үҫешә: 1850 йылда 3 миллион кеше, 1900 йылда — 5 миллион, 1950 йылда — 10 миллион, 1991 йылда — 15 миллион, 2002 йылда — 16 миллион һәм 2017 йылда — 17 миллион[14] Сағыштырыу өсөн: Бельгия халҡы шул уҡ осорҙа арта яҡынса ике тапҡыр арта: 1850 йылда 4,5 миллиондан алып 2000 йылда 10 миллионға тиклем кеше.

2020 йылға ҡарата мәғлүмәттәр буйынса 41 543 км² майҙанлы территорияһы менән, Нидерландта халыҡ тығыҙлығы буйынса һәр квадрат километрға 517 кеше тәшкил итә[14]. Шулай итеп, Нидерланд халыҡ тығыҙлығы буйынса донъяла 15-се дәүләт булып тора. Бигерәк тә көнбайыш өс провинцияла халыҡ күп ултырған: Төньяҡ Голландия, Көньяҡ Голландия һәм Утрехт (уртаса халыҡ тығыҙлығы 1000 чел./км² һәм күберәк; максималь күрһәткестәр урбанизацияланған райондарҙа билдәләнә — 2000 кеше/км² ашыу)[3]. Нигеҙҙә, ошоға, шулай уҡ үҫешкән иҡтисады һәм халыҡтың юғары килеме кимәле арҡаһында, Нидерланд иң үҫешкән транспорт һәм мәғлүмәттәр инфраструктураһы булып тора. Халыҡ-ара электр бәйләнеше союзы мәғлүмәттәр буйынса 2020 йылға ҡарата, илдә 16 383 879 интернет-ҡулланыусылар иҫәпләнә, был илдең барлыҡ халҡының яҡынса 95,4 процентын тәшкил итә, ош күрһәткес буйынса Нидерланд Европа берлегендә Дания — 97,9 %, Мальта — 97,2 %, Литва — 96,8 % һәм Эстония — 96,3 % илдәренән ҡалыша дүртенсе урында тора.[15].

Нидерландта халыҡтың ике ҙур төркөмө — һолландтар һәм фриздар йәшәй, шулай уҡ иммигранттарҙың күп булмаған һаны бар. The World Factbook мәғлүмәттәренә ярашлы 2018 йылға ҡарата этник составы: 76,9 % — голландтар, 6,4 % — Европа берлеге ағзаһының башҡа илдәре граждандары, 2,4 % — төрөктәр, 2,3 % — мароккандар, 2,1 % — индонезиялылар, 2,1 % — немецтар, 2 % — суринамдар, 1 % — поляктар, 4,8 % — башҡа этник төркөмдәр[16] 2021 йылға ҡарата халыҡтың этник составы: 75,36 % — голландтар һәм фриздар, 2,42 % — төрөктәр һәм курдтар, 2,37 % — мароккандар һәм бәрбәрҙәр, 2,05 % — суринамдар, 2,02 % — индонезиялылар һәм молуккандар, 1,98 % — немецтар, 1,2 % — поляктар, 0,75 % — кюрасао, 0,7 % — бельгиялылар, 11,15 % — башҡа этник төркөмдәр[12] Илдең башҡа ҙур ҡалаларында (Амстердам, Гаага, Роттердам һәм Утрехт) иммигранттар һаны арта. 2020 йылдың 1 ғинуарына ҡарата иммигранттар һәм уларҙың нәҫелдәре Нидерланд халҡының 24,2 % тәшкил иткән, әммә был өлөш эре ҡалаларҙа юғарыраҡ. Дүрт эре ҡалала бергә иммигрантар һәм уларҙың нәҫелдәре халыҡтың 51,8 % тәшкил итә. Амстердамда иммигранттар һәм уларҙың нәҫелдәре халыҡтың 55,6 % тәшкил итә. Гаагала, Роттердамда һәм Утрехта был күрһәткес ярашлы 55,6 %, 52,3 % һәм 36,1 % тәшкил итә[17] 2019 йылға ҡарата халыҡтың дин тотоу буйынса составы: 20,1 % — католиктар, 14,8 % — протестанттар, 5,0 % — мосолмандар, 5,9 % — башҡа дин кешеләре (индуистар, буддистар, йәһүдтәрҙе индереп), 54,1 — дин тотмай.[18] 2020 йылға ҡарата The World Factbook мәғлүмәттәре буйынса Нидерланд халҡының уртаса йәше 42,8 йәш (донъяла 32-се урын), шул иҫәптән ир-атар өсөн 41,6 йәш һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 44 йәш[16] Нидерланд халҡы донъяла иң оҙон һанала: ир-аттарҙың уртаса оҙонлоғо — 182,5 см, ҡатын-ҡыҙҙарҙың — 168,7 см[19].

Иҡтисады

үҙгәртергә

Өҫтөнлөктәре: юғары квалификациялы һәм күп телле эшсе көсө. Бик яҡшы инфраструктура. Юғары һалымдар һәм социаль страхрвкалау түләүҙәре менән ҡыйбатлы социаль система. Дәүләт килемдәренең өстән бер өлөшө социаль түләүҙәргә китә. Эш хаҡына юғары сығымдар. Түбән инфляция — 2017 йылдың авгусына был күрһәткес 1,3 % тәшкил иткән. Эшһеҙлек кимәле 2017 йылдың авгусына ҡарата 4,7 %. 2017 йылға ҡарата уртаса эш хаҡы Нидерландта 2855 тәшкил итә[20] ($3207.06, брутто) һәм 2152[20] айына ($2417.33, нетто). Нидерланд хөкүмәте уртаса коллектив килешелгән эш хаҡтары үҙгәреү сәбәпле минималь эш хаҡын йылына ике тапҡыр 1 ғинуарҙа һәм 1 июлдә коррекциялай. 2020 йылдың 1 ғинуарынан айына минималь эш хаҡы 21 йәштән өлкәнерәктәр өсөн 1653,60 евро (брутто) һәм 1523 евро (нетто) тәшкил итә.[21][22][23][24][25][26][27][28].

Йомшаҡ яҡтары: Ҡартайыусы халыҡ.

 
Роттердам

Нидерланд заманса юғары үҫешкән постиндустриаль иҡтисадҡа эйә. Мөһим тармаҡтары:

  • Машиналар төҙөү
  • Электроника
  • Нефть химияһы
  • Авиатөҙөлөш
  • Суднолар төҙөү
  • Ҡара металлургия
  • Текстиль сәнәғәте
  • Йыһаздар сәнәғәте
  • Целлюлоз-ҡағыҙ сәнәғәте

Нидерланд — иҡтисад планда юғары үҫешкән ил. Хеҙмәт күрһәтеү өлкәһенә тулайым эске продукттың 73 % тура килә, сәнәғәт һәм төҙөлөшкә — 24,5 %, ауыл хужалығы һәм балыҡсылыҡҡа — 2,5 %. Хеҙмәт күрһәтеү иң мөһим секторҙары араһында: транспорт һәм элемтә, кредит-финанс системаһы, ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эштәре (НИОКР), мәғариф, халыҡ-ара туризм, эш күрһәтеү комплексы өҫтөнлөк итә[29].

Ауыр индустрия — нефть эшкәртеү, химия производствоһы, ҡара металлургия һәм машиналар төҙөү — яр буйы райондарында, бигерәк тә Роттердамда, шулай уҡ Эймейденда, Дордрехтта, Арнемда һәм Неймегенда тупланған. Бөтә был ҡалалар суднолар йөрөүсе йылғалар йәки каналдарҙа урынлашҡан. Диңгеҙ яры буйында ел энергетикаһы фермалары урынлашҡан. Шулай уҡ сыр, шоколад, тәмәке, джин эсемлеге, һыра етештереү үҫешкән. Ҙур булмаған масштабҡа эйә булмаһа ла Амстердамда алмаз эшкәртеү билдәле тармаҡ булып тора.

 
Амстердадың урам-каналдары

Нидерландта штаб-фатирҙар һәм Royal Dutch Shell, Unilever, Royal Philips Electronics кеүек трансмилли һәм Европа комапнияларының етештереү ҡеүәттәре урынлашҡан.

Импорт: нефть, автомобилдәр, суйын һәм ҡорос, кейем, төҫлө метал, аҙыҡ-түлек, төрлө транспорт ҡорамалдары

Экспорт: химия сәнәғәте продукцияһы, ит, парник йәшелсәләре, сәскәселек продукттары, тәбиғи газ, металдан әйберҙәр Илдең төп сауҙа партнёрҙары: Германия, Бельгия, Бөйөк Британия, Франция[30].

Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу сәнәғәте

үҙгәртергә

Нидерланд нефть сығарыу сәнәғәтендә тәбиғи газ сығарыу мөһим әһәмиәткә эйә. Торба үткәргестәр буйлар газ Гронингендан бөтә ил буйлап һәм экспортҡа тарала. Был файҙалы ҡаҙылма запастары буйынса Нидерланд Көнбайыш Европала беренсе урында тора һәм сығарыу күрһәткесе буйынса 3,1 % — донъяла алтынсы урында тора. 1975 йылға тиклем Лимбург провинцияһында күмер сығарғандар. Хенгело һәм Делфзейл ҡалалаларында йылына 4 млн тонна күләм менән тоҙ шахталары эшләй. Тәбиғи газ запастары 2017 йылға ҡарата 1615 млрд м³ тәшкил итә.[29]. Континенталь шельфтың Голландия өлөшөндә нефть сығарыу бара. Шулай уҡ балсыҡ та бар.

Транспорт

үҙгәртергә

Яҫы рельефы автомобиль юлдары үҫеше өсөн уңайлы шарттар булдыра, әммә йылға һәм каналдарҙың күп һаны юл төҙөлөшө өсөн билдәле ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Дәүләттең бәләкәй майҙаны тураһында бер сиктән икенсе сиккә 3-4 сәғәт эсендә барып етеү факты раҫлай[31].

Тимер юлының дөйөм оҙонлоғо 2753 км тәшкил итә (шуларҙан электрлаштырылғандары — 2000 км ашыу)[32].

Автомобиль юлдарының дөйөм оҙонлоғо 138641 км тәшкил итә, шуларҙан автомагистралдәрҙең оҙонлоғо — 2756 км[33].

Суднолар йөрөй алырлыҡ (50 тоннаға тиклем ауырлыҡта) йылға һәм каналдарҙың дөйөм оҙонлоғо 6237 км тәшкил итә[34].

Илдең иҡтисадында шулай уҡ диңгеҙ судносылығы ла мөһим роль уйнай. Роттердам йөк ташыу әйләнеше буйынса донъяла иң ҙур диңгеҙ порттарының береһе булып тора. Нидерланд Европа йөк ағымының ҙур өлөшөн башҡара. KLM авиакомпанияһы күп халыҡ-ара маршруттарҙы хеҙмәтләндерә.

Нидерланж хөкүмәте экологик хәлде яҡшыртыу маҡсаттарында юлдарҙа автомобиль тығындары менән көрәшә. Күп кенә эре ҡалаларҙа юлдарҙағы тығындар тирә-яҡтың бысраныуына сәбәп була, шундай зыяндың тирә -яҡ мөхит өсөн өлөшө дөйөм һандың 50 % тәшкил итә[35].

Велосипед Нидерландта киң ҡулланылыусы транспорт төрө. Ил буйлап велосипедта барып, поездағы сәфәр менән сағыштырырлыҡ араны үтергә була. , голландарҙың Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса 18 миллиондан да кәм түгел велосипеды бар, был халыҡтың йән башына бер велосипедтан да артыҡ тура килә[36][37]. 2013 йылда велосипедсыларҙың Европа федерацияһы Нидерланд һәм Данияны Европала велосипедсылар өсөн иң уңайлы илдәр кеүек баһалай[38]. Велосипед — ғәҙәти көндә иң ҡулланыла торған транспорт төрө. Транспорт магистралдәре буйлап моторлы транспорттан физик яҡтан айырылған яҡынса 35 000 км велосипед юлдары бар[39]. Йәнле юл саттарында йыш ҡына велосипедсылар өсөн светофорҙар ҡуйыла. Ҡалаларҙа, бигерәк тә үҙәктәрҙә һәм вокзалдарҙа велосипедсылар өсөн өсөн туҡталҡалар ойошторола[2]

Ауыл хужалығы

үҙгәртергә

Территоряһының күләменә ҡарамаҫтан, Нидерланд донъяла аҙыҡ-түлек экспортлау буйынса, АҠШ-тан ҡалыша икенсе урында, һәм Европа берлегендә беренсе урында тора. 2016 йылда ауыл хужалығы экспорты 2015 йылдағы 90 млрд урынына 94 млрд евро тәшкил итә. Әлеге мәлгә агросәнәғәт секторына илдең дөйөм экспортының 22 %тура килә. Ил башлыса йәшелсә, емеш-еләк, һөт аҙыҡтары, ит һәм эшкәртеү продукттары, сәскәләр экспортлай. Голланд ауыл хужалығы материалдарына һорау артыуҙы билдәләп китергә мөмкин (энергетик эффектив теплицалар, GPS һәм пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында игенселектең аныҡ системалары, культураларҙы климат үҙгәреүҙәренә һәм ауырыуҙырға ҡаршы тотороҡло яһаған яңы асыштар)[40].

Һөрөнтө ер биләмәләре. 2015 йылға ҡарата, яҡынса 31 % ауыл хужалығы ерҙәрен һөнөтө ерҙәр биләй, 24 % — көтөүлектәр һәм 11 % урмандар менән ҡапланған[41]. Нидерландта ерҙе ентекләп ҡарайҙар, бынан тыш индерелгән минераль ашламалар күләме буйынса ил 2005 йылда донъяла беренсе урында тора. Ауыл хужалығы ихтыяждары өсөн һуғарыла торған ерҙең майҙаны 5650 км² тәшкил итә (2003 йылға ҡарата)[42]. Үҫемлекселек. Илдең ҡайһы бер райондарында (Амстердам районында) сәскәселек өҫтөнлөк итә. Шулай уҡ картуф, шәкәр сөгөлдөрө һәм иген культуралары һ.б. үҫтерелә. Экспорттың мөһим өлөшө — юғары сифатлы парник һәм консерваланған йәшелсәләр.

Малсылыҡ. Европала аҡ май етештереү буйынса бишенсе урында һәм сыр етештереү буйынса дүртенсе урында тора. Бигерәк тә көтөүселек малсылығы таралған, польдерҙарҙа 4,5 млн баш эре мөгөҙлө мал көтөлә (Европа берлегенең 3,5 %). 2005 йылда һөтсөлөк көтөүе 1,4 млн башҡа яҡын булған (1980 йылдар уртаһында 2,5 млн баш булған), көтөүлектең продуктивлылығы бик ҙур — уртаса һауым йылына 9 мең литрҙан артыҡ тәшкил итә. Һуңғы йылдарҙа Нидерланд хөкүмәте фосфат етештереүҙе һәм уларҙың тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон кәметеү өсөн һөт малын кәметеү буйынса саралар ҡабул итә[43]. Ауыл хужалығы министры Мартин ван Дамм һүҙҙәре буйынса мал һанын кәметеү буйынса дәүләт планында 60 ммал бөтөрөләсәк, уларҙың 31 500 инде һуйылған. Был саралар Нидерландтың Европа союзы санкциялаған мал аҙығы фосфаттарына лимиты бөткәндән һуң ҡабул ителгән[44].

Теплица хужалығы. Теплица хужалығына бүлеп бирелгән майҙандар буйынса Нидерланд донъяла беренсе урында тора. 1994 йылдан 2005 йылға тиклем теплицалар майҙаны 13 алып 15 мең га тиклем арта, теплицалар ғәҙәттә урындағы тәбиғи газ менән йылытыла. Ябыҡ грунттың 60 % сәскәселеккә бүлеп бирелгән.

Ҡораллы көстәре һәм махсус хеҙмәттәр

үҙгәртергә

Нидерландтың Ҡораллы көстәре дүрт ғәскәр төрөнән тора:

  • Король Ҡоро ер көстәре (нидерл. Koninklijke Landmacht, KL).
  • Король Хәрби-диңгеҙ кәстәре (нидерл. Koninklijke Marine, KM), үҙ эсенә хәрби-диңгеҙ авиацияһы хеҙмәтен (Marine-Luchtvaartdienst) һәм диңгеҙ пехотаһы корпусын ала (Korps Mariniers).
  • Король Хәрби-һауа көстәре (нидерл. Koninklijke Luchtmacht, KLu)
  • Король Хәрби полицияһы (нидерл. Koninklijke Marechaussee).

Бөтә ғәскәр төрҙәренең баш командующийы Нидерланд короле Виллем-Александр. Король Хәрби-диңгеҙ кәстәре командующийы һәм Бенилюкс Адмиралы — генерал-лейтенант Роб Веркерк[45]. Оборона министры — Анк Бейлевелд.

Мәҙәниәт һәм фән

үҙгәртергә
 
Рембрандт ван Рейн — донъяның иң билдәле рәссамдарының береһе

Нидерландта күп билдәле рәссамдар йәшәгән һәм эшләгән. XVI быуатта Иероним Босх үҙ әҫәрҙәрен ижад иткән. XVII быуатта Рембрандт ван Рейн, Ян Вермеер, Ян Стейн һ.б. кеүек оҫталар йәшәгән. XIX һәм XX быуаттарҙа Винсент Ван Гог һәм Пит Мондриан кеүек рәссамдар билдәле була. Морис Корнелис Эшер рәссамк-график кеүек билдәле. Виллем де Конинг Роттердамда белем ала, һәм һуңғараҡ Америка рәссамы булып китә. Хан ван Меегерен классик картиналарҙың күсермәләре менән дан алған.

Нидерландта философтар Эразм Роттердамский һәм Спиноза йәшәгән, унда Декарттың бөтә төп эштәре эшләнә. Ғалим Христиан Гюйгенс Сатурндың юлдашы Титанды аса һәм маятниклы сәғәт уйлап сығара.

Нидерландтың «алтын быуаты» шулай уҡ әҙәбиәттең үҫешенә килтерә, билдәле яҙыусылар Йоост ван ден Вондел һәм Питер Корнелисзон Хофт була. XIX быуатта Мультатули (Эдуард Доувес Деккер) Нидерланд колонияларында аборигендар менән насар мөғәләм итеүҙәре тураһында яҙа. XX быуаттың мөһим яҙыусылары Харри Мюлиш, Ян Волкерс, Симон Вестдейк, Герард Реве, Виллем Фредерик Херманс һәм Сейс Нотебоом була. Анна Франк үҙенең билдәле «Анна Франк көндәлеге» китабын яҙа, ул уның нацистар лагерында вафатынан һуң баҫылып сыға һәм нидерланд теленән бөтә төп телдәргә тәржемә ителә.

20 быуатта Нидерланд сәнғәте, шул уҡ ваҡытта традицион реализмдан тулыһынса баш тартмай экспенименталь характерҙа була. 1950 йылдарҙа шиғриәткә ҡыҙыҡһыныу уяна. Виллем Фредерик Херманс, Герард Реве, Харри Мюлиш кеүек яҙыусыларҙың әҫәрҙәрендә тормоштоң дисгармоник яҡтарын һүрәтләү реалистик традициялар менән үрелеп бара. Һынлы сәнғәттә һәм скульптурала бөтә заманса йүнәлештәр күрһәтелгән, улар араһында 1950 йылдарҙа айырыусы Карел Аппел кеүек мастер етәкселегендә «Кобра» төркөмө айырылып тора. Музыкала халыҡ-ара танылыуҙы композитор Виллем Пейпер яулай. Бөтә эре ҡалаларҙа яҡшы симфоник оркестрҙар бар, уларҙан айырыуса билдәлеләре Амстердам һәм Гаага король оркестрҙары. Нидерланд балеты — Европала иң яҡшыһы.

 
Боҙҙа күренеш. 1620. Хендрик Аверкамп

Нидерландтың билдәле кинорежиссёрҙары араһында — Йос Стеллинг һәм Пауль Верхувен. Актёрҙар араһында айырыуса Рутгер Хауэр, ә актрисалар араһында — Сильвия Кристел һәм Фамке Янссен билдәле. Шулай уҡ бөтә донъяға Pestilence, The Gathering, Ayreon, Within Temptation, Delain, Exivious һәм Epica метал-төркөмдәр, Shocking Blue һәм Focus рок төркөмдәр билдәле. Бынан тыш, Нидерланд бөтә донъяға билдәле булған Tiësto, Hardwell, Armin van Buuren, Dannic, Ferry Corsten, Afrojack, Sander van Doorn, Laidback Luke, Mitch Crown, Sidney Samson, Martin Garrix саунд продюсерҙар һәм диджейҙар менән дан тота.

Нидерландта иҫ киткес музейҙар күп. Нидерланд рәссамдарының күренекле һынлы сәнғәт әҫәрҙәре Амстердамда Рейксмюсеумда һәм Рембрандт музейында, Роттердамда Бойманс — ван Бёнинген музейында һәм Гаагала Маурицхёйс музейында, шулай уҡ ҡайһы бер эре провинция музейҙарында, мәҫәлән, Харлемда Франс Хальс музейында һәм Утрехттың Үҙәк музейында һаҡлана. Амстердамдың ҡала музейы 19—20 быуаттарҙың ҙур коллекцияһына эйә. Амстердамда Винсент ван Гогтың дәүләт музейында оҫтаның 700-ҙән ашыу картинаһы һәм һыҙмаһы һаҡлана. Отерлоола Крёллер-Мюллер музейында шулай уҡ Ван Гог әҫәрҙәренең ҙур коллекцияһы тупланған; бынан тыш, унда заманса сәнғәттең әҫәрҙәр йыйылмаһы бар.

 
Арьен Роббен һәм Робин ван Перси

Нидерландта иң популяр спорт төрө булып футбол тора. Уның тураһында мәғлүмәттәр 1865 йылдан башлана. Өҫтәүенә Нидерландтың иң боронғо футбол клубы булып 1879 йылда ойошторолған «Конинклейке ХФК» футбол клубы тора. Артабан 1889 йылда Гаагала «Футбол һәм атлетиканың Нидерланд союзы» ойоштороу тора[46]. Нидерландтың футбол буйынса йыйылма командаһы донъяла даими иң көслө егерме иҫәбенә инә[47]. Ярайһы уҡ көслө кимәлдә халыҡ-ара аренала футбол буйынса Нидерландтың ҡатын-ҡыҙҙар командаһы сығыш яһай. Баш тренер Сарина Вигман етәкселегендә команда футбол буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында 2017 йылғы Европа чемпионатында еңеү яулай[48]. Ил территорияһында 2000 йылғы Европа чемпионаты һәм футбол буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында 2017 йылғы Европа чемпионаттары кеүек әһәмиәтле футбол турнирҙары үтә.

Ҡышҡы спорт төрҙәре араһында Нидерланд халҡы өсөн конькаиҙа шыуыу спорты айырым урын алып тора. Был спорт төрөнөң тарихы тамырҙары менән бик тәрәнгә китә. Я. К. Номендың «1697-1698 һәм 1716—1717 йылдарҙа Нидерландта Петр I булыуы яҙмаларында» голландтар традицион конькиҙа шыуған һәм уларға килгән моквитяндарҙы өйрәткән[49]. Нидерландтың конькиҙа йүгереүселәре күп иң абруйлы турнирҙарҙа еңеү яулай һәм донъяла иң көслөләре булып һанала.

Шулай уҡ илдә спорт көрәштәре киң популярлыҡ яулай. Бигерәк тә кикбоксинг, сават, тай боксы, карате, дзюдо ныҡ үҫешкән. Нидерландтың тай боксы һәм кикбоксинг мәктәбен йыш ҡына «тай боксының икенсе йорто» тип атайҙар[50]. Нидерландта уйлап сығарылған билдәле спорт төрҙәре — корфбол һәм польсстокферспринхен[51]. Олимпия уйындарында һәм донъя чемпионаттарында Нидерланд спортсылары илдең халҡына ҡарата күп һанлы миҙалдар яулай. Нидерландтан меңәрләгән көйәрмәндәре, футбол буйынса милли йыйылма уйынсылары кейгән ҡыҙғылт һары кейемдәр кейеп, сит илдәрҙәге ярыштарға бара. Халыҡ араһында шулай уҡ бейсбол, теннис, велосипед спорты, үлән хоккейы, волейбол, гандбол һәм гольф ҙур популярлыҡ менән файҙалана.

Амстердамда IX Олимпия уйындары үтә (1928).[3]

Архитектураһы

үҙгәртергә
 
Роттердам — Нидерландтың заманса «архитектуралыбаш ҡалаһы». Алғы планда — Эразм Күпере

Нидерланд архитектураһы донъя архитектураһы үҫешенә байтаҡ йоғонто яһай. XVI быуатта ул шул ваҡыттағы Европаның бөтә стилдәренән ныҡ айырыла. Айырым стиль кальвинизмға хас булған француз һәм испан һарайҙарындағы ҡупшылыҡ һәм йыһаздарына ҡапма-ҡаршы булған «һаранлыҡ һәм уртасалыҡ» нигеҙендә эшләнгән. XVII юыуат голланд архитектураһының вәкилдәре — Ливен де Кей һәм Хендрик де Кейсер була[52]. Голландия архитектураһы үҫешендә үҙенең эҙен Һуңғы Яңырыу (Ренессанс) ҡалдыра. Йоғонтоһо, үҫеше уның XVII быуат аҙағына тура килә, ул шул тиклем ҙур була, хатта «голланд бароккоһы» (голландский классицизм) тигән әйтем әйләнешкә инә[53]. Хөкүмәт биналарының, банктарҙың һәм мануфактураларҙың фасадтары ошо стилдә биҙәлә. Был осорҙағы иң билдәле архитекторҙар Якоб ван Кампен һәм и Питер Пост була[54][55]. XIX быуат голланда арихитектураһы стилендә классицизм, шулай уҡ төрлө ағымдар (миҫалға — неоготика) өҫтөнлөк итә. Был осорға Рейксмюсеум, Утрехт университеты, Амстердамдың үҙәк вокзалы кеүек билдәле ҡоролмалар төҙөлөшө тура килә. Был ваҡыттың билдәле архитекторҙары Эжен Гюгель һәм Петрус Кёйперс була. XIX аҙағына — XX быуат башына голланд архитектруаһының классицизмдан модернға һәм конструктивизмға күсеше тура килә. Петрус Барлахе, Кёйперстың уҡыусыһы, хаҡлы рәүештә заманса Нидерланд архитектураһының нигеҙ һалыусыһы булып иҫәпләнә[56].

Фасадтары һыу өҫтөндә урынлашҡан хәҙерге күп фатирлы торлаҡ йорттар, йыш ҡына һыу кимәленән түбәндә автопарк өсөн биналарға йыһазландырыла. Амстердамда йөҙөүсе «фундаменттар» менән йөҙөүсе шәхси йорттар кварталы бар, уларҙы кәрәк саҡта икенсе урынға һөйрәп алып килергә мөмкин. Ундай йорттарға бөтә коммуникациялар үткәрелгән. Боронғо йорттар йыш ҡына текә күтәрелеш менән тар баҫҡыстарға эйә. Ундай йорттарҙың ҡыйығы түбәһенән, өҫкө ҡатҡа тәҙрә аша йыһаз мендереү өсөн сығып торған урҙалар була, ә фасадтары ундай йорттарҙың ауыш була. Шундай йорттарҙың тарихи фасадтары һаҡланып ҡалған. Провинция ҡаласығы халҡы үҙҙәренең йортоноң ихатаһын һәм фасадын бәләкәй архитектура формалары элементтары, инеү урынында эскәмйәләр менән биҙәргә ярата, был шундай тораҡ пункттарҙың йәмен булдыра.

Рәсәй һәм уның төбәктәре менән бәйләнештәре

үҙгәртергә
  • ИА «Башинформ», Лейла Аралбаева. В Уфе пройдут мероприятия совместного творческого проекта Башкортостана и Нидерландов. 2015, 1 декабря[57].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Шатохина-Мордвинцева Г. А. История Нидерландов. — учеб. пособие для вузов. — М: Дрофа, 2007. — С. 80. — 510 с. — ISBN 978-5-358-01308-3.
  2. 2,0 2,1 2,2 Bevolkingsteller
  3. 3,0 3,1 3,2 НИДЕРЛАНДЫ • Большая российская энциклопедия — электронная версия 2020 йыл 2 ғинуар архивланған.
  4. Лара Габриель. Учебник по выживанию в новой стране. — Litres, 2017-05-20. — 236 с. — ISBN 9785457501157.
  5. Название «Голландия» официально перестало существовать // РБК, 02.01.2020
  6. Нидерланды // Иллюстрированная энциклопедия «Руссика». История Средних веков. — Олма-Пресс Образование. — С. 375. — 640 с. — ISBN 9785948495521.
  7. John McCormick. European Union Politics. — Palgrave Macmillan, 2015-03-27. — 480 с. — ISBN 9781137453402.
  8. Regierung zerbricht an Afghanistan-Streit (нем.). Архивировано из оригинала 23 февраль 2010 года.
  9. Vorgezogene Neuwahl in den Niederlanden (нем.). Архивировано из оригинала 25 февраль 2010 года.
  10. Нидерландская ассоциация метеорологии и климатологии. Архивировано 17 февраль 2011 года. 2011 йыл 17 февраль архивланған.
  11. Все параметры шаблона {{cite web}} должны иметь имя. Bevolking; geslacht, leeftijd, burgerlijke staat en regio, 1 januari (нидерл.). StatLine. Нидерланд статистик бюроһы (25 сентябрь 2018). Дата обращения: 25 сентябрь 2018.
  12. 12,0 12,1 CBS StatLine - Bevolking; generatie, geslacht, leeftijd en herkomstgroepering, 1 januari. Statline.cbs.nl. Дата обращения: 5 октябрь 2017.
  13. CIA — The World Factbook (ингл.). Архивировано 16 август 2011 года. 2011 йыл 16 август архивланған.
  14. 14,0 14,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; автоссылка6 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  15. European Union Internet Usage and Population Stats 2019 йыл 23 декабрь архивланған.
  16. 16,0 16,1 file-icon
  17. Hoeveel mensen met een migratieachtergrond wonen in Nederland?
  18. Meerderheid Nederlandse bevolking behoort niet tot religieuze groep
  19. Хейнс, Гэвин. Как голландцы стали самой высокой нацией на планете, обогнав американцев. 5 ғинуар 2021 тикшерелгән.
  20. 20,0 20,1 Modaal Inkomen 2017 – Gemiddeld Inkomen. gemiddeld-inkomen.nl (31 декабрь 2011). Дата обращения: 27 март 2017. 2017 йыл 16 февраль архивланған.
  21. Amount of the minimum wage | Minimum wage | Government.nl
  22. Bedragen minimumloon 2020 | Minimumloon | Rijksoverheid.nl
  23. Minimumloon 2020, dit zijn de bedragen | Ondernemen Met Personeel
  24. Minimumloon 2020 januari
  25. Minimumloon en jeugdloon 2020
  26. Ook minimumloon per uur stijgt per 1 januari 2020 | Redactie Salaris Rendement
  27. Overzicht van het Minimumloon 2020 & Minimum uurloon
  28. Dutch Income Tax Calculator
  29. 29,0 29,1 Коллектив авторов. Страны мира. Энциклопедия. — Litres, 2017-09-05. — 298 с. — ISBN 9785040676040.
  30. Новейшая история. 20 век.: В 2 кн. Кн. 2. М–Я. — ОЛМА Медиа Групп. — 322 с. — ISBN 9785948495064.
  31. Niels G., Jenkins H., Kavanagh J. Economics for Competition Lawyers. — OUP Oxford, 2011. — С. 77. — 637 с. — ISBN 9780199588510.
  32. Ҡалып:Книга:Железнодорожный транспорт: Энциклопедия
  33. Total length of the road network in the Netherlands in 2013, by road type (in kilometres) (ингл.). Statista : The Statistics Portal. Дата обращения: 20 сентябрь 2017. Архивировано 21 сентябрь 2017 года.
  34. Country Comparison to the World : Waterways (ингл.). The World Factbook. Дата обращения: 20 сентябрь 2017. Архивировано 7 сентябрь 2017 года. 2017 йыл 16 июль архивланған.
  35. Маркетинг мест. — SSE. — 384 с. — ISBN 9785315000273.
  36. Wayback Machine. web.archive.org (17 ғинуар 2013). Дата обращения: 17 ғинуар 2021.
  37. Wedia. Cycling in the Netherlands (билдәһеҙ). IamExpat. Дата обращения: 17 ғинуар 2021.
  38. European Cyclists' Federation – The first EU wide ECF Cycling Barometer launched. web.archive.org (14 июль 2014). Дата обращения: 17 ғинуар 2021.
  39. Велосипедная Голландия (билдәһеҙ). veloclub.su. Дата обращения: 17 ғинуар 2021. 2021 йыл 22 ғинуар архивланған.
  40. Ministerie van Economische Zaken. Agri & food exports achieve record high in 2016 (ингл.). www.government.nl. Дата обращения: 6 октябрь 2017. Архивировано 6 октябрь 2017 года. 2017 йыл 6 октябрь архивланған.
  41. OECD. OECD Environmental Performance Reviews OECD Environmental Performance Reviews: The Netherlands 2015. — OECD Publishing, 2015-11-25. — 230 с. — ISBN 9789264240056.
  42. 1. Архивировано 22 июнь 2010 года. 2020 йыл 15 май архивланған.
  43. Meet the Dutch heritage cattle breeds (ингл.). resource.wageningenur.nl. Дата обращения: 6 октябрь 2017. Архивировано 7 октябрь 2017 года.
  44. Dutch government accelerates dairy cow cull (ингл.). Дата обращения: 6 октябрь 2017. Архивировано 6 октябрь 2017 года.
  45. Nieuwsbericht. Luitenant-generaal Verkerk nieuwe Commandant Zeestrijdkrachten (video). Ministerie van Defensie (26 сентябрь 2014). Архивировано из оригинала 19 август 2016 года.
  46. Коллектив авторов. Футбол. Энциклопедия. — Litres, 2017-09-05. — 912 с. — ISBN 9785040560851.
  47. См. Чемпионат мира по футболу#Статистика выступлений сборных
  48. UEFA.com. ЧЕ среди женщин — Нидерланды-Дания. UEFA.com. Дата обращения: 7 октябрь 2017. Архивировано 4 декабрь 2017 года.
  49. Очерки по истории физической культуры. — Directmedia, 2014-07-09. — 171 с. — ISBN 9785445822714.
  50. Jeremy Wall. UFC's Ultimate Warriors: The Top 10. — ECW Press, 2005. — 216 с. — ISBN 9781550226911.
  51. Trudo Dejonghe. Sport in de wereld. — Academia Press, 2007. — 246 с. — ISBN 9789038211671.
  52. Большая Школьная Энциклопедия «Руссика». История Нового времени. 16–18 вв. — ОЛМА Медиа Групп. — 700 с. — ISBN 9785224022489.
  53. Barry L. Stiefel. Jewish Sanctuary in the Atlantic World: A Social and Architectural History. — Univ of South Carolina Press, 2014-03-11. — 482 с. — ISBN 9781611173215.
  54. Sheila D. Muller. Dutch Art: An Encyclopedia. — Routledge, 2013-07-04. — 664 с. — ISBN 9781135495749.
  55. Коллектив авторов. Новая история стран Европы и Америки XVI–XIX века. Часть 1. — Litres, 2017-09-05. — 648 с. — ISBN 9785040229758.
  56. Г. А. Шахотина-Мордвинцева. История Нидерландов. — Высшее образование. — М: Дрофа, 2007. — С. 290—291. — 515 с. — ISBN 978-5-358-01308-3..
  57. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 1 декабрь (рус.)

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
На русском языке
На других языках
  • Paul Arblaster. A History of the Low Countries. Palgrave Essential Histories Series New York: Palgrave Macmillan, 2006. 298 pp. ISBN 1-4039-4828-3.
  • J. C. H. Blom and E. Lamberts, eds. History of the Low Countries (1999).
  • Jonathan Israel. The Dutch Republic: Its Rise, Greatness, and Fall 1477—1806 (1995).
  • J. A. Kossmann-Putto and E. H. Kossmann. The Low Countries: History of the Northern and Southern Netherlands (1987).
  • Christophe de Voogd. Geschiedenis van Nederland. Arena Amsterdam, 2000. 368 pp. ISBN 90-6974-367-1.

Һылтанмалар

үҙгәртергә