Гандбол (дан. håndbold, ингл. handball, hand — ҡул һәм ball — туп) — командалы туп уйыны, командалағы уйынсылар һаны 7/7 (һәр командала ҡапҡасыһы һәм 6 ялан уйынсыһы). Ҡул уйыны һанала. Уйындың маҡсаты — ҡапҡаға (3 метрға × 2 метр) тупты мөмкин тиклем күберәк индереү.

Гандбол
Рәсем
Етәксе орган Международная федерация гандбола[d]
Барлыҡҡа килеү урыны Германия
Регулируется Международная федерация гандбола[d]
Асыу датаһы 1915
Һештег handball
Пиктограмма
Вики-проект Wikipedia:WikiProject Handball[d]
 Гандбол Викимилектә

Уйын тарихы

үҙгәртергә

Боронғо замандағы ҡул тубы менән уйындар тураһында Гомерҙың «Одиссея»һында һәм Боронғо Рим табибы Гален хеҙмәттәрендә лә телгә алына. Быуат уртаһында ошоға оҡшаш уйындарға Вальтер фон дер Фогельвейде үҙенең шиғырҙарын бағышлай. Уйындың әлеге көндә билдәле булғанын дания футболсылары XIX−XX быуаттар киҫешкән осорҙа футболдың ҡышҡыһын уйнай торған варианты булараҡ уйлап сығаралар. Футбол уйынынан айырмаһы шунда: был уйын ҡул менән уйнала һәм һәр командала 6-шар уйынсы һәм бер ҡапҡасы була.

Спорттың туп уйындары төрөнөң барлыҡҡа килеү датаһы итеп халыҡ-ара спорт классификацияһында «гандбол» (ҡул тубы) тигән исем аҫтында теркәлеү үткән1989 йыл ҡабул ителгән дата алына. Даниялағы Ордруп ҡалаһынан реаль училещеһының уҡытыусыһы Хольгер Нильсен физик культура дәрестәренә ҡатын-ҡыҙҙар төркөмө өсөн «гандбол» тип аталған туп уйынын индерә. Уйын әллә ни ҙур булмаған яланда үткәрелә, һәр командала 7-шәр уйынсы була. Улар, тупты бер-береһенә тапшыра-тапшыра, ҡапҡаларға индереү буйынса ярышалар.

 
Олимпия уйындары 2012. Гандбол. Ҡатын-ҡыҙҙар. Рәсәй — Ангола

Һуңғы йылдарҙа үткәрелгән тикшеренеүҙәр тарихынан күренеүенсә, гандболдың барлыҡҡа килеү ваҡыты күпкә иртәрәк булған, тигән фараз бар.1890 йылда Чехияла халыҡ уйындарының туп ҡулланып уйналған варианттары киң таралыу тапҡан була, һәм улар «хазена» (ташлау, сойорғотоу) тигән исем аҫтында билдәле. Уйын бер көрәшлек ҡулланмаған ҡатнаш төркөмдәрҙә бер ниндәй ҡағиҙәгә яраҡлаштырылмағанса тупты ырғытыуға һәм тотоп алыуға ҡоролған була. 1917 йылда Берлинда йәшәгән бер кеше ике уйындан бер «ҡул тубы» тигән яңы уйын уйлап сығара. Был уйындың бөтә донъяға тараласағы тураһында ул ваҡытта бер кем дә күҙ алдына ла килтерә алмай..

1918 йылда халыҡ-ара спорт картаһында уйындың ике ҡапма-ҡаршы ағымы: чех хазенаһы (көнсығышта) һәм немец гандболы (көнбайышта һәм төньяҡта) барлыҡҡа килә. 1920 йылда уҡ Берлинда Кубок уйындары беренселеге һәм ҡул тубы буйынса Германия беренселеге үтә. Ә 1923 йылда ярыштың яңы ҡағиҙәләре индерелә. Туптың ҙурлығын кәметелеүе, «өс секунд» һәм «өс аҙым» ҡағиҙәләренең индерелеүе уйын техникаһын күпкә яҡшыртыуға булышлыҡ итә. 1925 йылда Германия командаһы менән Австрия командаһының беренсе халыҡ-ара осрашыуы була. Германия был осрашыуҙа 6:5 иҫәбе менән еңелә.

1926 йылда гандболды халыҡ-ара спорт тип танылыуы был уйындың байтаҡ илдәрҙә үҫеш алыуына этәргес ролен уйнай. Гандболды артабан популляштырыу буйынса клубтар Люксембургта, Швейцарияла, Испанияла һәм башҡа бихисап илдәрҙә барлыҡҡа килә. 1928 йылда Амстердамда Һәүәҫкәрҙәрҙең халыҡ-ара гандбол федерацияһы (ИАГФ) булдырыла, ул 1944 йылға тиклем эшләй. Уның составында гандболды үҫтереүгә әүҙем өлөш индергән 11 ил ағза булып тора. Был федирация тәүге тапҡыр 1936 йылда XI Берлин Олимпия программаһында сығыш яһай, һәм унда Германия командаһы еңеүсе була. Уйындар үткән ваҡытта ИАГФ-тың IV конгресы ойошторола, ул гандбол буйынса 7×7 и 11×11 (уйнаусылар һаны буйынса) форматындағы донъя чемпионатын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итә. Тәүҙә был чемпионатта тик ир-егеттәрҙән торған бер генә команда ҡатнашырға тейеш була. 1938 йылда Германияла үткән ярыштарҙа немец спортсылары донъя беренселегендә еңеү яулай.

Гандбол үҫешенең өр-яңынан күтәрелеүе1946 йылға тура килә, тап ошо йылда яңы халыҡ-ара гандбол федерацияһы — ИГ (IHF) төҙөлә. Ул донъя гандболын тергеҙеүгә йүнәлтелгән программаны ғәмәлгә индереү буйынса эш планын раҫлай, шулай уҡ гандбол буйынса11×11 форматындағы ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр командалары ҡатнашҡан донъя чемпионатын үткәреү буйынса пландар билдәләй. 1949 йылда Будапештта үткән донъя чемпионатында иң көслө команда тип Венгрия командаһы билдәләнә.

Бынан һуңғы йылдарҙа донъя беренселектәре дүрт йылға бер үткәрелә. 11×11форматындағы гандбол буйынса үткәрелгән чемпионаттарҙың 7-һе ир-егеттәрҙеке, 3-һе ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы була. 1966 йылда 11×11форматындағы гандбол буйынса донъя чемптонтының етенсе һәм һуңғы ярышы үтә. Ул халыҡ-ара уйын кимәлендә йәшәүен туҡтата, һәм бының менән 7×7 форматындағы гандбол үҫешенә киң юл аса. 1954 йылда Швецияла гандбол буйынса был форматтағы уйындар ирҙәр араһында ғына үтә. Шведтар еңеү яулай, ә ҡатын-ҡыҙҙар гандбол буйынса 7х7 форматындағы уйындарын 1957 йылда Югославияла үткәрә. Беренсе урынды Чехословакия командаһы яулай.

Рәсәйҙәге гандбол

үҙгәртергә

Рәсәйҙә гандболдың барлыҡҡа килеүе XX быуат башына ҡарай. Был спорт төрө тәүге тапҡыр Рәсәй империяһының Харьков ҡалаһында 1909 йылда барлыҡҡа килә. Рәсәй гандболына чехтарҙың «хазена» уйыны нигеҙ һала. Бындағы «Ыласын» йәмғиәтендә был спорт төрө гимнастика уйындары рәүешендә таратыла. Рәсәйҙә гандболдың үҫеш алыуында мөһим ролде докторы Э. Ф. Малы уйнай, сөнки ул 1914 йылда уҡ юғары хәрәкәтле һәм тәьҫирле туп уйыны алымдары буйынса хеҙмәтен тамамлай һәм беҙҙең илдә беренсе булып гандболда уйнау ҡағиҙәләрен уйлап сығара. Был ҡағиҙәләр буйынса, уйын 45×25 метр булған майҙансыҡта 7-шәр кешенән торған командалар араһында бара, майҙан өс өлөшкә бүленгән була: яҡлау, һөжүм итеү һәм үҙәк ялан.Ҡапҡасы торған урын ҡапҡаға 4 метрҙан һелтәү һыҙығы менән сикләнә, ул 4х8 метрлы дүртмөйөш хасил итә.Тупты киңлеге 200 сантиметр, бейеклеге 225 сантиметр булған ҡапҡаларға индерәләр. Уйын 30-шар минутлыҡ ике таймдан тора. Э. Малы 20 йыл элгәре уйлап сығарылған рус гандболының төп ҡағиҙәләре һуңынана халыҡ-ара гандбол уйындары ҡағиҙәләренә индерелә. Рус гандболы спорт йүнәлешендәге уйындың донъяла иң тәүге тамамланған варианты иҫәпләнә. Рәсәй гандбол командаларының беренсе рәсми уйындары 1910 йылда Харьков ҡалаһында үтә, ә 1918 йылда шунда уҡ «гандбол лигаһы».ойошторола

СССР-ҙа гандболдың һәм ҡул тубының үҫеше тураһындағы тәүге белешмәләр 1922 йылға ҡарай (ул саҡта гандболды 11×11 уйнайҙар). Мәскәүҙә үткән беренсе осрашыу тәжрибә-уҡытыу майҙанында күрһәтмә характерҙа була. Башлап йөрөүсеһе — ГЦОЛИФК-тың спорт уйындары кафедраһына нигеҙ һалыусы М. С. Козлов. 11 уйынсыһы булған был уйынды «ҡул тубы» тип атап йөрөткәндәр. Ул РСФСР- ҙа таралыш тапҡан була, 7 уйынсы уйнаған уйынды гандбол тип атай башлайҙар. 1928 йылда гандбол I Бөтә Союз спартакиадаһы программаһына индерелә, әммә дебюты уңышһыҙ үтте тип табыла, һәм уйынға ҡарата ҡыҙыҡһыныу кәмей төшә.

Уйындың өр-яңынан әүҙем тергеҙелеүе 1946 йылға ҡарай. 1948 йылда уйындың яңы ҡағиҙәләре раҫлана, шунан башлап гандбол «7х7 ҡул тубы» тигән исем аҫтында танылыу таба. СССР-ҙың Ҡул тубы федерацияһы исемендә лә русса атама һаҡлана. Шул ваҡыттан алып, ҡулланылған терминдарҙа аңлашмаусанлыҡ килеп сыға: гандболсылар ҡул тубы уйнай.

СССР ҡалалары араһындағы ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаларының 11×11 ҡул тубы буйынса Бөтә Союз ярыштары беренселеге Ригала 1955 йылда үтә. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында — Киев студенттары, ир-егеттәр араһында Рига спортсылары еңеүсе була. 1956 йылдан 1966 йылға ҡәҙәр 11х11 ҡул тубы уйыны буйынса алты тапҡыр СССР чемпионаттары үткәрелә, был ярыштар уйынды үҫтереүҙә билдәле бер роль уйнай. Ҡул тубы уйыны үҙебеҙҙең илдә лә, сит илдәрҙә лә позицияһын юғалта башлағас, федерация 11х11 уйынының СССР беренселеген уҙғарыуҙан баш тарта. 1962 йылдан гандбол буйынса 7х7 СССР беренселеге ойошторола.

Халыҡ-ара аренаға гандбол буйынса СССР-ҙың ирҙәр йыйылма командаһы — 1960 йылда, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы 1962 йылда сыға. Европа кубогында тәүге уңыш яуланыла. Тренер Лазарь Гуревич етәкселегендәге «Хеҙмәт» тигән Мәскәүҙең ҡатын-ҡыҙҙар командаһы 1964 йылда Европа чемпиондары кубогы финалында Данияның «Копенгагенда» командаһы менән алышып, еңеү яулай. Йыйылма командаға тәүге ҙур уңыштары бары тик тиҫтә ярым йыл үткәс кенә йылмая

СССР-ҙың ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы донъя чемпионаттарында:1982 йылда (Венгрия), 1986 йылда (Нидерланды), 1990 йылда (Корея Республикаһы) еңеүсе була. Шулай уҡ XXI (Монреаль, 1976 йыл) һәм XXII (Мәскәү, 1980) Олимпиадаһында олимпия чемпионы исемен ала, XXIV (1988) Олимпия уйындарында көмөш миҙалға лайыҡ була. Рәсәй йыйылма командаһы — 2001 йыл (Италия), 2005 йыл (Рәсәй, Санкт-Петербург), 2007 йыл (Нидерланды) һәм 2009 йыл (Ҡытай) донъя чемпионы. XXXI (Рио, 2016) Олимпиадала олимпия чемпионы; XXV (1992) Олимпия уйындарында көмөш миҙалға лайыҡ була.

Ирҙәр гандболының танылыу яулау юлы күпкә ҡатмарлыраҡ була. Совет йыйылма командаһы 1978 , 1990 йылдарҙағы донъя чемпионатында көмөш һәм XXII (Мәскәү, 1980) Олимпия уйындарында көмөш миҙал яуланы. 1982 һәм 1992 йылдарҙағы донъя чемпионатында алтын миҙалға лайыҡ булды. XXI (Монреаль, 1976), XXIV (Сеул, 1988), XXV (Барселона, 1992) Олимпиадаларында чемпион титулдарын ала. 1984 йылғы Олимпия уйындарында совет командалары ҡатнаша ә 1992 йылда БДБ илдәренең берҙәм командаһы составында сығыш яһайҙар. Рәсәй йыйылма командаһы еңеү 1993, 1997 йылдарҙағы донъя чемпионатында еңеү яулай, шулай уҡ XXVII Олимпиадаһында ла (Сидней, 2000) еңеүсе булыуға өлгәшә.

Хәҙерге көндә түбәндәге ҡалалар: Краснодар, Волгоград, Астрахань, Дондағы Ростов, Силәбе, Мәскәү, Тольятти барыһы тарафынан гандбол буйынса Рәсәйҙең «баш ҡалаһы» булараҡ ҡабул ителә.

Уйын ҡағиҙәләре

үҙгәртергә

Уйын өсөн майҙансыҡтар

үҙгәртергә
 
Гандбол уйыны өсөн майҙансыҡтар

Уйын ябыҡ биналағы 40×20 метр ҙурлыҡтағы дүрткел майҙансыҡта үтә. Майҙансыҡ тирәләй ян-яҡ һыҙыҡтары буйлап 1 метр һәм ҡапҡа һыҙығы тирәләй 2 метр хәүефһеҙлек зонаһы булырға тейеш. Майҙандың оҙон ситтәре — ян-яҡ һыҙығы, ҡыҫҡалары ҡапҡа һыҙығы (ҡапҡа терәүҙәре араһындағы) йәки ҡапҡаның тышҡы һыҙығы (ҡапҡа тышында) тип атала. Бөтә һыҙыҡтар ҙа үҙҙәре уратып алған майҙандың бер өлөшө булып тора. Барлыҡ билгеләрҙең дә киңлеге 5 см (иҫкәрмә — ҡапҡа терәүҙәре араһындағы һыҙыҡтың киңлеге 8 сантиметр).

Ҡапҡа һыҙығының һәр береһенә ҡапҡа майҙаны һыҙығы сикләгән ҡапҡа майҙаны тейеп тора. Ул түбәндәгесә үткәрелә: ҡапҡаға ҡаршы яҡта, ҡапҡа һыҙығынан 6 метр алыҫлыҡта 3 метр оҙонлоғондағы паралллель һыҙыҡ үткәрелә. Был һыҙыҡтың остары ҡапҡаның тышҡы һыҙыҡтары менән 6 метр радиусындағы дуғалар менән тоташтырыла, урта өлөшө — ҡапҡа терәүҙәренең эске мөйөштәре менән.

Ҡапҡа майҙаны һыҙығының тышҡы сиктәренән 3 метр алыҫлыҡта уға параллель рәүештә өҙөк-өҙөк ирекле һуғыу һыҙығы (йәки 9 метр оҙонлоғондағы һыҙыҡ) үткәрелә. Был һыҙыҡтың сигменты һәм улар араһындағы алыҫлыҡ 15 сантиметр тәшкил итә.

Ҡапҡа һыҙығына ҡаршы яҡта, ҡапҡаның урта өлөшө буйлап 7 метр алыҫлыҡта, уға йәнәш итеп, оҙонлоғо 1 метр булған 7 метрлыҡ һыҙыҡ үткәрелә.

Ҡапҡа һыҙығына ҡаршы яҡта, ҡапҡаның урта өлөшө буйлап 4 метр алыҫлыҡта, уға йәнәш итеп, оҙонлоғо 15 сантиметр булған метр булған ҡапҡасыны сикләү һыҙығы (4 метрлыҡ һыҙыҡ) үткәрелә.

Янүяҡ һыҙыҡтарҙың урта өлөшө үҙәк һыҙыҡ менән тоташтырыла.

Урта өлөш һыҙығынан 4,5 метр алыҫлыҡҡа тиклемге ян-яҡ һыҙыҡтың бер өлөшө һәр команданың алмашыныу һыҙығы тип атала. Алманшыныу һыҙығының сиктәре ян-яҡ һыҙыҡҡа тура мөйөш менән үткән һәм ике яҡҡа ла 20 сантиметр алыҫлыҡҡа һуҙылған һыҙыҡтар менән билдәләнә.

Һәр һыҙыҡтың урта өлөшөндә ҡапҡалар урынлаштырыла. Улар ышаныслы нығытылған булырға тейеш. Ҡапҡаның эске үлсәме: киңлеге 3 метр, бейеклеге 8 метр. Ҡапҡа терәүҙәре һәм уның өрлөгө яҡтары 8 сантиметр булған квадрат киҫелешле булырға тейеш, шул уҡ ваҡытта, терәүҙең артҡы сите ҡапҡа һыҙығының эске сите менән тап килергә тейеш. Майҙандың өс урынынан күренмәле ҡапҡа терәүҙәре төҫтәре буйынса айырылып торған буяу менән буялған була. . Ҡапҡаға йылым ҡуйылған булырға тейеш.

 
Гандбол тубы

Гандбол тубы күн йәки синтетик материалдан эшләнә. Ул йоморо булырға тейеш, ләкин шыумалаҡ та, ялтырап торорға ла тейеш түгел. Ҙурлығы буйынса гандбол тубы 3 төрлө була:

  1. Әйләнәһе — 50-52 см, 8—12 йәшлек малайҙар һәм 8—14 йәшлек ҡыҙҙар өсөн 8-12туптың массаһы 290—330 грамм.
  2. Әйләнәһе: 54-56 см,14 йәштән өлкән ҡыҙҙар командаһы һәм 12—16 йәшлек малайҙар командаһы өсөн массаһы 325—375 грамм.
  3. Әйләнәһе: 58-60 см, ауырлығы: 16 йәштән өлкән ир-егеттәр командаһы өсөн 425—475 грамм.

Команда 14 кешенән тора, майҙанда бер үк ваҡытта 7 уйынсынан күп булыуы рөхсәт ителмәй, ҡалғандары запас уйынсылар булып иҫәпләнә. Майҙандағы уйынсыларҙың береһе — ҡапҡа һаҡсыһы. Уйын башында командалағы уйынсылар һаны 5-әүҙән кәм булмаҫҡа тейеш. Запастағы уйынсы теләгән ваҡытта майҙанға уйнарға сыға ала, тик бының өсөн уйында ҡатнашҡаны яландан китергә тейеш. Үҙ сиратында, яландан киткәне запастағы уйынсыға әйләнә. Шуның менән бергә, уйын майҙанына сығыу һәм унан китеү кеүек күренештәр бары тик команданың алмашыныу һыҙығында ғына рөхсәт ителә. Уйында алмашыныусылар һаны сикләнмәй.

Гандболда уйынсыларҙың түбәнләге позициялары (амплуа) ҡаралған:

1. Ҡапҡа һаҡсыһы.

2. Мөйөштәгеләр йәки ситкеләр флангыла уйнай, ҡағиҙә булараҡ, улар сос, бик оҫта һәм етеҙ уйынсылар.

3. Үҙәктәге йәки дәртләндереүсе. Үҙәк майҙанда уйнай, йыш ҡына дәртләндереүсе функцияһын үтәй. Бының өсөн тапшырмаларҙы еткереү таҫыллығы һәм яланды күреү һәләте булыуы мөһим.

4. Ярымурталыҡ. Урталыҡтағылар менән мөйөштәгеләр араһында уйнай. Ҡағиҙә булараҡ, улар оҙон буйлы һәм көслө һуғыуы булған уйынсылар.

5. Һыҙыҡтағы уйынсы. 6 метрлы һыҙыҡта уйнай. Уның бурысы — ҡаршы яҡтың оборонаһына ҡамасаулау, ҡапҡасы тарафынан ҡаршы яҡтың кире ҡағылған тубы өсөн көрәшеү. Ҡағиҙә булараҡ, һыҙыҡтағы уйынсы — киң күкрәкле һәм таҙа кәүҙәле.

Был уйынсыларҙан тыш, протокол матчына индерелгән тағы 4 рәсми кеше уйнай ала. Уларҙың береһе команданың рәсми вәкиле булып тора, уның сәркәтипкә мөрәжәғәт итергә Был команда рәсми вәкилдәренең береһе булып тора. йөҙө, секретарҙарға, секундометристға, хатта судьяға ла мөрәжәғәт итеү хоҡуғы бар. Команданың рәсми вәкиле һаҡлыҡ эскәмйәһендә һәм майҙанда ошо хоҡуҡҡа эйә булған кешеләр генә ҡалыуы өсөн дә яуап бирә.

 
Судьялар, сәркәтип һәм секундометрист

Матчты ике тиң хоҡуҡлы судья хеҙмәтләндерә. Әгәр судьялар араһында низағ тыуа ҡалһа, кәңәшләшкәндән һуң улар уртаҡ ҡарарға килә. Ике судья ла ҡағиҙәләрен боҙоуҙарҙы күреп ҡалһа, ләкин уның өсөн төрлө яза тәғәйенләһә, улар араһынан иң ҡәтғи булығаны һайлап алына.

Судьяларға секундометрист һәм сәркәтип ярҙам итә, ул командалар алмашыныу һыҙығы артындағы өҫтәл артында ултыра.

Уйындың дауамлығы

үҙгәртергә

Өлкәндәр командаһы матчтары (16 йәштән өлкәндәр) 30-шар минутлыҡ ике таймдан тора, улар араһында 15 минутлыҡ тәнәфес ҡаралған (8-12 йәшлек балалар командалары уйындары — 20 минутлыҡ ике таймдан, ә 12-16 йәшлектәр командаһы 25 минутлыҡ ике таймдан тора). Тәнәфестән һуң командалар майҙандағы урындары менән алмашыналар. Еңеүсене асыҡлау кәрәклеге килеп тыуһа, өҫтәмә ваҡыт тәғәйенләнергә мөмкин — 5-әр минутлыҡ ике тайм, улар араһында 1 минутлыҡ тәнәфес була. Әгәр ҙә беренсе өҫтәмә ваҡыт еңеүсене асыҡлай алмаһа, ул саҡта, 5 минуттан һуң, шул уҡ шарттарҙа яңы өҫтәмә ваҡыт тәғәйенләнә. Әгәр икенсе өҫтәмә ваҡыт та ике команда өсөн бер үк иҫәп менән тамамланһа, бындай осраҡта 7 метрҙан туп һелтәү серияһы билдәләнә (футболдағы матч һуңынан үткәрелгән пенальтиға оҡшаш). Ярыш регламентына ярашлы, 7 метрҙан туп һелтәү серияһы төп ваҡыт тамамланғандан һуң да үткәрелеүе ихтимал.

Уйын барышындағы ваҡыт миҡдарын иҫәпләү уны ҡыҫҡа ваҡытҡа туҡтатып торғанда ла һанала (мәҫәлән, туптың ситке һыҙыҡты киҫеп үткәнендә). Оҙайлы ваҡытҡа туҡталып торған осраҡтарҙа, судьялар секундомерҙы туҡтатып тора ала. Дөйөм алғанда, секундомерҙы туҡтатыу уйынсыны уйындан ситләткәндә һәм судьяларҙың кәңәшмәһе ваҡытында була.

Һәр команда тайм ваҡытында бер тапҡыр 1 минутлыҡ тайм-аут алыу хоҡуғына эйә, ул ваҡытҡа секундомерҙы туҡтатып торалар. Команда туп менән эш иткән саҡта ғына тайм-аут алырға рөхсәт ителә.

  • Уйынсылар ҡулдары, баштары, кәүҙәләре, янбаштары ярҙамында тупты этәрә, туҡтата ала;
     
    Ҡыҙыл кейемдәге уйынсы һикергән сағында ҡапҡа майҙаны сиген үткән һәм тупты ҡапҡаға ырғыта. Ҡара кейемдәге уйынсыларҙың береһе ҡапҡа майҙанында тора, был ҡағиҙәне боҙоуға инә. Ҡағиҙә боҙоусы спортсы, был ҡылығынан файҙа алмаһа, бының өсөн ул язаһын алмаҫҡа ла мөмкин
  • Уйынсының тупты 3 секундтан артыҡ тоторға хаҡы юҡ, шулай уҡ ул туп тотҡан килеш 3 кенә аҙым яһай ала, бынан һуң тупты икенсе уйынсыға тапшырырға, йәки уны ҡапҡаға ташларға, йәки уны ергә һуҡтырырға бурыслы;
  • Ҡапҡа майҙаны эсендәге майҙансыҡҡа бары тик шул команданың ҡапҡасыһы ғына ҡағыла ала. Әммә ҡапҡа майҙаны сиктәрен аша һикереп үтеү тыйылмай;
  • Дәғүәсенән тупты тартып алғанда, устар асыҡ булырға тейеш, ҡаршы яҡ уйынсыһының хәрәкәт итешен контролдә тотҡанда, ҡулдарҙың бөкләнеүе, дәғүәсене кәүҙә менән ҡамау рөхсәт ителә;
     
    Судья ишара, пассив уйындары тураһында иҫкәртә. Команда әүҙем уйнай тейеш һуң был ашыу сигнал башлаһа, уның ҡаршы булырға йәки ирекле итеп һуғыу
 
Ҡулды бөкләгән килеш дәғүәсене контролдә тотоу
  • Тупты, күрәләтә һөжүм итеү булмайынса, һүлпән уйнатыу рөхсәт ителмәй;
  • Әгәр туп ҡапҡа һыҙығын тулыһынса киҫһә, гол иҫәпкә алына, был ваҡытта һөжүм итеүсе команда ҡағиҙәне боҙмаҫҡа, һәм судья уйынды туҡтатыуға сигнал бирмәгән булырға тейеш. Әгәр туп ҡапҡа эсенә уйынға ҡатнашы булмағандар ярҙамынан (мәҫәлән, майҙанға ташланған берәй предмет менән бәрелешкәндән һуң, икенсе кешенең ҡыҫылышы арҡаһында һ.б) тыш булһа, был йоғонтолар булмағанда ҡапҡаға инергә тейеш булһа, судьялар голды иҫәпкә алырға мөмкин.
  • Матчта ҡаршы яҡҡа ҡарағанда ҡапҡаға күберәк туп индергән команда еңеү яулай. Иҫәптәрҙең тигеҙлеге лә рөхсәт ителә, әммә еңеүсенә билдәләү кәрәк тип табылһа, өҫтәлмә ваҡыт бирелергә мөмкин (ҡара: юғарыла яҙылған) йәки 7 метрлы туп һелтәүҙәр ҙә үткәрелеүе ихтимал (ярыш регламентына бәйле).

Ҡапҡа һаҡсыһы

үҙгәртергә

Ҡапҡа һаҡсыһы эшмәкәрлеге махсус ҡағиҙәләр менән регламентлана:

  • Ҡапҡа һаҡсыһы — үҙенең ҡапҡаһы майҙаны эсендәге майҙансыҡҡа ҡағылырға хоҡуғы булған берҙән-бер уйынсы;
  • Ҡапҡа һаҡсыһы үҙенең ҡапҡаһы майҙаны эсендә ҡапҡаны һаҡлағанда тупҡа кәүҙәһенең теләһә ҡайһы ере менән дә ҡағыла ала;
  • Ҡапҡа һаҡсыһы үҙенең ҡапҡаһы майҙаны биләмәһендә ваҡыт менән һәм аҙымдар һаны менән сикләнмәйенсә, туп менән эш итә ала (әммә ҡапҡасыға ваҡытты күрәләтә һуҙыу тыйыла);
  • Ҡапҡа һаҡсыһы үҙенең ҡапҡаһы майҙаны биләмәһенән тупһыҙ килеш сыға ала, был сикте үтһә, ҡапҡасы ябай уйынсы итеп ҡарала;
  • Ҡапҡа һаҡсыһы үҙенең ҡапҡаһы майҙаны биләмәһенән туп тотҡан килеш сыға алмай, әммә ҡапҡасы ҡарамағында булмаған туп булһа, сығыу рөхсәт ителә;
  • Ҡапҡа һаҡсыһы үҙенең ҡапҡа майҙанына туп тотҡан килеш кире инә алмай;
  • Ҡапҡа һаҡсыһы ҡапҡа майҙанында торған көйөнсә, ҡапҡа майҙанынан ситтә ятҡан тупҡа тейә алмай.

Һелтәүҙәр

үҙгәртергә

Гандбол ҡағиҙәләрендә биш төрлө стандартҡа тап килгән һелтәү алымы бар. Улар төрлө шарттарҙа (гол, туптың майҙандан ситкә сығыуы, ҡағиҙә боҙоу һ.б.) уйын башында һәм уны яңыртҡанда ҡулланыла.

Башлап һелтәү

үҙгәртергә

Башлап һелтәү — уйын башы ысулы, шулай уҡ ул гол индергәндән һуң, уйынды яңынан башлау ҙа. Командаларҙың берәүһе, алдан билдәләнгән йәрәбә буйынса, беренсе тайм башында тупты башлап һелтәү хоҡуғы ала, командаларҙың икенсеһе иһә башлап һуғыу хоҡуғына икенсе таймда эйә була. Әгәр ҙә команда үҙ ҡапҡаһына гол үткәрһә, был осраҡта улар башлап һелтәй. Башлап һелтәгән уйынсы майҙандың уртаһында торорға тейеш (ҡап уртанана майҙан уртаһындағы һыҙыҡ буйлап 1,5 метрға ғына ситкәрәк китеү хатаға иҫәпләнмәй). Башлап һелтәгән уйынсының бер үксәһе — үҙәктәге һыҙыҡта, икенсеһе лә йә үҙәк һыҙыҡта, йә уның ашаһында булырға тейеш. Башлап һелтәү судьяның һыҙғыртҡысы тауышын ишеткәндән һуң, ҡайһы йүнәлештә булһа ла 3 секунд эсендә атҡарылырға тейеш. Уйынсының ҡулынан туп ысҡынып китеү менән, башлап һелтәү үтәлгән тип иҫәпләнә. Команданың башҡа уйынсылары, туп һелтәнгәнгә ҡәҙәр, судьяның һыҙғыртҡысы тауышын ишеткәнсе үҙ майҙандарында торалар. Уларҙың дәғүәселәре лә тупты башлап һелтәгәнде көтөп, тайм башланғансы майҙандың үҙ яғына ҡараған өлөшөндә торалар. Ә туп ырғытылыу менән, майҙандың ҡайһы өлөшөндә теләһәләр, шунда тора алалар. Иллә мәгәр, тупты башлап һелтәүсе менән ҡаршы яҡ команда уйынсылары араһындағы алыҫлыҡ 3 метрҙан кәм булмаҫҡа тейеш.

Ситке яҡ һыҙығы аша һелтәү

үҙгәртергә

Ситке яҡ һыҙығы аша һелтәү түбәндәге осраҡта атҡарыла:

  1. Туп ситке һыҙыҡты тулыһынса киҫеп үтә — туп һыҙыҡты киҫеп үткән ерҙән ырғытыла;
  2. Туп ҡапҡаның тышҡы һыҙығын тулыһынса үтеп китә, уға иң һуңғыһы булып яҡлаусы команданың ялан уйынсыһы тейә — туп ситке яҡ һыҙыҡ менән ҡапҡаның тышҡы һыҙығы киҫешкән ерҙән һелтәнелә;
  3. Туп түшәмгә йәки майҙан өҫтөндәге ҡоролмаларға тейә — туп тейгән урынға иң яҡын булған ситке яҡ һыҙыҡтан ташлана.

Уйынсыһы тупҡа иң һуңғыһы булып ҡағылған команданың дәғүәселәре тупты ырғыта. Туп ырғытҡан уйынсы бер табаны ситке яҡ һыҙыҡҡа ҡуйырға тейеш, икенсе табанын үҙе теләгәнсә ҡуя ала. Туп ырғытҡан уйынсының дәғүәселәре унан 3 метрҙан да кәм булмаған алыҫлыҡта торорға тейеш. Әгәр ҙә ҡапҡа майҙаны һыҙығы туп ырғытҡан ерҙән 3 метрҙан кәмерәк аранан үтһә, бындай осраҡта улар тап шул һыҙыҡ эргәһендә торорға бурыслы.

Ҡапҡа һаҡсыһының һелтәүе

үҙгәртергә

Ҡапҡасы һелтәүе түбәнләге осраҡтарҙа атҡарыла:

  1. Туп ҡапҡаның тышҡы һыҙығын тулыһынса киҫеп үткәндә, уға иң һуңғыһы булып яҡланыусы команданың ҡапҡа һаҡсыһы йәки берәй уйынсыһы ҡағылһа;
  2. Һөжүм итеүсе команда уйынсыһы ҡапҡа майҙаны биләмәһенә инһә, йә булмаһа ҡапҡа аҫтына тәгәрәгән йәки ҡапҡа майҙанында ятҡан тупҡа һөжүм иткәндә тейһә;
  3. Ҡапҡа һаҡсыһы ҡапҡа майҙаны биләмәһендәге тупты контролгә алғанда йәки туп ҡапҡа майҙанында ятһа;

Яҡланыусы команданың ҡапҡа һаҡсыһы туп ырғыта. Туп һелтәгән ҡапҡа һаҡсыһы ҡапҡа майҙаны биләмәһендә торорға һәм тупты ҡапҡа майҙаны һыҙығын үтеп китерлек итеп ырғытырға тейеш. Туп ҡапҡа майҙаны һыҙығын тулыһынса киҫеп үткән хәлдә генә туп һелтәү атҡарылған тип иҫәпләнә. Ҡаршы яҡ уйынсылары ҡапҡа майҙаны эргәһендә урынлаша алалар, әммә уларға, туп һелтәнмәй тороп, уға ҡағылырға рөхсәт ителмәй. Ҡапҡа һаҡсыһы тупты һелтәгән ыңғайы үҙ ҡапҡаларына индерелгән гол иҫәпкә алынмай.

Ирекле һелтәү

үҙгәртергә

Ирекле һелтәү ҡағиҙәләр боҙолған тип иҫәпләгәндә ҡарала, шулай уҡ уйын туҡтатылып тороп, яңынан башланғандағы, хатта ҡағиҙә боҙолмағанда ла (мәҫәлән, тайм-аут) ҡулланыу алымы. Ирекле һелтәүҙе үҙенә ҡарата уйын ҡағиҙәһен боҙған команданың ҡаршы яҡ командаһы йәки уйын тутҡтатылыр алдынан тупҡа эйә булған команда башҡара. Тупҡа эйә булған командаға ҡаршы ирекле һелтәү тәғәйенләнгәндә, уның уйынсыһы тупты шунда уҡ иҙәнгә һалырға тейеш. Уйын ҡағиҙәһе ҡайһы урында боҙолған урындан. йәки уйын туҡтатылғанда туп ҡайһы ерҙә булыуына ҡарап. ирекле һелтәү үткәрелә. Әгәр ҙә ирекле һелтәү туп ырғытыусы команданың ҡапҡа майҙанының тышҡы яғынан йәки ҡаршы яҡ команданың ирекле һелтәү һыҙығын сикләгән зонанан үткәрелһә, бындай осраҡта, ул был зоналарҙың тышындағы иң яҡын нөктәһенән башҡарыла.

Ирекле һелтәү судья һыбыҙғыһы тауышынан тыш үтәлә (иҫкәрмә — ҡағиҙә боҙолмайәнса уйынды яңынан башлағандғы һелтәү). Дәғүәселәр ирекле һелтәү башҡарыусы уйынсынан 3 метрҙан да кәм булмаған алыҫлыҡта торорға тейеш (иҫкәрмә — ҡапҡа майҙаны һыҙығы 3 метрҙан да кәм булмаған алыҫлыҡта урынлаша; был осраҡта туранан-тура ошо һыҙыҡ эргәһендә торорға рөхсәт ителә).

Ирекле һелтәү тәғәйенләнгән хәлдә, судья ишара менән уның ҡайһы йүнәлештә икәнлеген күрһәтә (ҡулы тейешле йүнәлешкә һуҙыла, усы асыҡ һәм иҙәнгә ҡарата перпендикуляр торошта була).

7 метрҙан туп һуғыу

үҙгәртергә
 
7 метрҙан туп һуғыу

7 метрҙан туп һуғыу уйынсыларҙың йәки рәсми вәкилдәрҙең, шулай уҡ ҡаршы яҡтың рәсми вәкилдәренең тыйылған эш итеүҙәре йәки сетерекле хәлдәр (мәҫәлән. яҡтыртыу ҡоралмалары ватылғанда) арҡаһында команда гол индереү мөмкинлегенән яҙған осраҡта ҡулланыла. 7 метрҙан туп һуғыу тип аталған ҡағиҙә боҙоу майҙандың теләһә ҡайһы урынында ла булырға мөмкин.

Гол индереү мөмкинлектәренә түбәндәгеләр ҡарай:

  • Туп тотҡан уйынсының дәғүәселәрҙең ҡапҡа майҙаны һыҙығында тороуы, шуның өҫтәүенә, ҡаршы яҡ уйынсыһы уға ҡапҡаға туп индерергә ҡамасаулай алмағада;
  • Туп тотҡан уйынсы дәғүәселәрҙең ҡапҡа һаҡсыларына ҡаршы икәүҙән-икәү генә сыҡҡанда;
  • Туп тотҡан уйынсы дәғүәселәрҙең буш ҡапҡаһына туп индермәһен өсөн, ҡапҡа һаҡсыһының ҡапҡа майҙаны тышына сығыу мөмкинлеген юғалтҡанда.

Туп һуҡҡан уйынсы7 метрлыҡ һыҙыҡтың тышында 1 метрҙан артмаған алыҫлыҡта, һыҙыҡҡа теймәйенсә тора. Ҡаршы яҡтың ҡапҡа һаҡсыһы ҡапҡа һыҙыҡтары менән ҡапҡа һаҡсыһын сикләү һыҙыҡтары араһында урынлаша. Ҡалған уйынсылар ирекле һелтәү һыҙыҡтарының тышында урын алалар, шуның өҫтәүенә, туп һуҡҡан уйынсының дәғүәселәре унан 3 метрҙан да кәм булмаған алыҫлыҡта урын алырға бурыслы. Туп һуҡҡан команда уйынсылары тупты ырғытҡан ыңғайы уға тейә алмайҙар, улар бары тик туп ҡаршы яҡ командаһының берәй уйынсыһына тейгәндән һуң, йә булмаһа ҡапҡаға бәрелгәндән һуң ғына тупҡа тейергә хаҡлылар.

Ҡағиҙәләр 3 төрлө шәхси язалар булыу мөмкинлеген ҡарай:

  • Иҫкәртеү;
  • 2 минутҡа уйындан ситләштереү;
  • Дисквалификация (уйын аҙағына тиклем уйындан ситләтеү).

Бындай язалар уйынсылар тарафынан да, команданың рәсми кешеләре тарафынан да тәғәйенләнә ала.

Иҫкәртеү

үҙгәртергә
 
Һары карточка иҫкәртеүҙе аңлата

Иҫкәртеү ҡаршы яҡ командаһы уйынсыһына ҡарата йүнәлтелгәндә йәки спорт ҡағиҙәләренә тап килмәгән ҡылыҡтары (судья ҡарары менән килешмәүҙе күрһәткәндә, дәғүәселәрҙең стандарт һелтәү үтәгәндә 3 метрлыҡ ҡағиҙәләрен боҙғанда, һелтәҙе әүҙем ҡамау йәки тубыҡтың аҫ яғы менән пас биргәндә, судьяларҙы алыбырғытыу өсөн «театраль тамашалар» ҡулланыу һ.б.). Иҫкәртәү һары карточка күрһәтеү менән оҙатыла. Уйын дауамында иҫкәртеүҙең иң ҙур һаны:

  • Бөтә команда уйынсылары ла — 3 иҫкәртеү;
  • Бер команданың бөтә рөтә рәсми кешеләре лә — 1 иҫкәртеү.

Иң күп иҫкәртеү алғандан һуң, артабанғы ҡағиҙә боҙоуҙар өсөн тағы ла ҡатыраҡ язалар ҡаралған. 2 минутҡа уйындан ситләтелгән уйынсыға иҫкәртеү ҡаралмаған.

2 минутҡа уйындан ситләтеү

үҙгәртергә
 
Судьяның 2 минутҡа уйындан ситләтеүҙе аңлатыусы ишараһы

2 минутҡа уйындан ситләтеү ҡаршы яҡ командаһы уйынсыһының һаулығына зыян килтерерҙәй (ҙур тиҙлектә ҡаршы килеүсе дәғүәсегә ҡарата әүҙемлек, баш, муйын өлөштәренә физик зыян килтереү, көслө һуғый һ.б.), спорт ҡағиҙәләренә тап килмәгән етди ҡылыҡтары (һөрәнләп, ишара ярҙамында йәки лайыҡ булмаған тәртип аша протест белдереү, тупҡа эйә булған командаға тупты бирмәү, запастағылар зонаһында тупты ҡамау), майҙанға артыҡ уйынсының сығыуы, запастағы уйынсының уйын барышына ҡыҫылыуы, уйындан ситләтелгән уйынсының спорт ҡағиҙәләренә тап килмәгән тәртибе ише ҡағиҙә боҙоу осраҡтарында билдәләнә. Бынан тыш, команда уйынсыһы йәки ул яҡтың рәсми вәкиле иң күп иҫкәртеү алһа, бындай әллә ни етди булмаған ҡағиҙә боҙоуҙар өсөн дә 2 минутҡа уйындан ситләтеү ҡарала.

Уйындан ситләтеү судьяның ишараһы — ике тура бармаҡты күрһәтеп, ҡулды өҫкә күтәреү менән оҙатыла. Был яза бирелгән осраҡта, уйындан ситләтелгән уйынсы ике минутҡа уйын майҙанынан сығып тора, ә команда был ваҡытта тулы булмаған составта уйнай. Уйындан ситләтелгән уйынсы үҙ командаһының запастағылар эскәмйәһендә урын ала. Бындай язаны команданың рәсми вәкиленә ҡарата ҡулланғанда, ул запастағы эскәмйәлә ҡала, ә уның өсөн язаны уйынсыларҙың береһе ала.

Бер үк уйынсыны матч дауамында өсөнсө тапҡыр 2 минутҡа уйындан ситләтеү уны автоматик рәүештә уйындан сығарыуға (уйын тамамланғансы ситләтеү) алып килә. Бер команданың бөтә рәсми вәкилдәре лә бары тик бер тапҡыр ғына 2 минутлыҡ ситләтеү ала, артабан ҡағиҙә боҙа ҡалһалар, был уларға дисквалификация менән янай.

Дисквалификация

үҙгәртергә
 
Дисквалификация — уйын аҙағына тиклем ситләтеү

Дисквалификация (уйын аҙағына тиклем ситләтеү) ҡағиҙәне тупаҫ боҙған, спорт талаптарына тап килмәгән тупаҫ тәртип (һыҙғыртҡыс тауышынан һуң күрәләтә туп һелтәү, ҡапҡа һаҡсыһының 7 метрлы туп һелтәүҙе кире ҡағыуҙан баш тартыуы, ирекле һелтәүҙә йәки 7 метрлы һелтәүҙә дәғүәсенең башына туп менән бәреү, уйын туҡтатылған мәлдә ҡаршы яҡ уйынсыһына тупты аңлы рәүештә ырғытыу) өсөн билдәләнә. Уйын ҡағиҙәһен айырыуса тупаҫ боҙған осраҡтарҙа (икенсе уйынсыны, судьяны, тамашасыны, рәсми вәкилде һ.б. рәнйетеү йәки уларға һөжүм итеү алымы ҡулланыу) дисквалификация тейешле спорт структурларына рапорт яҙыу менән оҙатыла. Әгәр уйынсы бер уйын дауамында өс тапҡыр 2 минутҡа уйындан ситләтеү алһа йәки команданың рәсми вәкиле уйын дауамында икенсе һәм артабанғы уйындан 2 минутҡа ситләтеү язаһы алһа, шулай уҡ дисквалификация тәғәйенләнә.

Дисквалификация ҡыҙыл карточка күрһәтеү менән оҙатыла. Дисквалификация алған уйынсы йәки команданың рәсми вөкиле уйын майҙанынан һәм запастағылар зонаһынан сығып китергә тейештәр һәм команда менән уйын аҙағына тиклем бәйләнешкә инеү хоҡуғын юғалталар. Дисквалификация һәр ваҡыт 2 минутҡа уйындан ситләтеү менән оҙатыла. Дисквалификациянан һуң 2 минут үткәс, команда дисквалификацияланған уйынсыға алмаш уйынсыны майҙанға сығара ала.

Гандбол Олимпиадала

үҙгәртергә
Олимпиада еңеүселәре
Йыл Ҡала Ирҙәр Ҡыҙҙар
1936 Берлин Германия
1972 Мюнхен Югославия
1976 Монреаль СССР СССР
1980 Москва ГДР СССР
1984 Лос-Анджелес Югославия Югославия
1988 Сеул СССР К. Корея
1992 Барселона СНГ К. Корея
1996 Атланта Хорватия Дания
2000 Сидней Рәсәй Дания
2004 Афины Хорватия Дания
2008 Пекин Франция Норвегия
2012 Лондон Франция Норвегия
2016 Рио-де-Жанейро Дания Рәсәй

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Ир-егеттәр араһында гандбол буйынса Донъя чемпионаты
  • Гандбол буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында Донъя чемпионаты
  • Ир-егеттәр араһында гандбол буйынса Европа чемпионаты
  • Гандбол буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында Европа чемпионаты

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә