Ян Вермеер (Вермеер Делфтский, нидерл. Jan Vermeer van Delft йәки Johannes Vermeer van Delft [ˈjɑn vərˈmeːr]?МФА; 1632—1675) — нидерланд рәссамы, көнкүреш рәсем сәнғәте һәм жанр портреты оҫтаһы. Терборхҡа эйәреүселәр араһында иң һәләтлеләрҙең (де Хох менән бер рәттән) береһе. Рембрандт, Хальс һәм Вермеер ижады Голландия алтын быуат сәнғәтенең иң юғары нөктәһе тип һанала.

Ян Вермеер
нидерл. Jan Vermeer van Delft

«Сводня» картинаһындағы ир-егет — 24 йәшлек рәссам портреты тип фаразлана
Исеме:

Jan Vermeer

Тыуған:

31 октябрь 1632({{padleft:1632|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})

Тыуған урыны:

Делфт

Үлгән:

15 декабрь 1675({{padleft:1675|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (43 йәш)

Үлгән урыны:

Делфт

Подданныйлығы:

Берләшкән провинциялар Республикаһы

Жанр:

Һынлы сәнғәт

Имза:

 Работы

Урыҫ сәнғәт ғилеме традицияһында рәссам исемен яҙыуҙа Вермеер Дельфтский айырыуса киң таралған вариант булып тора. Башҡа варианттар — Йоханнис ван дер Мер, Йоханнис вер Мер, Вермер Делфтский[1]. Голландия исемдәре транскрипцияһы ҡағиҙәләре буйынса ее яҙылышы е тип бирелә[2].

Биографияһы

үҙгәртергә
 
«Делфт күренеше» (1660/1661)

Вермеер тормошо тураһында бик аҙ билдәле. Ул 1632 йылдың 31 октябрендә Делфтта сауҙагәр-эшҡыуар ғаиләһендә тыуған (һәр хәлдә суҡындырылған). Ғаиләлә Ян икенсе бала һәм ата-әсәһенең берҙән-бер улы була. Уның атаһы сығышы менән Антверпендан була, 1611 йылда Амстердамға күсә һәм ебәк буйынса туҡыусы булып эшләй. 1653 йылда ул өйләнә, Делфт ҡалаһына күсеп килә һәм мосафихана хужаһы булып китә. Ул ебәк туҡыусылыҡ менән шөғөлләнеүен дауам итә, шулай уҡ Изге Луканың гильдияһында сәнғәт предметтары менән сауҙа итеүсе сифатында теркәлгән.

Вермеерҙың уҡыусылыҡ йылдары тураһында ышаныслы мәғлүмәт һаҡланмаған. 1653 йылдың 29 декабрендә Ян Вермеерҙың Изге Лука гильдияһына ҡабул ителеүе билдәле. Гильдия шарттары буйынса, унда алты йыл дауамында ағза булып гильдияла торған оҫтаның етди һынлы сәнғәт белемен үҙләштерә. Ян Вермеер рәссамдар Леонарт Брамер һәм Герард тер Борх менән таныш була. Әлеге фактҡа нигеҙләнеп, Вермеерҙы уларҙың береһендә уҡыуы мөмкин, тигән фараздар төҙөлә. Бынан тыш, рәссам Карел Фабрициус, үҙ сиратында Рембрандттың уҡыусыһы, Вермеерҙың уҡытыусыһыбулыуы тураһында фараздар ҙа бик ныҡ таралған. Һис шикһеҙ, 1652 йылдан 1661 йылға тиклем Делфтта йәшәгән Голландияның жанр һынлы сәнғәте оҫтаһы Питер де Хох Вермеерҙың ижадына ҙур йоғонто яһаған, был «Юлдаштары менән диана» картинаһында сағылыш тапҡан. Уның стиле Вермеер эштәрендә артабанғы үҫешен ала.

 
«Ынйы һырғалы ҡыҙ» (1665)

Ғаиләһе һәм эше

үҙгәртергә

Ян Вермеер 1653 йылдың 20 апрелендә Делфт янындағы ауылдан Катарина Болнесҡа өйләнә. Уның кальвинистик дине башта католик Болнес ғаиләһендә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Католик Брамерҙың өгөт-нәсихәттәренән һуң ғына буласаҡ Вермеер ҡәйнәһе ҡыҙына никахҡа инергә рөхсәт бирә.

1660 йылда ҡатыны менән бергә ҡәйнәһенең йортона күсә. Вермеерҙың 15 балаһы тыуа, әммә 1 шуларҙың дүртәүһе сабый сағында вафат була. Күренеүенсә, балаларын бер ниндәй ауырлыҡтарһыҙ аҫрай алғанға күрә, рәссамдың матди хәле бик насар булмаған. Мәғлүм булыуынса, Вермеер йылына икешәр генә картина яҙған, шуға уның башҡа килем сығанаҡтары ла булған. Ул әсәһенә ирен юғалтҡандан һуң мираҫҡа ҡалған Делфттың төп баҙарында «Мехелен» трактирына идара итергә ярҙам иткән. Был трактирҙа Вермеерҙың ул ваҡыттағы Голландия рәссамдары өсөн ғәҙәти сәнғәт предметтары менән сауҙа итеүе күҙ уңында тотола. 1662—1663 һәм 1670—1671 йылдарҙа Вермеер Изге Лука гильдияһы деканы вазифаһын биләп, уға етәкселек итә. XVII быуатта һәр һөнәрсе һәм рәссам һөнәр вәкилдәренең эшмәкәрлеген көйләүсе тейешле гильдияла торған. Рәссамдар гильдияһы деканы вазифаһы бик абруйлы булғанға күрә, Делфтта Ян Вермеерҙың абруйы ҙур булыуы хаҡында һөйләй[3].

 
«Һынлы Сәнғәт аллегорияһы» (1666/1668)

Рәссам иҫән сағында уҡ уның картиналары өсөн бик һәйбәт аҡса түләйҙәр. Башлыса Вермеер үҙенең заказсы-меценаттары өсөн яҙа. Рәссамдың төп яҡлаусылары һәм уның ижадын үҙ итеүселәр — икмәк бешереүсе Хэндрик ван Буйтен һәм баҫма оҫтаханаһы хужаһы Якоб Диссиус. Диссиустың коллекцияһында 1682 йылғы инвентарь исемлегенә ярашлы Вермеерҙың 19 картинаһы теркәлгән. Вермеерҙың меценаттарҙың заказы буйынса яҙғанмы-юҡмы икәнлеге билдәһеҙ ҡала. Вермеер сәнғәт мәсьәләләре буйынса билдәле эксперт булған. Мәҫәлән, ул Бранденбург курфюсты Фридрих Вильгельм I 30 мең гульденға Венеция һәм Рим картиналары коллекцияһының ысын булыуын билдәләргә ышанып тапшырған эксперттар иҫәбендә булған. 1672 йылда Вермеер Гаагаға килә һәм унда икенсе рәссам Якоб Йорданс менән картиналарҙың хаҡы тураһында һығымта бирә. Нотариус алдында ул коллекцияның төп нөсхәһен кире ҡаға һәм коллекцияның ғәмәлдәге хаҡының ундан бер өлөшөнән артығыраҡ тормауын белдерә.

Ғүмеренең һуңғы йылдары

үҙгәртергә
 
Ян Вермеер хөрмәтенә Делфт калаһындағы Иҫке сиркәҙә урынлаштырылған мемориаль плита, 2007 йыл
 
Плита Ян Вермеерҙың Делфт ҡалаһының Иҫке сиркәүендә урынлашыуы ихтимал урында 1975 йылда, вафатынан һуң 300 йыллығына ҡуйыла.

Ғүмеренең аҙағына рәссамдың иҡтисади хәле насарайған һәм ул кредит алырға мәжбүр була. 1672 йылда Франция ҡаршы башланған (1679 йылға тиклем дауам иткән) һуғыш һөҙөмтәһендә һынлы сәнғәт менән сауҙа итеү туҡтап ҡала. 1676 йылдың 30 апреленә ҡарата бурыстарын өлөшләтә иҫәптән сығарыу тураһында үтенесендә Вермеерҙың ҡатыны һуғыш ваҡытында иренең картиналарҙы кәметелгән хаҡ буйынса һатырға мәжбүр булыуын аңлата.

1675 йылда Вермеер ауырып китә һәм бер нисә көндән вафат була. Уны ғаилә склепында Иҫке сирк биләмәһендә ерләйҙәр,ерләү урынын рәссамдың ҡәйнәһе Мария Тиннс 1661 йылда һатып ала. Ҡатыны мираҫтан баш тартырға мәжбүр була, сөнки кредиторҙарға бурыстарҙы түләй, һәм уның хатта мемориаль плитә ҡуйыуға аҡсаһы ҡалмай.

Йылдар үткән һайын сиркәүҙә рәссамдың ҡәберлеге хаҡында мәғлүмәт юғала. 1975 йылда уның вафатына 300 йыл тулыу айҡанлы урындағы власть Вермеерҙарҙың элекке ғаилә склепы урынлашҡан урында тәүге мемориаль плита ҡуйыуҙы финанслай. 2007 йылдың 26 ғинуарында сиркәүҙең көнбайыш яғында тантаналы рәүештә өҫтәмә, статуслыраҡ плита асыла, унда рәссамдың тап ошо сиркәүҙә ерләнеүе күрһәтелә. Шул уҡ ваҡытта, сиркәүҙәге бөтә плиталар аҫтындағы ҡәбер ҡалдыҡтары үҙ ваҡытында бинанан ситкә күсерелгән, тигән версия бар.

Художество манераһы

үҙгәртергә

Вермеер эштәренең күбеһе ентекле яҙылған интерьерҙа, һындар һаны аҙ булған композицияларҙан ғибәрәт. Шулай уҡ бер нисә ҡала пейзажы бар. Дини темаларға сюжеттар юҡ тиерлек.

Күп кенә хәҙерге авторҙарҙың фекере буйынса (рәссам Дэвид Хокни, архитектор Филип Стейдмен (ингл. Philip Steadman), Вермеер һәм тағы бер нисә рәссам техник саралар — камера-обскура, камера-люсида һәм сфера көҙгөләре менән файҙаланған). Был теориялар гипотезаға нигеҙләнгән тип иҫәпләнә һәм рәссамдар, ғалимдар тарафынан тәнҡитләнә.

Һаҡланып ҡалған эштәре

үҙгәртергә

Якоб Диссиус үлгәндән һуң 1696 йылдың 16 майында үткәрелгән аукцион каталогында Вермеерҙың 21 картинаһы күрһәтелгән[4] бөгөнгө көндә улар араһынан 16 картина билдәле. Сәнғәт белгестәре оҙаҡ ваҡыт Вермеерҙың билдәһеҙ картиналарын эҙләне. Был эштәрҙең ғәйәт ҙур әһәмиәте 1930 йылдарҙа бер нисә уңышлы ялған картиналарҙың барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Иң уңышлы фальсификатор — Вермеер эштәре (мәҫәлән, «Эммауста Христос») сифатында һатылған бер нисә эштең авторы, шул иҫәптән нацистик Германияһы етәкселәренә, Хан ван Мегерен була.

XIX быуат аҙағында Вермеерҙың дүрт рәсеме Рәсәй коллекционерҙары ҡулына эләгә[5]. Флоренция тирәһендәге Демидовтар виллаһында «Географ» һәм « Офицер һәм көлөп торған ҡыҙ» картиналары эленгән була. А. А. Половцов үҙ ҡунаҡтарына «Хужабикә һәм хеҙмәтсе ҡатын-ҡыҙ» тигән ҙур картинаһын күрһәткәне билдәле. Рәссам Илья Остроухов, Эглон ван дер Нераның эше тип сауҙагәр Д. И Щукинға «Иман аллегорияһы» исемле картинаһын һата; Щукин һуңғараҡ, ысын авторы билдәләнгәс, был әҫәрҙе Маурицхейс директоры Бредиусҡа һата.

Хәҙерге ваҡытта Вермеерҙың 34 картинаһы ысын тип иҫәпләнә, тағы ла бишәүһе — бәхәсле. Хәҙерге Рәсәй йыйынтыҡтарында Вермеерҙың картиналары юҡ.2018 йылда Гаагалағы Маурицхёйс галереяһы һәм Google Arts & Culture онлайн-платформаһы виртуаль музей булдыра, унда Вермеерҙың бөгөнгө көнгә билдәле эштәре ҡуйыла[6][7].

Мәҙәниәттә

үҙгәртергә
  • «Яҡтылыҡ нуры», Ален Жобер, документаль фильм, «Палитра» циклынан (Франция, 1989);
  • «Нью-Йоркта Вермеерҙың бөтә эштәре», Джон Джост, нәфис фильм (АҠШ, 1990);
  • «Вермеер хат», Луи Андриссен, Питер Гринуэй либреттоһы, опера (1997—1998);
  • «Ынйы алҡалы ҡыҙ», Шевалье Трейси, тарихи роман (1999);
  • «Ынйы алҡалы ҡыҙ», Трейси Шевалье романы буйынса нәфис фильм (АҠШ, 2003);
  • «Вермеерҙың ике яҡлы тормошо», Луиджи Гуарньери[it], роман (2004);
  • «Вермеер эшләпәһе», Тимоти Брук, китап (2007);
  • «Вермеер Тима», Теллер, документаль фильм (АҠШ, 2013);
  • «Яҙмыш менән бәрелеш»;
  • Билл Гекастың фотоһүрәттәре рәссамдең ҡайһы бер картиналарын яңырта, Вермеерҙың бөтә персонаждарын фотографты бәләкәй ҡыҙы Афина һүрәтләндерә;
  • «Ысын Вермеер», фильм.
  • Ян Вермеер хөрмәтенә астероид аталған (4928), уны 1982 йылдың 21 октябрендә Ҡырым астрофизик обсерваторияһында астроном Людмила Карачкина аса.
  • Вермеер хөрмәтенә «Вермеер Милнер» исемле сыр бар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Долгополов И. В. Мастера и шедевры: В 3 т. — Т. 1. — М.: Изобразительное искусство, 1986. — 720 с. — § «Вермер Дельфтский». — С. 267—292.
  2. Гиляревский Р. С., Старостин Б. А. Иностранные имена и названия в русском тексте: Справочник. — 3-е изд., испр. и доп. — М.: Высшая школа, 1985. — 303 с. — С. 129.
  3. 50 картин, изменившие искусство. — Litres, 2017-01-12. — 226 с. — ISBN 9785457418936.
  4. Montias J. M. Vermeer and his Milieu. A Web of Social History. — Princeton: Princeton university press, 1989. — P. 364.
  5. «Путешествие в Эрмитаж» / «Географ» Йоханнеса Вермеера / Radiorus.ru. Дата обращения: 22 август 2018. Архивировано 22 август 2018 года. 2018 йыл 22 август архивланған.
  6. В сети появился виртуальный музей со всеми картинами Яна Вермеера. Артгид. Дата обращения: 19 декабрь 2018. Архивировано 19 декабрь 2018 года.
  7. Meet Vermeer
  8. Попова Н. «Бесценный голландец» 2012 йыл 9 ноябрь архивланған.: Интересно отметить, что листва винограда, изображённого в левой части картины в настоящее время имеет синеватый оттенок. Это связано с тем, что зелёный цвет создавался наложением мазков жёлтой глазури поверх синего ультрамарина. С течением времени жёлтая глазурь выцвела, и в окраске листвы проступил синий оттенок. Следует заметить, что такого рода «дефекты» характерны для большинства художественных произведений того времени.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Вермеер