Надир Ураҙмәтов

(Надыр Уразметов битенән йүнәлтелде)

Надир Ураҙмәтов (16881758) — башҡорт тарханы, мәғдән эҙләүсе.

Надир Ураҙмәтов
Тыуған көнө

1688({{padleft:1688|4|0}})

Тыуған урыны

Ҡазан даруғаһы

Вафат булған көнө

1758({{padleft:1758|4|0}})

Вафат булған урыны

?

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Надир Ураҙмәтов 1688 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1687 йылда[1]) тыуған. Сығышы менән Ҡазан даруғаһы башҡорттарынан[2].

1719 йылға тиклем Супты ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районының Иҫке Супты ауылы) йәшәй. Дини белем алған, ғәрәп һәм рус телдәрен белгән һәм йыш ҡына тәржемәсе сифатында һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашҡан[3].

Риүәйәттәргә ярашлы, Надир Ураҙмәтовтың ата-бабаларының хеҙмәте Ҡазан һәм Себер ханлыҡтарының хакимдары тарафынан юғары баһаланған. Ә ата-бабалары Хәсән һәм Хөсәйен тархандарына рус батшаһы Зәй, Кисеү, Суҡ һәм Шишмә йылғалары районындағы киң биләмәләрҙе бүлеп биргән. Һуңыраҡ батша Пётр I был «буш ерҙәрҙе», 1695—1696 йылдарҙағы «Ҡырым һәм Азов яуҙарында әүҙем ҡатнашҡаны һәм патриотизм күрһәткәне өсөн», Надирҙың атаһы Ураҙмәт Тутешев артынан нығыта. Артабан мираҫ буйынса был ерҙәр Надир Ураҙмәтовҡа күсә, әммә уның атаһы был биләмәләрҙе юридик рәүештә рәсмилләштереп өлгөрмәгән була. 1719 йылда ғаиләһе менән Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығындағы ошо "буш ерҙәр"гә күсеп килә. Суҡ буйындағы Надир ауылында (хәҙерге Һамар өлкәһе Сергиевск ҡалаһының районы) йәшәй[3]. Минзәлә башҡармаһы старшинаһы була[2].

 
Старшина Надир Ураҙмәтов шәжәрәһе

1719 йылда батша Пётр I тарафынан «Тау иреге» указы иғлан ителгәндән һуң, әүҙем рәүештә айҙалы ҡаҙылмалар эҙләү эше менән шөғөлләнә башлай. XVIII быуаттың 20-се йылдарында тимер мәғдәне, «йәшел таш»[4] ятҡылыҡтарын аса. Әммә уның тимер һәм баҡыр рудниктарын теркәү, шулай уҡ 1729 йылда Еҙем йылғаһы буйында тимер-крич заводын төҙөүгә рөхсәт алыу ынтылыштары уңышһыҙ тамамлана. Шуға ҡарамаҫтан, Өфө провинцияһының төрлө райондарында файҙалы ҡаҙылмалар эҙләүҙе дауам итә. Суҡ, Шишмә һәм Зәй йылғалары районында күп нефть һәм битуминозлы тоҡомдар сығыу урындарын таба һәм уларҙы һата башлай. Төбәктәге властар был эште рәсмиләштереүҙе талап итәләр. 1729 йылда Надир Ураҙмәтов ерҙе биләү хоҡуғына мира документтарын рәсмиләштереү һәм нефть сығарыу һәм табыуға рөхсәт алыу маҡсатында Санкт-Петербургҡа килә. Бында уны батша һарайы яныдағы башҡорт илселеге составына индерәләр. Властарға ҡарата лояль кеше булараҡ, император Пётр II хөкүмәтенән ер мәсьәләһе буйынса яҡлау таба[3]. 1729 йылғы Берг-коллегия указына ярашлы, Өфө провинцияһында һәм күрше биләмәләрҙә файҙалы ҡаҙылмалар эҙләргә, үҙ ерендә тимер етештереү заводтары төҙөргә рөхсәт ала, хәрби һәм ылау йөкләмәләренән азат ителә[2].

Үҙ биләмәләрендә тимер һәм баҡыр мәғдәндәрен сығарыу ятҡылыҡтарын һәм бер нисә нефть сығанаҡтарын теркәй. Нефть сыҡҡан райондарҙа нефть промыслаһын төҙөй һәм бер нисә ауылға нигеҙ һала. 1736 йылдан Ҡазан даруғаһы Надир улусы старшинаһы вазифаһын үтәй башлай[2]. Был улусҡа уның исеме бирелеүе Ураҙмәтовтың тотҡан абруйы хаҡында һөйләй[3].

Башҡорт ихтилалдары осоронда батша властарын башҡорт ерҙәренә теймәҫкә, ә ихтилалсыларҙы рус ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышмаҫҡа саҡыра. 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарын баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1737 йылда властар яғында булғаны өсөн Күсәп батыр етәкселегендәге баш күтәреүселәр уның биләмәләрен «туҙҙыралар». Надир Ураҙмәтов үҙе Шешминск ҡәлғәһендә ышыҡ таба[1]. Риүәйәттәр буйынса, Надир Ураҙмәтов һәм уның ҡоралланған отрядтары үҙ биләмәләрен яҡлап рус ғәскәрҙәренә лә ҡаршы көрәшкән[3].

1744 йылдың 22 майындағы императрица Елизавета Петровнаның указына ярашлы Надир Ураҙмәтов баҡыр сығарыу руднигын асырға рөхсәт ала. 1746 йылда рәсми рәүештә Надир улусы старшинаһы вазифаһын улы Йосоп Надировҡа тапшыра һәм тулыһынса етештереү һәм коммерция эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүгә күсә. 1751 йылда уның үтенесе буйынса Надир улусының ерҙәрен межалағанадар һәм капитан Ляхов һәм геодезист Веселков тарафынан улус картаһы төҙөлгән[1].

1752 йылда Суҡ йылғаһы буйында нефть ятҡылыҡтарын таба. 1753—1754 йылдарҙа үҙ биләмәләрендә файҙалы ҡаҙылмалар эҙләүҙе тамамлай. 1753 йылда Берг-коллегияға нефть эшкәртеү заводы төҙөү тураһында үтенес ҡағыҙын яҙа. 1754 йылдың 16 июнендәге[5] императрица Елизавета Петровнаның указына ярашлы, Надир Ураҙмәтов улы Йосоп Надиров менән берлектә килеменең бер өлөшөн ҡаҙнаға биреү һәм Рәсәй империяһы биләмәләрендә кәрәсинде ирекле хаҡҡа һатыу шарты менән нефть заводы һалырға рөхсәт ала. 1754 йылда Суҡ ҡушылдығы Ҡамышлы буйында завод төҙөлөшө башлана. Ләкин Надир Йосопов ауырып китеү сәбәпле был эш тотҡарлана[3].

1756 йылда төбәктәге властар нефть заводы төҙөлөшө барышын тикшерәләр, һәм шул уҡ йылдың 19 декабрендә Берг-коллегияға «Доношение Оренбургского горного начальства Берг-коллегии об обследовании строящихся заводов башкира Надыра Уразметова с сыном» ҡағыҙын ебәрәләр. 1757 йылда Надир Ураҙмәтов нефть эшкәртеү хоҡуғынан мәхрүм ителә[1].

Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙендәге Улус, Иҫке һәм Яңы Нәдир ауылдары уның исеме менән аталған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Соловьев Р. А. Нефтяное дело Урало-Поволжья и роль Надыра Уразметова в его становлении: Авт. дисс… к.т. н. — Уфа, 2005.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Әсфәндиәров Ә. З. Надир Ураҙмәтов // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Зайнетдинов Э., Верещагин А. Надыр Уразметов — основатель нефтяного дела на башкирских землях // Ватандаш. — 2012. — № 4. — ISSN 1683-3554.
  4. Составында баҡыр булған мәғдән
  5. Яңы стиль буйынса — 16 июндәге.
  • Асфандияров А. 3. Башкирские рудоискатели и рудопромышленники в XVIII в. // Социально-экономическое развитие и классовая борьба на Южном Урале и в Среднем Поволжье. — Уфа, 1988.
  • Асфандияров А. 3. Башкирские тарханы. — Уфа: Китап, 2006. — 160 с. — ISBN 5-295-03700-2.
  • Первый опыт Надыра Уразметова по организации горнорудных предприятий Урало-Поволжья / Д. Л. Рахманкулов [и др.] // Современные проблемы истории естествознания в области химии, химической технологии и нефтяного дела: материалы IV Междунар. науч. конф. Т. 2.: Вып. 4. — Уфа, 2004.
  • Тимергазин К. Р. Очерки по истории башкирской нефти. — Уфа, 1956.

Һылтанмалар

үҙгәртергә