Яңы Нәдир (Татарстан)
Яңы Нәдир — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Әлмәт районы ауылы. Яңы Нәдир ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.
Ауыл | |
Яңы Нәдир татар. Яңа Нәдер | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Конфессиональ составы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 +7 |
Почта индексы |
423444 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
География
үҙгәртергәАуыл Урсала йылғаһы буйында, Әлмәт ҡалаһынан көнсығыштараҡ 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
үҙгәртергәЯңы Нәдир — юрмый ырыуы башҡорттарының ауылы. 1740 йылдарҙа нигеҙләнгән[1]. Надир Ураҙмәтов исеме менән атаған[2]. 12-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Урсала улусы составына керә.
1764 йылда 2 тирмән, 1795 йылда — 1 мәсет теркәлгән. ХХ быуат башында бында улус идаралығы, 3 мәсет, 3 мәктәп, 2 һыу тирмәне, тимерлек, 4 бакалея кибете иҫәпләнгән[1].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылда Әлмәт районына составына инә[1].
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда — ир енесле 22 йән башҡорт; 1834 йылда — 1320 башҡорт, типтәр һәм ҡаҙна татары; 1859 йылда — 1089 ҡаҙна крәҫтиәне һәм башҡорт йәшәгән[3].
1746 | 1859 | 1889 | 1897 | 1910 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
46 | 1089 | 1996 | 1972 | 2473 | 2366 | 2235 | 2307 | 2014 | 1786 | 1686 | 1472 | 992 | 1127 |
Инфраструктура
үҙгәртергәАуылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Татарская энциклопедия.
- ↑ Әсфәндиәров Ә. З. Яңы Нәдир (Татарстан) // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 576. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.