Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Мөхсин (ғәр. محسن‎ — «Игелекле, изгелекле, яҡшылыҡ ҡылыусы»; рус. мухсин) — ғәрәп һүҙе, әбжәдтә «хсн» — «яҡшылыҡ ҡылыу» ҡылымынан килеп сыҡҡан.

Ҡулланылышы

үҙгәртергә

Мосолмандарҙың инанысы 3 кимәлдә булыуы мөмкин: мөслим, мөьмин, мөхсин. Был өс кимәл динлелектең өс кимәленә нигеҙләнгән: ислам, иман, ихсан, һәм улар тамырҙаш булып тора. Әбжәд яҙмаһы буйынса ғәрәптәрҙә башлыса тартынҡылар ҡулланыла, һәм тартынҡылар буйынса ҡайһыһы ниндәй һүҙҙән килеп сыҡҡанын аңларға була[1]

Исемдәрҙә

үҙгәртергә

Яңғыҙлыҡ исемдәр Хәсән, Хөсәйен, Тәхсин, щулай уҡ ихсан һәм истихсан һүҙҙәре тамырҙаш булып тора. Исемдең икенсе варианты — Мөхәссин («яҡшыртыусы»).

Мөхсин һүҙе ғәрәп теленән башҡорт теленә «Мөҡсин» тигән вариантта исемдәргә һәм фамилияларға ла инеп киткән. Мөҡсин исеме башҡорт теленә үҙләштерелгән, изгелекле, яҡшылыҡ ҡылыусы[2] тигәнде аңлата.


Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Республиканың билдәле кешеләре араһында Мөҡсин исемле, фамилиялы шәхестәр бар.

  • исем;

Мөҡсин Мәҙийәров — Емельян Пугачев етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан, Е. Пугачёвтың полковнигы[3].

  • фамилия;

Мөҡсинов Ирек Шәриф улы — Рәсәй юрисы, дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының Конституция Судының беренсе рәйесе (19961999).

Топонимикала

үҙгәртергә

Кеше исемдәре аша Мөҡсин атамаһы Башҡортостандың топонимикаһына ла инеп киткән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ