Мәмбәт (исем)
Мәмбәт — башҡорт ир-ат исеме.
Мәмбәт | |
билдәһеҙ | |
Кем хөрмәтенә аталған | Мөхәммәт (Пәйғәмбәр) |
---|---|
Яҙыу | Кирил алфавиты |
Этимологияһы
үҙгәртергәМәмбәт — башҡорттарға ғәрәп теленән килеп ингән ир-ат исеме. Маҡтауға лайыҡ тигәнде аңлата. Мөхәмәт исеменән ҡыҫҡартылған[1].
Фамилияла
үҙгәртергәМәмбәтҡолов Бәҙри Мөжәүир улы (1 май 1911 йыл — 20 сентябрь 1999 йыл) — педагог. 1963—1972 йылдарҙа Сибай педагогия училищеһы директоры. 1939—40 йылдарҙағы совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Ленин (1960), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1942, 1943, 1963) ордендары кавалеры. Сибай ҡалаһы, Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районының почётлы гражданы.
Мәмбәтов Рәфҡәт Әхмәтхан улы (1938 йыл) — ауыл хужалығы ветераны. 1957—1995 йылдарҙа Хәйбулла районының Маҡан совхозы тракторсыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Башҡа төрки халыҡтарҙа
үҙгәртергәДжан Мәмбәт бей (1776 йыл) — абруйлы нуғай мырҙаһы.
Мәмбәт Булгаков (1704 йыл—1769 йыл) — Әбелхәйер хан осоронда йәшәгән ҡаҙаҡ бейе.
Мәмбәт Койгелдиев (1947 йыл) — ҡаҙаҡ тарихсыһы.
Мәмбәт Чокморов (1896 йыл—1973 йыл) — ҡырғыҙ манассыһы.
Мәмбәт Мамакеев (1927 йыл) — ҡырғыҙ хирургы.
Ауылдар
үҙгәртергәҮрге Мәмбәт (рус. Верхнемамбетово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл.
Мәмбәт (рус. Мамбетово) — Башҡортостандың Хәйбулла районындағы ауыл.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәМәмбәт (ҡая) — Көньяҡ Уралда Башҡортостандың Ғафури районында Еҙем йылғаһы буйындаға ҡая. Еҙем буйлап 15 км өҫтәрәк һәм Толпар ауылынан 10 км алыслыҡта урынлашҡан. 1,5 км ситтә Күҙгәнәк тауы.
Мәмбәтйылға — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы биләмәләрендә аға. Йылға Оло Апшак йылғаһының һул ярына тамағынан 7,6 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 10 км.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |