Мәккә сүрәһе
Мәккә сүрәләре (ғәр. آية مكية — мәккә аяттары) — Ҡөрьәндең хронологик йәһәттән тәүге сүрәләре, Ислам традицияларына ярашлы, улар Мөхәммәт пәйғәмбәргә Һижрәткә тиклем иңгән булған. Сүрәләрҙең икенсе төрө — Мәҙинә сүрәләре.
Мәккә сүрәһе | |
ғәр. سُورَةٌ مَكِّيَّةٌ | |
Кем хөрмәтенә аталған | Мәккә |
---|---|
Ҡапма-ҡаршыһы | Мәҙинә сүрәһе |
Мәккә сүрәһе Викимилектә |
Мәккә сүрәләре, ҡағиҙә булараҡ, Мәҙинәләгеләргә ҡарағанда күләме буйынса сағыштырмаса ҡыҫҡа аяттарҙан тора, башлыса Ҡөрьәндең аҙағында урынлашҡан. Күпселек муҡатта'әле сүрәләр Мәккәнән булып тора. Мәккә һәм Мәҙинә сүрәләренә ентекле аңлатмаларҙы ошонда табырға мөмкин[1] Сүрәләрҙе Мәккә һәм мәҙинә сүрәләренә бүлеү - был, иң элек, стилистик һәм тематик йәһәттән сығып эшләнә. Был осорҙоң классификацияһы төрлө факторҙарға нигеҙләнгән, мәҫәлән, был сүрәнең оҙонлоғона, ҡайһы бер төп төшөнсәләрҙең булыу йәки булмауына һ.б. бәйле (мәҫәлән, "әр-Рахман" - Аллаһы тәғәлә исеменән)[2]
Мәккә сүрәләренең хронологик тәртибе
үҙгәртергәБер исемлек 86 сүрәнән тора: 96, 68, 73, 74, 1, 111, 81, 87, 92, 89, 93, 94, 103, 100, 108, 102, 107, 109, 105, 113, 114, 112, 53, 80, 97, 91, 85, 95, 106, 101, 75, 104, 77, 50, 90, 86, 54, 38, 7, 72, 36, 25, 35, 19, 20 , 56, 26, 27, 28, 17, 10, 11, 12, 15, 6, 37, 31, 34, 39, 40, 41, 42, 43, 44, 45, 46, 51, 88, 18, 16, 71, 14, 21, 23, 32, 52, 67, 69, 70, 78, 79, 82, 84, 30, 29, 83
Теодор Нёльдеке 90 сүрәнән торған өс осорға ҡараған исемлек тәҡдим итә:
I. Шиғри сүрәләр — I мәккә башланғыс сүрәләре, улар Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең рисаләтенең тәүге биш йылында иңгән. Улар рифмаланған проза рәүешендә тасуири һәм тығыҙ итеп сүрәләр. Сүрәләрҙә бар. бер аллалыҡ, ҡиәмәт көнө һәм тамуҡ ғазаптарын һүрәтләй
I осорға 48 сүрә инә: 96, 74, 111, 106, 108, 104, 107, 102, 105, 92, 90, 94, 93, 97, 86, 91, 80, 68, 87, 95, 103, 85, 73, 101, 99, 82, 81, 53, 84, 100, 79, 77, 78, 88, 89, 75, 83, 69, 51, 52, 56, 70, 55, 112, 109, 113, 114, 1.
II. Рахман сүрәләре — II мәккә башланғыс осоро, Мөхәммәт пәйғәмбәр рисаләтенең бишенсе-алтынсы йылдарында ебәрелгән. Ул Аллаһы тәғәләнең Рахман (рәхимле) исеменән алынған. Ошо осорҙа хикәйәттәр иңә
II осрға 21 сүрә инә: 54, 37, 71, 76, 44, 50, 20, 26, 15, 19, 38, 36, 43, 72, 67, 23, 21, 25, 17, 27, 18..
III. Рисаләт сүрәләре — III мәккә осоро, Мөхәммәт пәйғәмбәр рисаләтенең етенсе йылынан иңә башлай. Боронғо пәйғәмбәрҙәр тормошо һүрәтләнә
III осорға 21 сүрә инә:32, 41, 45, 16, 30, 11, 14, 12, 40, 28, 39, 29, 31, 42, 10, 34, 35, 7, 46, 6, 13.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://textminingthequran.com/wiki/Makki_and_Madani_Surahs Makki and Madani Surahs 2010 йыл 31 октябрь архивланған.
- ↑ (in Reviews) Studie zur Komposition der mekkanischen Suren by Angelika Neuwirth, Review author[s]: A. Rippin, Bulletin of the School of Oriental and African Studies, University of London, Vol. 45, No. 1. (1982), (pp. 149—150).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Браницкий А. Г., Корнилов А. А. Религии региона. — Н. Новгород: ННГУ имени Н. И. Лобачевского, 2013. — 305 с. Архивировано 28 июль 2014 года.