Әл-Ғәдийәт сүрәһе (ғәр. سورة العاديات‎ ) (Елеүселәр), Ҡөрьән Кәримдең 100-сө сүрәһе, 11 аяттан тора.

ҒәрәпсәһеҮҙгәртергә

سورة «العاديات» 100

بِسْمِ اللّهِ الرَّحْمنِ الرَّحِيمِ

1. وَالْعَادِيَاتِ ضَبْحًا

2. فَالْمُورِيَاتِ قَدْحًا

3. فَالْمُغِيرَاتِ صُبْحًا

4. فَأَثَرْنَ بِهِ نَقْعًا

5. فَوَسَطْنَ بِهِ جَمْعًا

6. إِنَّ الْإِنسَانَ لِرَبِّهِ لَكَنُودٌ

7. وَإِنَّهُ عَلَى ذَلِكَ لَشَهِيدٌ

8. وَإِنَّهُ لِحُبِّ الْخَيْرِ لَشَدِيدٌ

9. أَفَلَا يَعْلَمُ إِذَا بُعْثِرَ مَا فِي الْقُبُورِ

10. وَحُصِّلَ مَا فِي الصُّدُورِ

11. إِنَّ رَبَّهُم بِهِمْ يَوْمَئِذٍ لَّخَبِيرٌ

ТранскрипцияһыҮҙгәртергә

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!

1. Үәл-ғәәдийәәти дабхә.

2. Фәл-мүүрийәәти ҡадхә

3. Фәл-мүғиираати субхә

4. Фә'әҫәрнә биһи нәҡғә

5. Фәүәсатнә биһи джәмғә

6. Иннәл-иңсәәнә лираббиһи ләкәнүүд.

7. Үә иннәһү ғәләә ҙәәликә ләшәһиид.

8. Үә иннәһү лихүббил-хайри ләшәдиид.

9. Ә фәләә йәғләмү иҙәә бүғҫира мәә фил-ҡубуур

МәғәнәһеҮҙгәртергә

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!


  1. Тындары бөтөп елеүселәр менән ант итәм,
  2. осҡондар сәсрәтеп сығарыусылар менән,
  3. таң уаҡытында һөжүм итеүселәр менән!
  4. Һәм улар шуның менән унда туҙан күтәрҙеләр,
  5. һәм шулай итеп төркөм араһына бәреп инделәр.
  6. Кеше, ысынлап та, Раббыһы алдында шөкөр итмәй.
  7. Һәм быға, ысынлап та, ул үҙе шаһит.
  8. Ысынлап та, ул рәхәтлекте-байлыҡты ныҡ ярата.
  9. Белмәйме ни ул: ҡәберҙәрҙә булған нәмәләр ҡуптарылып сығарылғас,
  10. һәм күңелдәрҙә булған нәмәләр асыҡланғас,
  11. ул көндө Раббылары улар тураһында, ысынлап та, хәбәрҙар.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

http://www.falaq.ru/quran/arab/100

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Ҡөрьән Кәрим – башҡорт, татар, урыҫ телдәренә тәржемәләр.
  • Ҡөрьән Кәрим (транскрипциялар) //мөх. Нурмөхәмәт Сөйәрғолов // - Стәрлетамаҡ, ҡала типографияһы, 2007,609 бит.
  • Тәсһилүл бәйән (Ҡөрьән Кәримдең еңеләйтелгән аңлатмаһы), 1-4 томдар – Ҡазан, 2004

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә