Әл-Мүьминүн сүрәһе
Әл-Мүьминүн сүрәһе (ғәр. سورة المؤمنون, Иман килтергән кешеләр ) — Ҡөрьән Кәримдең 23-сө сүрәһе. Мәккәлә иңгән сүрә, 118 аяттан тора.
![]() Әл-Мүьминүн сүрәһе | |
Синыфы | |
---|---|
Мәғәнәһе |
Иман килтергән кешеләр |
Статистика | |
Сүрә номеры |
23 |
Аяттар һаны |
118 |
Жуз |
18 |
Хизб |
35 |
Руҡуғ |
6 |
Алдағы сүрә | |
Киләһе сүрә | |
QuranAcademy.org |
ТранскрипцияһыҮҙгәртергә
ЙөкмәткеһеҮҙгәртергә
Сүрә иман килтергәндәр бәхетле булыр һәм тантана итер тигән хәбәр менән башлана. Шунан мөьминдәрҙең әхлаҡи үҙенсәлектәре һүрәтләнә. Артабан кеше яралтылмышы процесы һәм үҫеше тураһында һөйләнелә. Сүрәлә Аллаһы тәғәләнең ҡеүәтен раҫлаған ҡайһы бер күренештәр килтерелә, шулай уҡ пәйғәмбәрҙәр тарихы бәйән ителә, был хикәйәттәр Илаһи Китаптарҙың бер сығанаҡтан икәнен, бөтә быуын кешеләре бер-береһенә оҡшай икәнен күрһәтә. Артабан сүрәлә Аллаһ кешене камил ҡиәфәтле итеп яралтҡан, был уның Ҡөҙрәтлелеген иҫбатлай тип аңлатыла.
Аллаһ яуызлыҡҡа яҡшылыҡ менән яуап бирергә һәм иманлы булырға өндәй[1].
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
Портал «Ислам» | |
Ҡөрьән Викиөҙөмтәлә | |
Ҡөрьән Викикитапханала |
- Ҡөрьән (башҡортса)[1]
- Сура Аль-Муъминун
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.
- Ҡөрьән Кәрим (транскрипциялар) //мөх. Нурмөхәмәт Сөйәрғолов // — Стәрлетамаҡ: ҡала типографияһы, 2007. — 609 бит.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Сура 23. Аль-Муминун // Йусуф Али «The Holy Qur’an» (Священный Коран: Текст, перевод и комментарии), 1938 г.
Был Ҡөрьән тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |