Муҡаттаә (ғәр. مقطعة‎ — «айырым хәрефтәр») йәки фәүәтих (ғәр. فواتح‎ — «асыусы хәрефтәр») — 114 Ҡөрьән сүрәһенең 29-ы башланған айырым хәрефтәр. Ғәрәп әлифбаһының 28 хәрефенән яртыһынан күберәге муҡатта’ә булараҡ ҡулланылған, улар яңғыҙ ҙа, ике, өс, дүрт йәки биш хәреф комбинацияһында осрай.

"Муҡатта'ә" аятмы, әллә юҡмы тигән һорауға төрлө фекер бар. Күфә һәм Бәсра мәктәбе вәкилдәре был мәсьәлә буйынса төрлө ҡарашта тора. Күфә мәктәбе вәкилдәренең бер өлөшө муҡатта’ә айырым аят тәшкил итә, тип иҫәпләй, ә бәсралар, киреһенсә, хәрефтәр айырым аят булыуы мөмкин түгел, тип һанай[1].

 
Муҡатта’ә хәрефтәре

Был хәрефтәр-символдар мәғәнәһе тураһында Ҡөрьәндең тәүге тәфсирселәре лә бер төрлө генә итеп яуап бирә алмаған. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Сөннәтендә лә Уның был хаҡта ниҙер әйткәне тураһында мәғлүмәт юҡ,сәхәбәләр ҙә ни аңлатҡанын һорамаған. Ҡөрьәндең ҡайһы бер тәфсирселәре һандар менән бәйләп, [Бәни Исраил|йәһүдиҙәр]] ошо ысул менән мосолмандар хакимлығы осорон һанап сығарырға маташҡан ише,төрлө эзотерик һығымталар сығара[2].

Икенсе бер тәфсирселәр быларҙы илаһи бер күрһәтмә булыуға ишаралай тип һанай, сөнки был хәрефтәр булған сүрәләрҙә нисек тә булһа Ҡөрьән менән ант итеү бар (шул иҫәптән Әл-Ғәнкәбут сүрәһе, Әр-Рум сүрәһе и Әл-Ҡәләм сүрәһе)[3][4].

Күпселек мосолмандар фекеренсә, "муҡатта'ә" илаһи сер булып тора, ниндәй хәреф ни мәғәнә аңлатыуы — бөтәһе лә фараз ғына. Был һүҙҙәрҙе хәлифә Әбү Бәкер ҙә раҫлай: «Һәр илаһи китаптың сере бар һәм Ҡөрьәндең сере — ҡайһы бер сүрәләр башында килә»[5]

"Муҡатта'ә" булған сүрәләр исемлеге

үҙгәртергә
"Муҡатта'ә" булған сүрәләр исемлеге
сүрәнең атамаһы ғәр. Муҡатта'ә
1 Әл-Бәҡара сүрәһе الم Әлиф.Ләм. Мим
2 Әлү Ғимран сүрәһе الم Әлиф.Ләм. Мим
3 Әл-Әғрәф сүрәһе المص Әлиф.Ләм. Мим. Сад
4 Йунус сүрәһе الر Әлиф Ләм Ра
5 Һуд сүрәһе الر Әлиф Ләм Ра
6 Йософ сүрәһе الر Әлиф Ләм Ра
7 Әр-Рәғд сүрәһе المر Әлиф Ләм Мим Ра
8 Ибраһим сүрәһе الر Әлиф Ләм Ра
9 Әл-Хижер сүрәһе الر Әлиф Ләм Ра
10 Мәрйәм сүрәһе كهيعص Ҡаф Һа Йа Ғайн Сад
11 Та Һа طه Та Һа
12 Әш-Шүғараа сүрәһе طسم Та Син Мим
13 Ән-Нәмл сүрәһе طس Та Син
14 Әс-Ҡасас сүрәһе طسم Та Син Мим
15 Әл-Ғәнкәбүт сүрәһе الم Әлиф Ләм Мим
16 Әр-Рум сүрәһе الم Әлиф Ләм Мим
17 Луҡман сүрәһе الم Әлиф Ләм Мим
18 Әс-Сәждәһ сүрәһе الم Әлиф Ләм Мим
19 Йа Син يس [Йа Син
20 Саад сүрәһе ص Сад
21 Ғафир сүрәһе حم Хә Мим
22 Фуссыиләт сүрәһе حم Хә Мим
23 Әш-Шура сүрәһе حم
عسق
Хә Мим

Әйн Син Ҡаф

24 Әз-Зухруф сүрәһе حم Хә Мим
25 Әд-Духан сүрәһе حم Хә Мим
26 Әл-Джәҫиә сүрәһе حم Хә Мим
27 Әл-Әхҡаф сүрәһе حم Хә Мим
28 Ҡаф сүрәһе ق Ҡаф
29 Әл-Ҡәләм сүрәһе ن Нүн

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Али-заде, А. А., 2007
  2. Ибн Хишам. Жизнеописание пророка Мухаммеда. «УММА», 2003. — С.120—121.
  3. Саад 38:1 (Кулиев) «Сад. Иҫкәртеүсе Ҡөрьән менән ант итәм!»
  4. Әл-Ҡәләм 68:1 (Кулиев) «Нун. Яҙыу таяҡсаһы һәм нимә яҙылғаны менән ант итәм!»
  5. Тафсир Мухаммеда Асада
  • Али-заде, А. А. Хуруф аль-Мукаттаа // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Massey, Keith. «A New Investigation into the „Mystery Letters“ of the Qur’an» in 'Arabica'. 1996
  • Islahi, Amin Ahsan. Taddabur-i-Quran. Faraan Foundation. 2004