Сороки ҡәлғәһе
Сороки ҡәлғәһе — Сороки ҡалаһындағы XV быуатта төҙөлгән молдаван ҡәлғәһе. Реконструкциянан һуң 2015 йылдың 16 майында асылды.
Ҡәлғә | |
Сороки ҡәлғәһе
| |
Реставрациянан һуң Сороки ҡәлғәһенең күренеше | |
Ил | Молдавия |
Урыны | Молдова, Сороки |
Нигеҙләүсе | Стефан III Бөйөк |
Беренсе тапҡыр | 1499 |
Нигеҙләнгән | XV быуаттың аҙаҡҡы сиреге |
Сороки ҡәлғәһе Викимилектә |
Урынлашҡан ере
үҙгәртергәҠәлғә Днестр йылғаһының уң яҡ ярында, Сороки ҡалаһында, Кишиневтан яҡынса 160 км төньяҡҡа табан урынлашҡан.
Сороки ҡәлғәһен Стефан III Бөйөк XV быуаттың аҙаҡҡы сирегендә төҙөй. Урындағы риүәйәт буйынса господарь ҡәлғәне төҙөү срогын (ваҡытын) билдәләй, шуның өсөн ҡәлғәнең исеме лә Сороки. 1499 йылда Ҡәлғәнең беренсе пыркэлабы Косте документаль рәүештә телгә алынған. Ҡәлғә Днестр аша сығып Молдоваға ябырылған йыртҡыс татар ғәскәрҙәренә ҡаршы һаҡланыу нығытмаһы булараҡ төҙөлә. Сороки башҡа нығытмалар, мәҫәлән, Сучава, Четатя йәки Хотин һымаҡ ҙур, ике ҡат диуарлы нығытма булмаған, ә бәләкәй генә, тик татарҙарҙан стражниктарҙың йәшенә торған урыны булған.
Ҡайһы бер тарихсылар, шул иҫәптән, Дмитрий Кантемир, Константин Стамати, Замфир Арборе һәм Николае Йорга Сороки ҡәлғәһе элекке Ольхония генуэз факторияһы урынында төҙөлгән, бында Подолиянан алып киленгән тауарҙар һаҡланған тип һанайҙар. Ольхония Четатя Албэнан Сучаваға алып барған юлда нығытылған ауыл булғандыр, моғайын. Әммә хәҙерге моментта был гипотезаны дөрөҫләгән археологик дәлилдәр юҡ.
Археологик тикшеренеүҙәр ваҡытында ҡала эргәһендә Кукутень-Триполь мәҙәниәтенә, бронза быуатына, иртә тимер дәүере һ.б., урта быуат осорона тиклем торлаҡ эҙҙәрен таптылар, әммә боронғо Ольхония колонияһының (беҙҙең быуатҡа тиклем 500 йыл тирәһе) эҙҙәре табылманы. Шулай уҡ Саркус дактарының боронғо ҡәлғәһенең эҙҙәре лә (Саргидава, Крахита йәки Крахидава тип тә әйтәләр) табылманы. Элекке замандарҙағы тарихсылар фекеренсә, улар ошо зонала булғандар.
XVII быуаттың аҙағында, ҡәлғәлә 2000 поляк һалдаттары гарнизоны торған саҡта, бер нисә үҙгәреш булдырылған. Диуарҙарға тағы ла дары һаҡлау өсөн 13 бина төкәтелә, ә улар өҫтөндә — йәшәү өсөн бүлмәләр эшләнә. Сығынты араларында интервалдар ябылған булған һәм тик еңел ҡорал өсөн генә тишектәр ҡалдырылған. Поляк һалдаттары өсөн казармалар ҡәлғәнән тыш яҡта төҙөлгән һәм бөтә майҙан соҡорҙар менән уратылған булған.
Сороки ҡәлғәһе Молдованың иң көнсығыш нөктәһе булараҡ үҙ тарихы дауамында иң ҡот осҡос ябырылыуҙар аренаһы булып килә. Нәҡ ошонда, уның диуарҙары төбөндә, иң ҡаты бәрелештәр урыны булған.
Ҡәлғә архитектураһы
үҙгәртергәҠәлғә түңәрәк формалы, эске ишегалды диаметры — 30,5 м. Ҡәлғәнең биш манараһы — дүрт түңәрәк һәм ишек өҫтөндә бер дүрт мөйөшлө -бер-береһенән тиң алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡәлғә диуарҙары 30,5 м ҡалынлыҡта, бейеклеге — 21 м, аҫ яҡта тишектәр ҡаты породаларға тиклем, тағы ла таулыҡҡҡа 7 м тәрәнәйтелеп эшләнгән. Ҡәлғәнең өҫкө өлөшөндә, 4 метрға диуарҙар өҫтөнән ҡалҡҡан манаралар булған урында ут тишектәре (бойницалар) бар. Ҡәлғҡәнең эске диуарҙары өс рәт ағастан эшләнгән галереялар менән уратылып алынған. Уларҙы ҡәлғәне һаҡлаусылар өсөн тәғәйенләнгән терәткес (консоль) урҙалар тотоп тора. Днестр яғынан дүрт мөйөшлө манара аркаһы аша ҡәлғәгә инеү урыны ике бик ауыр ҡапҡалар менән ябылған, ҡапҡа алдында рәшәткә булған. Инеү урыны аҫтында, баҙҙа, ике «ҡапҡан» ҡуйылған. Ишек өҫтөндә беренсе галереяға алып сыҡҡан ҡәлғә ғибәҙәтханаһы (часовня) урынлашҡан. Ғибәҙәтхананың молдаван готикаһы стилендә орнамент менән биҙәлгән ослайып торған аркаһы булған. Манара бүлмәләренә тик ағас галереялар аша ғына инеп булған, улар бер-береһе менән тышҡы баҫҡыстар аша бәйләнгән. Диуарҙарҙың сығынтыларында, өлөшләтә уларҙың ҡалынлығында, оборона ҡоралдары һаҡланған. Ҡәлғәнең үҙәгендә ҡоҙоҡ ҡаҙылған булған.
Сороки ҡәлғәһенең ҙурлығы һәм формаһы урта быуаттарҙағы Молдованың оборона системаһындағы урынын һәм барлыҡҡа килеүен аңлар өсөн бик мөһим. был ҡәлғә — итальян яңырыу дәүере ҡаҙаныштарының замандашы һәм ул төньяҡ Италия ҡәлғәләренә оҡшаған (айырыуса Капрарол замогы менән оҡшашлығы күҙгә ташлана), әммә уларҙы айырған элементтар ҙә бихисап. Эске диаметры бары тик 100 аҙымға тиң булған Сороки ҡәлғәһен Европа архитектураһының һоҡланғыс ҡаҙаныштары рәтенә индерергә була, сөнки төҙөү сәнғәтендә ул ваҡыттағы оҫталарҙың тәжрибәһенә дәлил булып тора.
Тарихы
үҙгәртергәСороки ҡәлғәһе урта быуат Молдоваһының оборона төҙ сәнғәтенең уникаль ҡомартҡыһы булып тора. Молдаван господары Петр Рарештың Трансильванияға Бистрица магистрынна 1543 йылдың 23 апрелендә яҙылған хаты таш ҡәлғәнең төҙөү ваҡытын билдәләүгә ныҡлы аргумент булып тора, сөнки был хатта Петр Рареш Сорокиҙа нығытмалар төҙөү өсөн оҫталар һәм уларҙың ярҙамсыларын ебәрергә үтенә. Хәҙерге ваҡытта беҙ күҙәткән таш ҡәлғә Яков оҫта етәкселеге аҫтында Трансильваниянан килгән ташсылар төркөмө тарафынан төҙөлгән, сөнки оҫта үҙе ҡәлғә эсендә «был замокты Яков төҙҙө», тип яҙып ҡалдырған.
Таш ҡәлғә төҙөлгәнгә тиклем был урында ағастан һәм ерҙән нығытма торған. Был боронғо нығытма тураһында 1499 йылда телгә алына, әммә ул унан да алдараҡ төҙөлгән тигән фекер ҙә бар. Ҡәлғәлә үткәрелгән археологик ҡаҙыныуҙар ваҡытында ағас нығытманың ҡалдыҡтары табылған.
Ҡыҙыҡлы факттар
үҙгәртергәСороки ҡәлғәһе 20 лей номиналындағы ҡағыҙ купюраның арт яғында, шулай уҡ молдаван шәхес таныҡлығының артҡы планында һүрәтләнгән.
Галерея
үҙгәртергә-
Днестр яғынан Сороки ҡәлғәһенең күренеше
-
Ҡәлғәнең эске ишегалды
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Чеботаренко Г. Сорокская крепость — памятник старины. — Кишинёв, 1984.
- Михаил Симион. Сорокская крепость. До востребования. // Независимая Молдова. — 31.01.2002.
Һылтанмалар
үҙгәртергәСороки ҡәлғәһе Викимилектә |
- Cetatea Soroca 2007 йыл 9 август архивланған. (рум.)
- Molddata.md: Cetatea Soroca 2007 йыл 10 октябрь архивланған. (рум.)