Байя (мадьярса  Baja) — Венгрияның көньяҡ ҡалаһы, Дунайҙың һул ярында урынлашҡан. Байя — ҙурлығы буйынса медье Бач-Кишкунда — Кечкемет баш ҡалаһынын һуң, икенсе ҡала. Халыҡ һаны — 37 690 кеше йәшәй (2005).

Ҡала
Байя
мадьярса  Baja
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Венгрия

Координаталар

46°11′00″ с. ш. 18°57′13″ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Klára Nyirati[d][1]

Беренсе мәртбә телгә алынған

1308

Телефон коды79
Байя (Венгрия)
Байя
Байя
Франциск монастыры
Католиктар изге ҡорам Ференц

Транспорт һәм географияһы үҙгәртергә

Байя Будапештан 150 километр алыҫлыҡта көньяҡҡа табан һәм 108 километр Кечкемет ҡалаһынан көньяҡ-көнбайышта урынлашҡан. Ҡала Дунай йылғаһының һул ярында тора, бында ул ике ҙур төбәкте бүлеп тора — Альфельди Көньяҡ- Дунай арты крайы. Шулай уҡ ҡала территорияһы буйлап Шуговица йылғаһы аға.. йылғаһы аға. Байяла Дунай буйлап барыусы ике автомобиль магистрале Будапешт — Шольт һәм көнбайыштан көнсығышҡа барған Сегед — Байя тамамлана. Ҡалала шулай уҡ тимер юл станцияһы. һәм йылға порты бар.

Дунайҙың ҡаршы ярында Геменц урман ҡурсаулығы урынлашҡан, ул Дунай-Драва милли паркы составына ингән.

Этимологияһы үҙгәртергә

Ҡала исеменең килеп сығышын төрөк теле менән бәйләйҙәр, төрөк һүҙе «үгеҙ» ҙән килеп сыҡҡан, тип фараз ителә. Австрия осоррнда ҡала бынан тыш, Франкенштадт немец исеме аҫтында билдәле. Күп һанлы славян общинаһы элек уны Байя тип йөрөткән.

Тарихы үҙгәртергә

Ҡала беренсе тапҡыр 1308 йылда телгә алынған. XVIXVII быуаттарҙа төрөк оккупацияһы ваҡытында Байя төбәктең үҙәге булған. Төрөк хакимлығы ваҡытында ҡалаға күп һанда хорваттар һәм сербтар күсеп килә. Улар Байя халҡының күпселеген тәшкил иткән. XVII быуат аҙағында ҡаланың Габсбургтар власына буйһоноуы, ҡалаға немец күскенселәренең яңы тулҡынын тыуҙыра. 1715 йыл мәғлүмәттәре буйынса, Байяла 237 йорт булып, шуларҙың 216-һы югославяндарҙыҡы, 16-һы венгрҙарҙыҡы һәм — немецтарҙың −5. XVIII быуаттың икенсе яртыһында ҡалаға илдең башҡа төбәктәренән венгерҙар, йәһүдтәр күсә башлай.

Ҡала отошло ҡоро ер юл һәм йылға юл сатында урынлашыуы арҡаһында, тиҙ үҫә һәм мөһим сауҙа үҙәгенә әйләнә. Байя аша венгер иген һәм шарап экспортының байтаҡ өлөшө Германияға һәм Австрияға үтә.

XIX быуатта тимер юл транспорты үҫеше осоронда йылға транспорты әһәмиәтен юғалта, был ҡаланы бөлгөнлөккә килтерә. Тимер юл магистрале, Будапешт менән Загребты һәм Фиум адриатик портты бәйләүсе (хәҙерге Риек), ситтән үтә; Байяла тик аҙаҡҡы (тупик) тармағы ғына төҙөлә.

Беренсе донъя һуғышы аҙағында Байя серб ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына, күпмелер ваҡыт ҡаланың яңы ойошторолған сербтар, хорваттар һәм словендар Короллегенә (һуңынан Югославияға) күсеү мөмкинлеге лә була. Әммә Версаль килешеүе, ахыр сиктә, Байяны Венгрияныҡы итеп ҡалдыра, һөҙөмтәлә славяндарҙың күпләп Югославияға эмиграцияһы башлана һәм венгрҙар һуғыштан һуң кире ҡайтарылған территорияларына әйләнеп ҡайталар.

Икенсе бөтә донъя һуғышынан ҡалала бер нисә сәнәғәт предприятиеһы төҙөлә, уларҙың араһында ҙур туҡыу фабрикаһы; шулай уҡ Дунай йылғаһы аша күпер сафҡа индерелгән.

Иҡтисады үҙгәртергә

Мөһим транспорт үҙәге: пристань һәм Дунай йылғаһы аша күпер, тимер юл станцияһы. Аҙыҡ-түлек, текстиль сәнәғәте һәм ағас эшкәртеү; ауыл хужалығы машиналары эшләү — иҡтисадының төп тармаҡтары булып тора.

Халҡы үҙгәртергә

Йыл Халыҡ һаны
2013 36 224 [2]
2014 35 990 [3]
Йыл Халыҡ һаны
2018 34 788 [4]
2021 33 893 [5]
Йыл Халыҡ һаны
2022 33 140 [6]
2023 33 142 [7]
Йыл Халыҡ һаны
2013 36 224 [8]
2014 35 990 [9]
2018 34 788 [10]

Халыҡтың милли составы: 93,5 % — венгрҙар; 2,7 % — немецтар; хорваттар, сербтар, словак, сиғандар. Икенсе донъя һуғышы башланғанға тиклем, ҡалала ҙур йәһүд общинаһы була.. Ҡорбандарға һәйкәл булып холокост.

Иҫтәлекле урын үҙгәртергә

Ҡаланың төп иҫтәлекле урыны —XVII быуат Франциск изге Антоний монастыры . Байяла — 15 сиркәү эшләй, күпселеге — католиктарҙыҡы, протестанттарҙың һәм православиеларҙың сиркәүе бар.. Ҡалала даими экспозициялары менән картиналар галерияһы һәм бер нисә музей урынлашҡан.

Туғанлашҡан ҡалалар үҙгәртергә

  • Аржантан, Франция
  • Вайблинген, Германия
  • Лабин, Хорватия
  • Сомбор, Сербия
  • Суботица, Сербия
  • Сынджеорджиу-де-Пэдуре, Румыния
  • Тистед, Дания
  • Тыргу-Муреш, Румыния
  • Ходмезёвашархей, Венгрия

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә