Миғраж төнө
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Исра́ һәм Миғраж (ғәр. إسراء ومعراج ) — төнгө сәйәхәт һәм күккә ашыу. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең әл-Ҡудсиҙа булып, күккә ашыуы. Был Уның Мәккәләге осоронда миләди 619 йыл тирәһендә булған.
Этимология
үҙгәртергәҒәрәптәге исра’ (ғәр. إِسْرَاءٌ) һүҙе «төнгө сәйәхәт» тигәнде аңлата, ә миғраж (ғәр. مِعْرَاجٌ) һүҙе — «күккә ашыу», «күккә күтәрелеү», «баҫҡыс» тип тәржемә ителә[1].
Исра
үҙгәртергәРиүәйәттәргә күрә, бер төндә Мөхәммәт Пәйғәмбәргә Ҡәғбә ҡабырғаһына терәлеп ятҡанда Ябраил фәрештә килә һәм Бураҡ тигән атта Әл-Ҡудсиға барырға ҡуша. Бураҡ Пәйғәмбәрҙе Фәләстингә Әл-Ҡудсиға килтерә. Бында Мөхәммәт Пәйғәмбәр Ибраһим, Муса һәм Ғайса пәйғәмбәрҙәр менән осраша һәм уларҙың йәмәғәт намаҙында имам була. Ошо сәйәхәт менән Ҡөрьәндәге кәрәмәтте лә бәйләйҙәр (17:60)[2], әйтеүҙәренсә, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә Ҡәғбәтулла янында Уға Аллаһ Әл-Ҡудсины күрһәткән[3]. Был ваҡиғаны Ҡөрьәндәге сүрә лә раҫлай (әл-Исра) сүрәһе:
Үҙ ҡолон төндә «Харам мәсет»тән Беҙ аяттарыбыҙҙы күрһәтеү өсөн тирә-яғын бәрәкәтле иткән «Йыраҡ мәсет»кә күсергән затҡа дан! Ул, ысынлап та, ишетеүсе, күреүсе! |
Тәфсирҙәргә ҡарағанда, бында һүҙ Мәккәләге Харам-Мәсет — Әл-Харам мәсете, ә «Йыраҡ мәсет» тигәне Иерусалимдағы Әл-Аҡса мәсете тураһында бара[4].
Миғраж
үҙгәртергәНамаҙҙан һуң Уның алдына йәнә Ябраил фәрештә килә. Ул Рәсүлгә йә шарап, йә һөт һайларға тәҡдим итә. Мөхәммәт Пәйғәмбәр һөттө һайлай һәм Ябраил фәрештә менән күккә аша. Әл-Ҡудсиҙа (Иерусалимда)саҡта фәрештәләр Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең күкрәген асып, йөрәген таҙарта. Миғражда ниҙәр күргәне (53:6-18) «Ән-Нәджм» сүрәһендә һүрәтләнгән.
Мөхәммәт Пәйғәмбәр төнгө сәйәхәте тураһында кешеләргә һөйләгәс, уға ышанмайҙар, сөнки Мәккәнән Сүриәгә каруан бер ай бара һәм бер ай ҡайта. Күптәр Исламдан баш тарта башлай. Кешеләр Әбү Бәкергә килә һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәр шулай тип һөйләй тип еткерә. Әбү Бәкер Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә ышаныуын әйтә. Был хәл сәхәбәләрҙең Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә саҡ ҡына ла шик тотмауын күрһәтә[5]. Шунан Әбү Бәкер Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә килә һәм Әл-Ҡудс тураһында һораша башлай, сөнки уның был ҡалала булғаны була. Тыңлап бөткәс, ул һүҙҙәрҙең дөрөҫ икәнен белдерә. Мөхәммәт Пәйғәмбәр нимәлер һөйләгән ваҡытта Әбү-Бәкер һәр саҡ «Һин дөрөҫтө һөйләйһең. Һин Аллаһ Рәсүле икәнеңә шәһәҙәт бирәм», ти торған була[6]. Был хәлдән һуң Мөхәммәт Пәйғәмбәр Әбү-Бәкергә «Иң тоғро һүҙле» (әс-Сиддиҡ) тигән ҡушамат бирә. Һүҙҙәренә дәлил итеп, Мөхәммәт Пәйғәмбәр Әл-Ҡудсиҙан Хижазға китеп барған каруандар тураһында һөйләй. Иерусалимдан ҡайтҡан юлаусылар Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең һүҙҙәрен раҫлай.
Исра һәм Миғраж сәнғәттә
үҙгәртергәМөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең миғражына бағышлап (ғәр. الحرم القدسي الشريف, әл-Харам әл-Ҡудс әш-Шәриф тигән урында (Иерусалимдағы түбәлә) Ҡүббәт әл-Миғраж— Миғраж көмбәҙе һалынған.[7]. Ғабдулла Туҡай бер шиғырын Миғраж төнөнә бағышлаған.
Миғраж кисе башҡорттарҙа
үҙгәртергәДинле башҡорттар, мосолман булараҡ, Миғраж кисендә Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәтенә ышанып, гонаһтарына тәүбә итеп, доға уҡып үткәрә. Миғраж – күккә күтәрелеү, Рәсүлүллаһҡа пәйғәмбәрлек биреүҙең туғыҙынсы йылында Рәжәб айының 27-се кисендә була. Был мөғжизә унан башҡа һис бер пәйғәмбәргә бирелмәй. Ошо ваҡыттан алып мосолмандарға биш ваҡыт намаҙ фарыз [8].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ҡалып:Арабско-русский словарь
- ↑ Әл-Исра https://ru.quranacademy.org/quran/17:60-60/kul
- ↑ Пиотровский М. Б. Исра // Мифы народов мира. М.: Советская энциклопедия, 1980
- ↑ Grabar, O., 1991
- ↑ Осман Нури Топбаш. Самый любимый человек. М. 2005. 51 с.
- ↑ Ибн Хишам глава «Ночное путешествие и вознесение пророка» // «Жизнеописание пророка Мухаммада»(недоступная ссылка)
- ↑ le Strange, Guy.Palestine under the Moslems: A Description of Syria and the Holy Land from A. D. 650 to 1500 pp.154-155.
- ↑ [1]
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Исра и Мирадж |[2] 2011 йыл 1 октябрь архивланған.
- Пиотровский М. Б. Ал-Исра ва-л-Мирадж
- Schrieke B.Isrāʾ|brillonline=isra-SIM_3251
- Grabar O.al-Masd̲j̲id al-Ạkṣā.том=6