Литвин Михаил Иосифович
Литвин Михаил Иосифович (1892 йыл — 12 ноябрь 1938 йыл) — СССР Эске эштәр Халыҡ Комиссариаты хеҙмәткәре, Дәүләт именлеге баш идаралығының (ГУГБ) йәшерен-сәйәси бүлеге начальнигы, 3-сө ранг дәүләт именлеге комиссары (20.01.1938).
Михаил Иосифович Литвин | ||||
Михаил Иосифович Литвин | ||||
Тыуған: | 1892 Байкал аръяғы өлкәһе, Рәсәй империяһы | |||
---|---|---|---|---|
Үлгән: | 12 ноябрь 1938 Ленинград, СССР | |||
Партия: | РСДРП(б) (сентябрь 1917 йыл) | |||
Хәрби хеҙмәт | ||||
Хеҙмәт иткән йылдары: | 1936—1938 | |||
Принадлежность: | СССР | |||
Ғәскәр төрө: | НКВД | |||
Звание: | 3-сө ранг дәүләт именлеге комиссары | |||
Наградалары: |
|
Биографияһы
үҙгәртергәМихаи́л Ио́сифович Литви́н ярлы йәһүд ғаиләһендә тыуған.
1916—1917 йылдарҙа батша армияһында хеҙмәт итә. 1917 йылда РСДРП(б) сафына инә.
1917—1918 йылдарҙа — Нәшриәтселәр (печатник) союзының завод комитеты союзы рәйесе, Йәнәсәй губерна халыҡ хужалығы советында, Красноярск ҡалаһында типография комиссары. Аҡтар тарафынан ҡулға алына, төрмәлә ултыра.
1919—1920 йылдарҙа йәшерен эштә була (Красноярск, Хабаровск).
1921—1922 йылдарҙа — полк хәрби комиссары, фронт хәрби комиссары, Махсус бүлек начальнигы.
1922—1923 йылдарҙа — Бөтә Союз профессиональ союзының үҙәк советы (ВЦСПС) Алыҫ Көнсығыш бюроһының яуаплы секретары.
1923—1926 йылдарҙа — Орёл губерния профсоюздар советы рәйесе.
1926—1929 йылдарҙа — Ҡаҙағстан профсоюздары край советы рәйесе.
1929—1930 йылдарҙа — Бөтә Рәсәй профсоюздар үҙәк советының Урта Азия бюроһы рәйесе.
1930—1933 йылдарҙа — ВКП(б) ҮК-ның Урта Азия бюроһының бүлеп таратыу бюроһы мөдире, ВКП(б) ҮК-ның Бүлеү бүлеге план-финанс кадрҙары секторы мөдире урынбаҫары, ВКП(б) ҮК-ның Бүлеп таратыу бүлегенең План-финанс кадрҙары секторы мөдире, ВКП(б) ҮК-ның Бүлеп таратыу бүлеге мөдире
1933—1934 йылдарҙа — Украина Коммунистар партияһы Үҙәк комитетының кадрҙар бүлеге мөдире.
1933—1937 йылдарҙа — Украина КП(б) ҮК ағзаһы. 1933—1934 йылдарҙа — Украина КП(б) ҮК кандидаты, 1934—1937 йылдарҙа — КП(б) ҮК-ы Ойоштороу бюроһы ағзаһы.
1934—1935 йылдарҙа — Украина Үҙәк Комитетының Сәнәғәт-транспорт бүлеге мөдире.
1935—1936 йылдарҙа — Украина КП(б) ҮК-ның ауыл хужалығы бүлеге мөдире, Украина КП(б)-ның Харьков өлкә комитетының 2-се секретары.
1936 йылдың октябренән 1937 йылдың майына тиклем — СССР Эске эштәр ХК Эске эштәр ХК-ның Дәүләт именлеге идаралығының Кадрҙар бүлеге начальнигы. СССР Юғары Советының 1-се саҡырылыш депутаты.
Ҙур террор
үҙгәртергә1937—1938 йылдарҙа Литвин СССР Эске эштәр Халыҡ Комиссариаты Баш идаралығының йәшерен-сәйәси бүлеге начальнигы вазифаһын биләй, 1937 йылдың май-июнь айҙарында атыу исемлектәренә ҡул ҡуйған[1].
1938 йылдың 20 ғинуарынан — Ленинград өлкәһе буйынса Эске эштәр Халыҡ Комиссариаты идаралығы начальнигы. Был осор СССР Эске эштәр ХК-ның 30.7.1937 йылда сыҡҡан 00447-се бойороғо буйынса ойошторолған республика, край һәм өлкә махсус өслөләрҙең составына инеүе һәм Сталин репрессияларында әүҙем ҡатнашыуы менән билдәләнә[2] и активным участием в сталинских репрессиях[3].
1938 йылда Ленинградта 20 769 кеше атыла[4]. Ленинград чекистары араһында: «Литвин эшләгәне — һуштан яҙырлыҡ» тигән фекер йәшәгән[5].
Үҙенә үҙе ҡул һалыуы
үҙгәртергәН. И. Ежов М. И. Литвинды үҙенең беренсе урынбаҫары һәм СССР Эске эштәр Халыҡ Комиссариатының Дәүләт именлеге идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләүҙе күҙ уңында тота, ләкин 1938 йылдың 22 авгусында И. В. Сталин был вазифаға Л. П. Берияны үткәрә. Ошо мәлдән Ежовтың карьераһы тайпыла башлаған. 1938 йылдың көҙөндә, Ежов тарафынан ҡуйылған яҡын кешеһе булараҡ, Литвин ҡыҫымға эләгә[6].
Успенскийҙың күрһәтмәләре буйынса, 1938 йылдың йәйендә үк Ежов һәм уның яҡындары үҙҙәренә хәүеф янағанын аңлаған. 1938 йылдың август башында Успенский менән Литвин Ежовтың дачаһында булғанда, ул уларға былай тигән: «Ҡырған эштәрҙе йәшерергә кәрәк. Асыҡларға юл ҡуймау өсөн тиҙ арала бөтә тәфтиш эштәрен тамамларға кәрәк». Успенский һүҙҙәренсә, Литвин: «Әгәр барыһын да йәшереп булмаһа, атышырға тура киләсәк. Эштәр насарланһа, атыласаҡмын». Успенский иһә, һуңынан әйтеүенсә, ҡасырға уйлай[7].
Эске эштәр Халыҡ Комиссариаты идаралығы начальнигы В. Журавлёвтың шәхсән Сталин адресына яҙған хатында Литвин Эске эштәр Халыҡ Комиссариаты хеҙмәткәрҙәре араһында «халыҡ дошмандарын», атап әйткәндә, П. Постышевты яҡлаусы тип атала[8]. Көндөҙ Ежов менән телефон аша һөйләшкәндән һуң, Литвин кискеһен Мәскәүгә барырға сығырға тейеш ине. 1938 йылдың 12 ноябрендә поезд ҡуҙғалырҙан бер сәғәт алда ул үҙенең фатирында атыла. Эске эштәр ХК-нда был фактты йәшерергә маташалар: Литвин йәшерен рәүештә ерләнә. Вазифаһынан бушатыу тураһында рәсми бойороҡ 14 ноябрҙә сығарылды.
1939 йылдың 10 ғинуарында ВКП(б) ҮК-ның төбәк партия етәкселегенә, эске эштәр наркомдарына, Эске эштәр ХК идаралығы начальнигына язалауҙарҙың (пытки) кәрәклеге тураһындағы хатында телгә алына: «Тәжрибә күрһәтеүенсә, бындай ҡулайлама халыҡ дошмандарын фаш итеү эшен тиҙләтеп, физик йоғонто яһау саралары үҙ һөҙөмтәләрен бирҙе. Дөрөҫ, һуңынан ғәмәлдә физик тәьҫир итеү ысулын ҡәбәхәт Заковский, Литвин, Успенский һәм башҡалар боҙоп күрһәтә: ҡағиҙәнән ситләшеүҙе ҡағиҙәгә әйләндерә һәм осраҡлы ҡулға алынған намыҫлы кешеләргә әүерелдерә, шуның өсөн улар тейешле язаһын алды»[9].
Званиелары
үҙгәртергә- 1936 йылдың 22 декабрендә — дәүләт именлеге өлкән майоры;
- 1938 йылдың 20 ғинуарында — 3-сө рангылағы дәүләт именлеге комиссары.
Наградалары
үҙгәртергә- Ленин ордены (1937 йылдың 22 июле);
- «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына XX йыл» миҙалы (1938 йылдың 22 феврале);
- «Дәүләт именлек комитетының почётлы хеҙмәткәре» билдәһе (1938 йылдың 9 майы).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Сталиские списки — введение . Дата обращения: 19 ноябрь 2013. Архивировано из оригинала 31 ғинуар 2011 года. 2003 йыл 7 март архивланған.
- ↑ Составы троек в 1937−1938 годах // Сайт Nkvd.memo.ru
- ↑ Сталинский план по уничтожению народа: Подготовка и реализация приказа НКВД № 00447 «Об операции по репрессированию бывших кулаков, уголовников и других антисоветских элементов» // Архив Александра Н. Яковлева
- ↑ Levashovo Memorial Cemetery . Дата обращения: 18 ноябрь 2013. Архивировано из оригинала 16 апрель 2013 года. 2013 йыл 16 апрель архивланған.
- ↑ Юрий Богданов. Это было строго секретно для всех нас. Часть первая (стр. 13)
- ↑ Литвин М.И. (рус.), Правозащитники Против Пыток (14 ғинуар 2015). 24 ноябрь 2018 тикшерелгән.
- ↑ Петров Н. Побег комиссара Успенского. Сталин: «Задета и опозорена честь чекистов, не могут поймать одного мерзавца». // Новая газета, № 104 от 17 сентября 2021 с. 22
- ↑ Нокаут железному наркому
- ↑ На иллюстрации
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Литвин М. И. // Петров Н. В., Скоркин К. В. Кто руководил НКВД, 1934—1941 : справочник / Под ред. Н. Г. Охотина и А. Б. Рогинского. — М.: Звенья, 1999. — 502 с. — 3000 экз. — ISBN 5-7870-0032-3.* Н. В. Петров, К. В. Скоркин «Кто руководил НКВД 1934—1941», Москва, 1999;
- В. Абрамов Евреи в КГБ. Палачи и жертвы. Москва, Яуза — Эксмо, 2005;
- Лозицький В. С. Політбюро ЦК Компартії Україны: iсторія, особи, стосунки (1918—1991), Київ, Генеза, 2005.