Калифорния ҡултығы
Калифорния ҡултығы (исп. Golfo de California), шулай уҡ Кортес диңгеҙе; исп. Mar de Cortés) — Калифорния ярымутрауын мексика континенталь яр буйынан айырыусы Тымыҡ океан ҡултығы.
Калифорния ҡултығы | |
---|---|
исп. Golfo de California | |
Координаты: пропущена долгота | |
Юғарылағы акватория | Тымыҡ океан |
Ил | |
Майҙаны | 177 000 км² |
Күләме | 145 000 км³ |
Яр һыҙығы оҙонлоғо | 4000 км |
Иң ҙур тәрәнлек | 3400 м |
Уртаса тәрәнлек | 818 м |
Калифорния ҡултығы Викимилектә |
География
үҙгәртергәҠултыҡ һыуҙары Мексиканың Түбәнге Калифорния, Көньяҡ Түбәнге Калифорния, Сонора һәм Синалоа штаттарының яр буйҙарын йыуа. Калифорния ҡултығына ҡойоусы иң ҙур йылға — Колорадо.
Майҙаны — 177 000 км², күләме — 145 000 км³. Максималь тәрәнлеге — 3400 м, уртаса тәрәнлеге — 818 м.
Калифорния ҡултығында ике ҙур утрау Анхель-де-ла-Гуарда һәм Тибурон, шулай уҡ бер нисә ваҡ утрауҙар, шул иҫәптән Исла-Эспириту-Санто һәм Исла-Партида утрауҙары бар.