Сембер операцияһы
Сембер операцияһы (9—28 сентябрь 1918) — Граждандар һуғышы осорондағы РККА-ның Көнсығыш фронтының аҡ гвардия ғәскәрҙәренә ҡаршы һөжүм операцияһы.
Сембер операцияһы | |||
Төп конфликт: Рәсәйҙә Граждандар һуғышы | |||
Дата | |||
---|---|---|---|
Урыны |
Сембер губернаһы, Һамар губернаһы | ||
Нәтижә |
РККА-ның еңеүе | ||
Үҙгәрештәр |
Аҡгвардиясылар һәм белочехтар Волганан көнсығышҡа табан 30-35 километрға алып ташлана | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
| |||
Ҡаршы тороусы көстәр | |||
| |||
Юғалтыуҙар | |||
| |||
| |||
Алдағы тарихы
үҙгәртергәҠазанды алғандан һуң аҡтар өсөн фронттың отошло конфигурацияһы барлыҡҡа килә: Ҡазан янында яҡынса 2-2,5 мең кеше 100-120 км оҙонлоғонда фронтты биләй, уларҙың көстәре РККА-ның 2-се һәм 5-се армиялары менән уратылған була. Аҡтар, бер нәмәгә ҡарамай, һөжүмен дауам итә. Ҡазан төркөмө Свияжск районында Волга аша тимер юлын алырға маташа, уға ярҙамға Чечек Семберҙән пароходтарға тейәп 234 штык-ҡылыслы һәм 14 орудиелы Каппель отрядын юлландыра. 27 августа был отряд Свияжск янындағы 5-се армияның уң ярындағы төркөмөнә һөжүм итә, әммә латыш уҡсылар үҙенең контратакаһы менән уларҙы тар-мар итәләр.
Операция
үҙгәртергә1918 йылдың 6-7 сентябрендә Пайгармала 1-се армияның хәрби советы уҙғарыла, советта М. Н. Тухачевский һөжүмде 1918 йылдың 8 сентәбрендә башларға ҡарар итә[1].
1918 йылдың 7-8 сентябрендә РККА-ның 1-се Сембер дивизияһы биш полк һәм кавалерия дивизионы менән көсәйтелә һәм үҙенең биләгән урындарҙа һаны буйынса сағыштырмаса ике тапҡыр өҫтөнлөккә өлгәшә. Шул уҡ ваҡытта, Граждандар һуғышында беренселәрҙән булып, РККА ғәскәрҙәр тупланған урынға 5-се Курск уҡсылар полкын ташыр өсөн автомашиналарҙы файҙалана.
1918 йылдың 9 сентябрендә РККА-ның Сембер дивизияһы (5,3 мең ҡылыс һәм штык, 21 орудие һәм 117 пулемёт) һөжүмгә күсә. Аҡтарҙың төркөмөндә 3,2 мең штык һәм ҡылыс, 22 орудие һәм 50 — 70 пулемёт иҫәптә була.
Сембер дивизияһы ғәмәлдәрендә көньяҡтан Инзен дивизияһы, төньяҡтан — Алатырь төркөмө (300 штык һәм 12 пулемёт) ярҙамға килә.
1918 йылдың 10 сентябрендә РККА-ның Сембер дивизияһы көстәре Охотничья станцияһы тирәһендә ҡаты алыш алып бара, бында аҡтар өс сымлы кәртә рәттәре менән тулы профилле окоптар булдыралар. Дивизияның үҙәгендә һөжүм иткән ике полкы дошмандың пулемёт уты һәм шрапнель менән ҡаршы алыналар. Бер нисә уңышһыҙ һөжүмдән һуң Сембер дивизияһы көстәренең бер өлөшө дошмандың позицияларын уратып үтеү өсөн йүнәлтелә, һуғышҡа кәртәләр һыҙығын үткән һәм уларҙы тотҡарлаған аҡтар батальонын ҡыйратҡан Интернациональ полкы (резервта торған) индерелә.
11 сентябрҙә Сембер дивизияһы Белый Ключ ауылы эргәһендә офицерҙар батальонының контратакаһын һәм Кондаково ауылы янында чехословак пехота батальонының контратакаһын кире ҡаға, Сембер — Ҡазан тимер юлын һәм Сызрань — Сембер трактын киҫеп үтә, бынан һуң аҡтар Волгаға һырлығалар.
Ленин исемендәге бронепоезд (С. Гулинский командалығында) Волга аша тимер юлы күперен баҫып ала.
Семберҙе һөжүмләе таңда Карлинская слобода яғынан биш артиллерия батарея тарафынан ҡурғаулау позицияларын утҡа тотоуҙан башлана. Һөжүм иткән 2-се Сембер полкы ҡыҙылармеецтарына Винновская роща тирәһендә айырыуса көслө ҡаршылыҡ офицерҙар батальоны күрһәтә.
12 сентябрҙә сәғәт 12-лә Сембер аҡтарҙан азат ителә. РККА-ның Сембер дивизияһы бында 1 мең әсирҙәрҙе, 3 самолет, 10 орудие һәм ылауҙы баҫып ала; төрмәнән 1,5 мең сәйәси тотҡон азат ителә[2].
14 сентябргә ҡаршы төндә Сембер дивизияһының бригадаһы Волга аша сыға һәм 16 сентябрь көнөнөң аҙағына көнсығышҡа табан 30-35 километрға алға шыла.
18 сентябрҙә Ҡазан яғынан килеп еткән Каппель отряды ҡыҙыл ғәсәкәрҙәрен һөжүмләй һәм Сембер дивизияһының боигадаһын Волга аръяғына алып ташлай.
Каппелдең отряды 18-24 сентябрҙә Семберҙе тартып алырға тырыша, әммә уның һөжүмдәре совет ғәскәрҙәре яғынан кире ҡағыла. 5-се армия һәм Волга флотилияһы килеп етеүе менән совет ғәскәрҙәре ҡабаттан Волганы аша сығалар һәм Каппель отрядын Чердаклыға алып ташлайҙар, шунда ул ҡамап алына һәм ҡыйратыла .
Һөҙөмтәләр
үҙгәртергәҠазандың һәм Семберҙең ҡолатылыуы аҡтарҙың урта Волга рубежынан ҡыҫырыҡлап сығарлыуын аңлата; 13 сентябрҙә аҡ ғәскәрҙәр Вольск ҡалаһын таҙарталар. Комуч Халыҡ армияһында тарҡалыу башлана, уның частары РККА-ның 5-се һәм 1-се армиялар алдында фронтты бик тиҙ таҙарта башлайҙар.
Аҡтарҙың Сембер төркөмө Волганың һул ярында 29 сентябргә тиклем торғандан һуң шулай уҡ көнсығышҡа табан сигенә башлай, һөҙөмтәлә РККА-ның Ҡазан һәм Сембер тирәһендәге уңыштары фронттың стратегик йырып сығыу масштабтарына тиклем барып етә.
Сембер ҡалаһын азат иткәне өсөн Сембер дивизияһы ВЦИК-тың Почетлы ҡыҙыл Байрағы менән бүләкләнә, дивизияға "Тимер" (Железная) почетлы исем бирелә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Гай Г.Д. В боях за Симбирск (краткий очерк гражданской войны в губернии). Ульяновск, 1928.
- Тухачевский М. Н. Первая армия в 1918 году. Избранные произведения. В 2-х т. — М.: Воениздат, 1964.
- Королев В.Г. Суровые годы (из истории 15-й Инзенской дивизии). М., ДОСААФ, 1971. - 112 стр.
- Виногоров Н.А. От Минска до Симбирска (о боевом пути 1-го Минского революционного бронепоезда им. В.И. Ленина с ноября 1917 г. по ноябрь 1918 г.). Минск, Беларусь, 1980. - 255 стр.
- Н. Е. Какурин, И. И. Вацетис «Гражданская война. 1918—1921» — Санкт-Петербург, «Полигон», 2002. ISBN 5-89173-150-9