Өфө операцияһы — Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осоронда Өфө йүнәлешендә аҡ гвардиясылар ғәскәрҙәрен ҡыйратыу һәм Өфөнө яулау маҡсатында 1919 йылдың 25 майынан 25 июненә тиклем РККА-ның Көнсығыш фронты Көньяҡ төркөмө Төркөстан армияһы ғәскәрҙәренең һөжүм операцияһы. Көнсығыш фронты контрһөжүменең бер өлөшө[2].

Өфө операцияһы
Төп конфликт: Көнсығыш фронтының контрһөжүме
Колчак ғәскәрҙәре артҡа сигенгән саҡта. Өфөнән төньяҡҡа. Июнь, 1919.
Дата

25 май — 20 июнь 1919

Урыны

Өфө губернаһы

Нәтижә

большевиктарҙың еңеүе, Златоуст операцияһы башланыуы

Ҡаршы тороусылар

Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы РСФСР

Рәсәй флагы Аҡ хәрәкәт

Командирҙар

Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы Г. В. Зиновьев
(7 июнгә тиклем)
Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы М. В. Фрунзе
(7 июндән)

Рәсәй флагы М. В. Ханжин

Ҡаршы тороусы көстәр

Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы Төркөстан армияһы:

  • Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы 29800 штык һәм ҡылыс
  • Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы 119 орудие
  • Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы 408 пулемёт

Рәсәй флагы Волга һәм Өфө ғәскәрҙәре төркөмө [1]:

  • Рәсәй флагы 18921 штык һәм ҡылыс
  • Рәсәй флагы 93 орудие
  • Рәсәй флагы 260 пулемёт
 Өфө операцияһы Викимилектә
 
Көнсығыш фронт
Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
Иркутск (1917) Иностранная интервенция Чехословацкий корпус (Барнаул Нижнеудинск Прибайкалье) •Иркутск (1918) Казань (1) Казань (2) Сембер Сызрань и Самара Ижевск и Воткинск Пермь (1)
Урыҫ армияһының яҙғы һөжүме (Ырымбур Уральск) • Чапанная война
Көнсығыш фронтының контрһөжүме
(Боғорослан Бәләбәй Сарапул-Воткинск Өфө)Пермь (2) Златоуст Екатеринбург СиләбеЛбищенскТобол Петропавловск Уральск и Гурьев
Бөйөк Себер Боҙ походы
(ОмскНовониколаевскКрасноярск) •
Иркутск (1919)
Партизанское движение (Алтай Омское восстание Минусинск Центр.Сибирь Забайкалье) • Голодный поход Ҡарағош яуы Восстание Сапожкова Западно-Сибирское восстание

Планлаштырыу һәм операция барышы

үҙгәртергә

Тәүҙә тиҙ һөжүм менән Ағиҙел йылғаһы аръяғына Колчактың көнбайыш армияһының ойошҡан рәүештә артҡа сигенеүен булдырмау күҙаллана, шулай уҡ Өфөнән көньяҡҡараҡ Ағиҙелде һуғышып аша сығып, аҡтарҙың Волга буйы һәм Өфө группировкалары тылына сығыу һәм уларҙы ҡыйратыу планлаштырыла.. Операция 135 км оҙонлоҡтағы фронтҡа һуҙыла, төпкә инеү урындары — 120—150 км тәшкил итә, тәүлегенә һөжүм 6-7, 5 км уртаса темп менән бара.

Операция барышында, 25 майҙан 4 июнгә тиклем, Төркөстан армияһы дошман частарын ҡыҫырыҡлап сығара һәм Ағиҙел йылғаһына сыға. Аҡтарҙы ҡамау өсөн Өфөнән көньяҡҡараҡ һәм төньяҡҡараҡ удар яһарға хәл ителә. Төп йүнәлеше итеп уң (көньяҡ) флангы һайлана, бында РККА-ның удар көстәре — 24-се уҡсылар дивизияһы, 2-се уҡсылар дивизияһының 3-сө бригадаһы һәм 3-сө кавалерия дивизияһы урынлашҡан була. Һул флангта В. И. Чапаев командованиеһы аҫтында 25-се уҡсылар дивизияһы урынлаша. 31-се уҡсылар дивизияһы фронт резервында була. 4-7 июнендәге һөжүм һөҙөмтәһендә Өфөнән төньяҡта аҡҡан йылға аша тик 25-се дивизияһының бер өлөшө һәм 26 дивизияның 5-се армияһы ғына сыға ала. Чапаев дивизияһы ҡаршы ярҙа фронт буйынан 8 км һәм төпкә 10 км баҫып ала, ә 26-сы дивизияның 5-се армияһы Ахлыстин ауылы районында плацдарм тотҡан Төркөстан армияһының һул флангыһында тора. Уң флангыһының удар төркөмө йылға аша сыға алмай. Үҙгәргән ситуацияла Фрунзе резервта торған 31-се дивизияны һул флангҡа ташлай, 8 июнгә иһә 25-се дивизияның бөтә көстәрен ошо плацдармға йүнәлтә. 9 июндә Колчак ғәскәрҙәре менән ҡаты алыштарҙан һуң чапаевсылар Өфөнө яулап алалар, ә 31-се дивизия киләһе көндә Өфөнән 18 км алыҫлыҡта (Ураҡ янында) Өфө — Силәбе тимер юлын киҫә. Йылғаны уңышлы сыҡҡандан һуң, 14 июнгә ҡарата көндә уң флангы удар төркөмө көстәре Архангельскиға һәм Урманға сыға башлай һәм дошмандың Волга һәм Өфө төркөмдәрен ҡамай. 19-20 июндә аҡтар бик ҙур юғалтыуҙар менән сигенәләр һәм тулы ҡамауҙан ҡотолалар. Өфө операцияһының һөҙөмтәһе булып РККА частарының Өфө сәнәғәт районын биләп алыуы һәм Көньяҡ Урал территорияһын алыуға шарттар тыуҙырыуы була.

Сәнғәт әҫәрҙәрендә

үҙгәртергә

Фильмдар

үҙгәртергә
  • Гроза над Белой (Евгений Немченко, Станислав Чаплин, 1968)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Граждандар һуғышы СССР-ҙа. Т. 2. — М., 1986. — С. 70.
  2. Уфимская операция 1919 // «Ташкент» — Ячейка стрелковая / [под общ. ред. А. А. Гречко]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1976. — С. 229—230. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 8).
  • Уфимская операция 1919 // «Ташкент» — Ячейка стрелковая / [под общ. ред. А. А. Гречко]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1976. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 8).
  • История гражданской войны в СССР. 1917—1922. Т. 4. — М., 1959. — С. 112—121.
  • М. В. Фрунзе на фронтах гражданской войны. Сборник документов. — М., 1941. — С. 154—190.
  • Директивы командования фронтов Красной Армии (1917—1922 гг.). Сборник документов. Тт. 2, 4. — М., 1972-78.